Ҡаҙ бәпкәләре Родинала ла буласаҡ
08 июня 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Яҙ етеп, көндәр йылытыу менән хужабикәләр бройлер себештәре, ҡаҙ, өйрәк бәпкәләре һатып алып үҫтереү хәстәренә сума. Бәпкәләрҙе ҡайҙан алырға тип баш ватаһы түгел, әлбиттә. Красноусол баҙарында күпләп һаталар, ауылдар буйлап һатып йөрөүселәр ҙә бихисап. Уларҙа, билдәле, хаҡ та юғарыраҡ. Ҡошсолоҡ хужалығынан үҙең барып алыу күпкә отошлораҡ, бәпкәләрҙең унда ос-һоҙораҡ булыуын аңлай халыҡ. Тик һәр кемдең дә унда барыу мөмкин-леге юҡ. Шунлыҡтан редакцияға шылтыратып: "Родина” агрофирмаһы тауыҡ себештәре, ҡаҙ бәпкәләре һатамы икән?" – тип һораусылар бик күп. Уларҙың һорауҙарына яуап алыу маҡсатында "Родина” агрофирмаһы ЯСЙ-е управляющийы Гөлназ ШӘМСЕТДИНОВАға мөрә-жәғәт иттек. Һүҙ - уға:

Һуғыш сыныҡтырған уларҙы
08 июня 2015 йыл | Хаттар

Илгә килгән һуғыш афәте Вәлиев-тар ғаиләһен дә урап үтмәй. Ғаилә башлығы Абдулла Ғариф улын 1942
йылда һуғышҡа алалар. Ҡатыны Сәғиҙә биш балаһы: Ғабдулхай, Менәүәрә, Флүрә, Фәрит, Фәнис менән тороп ҡала. Был ваҡытта әниебеҙ Менәүәрә 12 йәштә генә була.

Әсәйемдең ул йылдарҙа ҡатын-ҡыҙ, балалар иңенә төшкән ауырлыҡтар, йәш кенә балаларҙың өлкәндәр ыңғайына утын киҫеп, ер ҡаҙып, колхоз эшенә йөрөгәне хаҡында һөйләгәнен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Уларҙың аслыҡты, яланғаслыҡты еңеп иҫән ҡалыуҙарына, рух көсөн һаҡлап тормошто дауам итеүҙәренә хайран ҡалабыҙ. Уларҙы "һуғыш балалары” тип юҡҡа атамағандарҙыр, ҙур ауырлыҡтар аша сынығыу алғанға шулай тигәндәрҙер.
- 1943 йылдың февралендә 18 йәше тулған Ғабдулхай ағайыбыҙҙы ла һуғышҡа алдылар, - тип хәтерләй әсәйебеҙ. – Ул йылдан артыҡ һуғышҡас, Украинаның Николаев районы Заболотный утарында һәләк булып ҡала. Унда совет һалдаттарына ҡуйылған мемориаль таҡтала уның да исем-фамилияһы бар. Тыныс тормош башланғас, Фәрит ағайыбыҙ эҙләп табып, ҡәберенә сәскәләр һалып ҡайтты.
1946 йылда әсәйебеҙ һуғыштан ҡайтҡан Игенселәр ауылы егете Зариф Сатлыҡовҡа кейәүгә сыға. Улар 10 бала үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Бер-береһен ихтирам итеп, бер һүҙле булып, бер ҡарауҙан аңлашып, 55 йыл татыу ғүмер иттеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры атайыбыҙ 2001 йылда, 81 йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы.
Атай-әсәйебеҙ икеһе лә "Егән” колхозында тырышып хеҙмәт иттеләр. Әсәйебеҙ 30 йыл сөгөлдөр үҫтерҙе, алдынғы урындарға сығып, бүләкләнеп эшләне, йыйылыштарҙа маҡтап, башҡаларға үрнәк итеп ҡуя инеләр.
Балалары күмәк, бәләкәй булһа ла, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалманы, 2 йыл халыҡ заседателе итеп һайланды. Бар ергә лә өлгөрҙө, намыҫ менән эшләгәс, һәр ерҙә һүҙе үтте, абруйы ҙур булды. Шуғалыр ҙа, хаҡлы ялға туҡтағас та колхоз етәкселәре һәр саҡ хәлен белешеп, байрамдарға саҡырып торҙолар. Әсәйебеҙ әле лә оҙаҡ йылдар Үтәк ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Әнүәр Арыҫлановҡа, әлеге хакимиәт башлығы Фәрит Бохаровҡа, хужалыҡ етәкселәренә рәхмәттәр уҡып, уларға иҫәнлек теләп ултыра.
Әсәйебеҙ беҙҙе, балаларын да эште һөйөп, еренә еткереп башҡарырға өйрәтте. Бөгөнгө көндә 20 ейән-ейәнсәренең уңыштарына шатланып йәшәй. Улар юғары уҡыу йорттарында белем алып, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Лангипас, Покачи, Мәскәү ҡалаларында, Шишмәлә эшләп йөрөйҙәр. Тағы 19 бүләр-бүләсәре лә бар әсәйебеҙҙең.
Әсәйебеҙ инде олоғайҙы, ошо көндәрҙә 85 йәше тулды. Әммә уның ҡартлығы бәхетле. Беҙҙе, балаларын үҫтергәндәге йоҡоһоҙ төндәре, борсоулы минуттары, беҙ тип арымай-талмай эшләгәндәре өсөн беҙ уға мәңге рәхмәтле һәм бурыслы. Шул бурыстың бер аҙын булһа ла кире ҡайтара, бәхетле ғүмер миҙгелен оҙайта алһаҡ ине тип теләйбеҙ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА.
Красноусол ауылы.  

