Прокуратура тикшереүҙәре
29 июля 2015 йыл | Хоҡуҡ

Янғын хәүефһеҙлеге ҡануниәте үтәлмәй
Ғафури район прокуратураһы тарафынан район биләмәһендә урынлашҡан сауҙа комплекс-тарында янғын хәүефһеҙлеге  хаҡында, терроризмға ҡаршы ҡануниәттәрҙе башҡарыу буйынса тикшереүҙәр уҙғарҙы.
Тикшереүҙәр шуны күрһәтте, 2006 йылдың 6 мартындағы  № 35-ФЗ (ред. 02.11.2013 й.) "Терроризмға ҡаршы тороу хаҡында” Федераль законының 3-сө статьяһы,  6-сы бүлеге, 1994 йылдың 21 декабрендәге № 69-ФЗ "Янғын хәүефһеҙлеге һағында" Федераль закондың 37-се статьяһы боҙолоп, Красноусол ауылының  Ленин урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан сауҙа комплексында байтаҡ  етешһеҙлектәр асыҡланды. Янғын сыҡҡан осраҡта кешеләрҙе эвакуациялау пландары, сарлаҡтарҙың ағас конструкцияларын уттан һаҡлауға эшкәртеү (һеңдереү) сифатын тикшереү акттары юҡ, булған автоматик (автоком) янғын һүндереү, автоматик янғын сигнализацияһы ҡоролмаларының, кешеләргә янғын хаҡында хәбәр итеү системаһы, янғын сигнализацияһы средстволары, янғынға ҡаршы ишектәр, янғынға ҡаршы һәм төтөн клапандарының эшләү-эшләмәүенә тикшереүҙәр уҙғарыу ойошторолмаған, сауҙа үҙәгенең бөтөн бинаһы буйынса фотолюминесцентлы эвакуация системалары уйланылмаған, биналар автоматик янғын сигнализацияһы һәм янғын хаҡында кешеләргә хәбәр итеү системаһы менән йыһазландырылмаған.
Сауҙа комплексының 4 шәхси милексеһе тарафынан ошондай етешһеҙлектәргә юл ҡуйылған.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса сауҙа комплексының шәхси милекселәренә ҡарата РФ КоАП-ының 20.4-се статьяһының 4-се бүлегендә ҡаралғанса, административ хоҡуҡ боҙоу хаҡында эштәр асылды. Быға ярашлы, 1 кешегә административ яза – 6000 һум күләмендә штраф, 3-әүһенә 15 мең һум штрафтар һалынды.
Сауҙа комплексы хужаларына ҡарата күрһәтмәләр сығарылып, ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Мәҙәни мираҫ тергеҙеүҙе һәм һаҡлауҙы талап итә
Ғафури район прокуратураһы тарафынан мәҙәни мираҫ объекты – Богоявленск баҡыр иретеү заводы комплексын һаҡлауға йүнәлтелгән ҡануниәтте үтәү буйынса тикшереү уҙғарылды.
Тикшереү ваҡытында  мәҙәни мираҫ объекты -   Богоявленск баҡыр иретеү заводы комплексының (завод идаралығы, икенсе ярҙамсы корпус) авария хәлендә булыуы  билдәләнде.
Был мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса тейешле саралар күрелмәгән осраҡта уның  юҡҡа сығыуы ихтимал.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса билдәһеҙ кешеләр мәнфәғәтендә "Красноусол быяла заводы” ЯСЙ-енең мәҙәни мираҫ объектын тергеҙеүҙе һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү йәһәтенән саралар күреү талабы менән БР Өфө ҡалаһының Киров районы судына дәғүә ғаризаһы әҙерләп ебәрелде.
Прокурор талабы суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелде. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәне.
Район прокуратураһы.

“Ҡояшлы” мөғжизәһе
29 июля 2015 йыл | Мәғариф

Районда ғына түгел, бөтә республикала билдәле  "Красноусол” балалар санатор-һауыҡтырыу спорт-туристик лагерының "Ҡояшлы” майҙансығында 2-се смена тамамланды.
Мөһабәт тауҙар ҡосағында урынлашҡан лагерға беҙ килгәндә эштең ҡыҙыу мәле ине: һәр отряд лагерь ябылыуға арналған сараға әҙерләнә - үткәрелгән конкурс, байрамдарҙан фото, видеоотчеттар төҙөй, иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы барлай, сценарийға ярашлы ролдәрҙе бүлә, йәрминкә барышы планлаштырыла.
