Байрам саралары
08 мая 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам саралары һәр ауыл биләмәһендә 7, 8, 9 майҙа үтәсәк.

Бөйөк Еңеү көнө менән!
08 мая 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Бөйөк Ватан һуғышының ҡәҙерле ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре!
Хөрмәтле райондаштар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайым. Миллиондарса ҡорбандар биреп яуланған Еңеү көнө барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле һәм яҡын. Был иҫтәлекле дата мәңгегә фиҙаҡәрлек һәм ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү символы булып ҡала. Фашист илбаҫарҙарынан Ватан азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалыусылар алдында баш эйәбеҙ һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ауыр булды, әммә тырыштыҡ
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға һуғыш ваҡытында, 5-се класта уҡып йөрөгән еренән, тулы етем ҡалып, эне-һеңлеләре өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булған Рәшиҙә Үтәғолова-Бохарова хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ. Күршебеҙҙә генә йәшәгән был апайҙың күңел йылыһы һәр кемгә лә етте – туғандарына ла, ярҙам һорап килгән ауылдаштарға ла. Баҡсаһында сүп үҫмәҫ, бесән килтереп бушатһалар, һайғау башына, ямғыр үтмәҫлек итеп кәбән осларға ул менеп китә. Мал-фәлән ауырыһа, һыйыр быҙаулар булһа, күрше-күләнгә мал духтыры урынына йөрөй. Райондан тикшереүсе килһә, сәйгә уға алып керәләр. Йөҙө һәр ваҡыт асыҡ, һыйы мулдан булыр ине. Кәрәк саҡта, ныҡлы ғына әйтеп, дыуамал ирҙәрҙе лә урынына ултыртырға ла күп һорап торманы ул.

Изгелектәре онотолмай
08 мая 2015 йыл | Хаттар

-    Ниңә шул ауыртҡан аяғың менән һаман да мәсет тип йүгерәһең? – тип һораны ҡыҙы атаһынан.  
   Был һорау күңелгә шаң булып килеп ятты. Эх, өлгөрһәм генә ярар ине, тип уйлап ҡуйҙы һуғыш ветераны. Аяҡтарҙың бәләһе лә шул дәһшәтле һуғыш. Ауыл халҡы ла ышанып етмәй. Ҡайҙан инде ул мәсет төҙөү, тип күптәр икеләнде. Коммунистар тарафынан  мәсеттең манараһы ауҙарылғас, тәүҙә унда мәктәп, һуңынан китапхана урынлашты. Йәш ваҡытында ҡылған эше ғүмере буйы күңелен ҡырҙы уның.
-    Ҡыҙым, мин бит үҙем ауылыбыҙҙағы мәсеттең манараһын ауҙарҙым, - тип яуап бирҙе Нурый ҡарт. - Минең алда оло бурыс – иман йортон ауылға ҡайтарыу.

Бейеүсе һәм ысын педагог
08 мая 2015 йыл | Мәғариф

- Уф, башым ҡайнап китте шул тиклем тауышҡа...
- Өйҙә ике балаға хужа булып булмай, шул хәтлем күп бала менән нихәл эшләмәк кәрәк?!
- Ҡайҙа, сыға һалайыҡ!..
Ысынлап та, балалар күп йыйылған урында ошоға оҡшашыраҡ һөйләшеүҙе йыш ишетергә тура килә. Инә ҡорт күс айырамы ни, гөж килгән тауышты сит кеше тыңлаһа, ниндәйҙер бер буталсыҡ, баш-баштаҡлыҡ, тәртипһеҙлек хөкөм һөргән кеүек. Ә шул эштең эсендә бергә ҡайнаған кеше өсөн был ҡәҙимге хәл: һәр бала үҙ эше менән мәшғүл! Инә ҡортҡа килгәндә, күс йәшәһен, эшләһен тиһә, һәр бал ҡорто менән идара итә белергә кәрәк. Киреһенсә булһа, барыһына ла мәғлүм, эш алға бармаясаҡ...

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12