Алтын бәхет килде һеҙгә алтын туйығыҙ булып
08 июня 2015 йыл | Йәмғиәт

15 майҙа донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ул 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан иғлан ителгән яңы, бик тә мөһим һәм күркәм байрам. Шунан бирле йыл һайын яҙҙың иң матур көндәренең береһендә һәр ҡайҙа ғаиләләрҙе данлау, ғаилә парҙарын тәбрикләү тантаналары үтә. Быны ғаиләгә ҡарата ҙур әһәмиәт биреү, уны хәстәрләү тип аңларға кәрәк.
Халыҡ-ара ғаилә байрамы көнөндә район мәҙәниәт һарайындағы Никах теркәү залында ЗАГС хеҙмәткәрҙәре матур байрам сараһы үткәрҙе. Унда ауылдарҙың ғорурлығы булған – алтын туйҙарын билдәләгән, татыулыҡта йәшәгән, өлгөлө ғаилә парҙары - Ҡауарҙы ауылынан Тәнзилә Исхаҡ ҡыҙы менән Рим Әхтәри улы Насировтар, Миңнира Мансур ҡыҙы менән Миңнулла Ноғоман улы Хәйретдиновтар, Яугилденән Рәмилә Иҙрис ҡыҙы менән Шәйҙулла Сабит улы Абдуллиндар, Еҙем-Ҡарандан Әнисә Зәкәриә ҡыҙы менән Рәйес Барый улы Сәйфуллиндар, Красноусолдан Антонина Михайловна менән Николай Иванович Дашковтар саҡырылғайны.
ЗАГС бүлеге мөдире Славяна Булатова тантаналы сараны асыҡ тип иғлан итеп, ғаилә юбилярҙарына ихлас теләктәрен еткерҙе. Бөгөн беҙ иң иҫтәлекле, иң күркәм байрамға – бәхетле һәм һирәк юбилейҙарын – алтын туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы тәбрикләргә йыйылдыҡ. Был икеләтә һөйөнөслө, сөнки байрам тап Ғаилә көнөндә үтә, - тине Славяна Ивановна.
Байрам сараһына шулай уҡ тап 15 май – Ғаилә көнөндә донъяға килгән балалар - 4 йәшлек Рената Мәҡсүтова менән 2 йәшлек Данил Масков саҡырылғайны,  улар иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Кисәне алып барыусы ра-йон мәҙәниәт һарайы методисы Елена Рябова ғаилә тормошонда шундай юбилейҙар бар, хатта улар алдында түбәнселек менән баш эйге килә, тине. Шундайҙарҙың береһе – алтын туйҙарын билдәләүселәр. Шуға ла бөгөн яңы ғаиләләр барлыҡҡа килгән ЗАГС бүлегенә беҙ 50 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, иңде-иңгә терәп, татыулыҡта йәшәгән ғаилә парҙарын саҡырҙыҡ, тип билдәләп, был бәхетлеләр менән таныштырып үтте.
Антонина һәм Николай Дашковтар 3 балаға (2 ул, 1 ҡыҙ) ғүмер биргән, бөгөн 6 ейән һәм 6 бүләргә олатай-өләсәйҙәр.
Ә бына Тәнзилә менән Рим Насировтарҙың ғаиләһе ишле – 5 бала (3 ҡыҙ, 2 малай) тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Ғаилә башлығы Рим Әхтәри улы Ҡауарҙы урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән, дөйөм хеҙмәт стажы – 41 йыл, шуның 6 йылы – директор вазифаһында. Ул БР-ҙың мәғариф отличнигы. Тәнзилә Исхаҡ ҡыҙы балалар баҡсаһы мөдире булып хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыға, дөйөм хеҙмәт стажы – 38 йыл. Насировтарҙың икеһенә бергә ҙур стаж – 79 йыл тәшкил итә. 5 бала әсәһе Тәнзилә Исхаҡ ҡыҙы II дәрәжә "Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Рим Әхтәри улы бөгөн Ҡауарҙы ауыл ветерандар советы рәйесе йөгөн тарта. 