Прокуратура проверила исполнение законодательства о профилактике наркомании
30 июня 2015 йыл | Хоҡуҡ

Прокуратурой Гафурийского района проверила исполнение подразделениями Отдела МВД России по Гафурийскому району законодательства о профилактике безнадзорности и правонарушений и законодательства в сфере оборота наркотических средств.

Яңы алымдарға күсәбеҙ
08 июня 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Нәжип Хисаметдинов, "Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе:
- Беҙҙең хужалыҡ та ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү өҫтөндә эш алып бара, яңы технологиялар, яңы алымдар ҡулланырға тырыша. Аҙыраҡ сығымдар түгеп, күберәк продукция етештереү бөгөнгө көн талабы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бик дөрөҫ әйтә, бөгөн беҙ оҫталыҡ менән түгел, ә һан менән алдырабыҙ. Әле беҙҙең хужалыҡта 1100 баш һыйыр малы булып, шуның 360 башы һауын һыйыры иҫәпләнә. Көнөнә 5,5 тонна һөт тапшырабыҙ. Быҙауҙарға эсергәнен дә ҡушһаң, көнөнә һәр һыйырҙан уртаса 16 килограмм һөт һауып алына. Әлбиттә, был ҡәнәғәтләнерлек түгел. Былтыр һәр һыйырҙан уртаса 3500 килограмм һөт һауып алыуға өлгәштек. Быйыл был нисбәтте 3750 килограмға еткерергә иҫәп тотабыҙ. Бының өсөн мөмкинлектәр бар. Мал аҙығы базаһын нығытабыҙ. Быйыл башлап 112 гектар майҙанда кукуруз сәстек. Кәзә үләне, люцерна кеүек күп йыллыҡ үләндәр етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләргә мөмкинлек бирә. Ҡураларҙы ла яңыртабыҙ. Байымбәт һөтсөлөк фермаһы "500 ферма” республика программаһы буйынса реконструкцияланды. Әле быҙау аҙбарын реконструкциялау эштәре алып барыла. Был маҡсатҡа 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Березовка һөтсөлөк фермаһын да заман талаптарына яраҡлаштырабыҙ. Йәғни бында ла Байымбәттәге кеүек шарттар тыуҙырабыҙ. Быйыл уҡ тиреҫ түгеү ҡоролмаһы, һөт үткәргес урынлаштырыу күҙаллана. Юғиһә быға тиклем Березовка фермаһында барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарыла ине. Шуға ярашлы ике фермала ла һауын һыйырҙары төркөмөн берәргә арттырабыҙ. Мал һаны артынан ғына ҡыумайбыҙ, төп маҡсат - уларҙың продуктлылығын арттырыу. Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимер һыйыр аҫра тигән хәҡиҡәттән сығып эш итәбеҙ. Әле хужалыҡтың 4 фермаһында илленән ашыу кеше малсылыҡ тармағында шөғөл тапҡан һәм улар үҙҙәренең эшенә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала.
Ялансылыҡ тармағында ла ошо йүнәлештә эш алып барыла. Юғары уңыш бирерҙәй сорттарға өҫтөнлөк бирелә, техника паркы ла яңыртыла. Быйыл "Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһынан юғары репродукциялы бойҙай, арпа, һоло орлоҡтары һатып алдыҡ. Баҫыуҙы алдан эшкәртмәй сәсә торған "Омичка” сәскесе алыуыбыҙ ҙа сығымдарҙы кәметеү маҡсатында эшләнә. Былтыр тотонолған булһа ла "Монопил” аныҡ сәсеү сәскесе һатып алдыҡ һәм быйыл уҡ орлоҡто экономиялап ул агрегат үҙен тулыһынса аҡланы. Ғөмүмән, заманса технологиялар ҡулланыу сығымдарҙы кәметергә һәм һөҙөмтәлелекте күтәрергә мөмкинлек бирә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов талап иткән ауыл хужалығын үҫтереүҙең яңы алымына күсергә беҙ әҙербеҙ һәм ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ.