Лагерь начальнигы Е.М.Берлина әйтеүенсә, был сменала 220 бала ял иткән. Һәр сменаның үҙ йүнәлеше, исеме бар. Мәҫәлән, 1-се смена "Ҡояшлы ҡаласыҡ” тип аталһа, 2-сеһе – "Сәләмәт бул!” тигән девиз аҫтында үткән. Ошоға ярашлы отрядтарҙың исеме лә һайланған  ("Витаминдар”, "Сәйәхәтселәр” һ.б.). 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ете отрядҡа бүленгән. Һәр отрядтың исеме, девизы, йыры, стенгазетаһы бар. Был сменала беҙҙең райондан ғына түгел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Благовещенск ҡалаларынан, күрше райондарҙан килгән балалар ял  иткән. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙән, тәрбиәгә алынған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар ҙа (приюттан) бар.
Һәр баланың күңелле ял итеүен, көндәрҙе файҙалы уҙғарыуын ойоштороусы вожатыйҙар булып Салауат һәм Стәрлетамаҡ педколледж-дары, физкультура техникумы, БДУ, БДПУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары эшләй. Өлкән вожатый Н.Е.Ғибаҙуллина улар араһынан Ләйсән Ғәлинаны, Артем Ермолаевты, Никита Фокинды, Регина Хәйерованы айырыуса билдәләп үтте.
Лагерҙағы балалар үҙҙәрен ғаиләләге кеүек хис итһен өсөн тырышҡан береһенән-береһе ихласыраҡ тәрбиәселәрҙең күпселеге бында беренсе йыл ғына эшләмәй. Мәҫәлән, Бурлы мәктәбе уҡытыусыһы Г.Р.Шәмсетдинованы балалар ҙа, коллегалары ла, лагерь етәкселеге лә тик яҡшы яҡтан ғына телгә алдылар.
"Ҡояшлы” лагерында балаларҙың туҡланыуына ла етди иғтибар бирелә. Шеф-повар Гүзәл Хатмулла ҡыҙы Рәхимова етәкләгән ашнаҡсылар коллективы ял итеүселәрҙе көнөнә 6 тапҡыр тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Рационға ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк һ.б. индерелгән.
21 көн дауам иткән сменала үткәрелгән сараларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Улар алдан ҡабул ителгән программаға ярашлы үткәрелә. Лагерҙа төрлө спорт ярыштарына,туристик поход-экскурсияларға ҙур урын бирелгән. Бында һәр бер көндөң үҙ темаһы бар. Мәҫәлән, "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух”, "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре”, "Туристик һәм патриотик йырҙар", "Пропаганда көнө”, "Тыуған көндәрен билдәләүселәр көнө” һ.б. Көн һайын өс төрлө саралар үтә: төшкә тиклем спорт йүнәлешендәге, ял сәғәтенән һуң төрлө эстафета, конкурстар, киске аштан һуң – музыкаль кисәләр, ярыштар һ.б. Балаларҙы дәртләндереү маҡсатында иң отҡорҙарына, иң әүҙемдәренә "смайликтар” бирелә. Смена аҙағында үткәрелгән йәрминкәлә уларҙы төрлө приздарға алыштырып алырға мөмкин.
   Лагерҙа һәйбәт китапхана, йылытыла торған душ, мунса, иркен һәм матур тамаша залы, йәйге эстрада, спорт майҙансығы, асыҡ һауалағы бассейн бар. Көндәр эҫе торғанда балалар көн һайын рәхәтләнеп һыу инәләр унда. Шулай уҡ төрлө түңәрәктәр эшләп килә. Мәҫәлән, "Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр үрелгән беләҙектәр, мунсаҡтар, уйынсыҡтарҙан бик матур күргәҙмә лә төҙөп ҡуйғандар. Шахмат-шашка турнирҙарында ла бик теләп ҡатнаша балалар.
    Лагерь программаһының туристик йүнәлешенә ярашлы балаларҙы поход-экскурсияларға йөрөтөү ҙә ҡаралған бында. Бәләкәйерәктәр шифахана эргәһендәге тоҙло шишмәләргә, карьерға барһа, өлкәндәре Игенйылғалағы дөйәғоштар фермаһына, Уҡлыҡаяға, Еҙем буйына сәйәхәт ҡылғандар.
