Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре!
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Һеҙҙе ысын күңелдән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы менән ҡотлайым!

Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!
08 мая 2015 йыл | Матбуғат

Ағымдағы йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләштереү, халыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу мөмкинлеге биреү маҡсатында 14 майҙан 23 майға тиклем Бөтә Рәсәй буйынса матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙғарыласаҡ.

Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле Ғафури районы халҡы!
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ихлас ҡотлайым! Еңеү көнө – илебеҙҙә көтөп алынған иң төп, изге байрамдарыбыҙҙың береһе. 1418 көн буйы барған оҙайлы һуғыш һәр бер ғаиләлә, һәр совет кешеһендә юйылмаҫлыҡ ауыр эҙ ҡалдырҙы. Һуғыш ҡайғы һәм ауыр һынауҙар алып килде, миллионлаған кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡыйҙы һәм күптәрен ғәрип итте. Әммә совет һалдатының батырлығы, ҡыйыулығы, тылдағыларҙың түҙемлеге һәм фиҙаҡәрлеге, халыҡтың иҫ китмәле берҙәмлеге, дошманды еңергә ынтылышы емереклектәрҙе һәм үлемде аша атлап сығырға булышлыҡ итте. Беҙҙең  кешеләр үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеп, донъяға бөйөк патриотизм өлгөһө булып, бергә берләшеп, еңеүсе халыҡ булып уҡмашты.

Еңеү парадында ҡатнашасаҡтар
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

9 майҙа Өфөлә үтәсәк Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған парадта районыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Яңғыҙҡайын ауылынан Тимерхан Хажи улы Рәхимов, Красноусолдан Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдиновтар ҡатнашасаҡ.

Асыҡ тыңлау була
08 мая 2015 йыл | Урындағы үҙидара

2015 йылдың 15 майында 15.00 сәғәттә Муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Курорт ауылындағы муниципаль автономлы мәктәпкәсә белем биреү 5-се "Аҡ ҡайын” балалар баҡсаһын бөтөрөү тураһындағы БР Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең ҡарар проекты буйынса асыҡ тыңлау була.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 12