Библиобус тураһында
08 июня 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Биләмә-ара китапханалар тарафынан халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеүҙе ойоштороу, уларҙың китапхана фондтарын комплектлау һәм һаҡланғанлығын тәьмин итеү маҡсатында Муниципаль район хакимиәте Район мәҙәниәт һарайы муниципаль бюджет учреждениеһының "ГАЗель” микроавтобусы базаһында библиобус булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ҡарарға ярашлы, 0,5 водитель ставкаһы өҫтәлеп, штат расписаниеһына үҙгәреш индерелә. Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренә (Л.Б.Ғөбәйҙуллина)  Мәҙәниәт бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы менән берлектә китапханалар булмаған ауылдарға библиобустың йөрөү графигын әҙерләргә ҡушыла.
Библиобустың район ауылдарына
йөрөү графигы түбәндәгесә:
Ташлы, Мәндем, Толпарға – 1 июнь, 6 июль, 10 август, 14 сентябрь;
Ҡурғашлы, Ташбүкәнгә - 8 июнь,
13 июль, 17 август, 21 сентябрь;
Туғайға (Үтәк а/с) – 15 июнь, 20 июль,
24 август, 28 сентябрь;
Архангелка, Ҡарағай, Ҡормантауға – 22 июнь, 27 июль, 31 август, 5 октябрь;
Рус Саскүленә - 29 июнь, 3 август,
7 сентябрь, 12 сентябрь.

Байрам мөбәрәк булһын!
08 июня 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Хөрмәтле Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү Комплекслы үҙәге, Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре!
Барығыҙҙы лы Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ихлас ҡотлайым. Был көн – хәстәрлеккә  мохтаждарға  ярҙамға килеүсе социаль хеҙмәтләндереү белгестәренә, ғөмүмән, был өлкә хеҙмәткәрҙәренә бөтә халыҡ рәхмәте сағылышы ул. Мәрхәмәтлелек, изге күңеллелек, кеше хәленә инә белеү – һеҙҙең бик кәрәкле изге эшегеҙҙең төп асылы.
Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа, районыбыҙҙа социаль мәсьәләләргә иғтибар артты. Социаль йүнәлештә, тәү сиратта ветерандарға, күп балалы һәм йәш ғаиләләргә, инвалидтарға, ғөмүмән, ярҙамға мохтаждарға дәүләт хәстәре, ярҙам тураһында байтаҡ мөһим закондар, программалар, ҡарарҙар ҡабул ителде. Социаль йәһәттән әҙ яҡланғандарға пособиелар, компенсациялар түләнә.
Кешеләргә хеҙмәт итеү кеүек изге эштә һынатмаҫһығыҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәт ҡаҙаныштары, байрамса кәйеф теләйем. Һеҙгә һәр саҡ халыҡ рәхмәте һәм ихтирамы юлдаш булһын!
Рәмил  БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Аныҡ бурыстар ҡуйылды
08 июня 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Хужалыҡтың Березовка ауылы йәнәшәһендәге кәзә үләне баҫыуында үткән был кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, белгестәре,  ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары етештереүсе предприятиелар вәкилдәре, ра-йон хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты.
-Бик яуаплы, етди эш алдында торабыҙ: алдағы ҡышлатыуға мал аҙығы әҙерләү – йәшел ураҡ башлана. Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, белгестәр ҡатнашлығында үткән был сарала беҙ үҙ алдыбыҙға аныҡ бурыстар ҡуйып, уны үтәү юлдары, мөмкинлектәре хаҡында һөйләшергә тейешбеҙ, - тине семинар-кәңәшмәне асып, район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров. Районда ҡышлатыу осорона ике йыллыҡ аҙыҡ запасы әҙерләү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.  Хатта һауа торошо ла беҙҙең мәнфәғәткә эшләй. Үлән өлгөрҙө, бөгөндән "йәшел ураҡ”ты башларға була.
Рәмил Зәкәриә улы семинарҙың эшлекле шарттарҙа үтеүен теләне.
Артабан һүҙ республиканың Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле З.Ө.Нуриевҡа бирелде.
- Республикабыҙ тулайым һауым буйынса Рәсәйҙә беренсе булһа ла, продуктлылыҡ, йәғни бер һыйырҙан һауылған һөт алыу буйынса 58-се урында киләбеҙ, - тине Заһит Өлфәт улы. – Рәсәй бу-йынса уртаса йыллыҡ һауым 5500 килограмм тәшкил итһә, республикала был күрһәткес 3927 килонан артмай. Ә Ғафури районында был күрһәткес тағы ла түбәнерәк – 3193 кг. Бөгөнгө сарала беҙ продуктлылыҡты күтәреү, артталыҡтан сығыу юлдары хаҡында һөйләшергә тейешбеҙ.
Заһит Өлфәт улы һөт алып еткермәүҙең сәбәптәренә лә туҡталды.