   Бөгөнгө көн талабы булған темалар ҙа лагерь етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әлеге ваҡытта балаларҙы республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм традициялары менән таныштырыу маҡсатында төҙөлгән программа буйынса күп кенә эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, программаның 1-се этабында үткән сарала һәр отряд республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын - Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларын, Красноусол минераль шишмәләрен, Ишембай трикотаж фабрикаһын, нефтселәрҙе, Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген һынландырған.
2-се этапта һәр отряд республикабыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын сағылдырыусы күренештәр әҙерләгән. Мәҫәлән, " Һабантуй”, "Исем ҡушыу”, "Башҡорт туйы”, "Ҡаҙ өмәһе”, "Аулаҡ өй”, "Ҡарғатуй" һ.б. Бөтә был үткәрелгән саралар фото һәм видеоматериалдарҙа сағылдырылып, иң уңышлыларынан видеороликтар эшләнгән.
  Шулай итеп, балаларҙың шат тауышына күмелгән "Ҡояшлы” лагеры менән танышҡандан һуң, бында эшләүсе коллективтың балаларҙың йәйге ялы күңелле лә, файҙалы ла үтһен өсөн барыһын да эшләүен күреп һоҡландыҡ.
    Онотолғоһоҙ сағыу тәьҫораттар ҡалдырған лагерь тормошо балалар күңелендә мөғжизәле бер мәл булып ҡалһын.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Миҙал моңо
29 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Минең күкрәккә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы хөрмәтенә "Тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” тигән миҙал таҡтылар. Шул ваҡыт минең күҙ алдыма үткәндәге хәтирәләр килеп баҫты.
…Һуғыштың һуңғы йылдары бара ине. Беҙ, ялан аяҡлы ике малай, икешәр үгеҙ етәкләп, һабан һөрөп йөрөйбөҙ. Һабанды беҙҙән бер башҡа ҙурыраҡ булып үҫеп киткән Фәррәх ағай Фәтҡуллин тота. Ул беҙ – малай-шалайҙы иркәләп кенә йөрөттө. Беҙ уның һүҙҙәрен хәрби һалдат кеүек бойороҡ итеп ҡабул итә инек. Бәлки ул беҙҙе шуға ла яратҡандыр. Беҙгә уйынсыҡтар менән дыу килеп уйнарға кәрәк, ә беҙ иген игеү эшен башҡарабыҙ. Ә иген өлгөргәс, әсәйҙәр ураҡ менән урып, көлтә бәйләйҙәр ине. Ә беҙ, малайҙар, үгеҙҙәр егеп, гумноға шул көлтәләрҙе ташый торғайныҡ. Минең "Киң мөгөҙ” тигән үгеҙем бар ине. Ул мине генә тыңлай торғайны. Ялға туҡтап, үгеҙҙәрҙе аҡланға үлән ашарға ебәрһәк, улар шул яландан ситкә китмәйҙәр. Улар ҙа һуғыш  ваҡытының киҫкен булыуын аңлайҙар ине булһа кәрәк. Ял итеп бөткәс,  үгеҙҙәребеҙҙе барып алабыҙ ҙа, һабанға егәбеҙ.
Бер мәлде бесән әҙерләгән ваҡытта үгеҙемде ике тәгәрмәсле ал күсәргә егеп, күбәләр тарттырам, ә әсәйҙәр күбәләрҙе күтәреп кәбән ҡоя. Ләкин төш ваҡытында бер көтөлмәгән хәл булды. Төшкө сәйҙе эсеп, үгеҙҙәрҙе егә инек, минең "Киң мөгөҙ” әсе күгәүен тешләүенә түҙә алмай, ҡыуаҡтар яғына уҡтай атылып саба башланы. Ярай дилбегәнең бер яғын уның башындағы йүгәнгә тоташтырып өлгөргәйнем. Үгеҙ йүгереп саба, шул дилбегәне йомарлап тотоп өлгөрҙөм һәм үгеҙҙе туҡтатам, тип уйлап, дилбегәне ебәрмәнем. Дилбегә минең ҡулдар аша үтеп, устарымды яндырып алды. Сабып ҡыуаҡ эсенә сумған үгеҙем янына килдем. Унан сығып, икәүләшеп кәбән эргәһенә килдек һәм яйлап ҡына эшкә тотондоҡ.
