Иҡтисади көрсөк спортты ла урап үтмәне
08 июня 2015 йыл | Урындағы үҙидара

29 майҙа район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Рес-публикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванович Иванюта йәмәғәт ҡабул итеүе үткәрҙе. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов ҡатнашты.
Ҡабул итеү тураһында алдан хәбәр ителеүгә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән 4 кенә кеше мөрәжәғәт итте.
Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Алексей Яковлев спорт гранттарын бүлеү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Бер нисә йыл рәттән был мәктәп уҡыусылары республика кимәлендә уҙғарылған спорт бәйгеләрендә лидерҙар иҫәбендә булыуҙарын, грант яулау мөмкинлеге булғанда, был тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеү йәһәтенән спорт инвентарҙарын яңыртыуҙа тос ярҙам булырын билдәләп үтте уҡытыусы.
А.Яковлевтың һорауына яуап итеп министр быйылғы иҡтисади көрсөктөң спортты ла урап үтмәүен,  спортҡа йылдан-йыл аҡса әҙерәк бүленеүен билдәләп, бәлки, киләсәктә был ауыр хәлдән сығып, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр булыр, көтөргә кәрәк, тине. Әйткәндәй,  2011 йылда спорт гранттарын яулаусылар булды, әммә башта әйткәнемсә, финанс йәһәтенән ауырлыҡтар булыу сәбәпле, ошоғаса уларҙы тапшырыу мөмкинлеге юҡ. Бәхеткә күрә, бер нигә ҡарамай Ғафури спортсылары һөҙөмтәле сығыштары менән һөйөндөрә. Шулай уҡ район үҙәге буйлап йөрөп күреп, өҫтәлмә спорт төрҙәре барлыҡҡа килеүенә һөйөндөм, тине Андрей Иванович.  Һөҙөмтәләрегеҙ өсөн рәхмәт, бөтәһе лә һәйбәт булыр, көтөргә генә кәрәк, тине ул. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте менән бәйләнеш булдырып, 2-се мәктәп спортсыларының уңыштары хаҡында сайтҡа урынлаштырыу, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашыу хаҡындағы кәңәштәрен бирҙе.
Балалар ижады үҙәге директоры Ирина Шаульская менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса тренеры Динар Ноғайғолов тәрбиәләнеүселәрен төрлө кимәлдәге бәйге-конкурстарға, ярыштарға йөрөтөү өсөн транспорттары булмауға зарланды, автобус ("ГАЗ-ель” булһа ла ярай) бүлеүҙә ярҙам һораны. Әлбиттә, район етәкселеге, транспорт табып биреүҙә ярҙам ҡулы һуҙа һуҙыуын, әммә үҙҙәренеке булһа,  һәр ваҡыт уларҙы борсоп тормаҫтар ине, тиеүҙәре.  Ирина Петровна халыҡ иң күп йөрөгән ергә урынлаштырып, "Үлемһеҙ полк”ты  даими күрһәтеү өсөн тауышһыҙ ҙур монитор һатып алыуға финанс ярҙамы мәсьәләһенә лә туҡталды. Уларҙың һорауҙарына ла Андрей Иванович эшлекле кәңәштәрен бирҙе.
Уҡытыусы-тренер Лиана Хатмуллина беҙҙең муниципаль берәмектә полиатлон буйынса филиал асып булмаймы, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ шәхсән республика, Рәсәй кимәлендә сығыш яһаған биатлонсы булараҡ, биатлон буйынса республика йыйылма командаһының нисек тупланыуы менән ҡыҙыҡһынды, етешһеҙлектәрҙе барланы.
-  Һорауҙарҙың барыһы ла яҙып алынды, уларҙың береһе лә  иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, үтәлешен контролдә тотоу, шылтыратып иҫкә төшөрөп тороу өсөн ике яҡтан да яуаплы кешене билдәләргә кәрәк,- тип ышандырҙы А.И.Иванюта.
Индира ИШКИНА.