- Һыйырҙың һөтө - телендә, тиҙәр. Күпме һөт алыу күп йәһәттән малға ниндәй аҙыҡ ашатыуға, уны нисек тәрбиәләүгә бәйле. Аҙыҡ, беренсе сиратта, сифатлы һәм туҡлыҡлы матдәләргә бай булырға тейеш. Әлегә иһә беҙҙә быға иғтибар бирелмәй. Артабан күләм артынан ҡыумайынса сифат өсөн эшләргә, мал аҙығы әҙерләүгә бик яуаплы ҡарарға, тейешле
технологияны һаҡларға, үләнде ваҡытында йыйып алырға кәрәк, - тип билдәләне сығыш яһаусы. – Мал аҙығы культураларын бер баш малға 0,8-1 гектар иҫәбенән сәсергә кәрәк. Ҡуҙаҡлы культуралар сәскәгә бөрөләнгән, ҡыяҡлылар башаҡҡа ултырған саҡта сабып алынырға тейеш. Һуңлаған осраҡта уларҙың туҡлыҡлы сифаттары юғала. Юғарыла һанап үтелгән талаптар ҡәтғи үтәлгән осраҡта шартлы мал башына 30-37 центнер сифатлы аҙыҡ әҙерләргә мөмкин буласаҡ. Был саҡта инде һыйырҙарҙың продуктлылығын 5,5 мең килограмға еткерергә һәм һимертеү төркөмөндә 600 грамм мөмкин буласаҡ.
З.Ө.Нуриев шулай уҡ "500 ферма” программаһын тормошҡа ашырыу барышына ла туҡталды. Программа эшләй, уға байтаҡ аҡса һалынды, тик әлегә уның һөҙөмтәһе күренмәй, тейешле файҙа алынманы, - тип билдәләне ул. Программаға ҡушылған хужалыҡтар бирелгән субсидияны нигеҙҙә ҡуралар ремонтлауға, техника һатып алыуға тотондо. 2016 йылдан субсидияны яңы ҡуралар төҙөүгә, юғары продуктлы тоҡомло малдар һатып алыуға, һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуҙы ойоштороуға йүнәлтеү төп шарт буласаҡ.
- Республикабыҙ башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы тармағындағы хаталар һәм етешһеҙлектәр өсөн ныҡлы тәнҡитләне һәм район алдына комплекслы үҫеш планы төҙөү һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эшләү бурысын ҡуйҙы. Уны нисек үтәү йәһәтенән бөгөндән эшкә тотонорға кәрәк, - тип йомғаҡланы З.Нуриев үҙенең сығышын.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ф.Ф.Ибраһимов йыйылыусыларҙы малсылыҡ тармағындағы эштәр барышы, "йәшел ураҡ”ҡа әҙерлек торошо менән таныштырҙы.
- Һуңғы йылдарҙа беҙ үҙ алдыбыҙға һыйыр малы һанын 20 мең башҡа еткереү бурысын ҡуйғайныҡ. Бөгөнгө көндә район буйынса бөтә төр хужалыҡтарҙа йәмғеһе 22,5 мең баш һыйыр малы иҫәпләнә. Артабан инде беҙгә продуктлылыҡты һәм һатыу күләмен арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк,- тине Флүр Фәрит улы. – Быға өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Һуңғы бер нисә йылда хужалыҡтар төп иғтибарҙы техника паркын тулыландырыуға бүлде, барлығы 650 млн һумлыҡ яңы техника һәм ҡорамалдар һатып алынды. Хәҙер хужалыҡ етәкселәре малсылыҡ тармағын үҫтермәйенсә йәшәп һәм эшләп булмауын аңланы, был тармаҡҡа ла иғтибар итә башланы. "Урожай” КХ-һы ЯСЙ-е, "Ағиҙел”, "Кузин” ЯСЙ-е, Ленин исемендәге колхоз, "Солнышко” ФХ-һы ЯСЙ-е малсылыҡты үҫтереү йүнәлешендә уңышлы эшләй.
Бөгөн ауыл эшсәндәре алдында алдағы ҡышлатыуға мул һәм сифатлы аҙыҡ әҙерләү бурысы тора. Район буйынса күп йыллыҡ үлән 7 мең, бер йыллыҡ үләндәр 4 мең гектар майҙанды биләй. Күреүебеҙсә, күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу ваҡыты етте һәм оҙаҡҡа һуҙмайынса эш башларға кәрәк. Ҡышлатыу  осорона район буйынса барлығы 5,1 мең тонна бесән, 12 мең тонна силос, 18 мең тонна сенаж, шартлы мал башына кәмендә 30 ц аҙыҡ берәмеге әҙерләү бурысы тора. Үлән бар, техника әҙер, бары тик ең һыҙғанып эшләргә кәрәк.
Сығыш яһаусы кукуруздың майҙанын арттырыу зарурлығын да билдәләп үтте. Бөгөн район буйынса был культура барлығы 1 мең гектарҙы биләй.
- 2015 йылда бер һыйырҙан йыллыҡ һауымды 3750 килограмға еткереү бурысы ҡуйылды. Уны үтәү өсөн булған бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, эшкә тотонорға ғына ҡала,- тип йомғаҡланы ул үҙенең сығышын.
