Еңеү парадында ҡатнашҡан
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Олатайым Ғәфиәт Ниғмәтулла улы Юлмөхәмәтов та Бөйөк Ватан һуғышында булған. Уға йәш ярым булғанда атаһы үлеп китә, әсәһе ҡарамағында 5 бала ҡала.

2015 - Әҙәбиәт йылы
08 мая 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Еңеү яҙы
Етмешенсе яҙын ҡаршылайҙар
Иҫән ҡалған герой һалдаттар.
Күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре,
Түштәрендә сыңлай миҙалдар.
Еңеү яҙын улар алып килгән,
Күп ғүмерҙәр шунда өҙөлгән.
Тыныс тормош өсөн көрәшкәндәр,
Ҡан ҡойғандар аҫыл егеттәр.
Иҫән ҡалған герой һалдаттар
Һаман иҫләй ауыр заманды.
Тыныс тормош улар теләйҙәр
Үҫеп килгән һәр бер быуынға.
Яу ҡырында еңгән һалдаттар
Рәнйемәһен әсе яҙмышҡа.
Тыныс тормош шулай һаҡланһын,
Еңеп ҡайтҡан халҡым хаҡына.
Гөлсинә ҠОҘАЙҒОЛОВА.
Юлыҡ ауылы.

Ветерандар
08 мая 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ветерандар, ветерандар
Илебеҙҙе һаҡлаусылар.
Дошмандарҙы тар-мар итеп
Еңеү яулап ҡайтыусылар.
Ветерандар, ҡаһармандар,
Һеҙ бит ҡыйыу ыласындар.
Йәнегеҙҙе аямайса
Атакаға барыусылар.
Ветерандар, күптәрегеҙ
Окоптарҙа ятып ҡалды.
Өҙөлөп көткән сәләм хатын
Алмаштырҙы "ҡара ҡағыҙ”.
Ветерандар, ил ҡалҡаны
Рейхстагҡа байраҡ ҡаҙаны.
Һеҙ яулаған тыныс тормош
Мәңге йәшәр Еңеү байрамы.
Әлфиә ИСҠУЖИНА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.

Ҡәҙерле лә, һағышлы ла байрам
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Еңеү көнө беҙҙең иң ҡәҙерле, яратҡан, яҡты, шул уҡ ваҡытта һағышлы байрамдарҙың береһе булып ҡала.

Байрам уңайынан һәйкәлдәр асылды
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Районда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған 43 обелиск бар ине. Быйыл уларға тағы ла 8 һәйкәл өҫтәлә. 6 майҙа Родина ауылында, район ветеринар станцияһы биләмәһендә, 7 майҙа Игенселәр һәм Табын ауылдарында тантаналы шарттарҙа  обелискылар асылды. 9 май көндө Оло Үтәш, Яҡтыкүл, Ташбүкән ауылдарында ла  яугирҙар хөрмәтенә обелискылар асыласаҡ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12