«Музейҙар төнө» сағыу үтте
08 июня 2015 йыл | Йәмғиәт

Донъя музейҙары һәм галереялар йылдың бер төнөндә генә ишектәрен бикләмәй. Йола буйынса, улар тәүлектең был ваҡытында йоҡо урынына күргәҙмә залдары буйлап йөрөүҙе һәм тарихи экспонаттарҙы ҡарауҙы өҫтөн күргән кешеләр өсөн ишектәрен аса.
Төндә музейҙарға йөрөү тарихы Европала 2001 йылда башлана. Был ваҡиғаны 18 майҙа, Халыҡ-ара музейҙар көнөндә, билдәләргә тәҡдим ителә. Тәүҙә ул «Музейҙа төн» тип аталған була, һуңынан «Музейҙар төнө» тип үҙгәртелә. Парижда башланған был акция тиҙ арала Европа илдәренең баш ҡалаларында популярлыҡ яулай.  
«Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһына ҡыҙыҡһыныу Рәсәйҙә лә йылдан-йыл арта бара. Башҡортостанда матур йолаға әүерелгән сара бишенсе тапҡыр үткәрелде.  Акцияның төп маҡсаты – бөгөнгө музейҙарҙың мөмкинлектәрен, потенциалын күрһәтеү, үҙенсәлекле программалар менән кешеләрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе музейҙарға йәлеп итеү, экспонаттар менән таныштырыу, улар аша күңелдәрҙә данлы тарихыбыҙға һөйөү тәрбиәләү.