Мал аҙығы етештереү буйынса ғилми хеҙмәткәр А.Ә.Низаева аҙыҡтың сифатына бәйле мәсьәләләргә туҡталды.
- Әҙерләнгән аҙыҡтың сифаты күп ваҡыт түбән була. Сөнки аҙыҡ культуралары орлоғон яңыртыу сараһы күрелмәй, баҫыуҙарға ашлама индерелмәй, бесән, сенаж, силос һалыу технологияларын үтәмәйбеҙ, - тине Асия Әхмәҙулла ҡыҙы. – Аҡһымлы аҙыҡ  әҙ сәселә. Аҙыҡ культуралары майҙанының 70-80 процентын  ҡуҙаҡлы культуралар биләргә тейеш.
Сығыш яһаусы беҙҙең район өсөн күстерә, тимофеевка, люцерна, вика-һоло ҡатнашмаһы иң отошлоһо тип билдәләне.
Ветстанция начальнигы Ф.Һ.Зәй-нетдинов үҙенең сығышында әҙерләнгән аҙыҡтың мотлаҡ сифатын тикшертергә кәрәклегенә баҫым яһаны һәм хужалыҡ етәкселәренә бындай лаборатор тикшереүҙәр уҙғарыусы Ауырғазы ветстанцияһы менән килешеү төҙөргә кәңәш итте.
Семинар-кәңәшмәлә ҡат-нашыусылар алдында шулай уҡ ра-йон хужалыҡтары хеҙмәттәшлек иткән төрлө фирмалар вәкилдәре сығыш яһап, үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итте.
Артабан "Урожай” КХ-һы етәксеһе Н.М.Хисаметдиновҡа һүҙ бирелеп, ул йыйылыусыларҙы эш барышы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
- Беҙҙең хужалыҡта барлығы 1100 баш һыйыр малы иҫәпләнә. 400 гектар кәзә үләне, 120 гектар люцерна сәскәнбеҙ.  Мал аҙығына әлегә ҡытлыҡ булғаны юҡ,  быйыл да кәмендә 1,5 йыллыҡ запас әҙерләйәсәкбеҙ, - тип ышандырҙы Нәжип Мәжит улы һәм семинарҙа ҡатнашыусыларҙы баҫыу иңләп ултырған мал аҙығы техникаһының нисек эшләүен ҡарарға тәҡдим итте. Ауыл хужалығы министрлығының әйҙәүсе инженеры Ф.Хантимеров һәр техника, агрегаттың үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
- Бөгөнгө сараны бик эшлекле шарттарҙа үтте тип әйтә алам һәм ул һеҙҙең өсөн дә файҙалы булғандыр, - тине З.Ө.Нуриев семинар-кәңәшмәгә баһа биреп. – Күренеүенсә, район-да етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләүгә бөтә мөмкинлектәр бар һәм кисекмәҫтән эшкә тотонорға кәрәк.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы ла ауыл эшсәндәренә был яуаплы, көсөргәнешле осорҙа уңыштар теләне.
Шуның менән семинар-кәңәшмә үҙенең эшен тамамланы.

М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Ауылдарҙың ауылы – Ҡауарҙым!
08 июня 2015 йыл | Йәмғиәт

Илебеҙҙә билдәлелек, асыҡлыҡ заманы башланғас, бигерәк тә Башҡортостаныбыҙ үҙаллылыҡ юлын һайлағас, халыҡ араһында яңы йолалар, башланғыстар барлыҡҡа килде. Бөгөн киң таралған "Шәжәрә", "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдары ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйла-йым. Сөнки был сараларға әҙерлек осоронда беҙ нәҫел-нәсәп ептәрен барлап ҡына ҡалмайбыҙ, ара, ауыл, ырыу, ҡәбилә, халҡыбыҙ, тыуған төйәгебеҙ, Башҡортостаныбыҙ тарихына ла бер ни тиклем байҡау яһайбыҙ, аныҡлыҡ индерергә ынтылабыҙ.
Был өлгөгә төп халыҡ вәкилдә-ренән тыш башҡа милләттәрҙең дә эйәреүе - яҡшы күренеш. Бәрәкәтле башҡорт еренә килеп төпләнгән сит ҡәүемдәр үҙ тарихын асыҡлаһа, ошо ерҙә борон-борондан йәшәп, башҡорттоң айырып алғыһыҙ бер өлөшө булып та, ошо көнгә тиклем үҙ милләте мөхитенән ситләшеп, аҙашып йөрөгәндәргә милли нигеҙенә ҡайтырға мөмкинлек бирелә.
Йөкмәткеле, әһәмиәтле саралар уҙғарыу йәһәтенән Ғафури районында ла юғары әүҙемлек күрһәткән ауылдар бар. Улар иҫәбенә ҡыпсаҡтарҙың берҙән-бер ауылы Ташбүкәнде, кесе табындарҙан Сәйетбабаны һәм Яугилдене, кәлсер табындарҙан Имәндәште индерергә мөмкин. Бындай сараларҙың халыҡты туп-лау, тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәте бик ҙур.