5 ейәнгә яратҡан өләсәй һәм олатай ҙа үҙҙәре. Ейәндәре – Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең 1-се класс уҡыусыһы Сыңғыҙ Насиров олатай-өләсәһен яратыуын белдереп, иҫтәлекле байрамдары уңайынан шиғыр бүләк итте.
Миңнира менән Миңнулла Хәйретди-новтарҙың шулай уҡ ғүмерҙәре мәктәп менән бәйле, ғаилә башлығы физкультура уҡытыусыһы, ә хужабикә лаборантка булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. 3 ҡыҙ һәм бер улға ғүмер биреп, бөгөн 11 ейән-ейәнсәр уларға "олатай”, "өләсәй” тип өндәшә.
Рәмилә һәм Шәйҙулла Абдуллиндарҙың татыу  ғаиләһендә 5 бала (3 ҡыҙ, 2 малай) үҫеп буй еткереп, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан. Рәмилә Иҙрис ҡыҙы бар ғүмерен ауылдаштары һаулығын һаҡлауға, Шәйҙулла Сабит улы балаларға белем биреүгә арнай, 12 ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Әнисә менән Рәйес Сәйфуллиндар 2 ул, 1 ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, 2 ейән, 4 ейәнсәр һәм 1 бүләр – уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысы.
Байрам сараһы хужалары – "алтын” ғаилә парҙарының һәр ҡайһыһы ЗАГС бүлегенең Почет кенәгәһендә ҡултамғаларын ҡуйҙы.
Артабан ғаилә юбилярҙарын район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, район хакимиәте исеменән хакимиәттең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм секторы мөдире Лилиә Зөфәр ҡыҙы Сәйғафарова тәбрикләп, бүләкләп үтте.
Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Әхмәт улы Ҡужин да үҙ юбилярҙарын ҡотлап, сәскә гөлләмәләре бүләк итте.
Ғаилә юбилярҙары шулай уҡ  балалары, туғандары, яҡындарынан да ҡотлауҙар ҡабул итте. Уларға тормоштарындағы ошо иң бәхетле көндәре иҫтәлеге итеп БР Башлығы Ҡотлауҙары һәм бүләктәре тапшырылды.
Юбилярҙарҙың һәр береһенә ҡарата йөрәктән сыҡҡан йылы һүҙҙәр, илһамлы шиғырҙар, "Землячки” хорының моңло, дәртле йырҙары яңғыраны. Шулай уҡ Анастасия Булатова менән Ирина Канаева башҡарған йырҙар күңелдәрен тағы ла үҫтереп ебәрҙе.
"Йәш егеттәр” "йәш кәләштәр”ен вальс әйләнергә лә саҡырҙы. Ағай-апайҙарҙың күҙҙәрендә бәхет йәштәре емелдәне. Матур, тыныс, тигеҙ, бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙәре, үҙҙәренә шундай хөрмәт күрһәткәндәре өсөн шатлыҡ хистәрелер был…
Кеше өсөн иң ҡәҙерле, изге
хисте алтынға тиңләйбеҙ. Донъяның матурлығына һөйөнөп, иңгә-иң терәшеп, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре янында гөрләшеп, ҡәҙер-хөрмәттә ярты быуат ғүмер кисереүҙәре менән бәхетле был парҙар. Был бәхет алтын туйҙан һуң да оҙаҡ йылдар дауам итһен.