Эшҡыуарлыҡҡа һәр саҡ юл асыҡ
08 июня 2015 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, бөгөн эшҡыуарлыҡ тармағы халыҡты эш менән тәьмин итеүсе генә түгел, һалым түләүҙәре менән ниндәйҙер кимәлдә район бюджетын тулыландырыусы ла. Был тармаҡтың уңышлы эшләүе райондың социаль-иҡтисади йәһәттән тотороҡло үҫешенә тос өлөш индерә. Эшҡыуарҙар районда өҫтәмә эш урындары булдырып, һалымдарҙы, аренда хаҡтарын ваҡытында түләп барған осраҡта уның әһәмиәте тағы ла арта.
Бөгөнгө көндә районда бер меңдән ашыу эшҡыуар иҫәпләнә. Уларҙың төп өлөшө, йәғни 60 проценты самаһы тулайым һәм ваҡлап һатыу, йәғни сауҙа һәм дөйөм туҡланыу йүнәлешендә эшләй. Халыҡҡа
көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү тәңгәлендә лә үҫеш күҙәтелә. Эшҡыуарҙарҙың 9 проценты үҙенең эшмәкәрлеген ошо йүнәлештә алып бара, төҙөлөш йүнәлешендә эшләүселәр 6 процент тәшкил итә. Ә бына сәнәғәт һәм етештереү өлкәһендә эшләүселәр ни бары 2 процент. Улар иҫәбенә минераль һыу ҡойоусы 3 заводты һәм "Термопласт” ЯСЙ-ен индерергә була.
Эшҡыуарҙарҙың 20 проценты самаһы ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләй. Һуңғы йылдарҙа районда крәҫтиән (фермер) хәрәкәте йылдам үҫешә. Бөгөн фермерлыҡ тотош республика кимәлендә мөһим урын тота. Фермерҙар бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа ла юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин булыуын күрһәтә. Райондың ауыл хужалығы тармағында 110 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 9 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эшләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, был өлкәлә күнегелгән, ғәҙәти йүнәлештәргә яңылары өҫтәлә. Былтыр, мәҫәлән, Үтәктә аҡ төлкөләр үрсетеү менән шөғөлләнә башланылар. Красноусолдан әлегәсә теплица хужалығы алып барған эшҡыуар Р.Фәйзуллин да фермер хужалығы булдырып, эшмәкәрлек даирәһен арттырыу хаҡында уйлаша.
Һәр өлкәнең эшмәкәрлегенә айы-рым туҡталғанда инде, мәҫәлән, сауҙа өлкәһендә эшләүселәр башҡа йүнәлештәрҙе үҫтереүгә лә өлөш индерә. Бөгөнгө көндә районда барлығы 263 сауҙа нөктәһе булһа, шуларҙың 96 проценты бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡарай. Эшҡыуарҙар алыпһатарлыҡ-тан арынып, үҙҙәре етештереп һатыуға күсә бара. Мәҫәлән, бөгөн районда 8 эшҡыуар икмәк-ҡалас ризыҡтары бешереп, ҡулла-ныусыларға үҙҙә-ре етештергән төрлө продукцияны тәҡдим итә.
55 сауҙа объектында көнкүреш хеҙмәте лә күрһәтелә. Төҙөлөш өлкәһендә лә үҫеш күҙәтелә, ауылдарҙа автосервистар асыла. Былтыр ике эшҡыуар, Красноусолда – Р.Әбйәлилов, Үтәктән И.Баймөхәмәтов тимерҙән сүкеп төрлө әйберҙәр эшләй башланы. Уларҙың икеһенә лә урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү программаһы сиктәрендә ярҙам күрһәтелде. Әйтергә кәрәк, район кимәлендә ҡабул ителгән был программа сиктәрендә яңы эш башлаусыларға район бюджетынан 700 мең һум ярҙам бирелә. Шулай уҡ район етәкселеге яңы эш башлаусыларға һәм техника, ҡорамалдар һатып алған эшҡыуарҙарға ярҙам маҡсатында федераль һәм республика бюджетынан аҡса йәлеп итеү тәңгәлендә әүҙем эшләй. Мәҫәлән, 2014 йылда программа буйынса 16 эшҡыуар дөйөм 2,6 млн һум субсидия алыуға өлгәште.
Ошонда уҡ үҙ эшен асырға уйлаусыларға төрлө йүнәлеште һайларға кәңәш итер инем: районда, мәҫәлән, балалар өсөн күңел асыу үҙәге юҡ. Ниңә ошо юҫыҡта эш башламаҫҡа? Туризмды үҫтереү йүнәлешендә лә эшләргә лә эшләргә әле. Бына ошо йүнәлештә лә эшҡыуарҙар үҙ өлөшөн индерһен ине. Хәйер, был тәңгәлдә уңышлы ғына эшләүселәр бар. Бына, мәҫәлән, Толпарҙа "Артыш” турфирмаһы. Эшҡыуар Денис Фомичев төрлө тарафтан килгән туристарҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ төрлө маршруттар эшләгән һәм бында ял итергә килеүселәр йылдан-йыл арта.
Эшҡыуарҙарға республика кимәлендә лә ярҙам күрһәтелә. Рес-публика программаһы конкурсында ҡатнашыуға документтар тапшырып күләмлерәк субсидия алырға ла мөмкин. Микрофинанслау үҙәге лә 10 процент менән 1 млн һумға тиклем кредит бирә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, эшҡыуарлыҡҡа төрлө кимәлдәге ярҙам бар һәм күрһәтелә. Уға яуап итеп эшҡыуарҙар, башта әйтеп киткәнемсә, яңынан-яңы эш урындары булдырыу, эшләүселәргә, бюджетҡа һәм бюджеттан тыш фондтарға бөтә түләүҙәрҙе үҙ ваҡытында күсереү тәңгәлендә яуаплылыҡ күрһәтә, район хакимиәте менән үҙ-ара аңлашып эшләйҙәр.
Билдәле булыуынса, эшҡыуарҙар 26 майҙа үҙҙәренең һөнәри байрамын -  Эшҡыуарҙар көнөн билдәләне. Ошо уңайҙан уңышлы эшләп, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, төрлө саралар үткәреүҙә ярҙамлашҡан эшҡыуарҙарҙы айырып билдәләге килә. Минераль һыу ҡойоу предприятиелары етәкселәре, "Термопласт” ЯСЙ-е, эшҡыуарҙар Д.М.Хәйруллин, Л.Н.Никитина, Р.М.Бәширов, А.А.Мадаминжонов, Д.В.Кулагин, А.М.Наталенко, Р.Р.Монасипов, Е.А.Маскиса, ирле-ҡатынлы эшҡыуар Ҡаҙаҡҡоловтар һәм Фоминдар.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан эшҡыуарҙар Азат Вахитов менән Азамат Есмагамбетов һуғыш ветерандары өсөн бүләк әҙерләргә теләк белдерҙе һәм ирекмәндәр менән бергәләп уларҙы таратып та сыҡты. Такси хеҙмәте күрһәтеүселәрҙең барыһы ла 9 май көнө ветерандарҙы бушлай йөрөттө. "ХХI быуат” кафеһы (М.Г.Галиджан) ветерандар өсөн байрам табыны әҙерләне. Ауыл биләмәләрендә лә байрам сараһын үткәреүҙә урындағы эшҡыуарҙар тос ярҙам күрһәтте. Уларҙың барыһына рәхмәт әйтке килә.
Районыбыҙ эшҡыуарҙары республика кимәлендәге конкурстарҙа һәм ярыштарҙа ла теләп ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ойошторған ярышта "Мастер” ЯСЙ-е директоры А.З.Ҡаҙаҡҡолов еңеүгә өлгәште. Быйыл "Йылы йорт” ЯСЙ-е етәксеһе Азат Вахитов Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә ойошторған "Бизнес лидеры – 2015” конкурсында ҡатнашып, "Меценат, социаль проекттарҙы яҡлау, мәрхәмәтлелек” номинацияһында еңеүгә өлгәште. Уға бүләк 26 майҙа,  Эшҡыуарлыҡ көнө уңайынан үткән Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы сиктәрендә Дәүләт комитетында тапшырылды.
Күреүебеҙсә, эшҡыуарҙарыбыҙ
республика кимәлендә лә үҙҙәрен ыңғай яҡтан ғына күрһәтә.