Билдәле булыуынса, районыбыҙҙағы башҡорт ауылдарының күбеһе Табын ҡәбиләһенә ҡарай. Район биләмәһендә, нигеҙҙә, уның өс ырыуы вәкилдәре көн итә: Кесе, Кәлсер, Дыуан.
Табындарҙың Кәлсер ырыуы вәкилдәре Еҙем, Ағиҙел һыуҙарын һыулай: килешеү нигеҙендә, Еҙем йылғаһының һул ярында урынлашҡан, кеселәргә ҡараған ерҙәрҙе үҙләштереп, Имәндәш, Мораҙ, Юрмаш, Арҡа Тайышы кеүек ауылдарҙы нигеҙләгән.
Әйткәндәй, районыбыҙ биләмәһенең хәҙерге төньяҡ-көнсығыш сиктәре (Архангел, Белорет райондары менән) әле лә кәлсерҙәрҙең элгәре Күрпәс, Ҡумырыҡ табындар, Ҡатай һәм Гәрәй ҡыпсаҡтар менән булған сиктәре тулыһынса тиерлек тап килә. Был турала бөгөнгә тиклем һаҡланған ер-һыу атамалары ла асыҡ һөйләй.
Ҡауарҙы - Кәлсер табындарҙың төп ауылы. Әле урынлашҡан ерендә уның 300 йыллыҡ тарихы булһа, Кәлсер һ.б. исемдәр менән тарихҡа инеүенә дүрт бы-уат инде. Ҡауарҙы бөгөн дә ҙур ауылдарҙан иҫәпләнә: районыбыҙ биләмәһендәге башҡорт ауылдары араһында Сәйетбабанан ҡала, халыҡ һаны буйынса икенсе урында тора. Ауылыбыҙҙың әүәлдән ҙур булыуын белдергән "ҡауарҙыны ҡауарҙы танымай" тигән әйтем бар.
1795 йылғы V ревизия һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Ҡауарҙы кеүек ҙур ауыл табындарҙа ғына түгел, хатта тотош Стәрлетамаҡ өйәҙендә лә булмаған! 113 йортло ауылыбыҙҙа 325 ир-ат һәм 258 ҡатын-ҡыҙ - йәмғеһе 583 кеше теркәлгән. Шул осорҙа өйәҙҙә барлығы 194 ауыл иҫәпләнгән, шулар араһында Өршәк-Мең олоҫона ҡараған мишәрҙәрҙең Ҡорманай ауылы ғына 100 йортло тип күрһәтелгән, һәм унда 367 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Башҡа ауылдарҙан иһә 50-60 йортлолары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ә 300 һәм унан күберәк халҡы булған ауылдар Стәрле өйәҙендә - барлығы 12. Шул уҡ Сәйетбабала 1795 йылда 33 йортта теүәл 300 кеше йәшәгәнлеге мәғлүм. Ошо уҡ нисбәттең Х ревизияға тиклем һаҡланғанлығы билдәле. Тимәк, Ҡауарҙыны ауылдарҙың-ауылы тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Ә инде 1920 йылғы тәүге Совет халыҡ иҫәбен алыу сараһынан һуң, ауылда хужалыҡтар, йорттар бик артмаған, ләкин халыҡ һаны, билдәле сәбәптәр арҡаһында, кәмей бара. Унан килеп, төрлө йылдарҙа, бигерәк тә биләгән ерҙәренә ҡурҡыныс янаған саҡта, ҡауарҙылар үҙ ерҙәренә хоҡуҡтарын нығытыу өсөн яңы ауылдар нигеҙләгән. Шулай итеп, заманында Аҫҡын, Еҙем аръяғында Яңы Ҡауарҙы ауыл-дары барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, урман сәнәғәте үҫешенә бәйле нигеҙләнгән Убалар ауылы халҡының да төп өлөшө - ҡауарҙылар. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Архангел районының Арх-Латыш ауыл советы биләмәһенән латыштарҙың үҙ тарихи ватанына ҡайтыуы башланғас, бик күп ауылдаштарыбыҙ етешерәк йәшәү теләге менән шунда күсеп китте...
Әммә ата-бабалар васыятына тоғро ҡалып, үҙ ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлаусы ауылдаштарыбыҙ ҙа етерлек. Әлеге ваҡытта ауылда 320 йортта 960 кеше йәшәй, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе эшләй. Ауыл тулыһынса телефонлаштырылған, кабель телевидениеһы, Интернеттан файҙаланыу мөмкинлеге бар, кәрәҙле элемтәне "Мегафон" операторы тәьмин итә. Ауылыбыҙ йылдан-йыл ҙурая, күркәмләнә бара.