Ә иртәгәһенә һабан һөрөп йөрөйбөҙ. Иртәнге һалҡында эшләп ҡалайыҡ тип, Фәррәх ағай беҙҙе таң ҡараһы менән һабанға алып килде. Бер аҙҙан һуң арығас, ул:
- Егеттәр, хәҙер ҡан ашарға барығыҙ, - тине.
Беҙ, малайҙар, ах, иттек, нисек инде ҡан ашарға? Фәррәх ағайыбыҙ, ахырыһы, беҙҙе шаяртырға уйланы. Шулай ҙа ул һорай һалды:
- Бөгөн иртән өйҙә нимә ашанығыҙ?
Билдәле инде, ҡайһыбыҙ әсе ҡатыҡ ҡабып, балтырған ашы ашаған, кемдәрҙер бер нимә лә ашамай килгән.
- Күршеләге һабансыларға ла йүгереп барып әйтеп килегеҙ, - тип Фәррәх ағай үҙенсә "ҡан ашауҙы” аңлатты. – Бөгөн кәнсәләр алдында май байрамына һыйыр салалар. Аңлашылдымы инде?
Беҙ күрше һабансылар менән бергәләшеп Фәррәх ағай артынан эйәрҙек. Ул һыйыр сала торған ергә килде лә, бәйләп һалған һыйырҙың боғаҙ аҫтына биҙрә ҡуйҙы. Шул биҙрәгә ҡан аҡты, ул хатта бер биҙрә самаһы булды. Фәррәх ағайыбыҙ шул биҙрәне алды ла, беҙҙе саҡырҙы:
- Теҙелешегеҙ ҙә, минең арттан! – тине.
Беҙ түбән яҡта урман буйына урынлашҡан ферма ҡарауылсыһы Фәсхетдин ағай янына килеп керҙек.
- Олатай, - тине Фәррәх ағай, - беҙгә ошо ҡанды  ҡурып бир.
Күп тә үтмәне, өй эсенә ит бешкәндә сыға торған тәмле еҫ таралды. Беҙҙең ауыҙҙан һеләгәйҙәр аҡты. Тиҙҙән оло ағас табаҡҡа һалынған ҡара бойҙай ярмаһы ҙурлығында булып ҡурылған ризыҡ өҫтәлдә пәйҙә булды. Фәсхетдин олатай беҙгә ағас ҡалаҡтар өләшеп бирҙе һәм беҙ йотлоғоп теге ризыҡты ашарға керештек.
Тиҙҙән тамаҡ туйҙы һәм беҙҙән дә бәхетле кеше юҡ ине был ваҡыт…
Бөйөк Еңеүҙе тиҙләтеү өсөн беҙ, һуғыш малайҙары, ана шулай йәшәнек, эшләнек, йәшлегебеҙҙе сарыф иттек, әммә зарланманыҡ, Сталиндың "Беҙ еңәсәкбеҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ”  тигән һүҙҙәренә ышандыҡ һәм беҙ яңылышманыҡ.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған миҙалдан Фәррәх ағайҙың гармун тауышы ла сыңлап киткәндәй булды. Ул оҫта гармунсы ине.  Кистәрен ауыл өҫтөнә Фәррәх ағайҙың гармун моңо таралды. Ирҙәрен көтөп ала алмаған әсәйҙәр яулыҡ остары менән күҙ йәштәрен ҡоротто. Ә гармун берсә моңланды, берсә һағыш ауаздарын яңғыратты, берсә күңелдәргә ниндәйҙер өмөт, ышаныс өҫтәп, моң түкте. Ә көнбайыш яғында (беҙҙең ауылда уны Гран юлы тип атайҙар ине) күк күкрәп гөрһөлдәгән ауаздар ишетелде. Был күк күкрәү һуғыштың һуңғы ауаздары, Еңеү яҡынлашыуына тәбиғәт ишараһы ине. Быны һиҙеп гармун да дәртле көйҙәргә күсте…
 Рәхмәт һиңә, Фәррәх ағай! Рәхмәт һиңә, "Еңеүгә 70 йыл” тигән миҙал. Нисек кенә ауыр булһа ла, мин барыбер йәшлегемде һағынам, ә миҙал мине шул шанлы йылдарға алып ҡайтты, үткән хәтирәләрҙе яңыртып ебәрҙе. Мин был йылдар менән ғорурланам. Тик атайым ғына һуғыштан әйләнеп ҡайта алманы. Ә гармун моңо әле булһа ҡолағымда сыңлай… Бөгөн ул миҙал моңо булып ишетелә.