Әҙ сығымдар менән күберәк продукция етештерергә
08 июня 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Ибраһимов:
- Ауыл хужалығы районыбыҙҙа иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһен тәшкил итә. Шуға был тармаҡҡа ныҡлы иғтибар бирелә. Ауыл хужалығында һөҙөмтәлелекте күтәреү төп бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора. Ялансылыҡ тармағында табышлы культуралар үҫтереүгә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Быйыл 26 мең гектар майҙанда ярауай культуралар сәселде. Шуның 2500 гектарын шәкәр сөгөлдөрө тәшкил итә. Районда ”татлы тамыр” үҫтереү менән 7 хужалыҡ шөғөлләнә. Район
буйынса уртаса алғанда был культуранан рентабеллек 70 процент булһа, "Сатурн”, "Восход”, "Тахтаров” хужалыҡтарында 100 процент тәшкил итә. Шуға ла был культураның сәсеү майҙанын быйыл 250 гектарға арттырҙыҡ. Быйыл һәр гектарҙан уртаса 350-шәр (былтыр 300 центнерҙан ашыу)  центнер уңыш үҫтереп алырға һәм тулайым йыйымды 75 мең тоннаға (былтыр 65) еткерергә иҫәп тотабыҙ. Бының өсөн мөмкинлектәребеҙ бар, яңы техникалар һатып алына. Һуңғы өс йылда ғына 650 миллион һумлыҡ техника һатып алынды. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ ситтән, йәғни МТС техникаһын йәлеп итмәйбеҙ, барлыҡ эште үҙ көсөбөҙ менән атҡарып сығабыҙ. Ғөмүмән, районда ялансылыҡ тармағы тотороҡло үҫешә. "Сатурн” хужалығында тракторҙар "ГЛОНАСС” спутник навигациялары аша идара ителеүен миҫал итеп килтереү ҙә күп нәмә хаҡында һөйләй. Һөҙөмтәлелекте күтәреү өҫтөндә артабан да эш алып барасаҡбыҙ.
Малсылыҡ тармағында ла ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Район хужалыҡтарында һарыҡсылыҡ тармағы бөтөнләй бөтөрөлгән ине. Әле уны тергеҙеү өҫтөндә эш алып барыла. Бөгөн 7 хужалыҡ һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә башланы. Бының өсөн юғары продуктлы тоҡомло һарыҡтар һатып алынды. Яҡын йылдарҙа районда һарыҡтар һанын 20 мең башҡа еткерергә иҫәп тотабыҙ. Икенсе бер йүнәлеш булып һөт малсылығын үҫтереү тора. Йылына һәр һыйырҙан уртаса 4,5 мең килограмм һөт һауып алыу һәм тәүлек артымды 600 грамға еткереү бурысы ҡуйылған.  Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн мал аҙығы культуралары структураһына үҙгәрештәр индерҙек. Бөгөн мал аҙығы культураларының 90 процентын юғары уңыш бирерҙәй ҡуҙаҡлылар тәшкил итә. Һөтсөлөк менән шөғөлләнгән һәр хужалыҡ кукуруз үҫтерергә тейеш тигән талаптан да сығып эш итәбеҙ. Малсылыҡты артабан үҫтереү өсөн "500 ферма” республика программаһы ла ҙур этәргес булып тора. Байымбәт һөтсөлөк фермаһы артынса был программаға Үзбәк ("Ағиҙел” йәмғиәте), Яңғыҙҡайын (Ленин исемендәге), Табын ("Солнышко”) һөтсөлөк фермалары ла инергә иҫәп тота.
Районда умартасылыҡ, йәшелсәселекте үҫтереү, һәр төрлө ауыл хужалығы продукцияһы менән үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итеү буйынса ла эш алып барыла. Умарталар һанын 25 мең башҡа еткереп, йылына 600 тонна тауар балы етештереү мөмкинлеге бар һәм шул маҡсатҡа ынтыласаҡбыҙ. Теплицала йәшелсә үҫтереү ҙә әкренләп булһа ла үҫешә. Ҡыҫҡаһы, ауыл хужалығында әҙерәк сығымдар түгеп, күберәк продукция етештереү йәһәтенән республикабыҙҙың, илебеҙҙең алдынғы төбәктәренә тиңләшер өсөн беҙгә эшләйһе лә эшләйһе әле.