Ауылға электр энергияһы, районда иң тәүгеләрҙән булып, 1938-1939 йылдарҙа уҡ Һабай гидроэлектр станцияһынан килһә, юғары вольтлы электр линияһы 1967 йылда үткәрелде. Ә бына үҙәкләштерелгән һыу, газ тик һуңғы йылдарҙа ғына килде күпте күргән, күпте кисергән ауылыбыҙға.
Ауылыбыҙҙа әле лә хәл ителмәгән
проблемалар етерлек. Улар иҫәбенә
район үҙәге менән ошо көнгә тиклем асфальт юл менән тоташмауы, Юлыҡта Еҙем ярҙары уйылып, оло юлдың өҙөлөү ихтималлығы, Өфөгә Архангел аша тура юлдың юҡлығы, 2002 йылда уҡ сафҡа индерелгән табип амбулаторияһының эшләмәүе, мәҙәниәт йортоноң авария хәлендә булыуы һәм башҡаларҙы индерергә мөмкин.
Ләкин ауылыбыҙ халҡы бер нәмәгә ҡарамай, етеш йәшәргә ынтыла: күпләп мал, бал ҡорттары үрсетеп донъя көтә, яңы йорттар һала, үҙ-үҙенә уңайлыҡтар булдыра, бер кемдән дә бер ни көтөп ятмай.
Бай тарихы булған мәктәбебеҙ элек-электән үҙ бурысын урынына еткереп үтәргә тырыша. Мәктәп тамамлаусылар юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына күпләп уҡырға керә. Халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләүсе ҡауарҙылар бик күп, фән юлынан  китеүселәр ҙә байтаҡ. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан, юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған уҡытыусылар, табиптар, башҡа һөнәр эйәләрен һанап бөтөрлөк түгел. Төрлө   тарафтарҙан улар хаҡында маҡтау һүҙҙәре, йылы хәбәр алып шатлана ауылдаштарым.
Ҡауарҙы элек-электән эшһөйәр, тапҡыр һүҙле халҡы, көслө көрәшселәре, алдынғы спортсылары, оҫта шахматсылары менән танылған. "Мағаш" колхозының Әхмәр    Ҡолманов, Фәнил Юлдашев кеүек етәкселәре,   Зәйнетдин  Балтаев,   Миңлебай   Ғәлин, Кәлимулла Әйүпов, Кәлимулла Юлдашбаев, Рәжәп Әбелғужин кеүек механизаторҙары, Рәйфә Ғәйнетдинова, Ғәззә Баязитова  кеүек  малсы-һауынсылары, Фазлетдин Исхаҡов, Ғәҙелша Үтәгәнов,   Банат Юламанова һымаҡ ферма мөдирҙәре, Ишмырҙа Исхаҡов, Әхмәтша Абдуллин  кеүек төҙөүселәре колхоздың, ауылдың ғына түгел, районыбыҙ кимәлендә лә алдынғылар иҫәбендә булды.
Әптрәхим, Ишбулды, Ишмырҙа, Әхмәтгәрәй батырҙар кеүек көрәшселәребеҙ данын Мөхәйәр Шәрипов, Илфат Йәнешев, Камил Сиражетдинов, Миңләхмәт Юламанов, Рәшит Муллагилдиндар күтәреп алһа, Сәйетгәрәй Вәлитов, Фәнир Йәғәфәров, Ришат Исхаҡовтар лайыҡлы дауам итте. Уларға алмашҡа Айрат Ғәзизов, Ғәзиз Нәзиров, "Ҡамыр батыр" Рифат Исхаҡов килде. Йәштәрҙән Фәнзил Сөләймәнов, Айбулат Хужаев, Йомадил менән Айнур Кәримовтар, Дим Мөхәмәтдинов, Азат Баязитов һәм, әлбиттә, Кинйә Вәлитов үҙҙәрен танытты. Аллаһ бойорһа, ауылыбыҙҙа киләсәктә лә улар өлгөһөндә тәрбиәләнгән яңы быуын көрәшселәре үҫеп сығыр тигән өмөттәбеҙ.
Ауылыбыҙға бик күптән "шахмат ене" ҡағылған: бында барыһы ла был боронғо зирәктәр уйынына ғашиҡ. Үҙенсәлекле Ҡауарҙы шахмат фестивале быйыл 18-се тапҡыр уҙғарыла, унда Красноусолдан, районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, Ҡырмыҫҡалы районынан йыйылма командалар ҡатнаша. Шахмат менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Билдәле ауылдаштарыбыҙҙың береһе Рәшит Әбелғужиндың ейәндәре Динар менән Рәшит, республика, федераль округ, Рәсәй, халыҡ-ара шахмат ярыштарында даими ҡатнашып, еңеү яулай. Үҙ йәш төркөмдәрендә уларҙың рейтингы бик юғары.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоғаса ауылыбыҙҙың яҙма тарихы юҡ: борондан килгән шәжәрәбеҙ граждандар һуғышы, унан һуңғы буталсыҡ замандарҙа юғалһа, хәҙерге заман тарихына ҡағылышлы документтар ҙа тәүҙә - колхоз идараһы, аҙаҡ ауыл советы бинаһы янып юҡҡа сыҡты... Әммә дөйөм ҡулланылыштағы сығанаҡтарҙан, шул иҫәптән Интернетта мәрхәмәтле яҡташтарыбыҙ асҡан сайттарҙан, иҫке карталарҙан, архив документтарынан, халыҡ хәтеренән алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә, әлбиттә, Ҡауарҙы ауылының данлы ла, шанлы ла, бай ҙа, әһәмиәтле лә тарихын күҙаллап була.