Кәбир АҠБАШЕВ,
яҙыусы.
Бөткән Биҙәүләт ауылы.

Аҡ ҡайынлы, ел ҡапҡалы ғәзиз тыуған еркәйем…
29 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Ауыл матур ҡышын, көҙөн дә,
Бик күңелле йәшәү үҙендә!

Тыуған ауыл… Тыуып-үҫеп ғүмер кисергән ер. Күңелеңә бик яҡын булған, яратҡан, хөрмәт иткән ата-әсәйең, ағай-энеләрең, апай-һеңлеләрең, яҡын туғандарың, дуҫ-иштәрең, күрше-күләндәрең. Кешенең һағынырлыҡ үткәне, үҙәкте өҙгән йыр-моңдары, яратҡан тыуған яғы булырға те-йеш. Урман-һыуҙары, болондары, шишмәләре, тауҙары һәм шул төбәктә тыуып үҫкән кеше генә аңларлыҡ һиҙелер-һиҙелмәҫ үҙенсәлектәре менән ҡәҙерле бит ул беҙгә тыуған ер.
Тыуған ауыл… Ул юҡҡа ғына йырҙарға күсмәгән бит. Оло юлдан, ҡаланан ауылға ҡайтып кергәндә, тәҙрәләренән нур һибеп ҡаршы алған йорттар балҡып ултыра. Тәмле аштарын бешереп, сәйҙәрен ҡайнатып  ғәзиз әсәйеңдең көтөп тороуы күңелгә йыуаныс, шатлыҡ өҫтәй.
Күҙ алдында ауылдар яңыра, үҫә. Бер нисә йыл элек кенә булған ауыл урамдарын иҫкә төшөрәйек әле. Урамдан уҙыусы машиналар яҙын, көҙөн бысраҡ һыу менән ҡойондороп китәләр. Төндәрен дөм ҡараңғы  урамдарҙы кеҫә фонарҙары менән яҡтыртып ҡайтаһың. Хәҙер улай түгел. Ҡараңғы төшөү менән бағаналарҙа уттар ҡабына. Электр уты яныу менән, күңелдәр ҙә яҡтырып,  кешенең рухы үҫеп китә. Юлдарға ла асфальт, ҡырсын түшәлгән. Өйҙәргә һыу индерелгән, газ менән йылытыла. Йәшәр өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар хәҙер ауылда.
Ошо матурлыҡты, мөмкинлекте тыуҙырыусы кешеләр артыҡ күҙгә ташланмайынса ғына йәшәйҙәр. Ауыл кешеләре иң ауыр саҡтарҙа ла бергә булыуҙары, бер-береһенә йылы мөнәсәбәт һаҡлауҙары, күңел көрлөгөн юймауҙары менән һоҡландыра. Илде кем туйҙыра? Иң беренсе ауыл хеҙмәтсәндәре түгелме? Улар -  ер кешеләре, ғәҙәти ҙә, ҡатмарлы ла булған игенсе һәм малсылыҡ хеҙмәте менән көн күрәләр, көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәләрен күреп ҡыуанырға тейештәр. Эш менән нисек кенә мәшғүл булһаң да, күңел, рух тигән нәмә бар бит әле. Шәжәрә, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары шул сәбәпле үткәрелә лә инде. Ситтә йәшәгән кешеләр өсөн ауыл айырыуса ҡәҙерле. Тыуған ауылына ҡайтҡас, ул йәшлек хәтирәләрен барлай, йәшлеген һағына. Һағыныу хисе – бик көслө тойғо ул кешелә. Тыуған яҡҡа, яҡын кешеләреңә йән тартыуы – уларҙы онотмау һәм юҡһыныу тойғоһо.
Ҡырылмаһа-ҡырҡ эшен ҡалдырып, төрлө мәшәҡәттәрҙе еңеп, йорт-ерен матурлау менән шөғөлләнә ауыл кешеһе. Ауыл күмәк тырышлыҡ һөҙөмтәһендә үҫә, яңыра. Ауыл   активис-
тары тормошто йәмле, күңелле итергә, осрашыуҙар ойошторорға ярҙам итә. Улар – тормоштоң терәге, йәмғиәттең таянысы, ундайҙар йәшәйешкә ҙур мәғәнә бирә.