“Имәнкәй”ҙә күңелле
08 июня 2015 йыл | Хаттар

Мин яҙғы каникул ваҡытында Ғилфан һәм Ильяс дуҫтарым менән "Имәнкәй” лагерына барҙым. Беренсе көндө үк яғымлы, мөләйем, ихлас күңелле тәрбиәселәр ҡаршы алды. Өсөбөҙ ҙә икенсе отрядта тәрбиәсебеҙ Әлфиә Рәүф ҡыҙы ҡарамағында булдыҡ. Ул һәйбәт, ярамсыл булыуы менән барыбыҙға ла оҡшаны.
Лагерь тормошо бик күңелле булып иҫтә ҡалды. Көн һайын төрлө мауыҡтырғыс кисәләр үткәрелде. Беҙгә бигерәк тә "Буран” мотоциклында йөрөү, көн һайын ойошторолған дискотекалар оҡшаны. Ҡышты оҙатыу байрамы, "Балалар. Тауыш” конкурсы барыбыҙ өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. Сәләмәтлекте нығытыуға ла ҙур иғтибар бүленде. Саңғыла шыуҙыҡ, мунса  индек, ә аҙаҡтан баллап сәй эстек.  Смена аҙағында Гала-концерт булып, балалар иң һәйбәт бейеү номерҙары  менән сығыш яһаны.
Бында беҙ бик күп яңы дуҫтар таптыҡ. Еҙем-Ҡаран ауылынан Илнур, Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан Салауат – иң яҡын дуҫтарым булды.
Мин лагерҙа беренсе тапҡыр булдым һәм киләсәктә тағы ла барырмын тип ышанам. Беҙгә ошондай матур ял ойошторғандары өсөн тәрбиәсе ағай-апайҙарға һәм лагерь хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Альберт БУЛАТОВ.
Бурлы мәктәбенең 5-се  класс уҡыусыһы.