Кәлсерҙәрҙең, ауылыбыҙҙың ир-азаматтары халҡыбыҙ азатлығы өсөн майҙан тотҡан - Башҡортостан тарихындағы барлыҡ ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнашҡан, улар араһынан данлы батырҙар, етәкселәр үҫеп сыҡҡан. Кәлсер Килмәков, Килдеш Ағиев, Ҡунаҡбай Килдешев, Һабай Ҡотлин, Юлғотло Ғүмәров кеүек бабаларыбыҙҙың   исеме ғәйрәтле башҡорт ихтилалдары тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ауылдаштарыбыҙ 1812 - 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ла батырлыҡ өлгөләре күрһәткән, Зәки Вәлиди етәкселегендә милли автономия яулау юлында ла фиҙаҡәр көрәшкән.
Бөйөк Ватан һуғышында ғына ла 300-ҙән ашыу ауылдашыбыҙ ҡатнашҡан, уларҙың яртыһынан күбе илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған, ҡалғандары ҡайтып илде, колхозды, ауылды аяҡҡа баҫтырыуҙа ал-ял белмәй эшләгән. Әлеге көндә ауылдан ситтә йәшәүсе ни бары ике генә ветераныбыҙҙың иҫән икәнен беләбеҙ... Батырҙарыбыҙ иҫтәлеге Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығында күркәм обелискта мәңгеләштерелде. Был үтә лә сауаплы эш Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең ул ваҡыттағы булдыҡлы башлығы, ауылыбыҙҙың аҫыл улдарының береһе Азат Рәжәп улы Әбелғужин етәкселегендә башҡарылды.
Сал тарихы, данлы үткәне, сағыу бөгөнгөһө, өмөтлө киләсәге булған, уңған һәм даланлы ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләп үҫтергән ауылдың ошоғаса илебеҙ, республикабыҙға һибелгән ҡошсоҡтарын бергә туплап, йыйнап, оло ҡор ойоштормауы күңелде һәр саҡ ҡырып тора ине...
Бөтә илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән йылда, ниһайәт, хөрмәтле
ауылдаштарым Ҡауарҙыла "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын уҙғарырға ниәт итте. Күп быуындар көткән тантана 2015 йылдың 27 июнендә була. Уҙған йылдың көҙөндә ауыл активы тарафынан ойоштороу комитеты һайланды, уның составына, әүҙем йәмәғәтселәр менән бер рәттән, ситтә йәшәүсе хөрмәтле ҡауарҙылар ҙа һайланды.
Сараны әҙерләү һәм уҙғарыу планы төҙөлдө, яуаплылар билдәләнде, Интернет селтәрендә сайт асылып, унда байрамға әҙерлек эше яҡтыртыла, тәҡдимдәр ҡабул ителә. Ауылдың төньяҡ осонда уҙғарыласаҡ тантананың ғәйәт ҙур һәм йөкмәткеле программаһы бар: ҡаҙаныштарҙы барлауҙан тыш, күп нәҫелдәр үҙ Шәжәрә байрамдарын әҙерләй, бик бай мәҙәни-спорт программаһы ла ҡаралған. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан сәхнә йондоҙҙары Филүс Ҡалмырҙин, Радик Юлъяҡшин, Айгүзәл Ғәзизова, Хызыр Нәзиров, Рима Исхаҡова, Нәсимә Хәмзина, Гөлфирә Бәширова, Венер Хәбибуллин, Юлай Аҙнағолов һәм башҡаларҙың, бейеүселәребеҙ Ришат Ҡалмырҙин, Зифа Шәймөхәмәтова, улдары менән Айгөл Буранова, Искәндәр Әбелғужиндарҙың сығышы байрамдың сағыу биҙәге булыр тип ышанам.
Ойоштороу-әҙерлек эштәренең айы-рым йүнәлештәрен ирекле рәүештә үҙ өҫтөнә алған ауылдаштарыбыҙ ҙа бар: Өфөлә йәшәүсе Резеда Ҡалмырҙина биҙәү эштәрен алып барһа, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы Миңзилә Әйүпова сценарий яҙа. Ауылдашыбыҙ, шәхси эшҡыуар М.Ф.Латипов егеттәре менән төҙөкләндереү эштәренә материал әҙерләп, ауылдаштарына осһоҙ хаҡҡа тәҡдим итә, улар байрам сәхнәһен дә ҡорасаҡ. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың береһе Фәнил Хажигәрәй улы Мәжитов барлыҡ башланғыстарҙы күтәреп алып,
ауылды төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерҙе, даими рәүештә матди ярҙам күрһәтә, үҙенең эшлекле тәҡдимдәрен индерә. Данлы "Красноусол" шифаханаһы директоры, медицина фәндәре докторы Фаяз Харис улы Мәжитов ауылыбыҙ тарихына арналған китап сығарыуҙы фатихаланы, уны төҙөүсе менән килешеп, матди мәсьәләләрҙе хәл итә; депутатыбыҙ булараҡ та байрамды әҙерләүгә тос ярҙам күрһәтә.