Индира ИШКИНА.

Һабантуйға әҙерлек
08 июня 2015 йыл | Урындағы үҙидара

"Башҡортостан Республика-һында байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һәм башҡа әһәмиәтле  көндәр тураһында”ғы Закондың 2-се статьяһына ярашлы, әүәлдән килгән халыҡ йолаларын һаҡлау һәм нығытыу,  сәнғәтте, фольклорҙы һәм спортты үҫтереү, район халҡының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү һәм уларҙың ялын ойоштороуҙы камиллаштырыу маҡсатында район хакимиәте яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан 2015 йылдың 6 июнендә халыҡ байрамы – Һабантуй үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ҡарар нигеҙендә "Һабантуй–2015” байрамын әҙерләү һәм үткәреү планы, комиссиялар составы һәм ойоштороу комитеты раҫланды.
Хакимиәттең  ауыл хужалығы бүлегенә, агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәренә хужалыҡтарҙың ҡышҡы һәм яҙғы баҫыу эштәре осорондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү йөкмәтелә.
Һабантуй байрамын әҙерләү һәм үткәреүгә йәлеп ителгән предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә "Һабантуй-2015” байрамын үткәреү планына ярашлы еткерелгән бурыс-тар һәм күрһәтмәләрҙең үтәлешен тәьмин итергә.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар, бөтә ойошмалар һәм учреждениелар етәкселәренә:
- ауылдарҙы, юлдар һәм урамдарҙы төҙөкләндереү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эшләү, "Һабантуй-2015” байрамын әҙерләү һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыу тәҡдим ителә.
Мәҙәниәт бүлегенә байрам сиктәрендә профессиональ һәм үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын әҙерләү, билдәле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар үткәреү,  хакимиәттең йәштәр сәйәсәте секторы, физик культура һәм спорт комитетына милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса ярыштар, күмәк халыҡ уйындары үткәреү  бурысы йөкмәтелә. Шулай уҡ район эске эштәр бүлегенә байрам саралары барышында йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һаҡлау, үҙәк район дауаханаһына байрамда ҡатнашыусыларға медицина хеҙмәте күрһәтеү, 74-се янғын часына һабантуй майҙанында янғын һүндереү машинаһының дежур итеүен, "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәренә "Һабантуй-2015” халыҡ байрамына арнап махсус сығарылыш әҙерләү бурысы йөкмәтелә.