Рәхмәт һүҙе – хеҙмәттәренә оло баһа
08 июня 2015 йыл | Йәмғиәт

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү – дәүләттең төп функцияларының береһе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 27 октябрендәге Указына ярашлы 8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө булараҡ билдәләнә башланы. Был ошо һөнәрҙең ни тиклем мөһим һәм кәрәкле икәнлеген раҫлай. Һөнәри байрамдары уңайынан "Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү Комплекслы үҙәге” Дәүләт учреждениеһы начальнигы Розалия РАХМАНҒОЛОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Розалия Фәрит ҡыҙы, районда оптималләштереүгә, үҙгәртеп ҡороуға дусар ителмәгән бер ойошма ла ҡалманы, шикелле. Һеҙҙең структурала ла үҙгәрештәр хаҡында имеш-мимештәр ишетелеп ҡала. Ул, ысынлап та, буласаҡмы?
- Ысынлап та,  үҙгәртеп ҡороу буласаҡ, әлбиттә, уны беҙ уйлап сығармаған, реформалаштырыуҙы беҙҙең министрлыҡ уҙғара. БР Хөкүмәтенең 2015 йылдың 28 апрелендәге 428-Р-һанлы ҡарарына ярашлы, беҙҙең Комплекслы үҙәк 1 июлдән яңы "Изгелек шишмәһе” Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономлы коммерция булмаған ойошмаһы” исеме аҫтында эшләй башлаясаҡ. Яңынан ҡороуҙың, әлбиттә, беҙгә бер ниндәй ҙә насарлығы теймәйәсәк, функцияларыбыҙ элеккесә, йәғни Үҙәктең исеме генә үҙгәрәсәк, ә есеме шул килеш ҡаласаҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуҙар, эш хаҡтары кәмеүе, функцияларҙың ҡыҫҡарыуы ла әлегә көтөлмәй, хатта прейскуранттар ҙа шул килеш ҡала. Бары тик бер үҙгәреш: Табын ауылындағы балалар приюты менән Ҡарттар йорто ғына беҙҙең Комплекслы үҙәк ҡарамағынан сығарылып, тәүгеһе - Стәрлетамаҡ районы балалар йорто, икенсеһе Архангел районы Шәфҡәтлелек йорт-интернаты филиалдары булып эшләй башлаясаҡ. Әле уларҙы күсереү буйынса документтар әҙерләнә.
- Һеҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең төп бурысы, көндәлек эше – ололар хаҡында ҡайғыртыуға ҡоролған. Иғтибарлылыҡты, шәфҡәтлелекте, киң, изге күңеллелекте, кеше хәленә инә белеүҙе талап итә…
- Эйе, тап шулай. Ошондай нескә сифаттарға эйә булмағандар беҙҙә эшләй ҙә алмай.
Әйҙәгеҙ, 2014 йылғы эшмәкәрлегебеҙгә йомғаҡ яһайыҡ әле. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү Комплекслы үҙәге штатында 128 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһендә 75 социаль хеҙмәткәр эшләп, улар 674 оло кешене, Балалар приютында 19 хеҙмәткәр 92 баланы, Ҡарттар йортонда 17 хеҙмәткәр 31 кешене хеҙмәтләндерҙе. Беҙҙең структурала шулай уҡ "Тиҙ ярҙам” бүлексәһендә  эшләгән 4  хеҙмәткәр  1370 гражданға хеҙмәттәр күрһәтте.
Былар бары тик һандар ғына, ә улар артында беҙҙең коллективтың ауыр тормош хәлендә ҡалған райондаштарыбыҙға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән ҙур хеҙмәте тора. Беҙҙә билдәләнгән бурыстарҙы башҡарыу менән генә сикләнеү етмәй. Ауыр тормош хәлендә ҡалған оло кешеләрҙең күпселеге психологик ярҙамға ла мохтаж. Социаль хеҙмәткәр һөнәре үҙ эшенә мөкиббән бирелеүҙе, кешелеклелек сифаттарына эйә, психологик йәһәттән камил булыуҙы күҙ уңында тота. Башта әйткәнебеҙсә, киң күңелле, алсаҡ, шәфҡәтле, тырыш, сабыр кеше генә был һөнәр эйәһе була ала. Ошондай сифаттарға эйә булмағандар, әлбиттә, социаль хеҙмәткәр булып эшләй алмай.
- Тимәк, һеҙҙә тупаҫ һәм ҡаты күңелле кешеләргә урын юҡ. Социаль хеҙмәткәр ниндәй шарттарҙа эшләй, һәр береһе нисә оло кешене хеҙмәтләндерә, араларында маҡтауға лайыҡтары ла барҙыр?
- Өйҙә социаль ярҙам күрһәтеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһы ставкаға ярашлы 11 кешене тәрбиәләргә те-йеш, унан артып киткән осраҡтар ҙа бар.  Әлбиттә, шарттар еңел түгел, социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ тәрбиәләнеүселәре янына аҙнаға ике тапҡыр барырға тейештәр. Нисек кенә ауыр булмаһын, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һәр береһе үҙ бурыстарын еренә еткереп үтәргә тырыша. Уларҙың һәр береһе маҡтауға лайыҡ, әлбиттә, береһен дә айырып әйтергә мөмкин түгел. Әммә һөнәри байрамыбыҙ уңайынан бер нисәүһен атап китергә кәрәк, тип уйлайым.
Бына, мәҫәлән, Табын ауылында өлгөлө, тырыш социаль хеҙмәткәр Айгөл Подлесная. Ул  13 пенсионерҙы хеҙмәтләндерә, тиҫтә йыл ғүмерен ошо изге эшкә бағышлаған. Бөтмөр хужабикә төп эшенән тыш, тормошон да гөрләтеп алып бара, шәхси хужалығында күпләп мал (8 баш һыйыр малы) бағырға ла өлгөрә (ире вахта ысулы менән Себерҙә эшләй). Хатта ситтән тороп социаль хеҙмәткәр һөнәренә уҡып та йөрөй.
Тиҫтә йыл хеҙмәт стажына эйә булған Красноусолдан Гөлфиә Зәйнешева хаҡында май айында республика телевидениеһы сюжет  күрһәтте.
Үтәк ауылынан Айһылыу
Хәсәнова халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә - 19, Яңғыҙҡайындан Мөслимә Йомағолова, Красноусолдан Зәлифә Хужина, Аҡкүлдән Зөлфиә Шәмсетдинова, Мораҡтан Галина Михайлова 20-шәр  йыл оло кешеләрҙең рәхмәтенә ирешеп, тырышып эшләйҙәр.
Ысындан да,  социаль хеҙмәткәр эше бик еңелдән түгел, әммә уларҙың шәфҡәтле хеҙмәтенән ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтеп шылтыраталар, үҙҙәре менән осрашҡанда белдерәләр. Өлкәндәрҙең рәхмәт һүҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәребеҙ үҙ эштәренә иң оло баһа итеп ҡабул итәләр.
Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ һөнәр яғынан да үҫешәбеҙ. Былтыр беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса уҡып таныҡлыҡтар алһа, быйыл психологик ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәрен өйрәнде.
- Һөнәри байрамығыҙҙа коллективығыҙға теләктәрегеҙ ҙә барҙыр…
- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан социаль хеҙмәткәрҙәребеҙҙең барыһына ла эскерһеҙ, тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Барлыҡ коллективты, коллегаларҙы Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән тәбрик итеп, ихлас күңелдән иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ теләйем. Кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәре һеҙҙе ғүмер буйы оҙата барһын!
- Һеҙҙең теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Индира ИШКИНА
әңгәмәләште.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 15