Китап яҙыу эшенә ветеран-уҡытыусы Р.Ә.Насиров, хеҙмәт ветераны Ғ.З.Ҡалмырҙин, мәктәп директоры P.P.Әбелғужиндарҙан торған эшсе төркөм йәлеп ителде. Иҫтәлекле фотоһүрәттәр, һирәк осрай торған яҙма сығанаҡ өлгөләре, иҫтәлектәр, арҙаҡлы ауылдаштарыбыҙ хаҡында материалдар, төбәгебеҙгә арналған шиғырҙар, ер-һыу атамалары, урындағы һөйләш һүҙҙәре, мәҡәл-әйтемдәр менән ярҙам итеүселәр табылһа, рәхмәтле булыр инек..
Күптән көткән байрамыбыҙ ауылыбыҙ тарихының сағыу бите, уның матур киләсәген яҡынайтыуға мөһим аҙым булыр тип ышанам. Сара уңышлы уҙһын өсөн һәр беребеҙҙең тырышлыҡ һалыуы, үҙ өлөшөн индереүе - төп шарт. Байрамға ҡағылышлы материалдарҙы Ҡауарҙы ауылы мәктәбенең сайтына инеп (covardov.umi.ru) үҙең дә урынлаштырырға мөмкин.
Матди ярҙам күрһәтергә, иғәнә индерергә теләүселәр өсөн Һаҡлыҡ банкында махсус иҫәп асылған: 40817810506002027334.
Ошондай яуаплы ла, сауаплы ла эште бергәләп уңышлы атҡарып сығырға Аллаһ Тәғәлә үҙе ярҙам итһен!
Ауылдарҙың ауылы - Ҡауарҙым -
Барыбыҙ өсөн изге юл башы.
Барыбыҙ ҙа һиңә ашҡынабыҙ,
Күңелдәрҙә һағыш, моң ташып!
Ғәлинур ҠАЛМЫРҘИН,
хеҙмәт ветераны,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

Яҡты рухлы Яҡтыкүлдә
08 июня 2015 йыл | Йәмғиәт

Районда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә арналған 43 обелиск  бар ине һәм уларға быйыл  тиҫтәгә яҡын яңылары өҫтәлде. Яҡтыкүл ауылы яугирҙары иҫтәлегенә лә обелиск юҡ ине. 30 майҙа тантаналы шарттарҙа яңы һәйкәл асылды. Был тантанала ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, күренекле яҡташыбыҙ, "Газпром” –"Межрегионгаз Өфө” йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Күскилдин һ.б. абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Яҡтыкүл бәләкәй генә ауыл булһа ла, бында тырыш, берҙәм, татыу кешеләр йәшәй. Былтыр бында шаулап-гөрләп "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды. Ошо байрамда Яҡтыкүл яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл асыу тәҡдиме күтәрелә лә инде. Байрам уҙғарыуҙан бер ни тиклем аҡса ла тороп ҡала. Башта был аҡсаны ауыл зыяратын кәртәләп алыуға тотонорға уйлаһалар, һуңғараҡ һәйкәл төҙөүгә йүнәлтергә ҡарар ителә. Был хаҡта ошо ауылдан сыҡҡан ситтә йәшәүсе зыялыларға хәбәр ебәрелә. Ошо ауылда тыуып үҫкән уҙаман, районда киң билдәле шәхес Әнүәр Әбүзәр улы Муллағолов  барлыҡ ойоштороу эштәрен үҙ өҫтөнә ала. Ауыл халҡынан да, ситтә йәшәүселәрҙән дә аҡса йыйыла һәм эш башлана. Әнүәр Муллағолов аҡса йыйыуҙан башлап, һәйкәл төҙөп бөткәнгә тиклем ойштороу эштәренең уртаһында ҡайнай. Обелиск төҙөлөп бөтөп, тимер ҡойма менән уратып алынғандан һуң йәш ҡарағай үҫентеләре лә ултыртыла.