Ирина НЕБОГАТОВА,
район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы.

Талантлы мөғәллимә
08 июня 2015 йыл | Хаттар

Бына тағы бөтә донъяға хуш еҫ таратҡан сәскәләре, йылы сыуаҡ көндәре менән ерҙе йәмләп яҙ килде. Был миҙгелдең бигерәк тә май айында тәбиғәт айырыуса хозур һәм сихри төҫ ала. Бына ошо айҙың матур бер көнөндә яратҡан апайыбыҙҙы юбилейы менән ҡотларға тип, Табын ауылына йыйылдыҡ.

Дәүләт әһәмиәтендәге кампания
08 июня 2015 йыл | Матбуғат

Матбуғат сараларына яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Әммә һөҙөмтәләр һөйөнөрлөк түгел.
28 майҙа уҙған кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, Талбазы почтамты начальнигы Гүзәл Тимербулатова, почта бүлексәләре начальниктары, почтальондар, йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыу-сылар ҡатнашты.
"Табын”, "Звезда” район
гәзиттәренә яҙылыу барышы хаҡында Ғафури районы буйынса
почта элемтәһе цехы начальнигы Гөлсинә Миндийәрова сығыш яһаны. Район үҙәгендәге ике почта бүлексәһендә, шулай уҡ күп кенә ауылдарҙа матбуғатҡа яҙылыу барышы ҡәнәғәтләнерлек түгел. Шул уҡ ваҡытта Яңғыҙҡайын, Аҡкүл почта бүлексәләренең эше башҡаларға өлгө итеп ҡуйылды. 28 майға ҡарата "Табын” гәзитенә  -1333, "Звезда” гәзитенә 1792 дана яҙҙырылған. Был 2015 йылдың 1 ғинуарға ҡарата 47,5 һәм 45,8 процент тәшкил итә.
Кәңәшмә барышында Руслан Йәғәфәр улы һәм Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләш-тереү кәрәклеген билдәләнеләр. Һәйбәт эшләгән һәм,  киреһенсә, артта һөйрәлеүсе почта бүлексәләренең сығыштары тыңланды. Кәңәшмә барышында дәүләт кимәлендәге кампанияны уңышлы атҡарып сығыу зарурлығы билдәләнде. Дөйөм алғанда, кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте һәм уның һөҙөмтәләре булыр, тип ышанғы килә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 15