Оҫталар затының береһе
08 мая 2015 йыл | Хаттар

Гәзит биттәрендә төрлө һөнәр, хеҙмәт кешеләре хаҡында күп яҙалар. Мин элекке "Йондоҙ” колхозының иң маҡтаулы һөнәр эйәһе, шофер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, "Хеҙмәт ветераны” исеме алған, "Алтын ҡуллы Алсынбай”ҙың ағаһы Зөлҡәфи Зәйнулла улы Сиражетдинов тураһында яҙырға булдым.

Тәүге сәскәләрҙе өҙмәгеҙ
08 мая 2015 йыл | Йәмғиәт

Йылдың-йылы апрель-май айҙарында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан республика биләмәһендә "Умырзая” экологик акцияһы уҙғарыла. Акцияның маҡсаты – һирәк осрай торған сәскәләрҙе законһыҙ йыйыуға юл ҡуймау һәм тәүге сәскәләрҙең популяцияһын һаҡлау.

Ғалим рухы менән һуғарылып...
08 мая 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы донъя кимәлендә танылыу яулаған ғалим, профессор Жәлил Кейекбаевтың ижади мираҫын һаҡлап ҡалыу һәм уны үҫтереү маҡсатында фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Был сарала БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Илшат Сабитов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, БДУ-ның Бөрө филиалы уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Винер Ғәниев, Өфөләге 39-сы гимназия директоры Ирина Кейекбаева һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ҡулъяҙмалар тикшерелде
08 мая 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 23 апрелдә районыбыҙ Саҡмағош районынан "Әҙәби нағыш” марафонын ҡабул итеп алды. Оло ҡунаҡтар – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов етәкселегендәге делегация – БДУ профессоры, академик, әҙәбиәт ғилеме ғалимы Ғиниәт Ҡунафин, шағирә һәм яҙыусы Гөлнур Яҡупова, "Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, күренекле яҙыусы Әмир Әминев, "Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире, яҙыусы Винер Исхаҡов, БР Әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Азамат Вәлиев, З.Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәре Ирина Күсәрбаеваны район мәҙәниәт һарайында ололоҡлап ҡаршы алдылар.

Әҙәби нағыш - илһам даръяһы
08 мая 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Быйыл илебеҙҙә Әҙәбиәт йылы иғлан ителде. Ә бит ҡасандыр ХIХ быуат – тотош әҙәбиәт быуаты булған. Нисек кенә булмаһын, әҙәбиәт йәшәй, яҡтылыҡ сәсә, халыҡ тормошонан айырылмай. Ғинуар айында республикабыҙҙың баш ҡалаһында Әҙәбиәт йылына арналған проект булдырылды. "Әҙәби нағыш” тип аталған был үҙенсәлекле марафон йыл аҙағына тиклем дауам итә, йылдың символы булған Йылъяҙма–китап тантаналы шарттарҙа бер район-дан икенсеһенә тапшырыла. 23 апрель көндө ул беҙҙең районға килеп етте.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12