Был тантанаға байтаҡ кеше йыйылды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп төрлө төбәктән ҡайтып төшкәндәр. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы бер генә ғаиләне лә урап үтмәй. Бәләкәй генә Яҡтыкүл ауылынан 56 кеше яуға китеп, шуларҙың 17-һе Тыуған иле азатлығы өсөн яуҙа һәләк була. Хәбибулла Ҡоломбәтовтың һөлөктәй биш улы – Сәмиғулла, Хәйрулла, Хөрмәтулла, Шәһиҙулла, Ғөбәйҙулла һуғышҡа китеп, Хөрмәтулла яуҙан әйләнеп ҡайтмай. Ғәйфулла Ҡоломбәтов та яуға 4 улын – Нәсибулла, Хөснулла, Мәғәфүр, Кәшфулланы оҙата һәм Нәсибулла менән Кәшфуллаһы яу яланында ятып ҡала. Шәрәфетдин Мөхәмәтдинов ғаиләһенән - өс, Шәмсетдин Ҡотлобаев, Хәйретдин Муллағолов, Сәйфулла Муллағолов, Хажиәхмәт Муллағоловтар ғаиләһенән 2-шәр кеше һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бер генә һуғыш ветераны ла иҫән түгел. Уның ҡарауы, уларҙың яҡты рухы йәшәй. Әйткәндәй, обелиск асыу тантанаһында уларҙың рухына бағышлап Баян хәҙрәт Хәсәнов Ҡөрьән уҡыны, изге эшкә фатиха бирҙе. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров Бөйөк Ватан һуғышының илебеҙҙә бер генә ғаиләне лә урап уҙмауын, һәр кемгә ҡайғы-хәсрәт алып килеүен, бөгөнгө быуын быны белеп үҫергә тейешлеген әйтеп үтте, яугирҙар бер минут тын ҡалып иҫкә алынды.  Бәләкәй генә ауылда ла мөһабәт обелиск төҙөп ултыртҡандары өсөн Яҡтыкүл ауылы халҡына, эште башлап йөрөүсе Әнүәр Муллағоловҡа ҙур рәхмәт белдерҙе. Һәйкәл төҙөү эшендә әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм кешеләргә район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары тапшырылды.
-Фашист илба-ҫарҙарынан илебеҙҙе һаҡлап ҡалыусылар алдында беҙ - уларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре баш эйәбеҙ, уларға мәңгелек дан! Яугирҙар хөрмәтенә обелиск төҙөү эшендә барлыҡ ауыл-даштар ҙа әүҙем ҡатнашты һәм уларҙың һәр береһенә ҙур рәхмәт белдерәм. Айырыуса аҡсалата ярҙам күрһәткән Урал Ҡоломбәтов, Әлфиә Муллағолова, Сәлиә Шәрәфетдинова, Риф Мөхәмәтйәнов, Лия һәм Әхмәт Ҡоломбәтовтар, Рәйсә Кәримова, Фәсхетдин Муллағолов, материал менән ярҙам иткән Рәйес Күскилдинға ҙур рәхмәтлебеҙ, - тине Әнүәр Муллағолов.
Ул шулай уҡ төҙөлөш барышында ҙур ярҙам ҡулы һуҙған Фәрит Муллағолов, Рәйес Сибәғәтуллин, Нәүфил Муллағолов, Азат Ҡотлобаев, Эльвир Хәлилов, Таһир менән Фуат  Ҡаранаевтар, Флүр Ғәлинға айырым рәхмәт белдерҙе, эштәрендә уңыштар теләне.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғәйнуллин да үҙенең изге теләктәрен еткереп, обелиск төҙөү эшендә әүҙем ҡатнашҡандарҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Рәйес Күскилдин иһә инәһенең ошо ауылдан булыуын билдәләне, обелискты тәрбиәләп, тәртиптә тоторға саҡырҙы. "Яуҙа һәләк булғандарҙың ҡәберлеге ошонда тип күҙ алдына килтергеҙ”,- тине Рәйес Әхмәтша улы.
Эйе, күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Күмәкләп, бер төптән тотонғас тауҙай эште лә тиҙ арала атҡарып сыға алғандар. Яҡтыкүл ауылы халҡына ”Афарин!” тиәһе генә ҡала.
Тантана барышында сығыштар бик күп булды. Ауыл ағинәйе Рәйфә Хәлилова, Риф Мөхәмәтйәнов, Нурия Ҡоломбәтоваларҙың сығыштары бик фәһемле булды. Әлфиә Исҡужина үҙе ижад иткән "Ветеран” шиғырын яугирҙар рухына бағышланы. Ошо ауылдың күренекле шәхесе, сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың бүләре, Дәүләкән ҡалаһынан килгән Арыҫлан Макаричев һуғыш осоронда йәшәгән олатай-өләсәйҙәренең тормош юлын яттан һөйләп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Рәмил Ғимрани, Динислам Шафиҡов башҡарыуындағы һағышлы ла, моңло ла йырҙар тантанаға йәм өҫтәне. Ғөмүмән, Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто (етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова) хеҙмәткәрҙәре сараға ентекле әҙерләнгән һәм ул ойошҡан рәүештә үтте. Төрлө тарафтарҙан тыуған ауылдарына йыйылған халыҡ бейеп-йырлап күңел асты, яҡындарының, туғандарының ҡәберлегенә барып зыярат ҡылырға ла онотманылар. Яҡтыкүлдә яҡты рухлы, яҡшылыҡҡа ынтылыусы халыҡ йәшәгәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иттеләр.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 15