Күңелле лә, фәһемле лә йыйын
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Беҙҙең Ҡауарҙы ауылы халҡы ла ҙур йыйынға  йыйылды. Уның беренсе өлөшөндә һуғыш йылдарында хеҙмәт батырлығы күрһәткән тыл ветерандарына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған юбилей миҙалы тапшырыу тантанаһы үтте.

Йырға моң кәрәк шул
08 мая 2015 йыл | Хаттар

"Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 21 март һанында сыҡҡан "Фатимам” аһ иттерҙе” тигән мәҡәлә мине лә аһ иттерҙе, йоҡомдан яҙҙырҙы. Эйе, йоҡомдан яҙҙырҙы. Ауыр һуғыш йылдары, ас-яланғас үҫмер саҡтарҙағы хәтирәләрҙе яңыртты.

Яугир Мәрйәм
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Әсәйем Мәрйәм Ғиниәт ҡыҙы Буранғолова хаҡында яҙмам. Ул Ҡауарҙы ауылында уҡытыусы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Тормош юлын уҡытыусы булып башлаған әсәйем 1938 йылда Өфөләге сит телдәр институтының немец теле факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, 1941 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына уҡытырға ебәрелә. Химия, биология, немец теленән уҡыта һәм мәктәптә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып та эшләй.

Хөрмәтле ветерандар!
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби  комиссариатының личный составы һәм үҙемдең исемдән Һеҙҙе 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы байрамы менән ихлас ҡотлайым!

Алыш өсөн миҙалды ла, хеҙмәт өсөн миҙалды ла бер үк металдан ҡоялар
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Минең Зәкирә әбейем Хөсәйенова Яугилде ауылында Ленин орденына лайыҡ булған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Ул 92 йәшенә тиклем йәшәне. Оло йәшендә лә бик теремек ине. Ул минең олатайымдың  бер туған апаһы, 1920 йылда Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуған. Уға 19 йәш булғанда ата-әсәһе Яугилдегә килеп төпләнәләр. Әбейем ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләй.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12