Мул уңышҡа иҫәп тоталар
08 июня 2015 йыл | Ауыл хужалығы

"Зенит” крәҫтиән хужалығы менән Ленин исемендәге колхоздың Туғай -Яңғыҙҡайын ауылдары араһындағы иркен баҫыуҙа бойҙай сәскән игенселәрҙең төшкө ашҡа туҡтаған мәленә тура килдек. Агроном Флүр Шәмсетдинов та бында.
- Һуңғы гектарҙар-ҙы сәсәбеҙ тип әйтергә була инде. Ошо баҫыу ғына ҡалды. Төштән һуң икенсе баҫыуҙағы эште тамамлап, Илдус Вәлишиндың агрегаты ла килеп етәсәк, - тип эш барышы менән таныштырҙы ул.
Хужалыҡ игенселәре 1 майҙа уҡ сәсеүгә төшкән булған. Тик бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар тулы ҡеүәткә эшләргә мөмкинлек бирмәгән. Шуға ла механизаторҙар көндәр аяҙайтыу менән һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп, уны бушҡа үткәрмәҫкә тырыша. Ана бит, "Т-150” тракторына сәскес таҡҡан Радик Ғөбәйҙуллин йәһәт кенә тамаҡ ялғап, агрегаты янына ашыҡты. Уның артынса сәсеүсе Филүс Уразаев та урынынан ҡуҙғалды. Арлы-бирле тракторҙы, сәскестәрҙе ҡараштырғылап алдылар ҙа, туҙан өйөрмәһе туҙҙырып ҡуҙғалып та киттеләр. Уңарсы сәсеү алдынан ер эшкәртеү менән мәшғүл булған Сергей Алексеев, Владимир Кириллов та тракторын ҡабыҙҙы.
- Көн матурланғас, егеттәрҙең кәйефе күтәрелде, дәртләнеп, тырышып эшләйҙәр, - ти агроном.
Ике хужалыҡ механизаторҙары яҙғы баҫыу эштәрен үҙ-ара ярҙамлашып, бер комплекс булып, эҙмә-эҙлекле алып баралар. Дөйөм тырышлыҡ менән барлығы 1500 гектар майҙанда арпа сәскәндәр, 1 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләгән ужым культураларына ашлама индергәндәр.
- Ужымдың 370 гектары ғына матур ҡышлаған, - ти хужалыҡ етәксеһе Риф Мөьминов. – Гектарына 1 центнер иҫәбенән ашлама индерҙек. Мөмкинлектән сығып йәнә 200 гектарҙа бойҙайҙы ла 50 килограмм иҫәбенән ашланған ергә сәстек.
Икенсе баҫыуҙа Владимир Михайлов көнбағыш сәсеү менән мәшғүл. Был культураны 150 гектарға сәсеү планлаштырылған. Күптән инде хаҡлы ялда булы-уына ҡарамаҫтан, һаман тракторҙан төшмәгән Әмир ағай Кәлимуллин менән Нил Сәғиҙуллин был табышлы культура сәселәсәк майҙанды ентекләп эшкәртә.
Ә инде тәжрибәле сөгөлдөр үҫтереүсе Ғаяз Кәримов менән Азат Йәрмөхәмәтов ике сменала эшләп, 250 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәскән. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң тәүге шытымдар менән бергә сүп үләндәре лә ныҡлап баш ҡалҡыта башлағас, сәсеүҙе туҡтатып, химик утауҙы башлағандар. Унан инде йәнә сәскес тағасаҡтар.
- Шәкәр сөгөлдөрөн барлығы 400 гектарға сәсергә уйлашабыҙ. Уның гектарына 2 центнер иҫәбенән ашлама индерҙек. Мал аҙығы культуралары 100 гектарҙы биләйәсәк. Көндәр матур ғына торһа, аҙна аҙаҡтарына сәсеү эштәрен тулыһынса теүәлләрбеҙ, моғайын. Ерҙә дым бар. Тәбиғәт көйһөҙлөктәре генә килеп сыҡмаһа, игенселәрҙең тырышлығы бушҡа китмәҫ, көҙөн мул уңыш йыйып алырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ, - ти ике хужалыҡтың дилбегәһен ныҡлы тотҡан хужалыҡ етәксеһе Риф Мөьминов.
Игенселәрҙең өмөттәре аҡланыуын ғына теләргә ҡала.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 15