Ауыл рух шишмәһе лә. Ҙур, яуаплы урындарҙа ултырыусы ағай-апайҙар ҙа, ғалим, инженер, профессор, яҙыусы, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең дә күбеһе ауыл-дан сыҡҡан ябай кешеләр. Уларҙы шул юғарылыҡҡа ауыл күтәргән.
Ә ауылды ауыл иткән нәмә - тәбиғәт, урман һәм болондарыбыҙ, саф һауа. Тик беҙ тәбиғәттең ҡәҙерен белеп бөтөрәбеҙме һуң? Теләһә ҡайҙа түгелгән сүп-сар матурлыҡты юҡҡа сығара. Йылға-шишмәләр ҡороп бара. Тирә-яҡты вайымһыҙ йәндәр генә бысраталыр. Урам тулып аттар, һыйырҙар, кәзә-һарыҡтар йөрөй. Быларҙы булдырмау ауыл хакимиәте етәкселәренең, старосталарҙың, активистарҙың елкәһенә төшә лә инде. Шулай ҙа бер генә ҙур мәсьәләне лә улар үҙҙәре генә хәл итә алмай. Улар ауыл халҡының ярҙамына мохтаж. Ауыл-дар гөрләһен, үҫһен, унда иң бәхетле кешеләр йәшәһен, ә халҡы бер төптән булып, тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән проблемаларҙы хәл  итһен!

Рөстәм МӘЖИТОВ.
Сәйетбаба ауылы.

Дөрөҫлөктән ситләшмәйек
29 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Уҡыусыларға М.Ғафури ижадын өйрәтеү барышында күп кенә сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеп әҙерләнергә тура килә һәм шул саҡта М.Ғафуриҙың сығышы буйынса әле һаман да бер төплө фекергә килеү күҙәтелмәгәнлегенә инанаһың.
Мәҫәлән, Ғ.Ҡунафин «М.Ғафури тормошоноң билдәһеҙ биттәре» («Башҡортостан» № 6,7,8 (15,18,19 ғинуар 2011 йыл) мәҡәләһендә «Әлеге көндә Ғәбделмәжиттең ата-олатайҙары Еҙем-Ҡаран ауылына нигеҙ һалыуҙа туранан-тура ҡатнашмаған тигән ҡараш та йәшәй. Өлкән быуын кешеләренең хәтерләүҙәренә ҡарағанда, уның ҡарт олатаһы Еҙем-Ҡаранға, төбәктең үҙенә күрә алға киткән бер төйәгенә, Еҙем буйындағы бәләкәй генә күрше башҡорт ауылы Таштамаҡтан (хәҙерге Ғафури районы Абдулла ауылынан) күсеп килгән булырға тейеш...»
(Ошо уҡ юлдар «…К народу обращаю взгляд», (Уфа, 2005. 28-29-сы биттәрҙә лә килтерелә).
Артабан автор, «Ә бына ошо райондың «Табын» (2005, 24 август) гәзитендә М.Ғафуриҙың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайы менән М.Дәүләтшина яҙған мәҡәләлә Таштамаҡ (Абдулла) ауылының 20 быуаттың 20-се йылдарында ғына барлыҡҡа килгән тигән фекер үткәрелә. Әҙәбиәт белгесе Ғ.Рамазанов иһә шағирҙың исем–шәрифен шулай уҡ хәҙерге Ғафури районына ҡараған башҡорт ауылы Баҙыҡ (халыҡ телендә Бажыҡ) менән бәйләй.
Әйткәндәй, М.Ғафуриҙың энеһе Әҡсән Әбделмәнов үткән быуаттың 30-40-сы йылдарында Еҙем-Ҡарандан бер ҙә Баҙыҡҡа түгел, ә ата-олатайҙары,  табындар төйәк иткән Абдулла (Таштамаҡ) ауылына күсеп төйәкләнә», - тип яҙа.
Шул уҡ авторҙың «Ватандаш» (2005, №8,161-се бит) -«Творчество, прошедшее испытание временем» мәҡәләһендә һәм «Башкирская литература 19 - начала 20 вв.( РИО БашГУ, Нефтекамск, 2006) тигән хеҙмәтенең «М.Ғафури» бүлегендә «Дедушка Нургани Габдельман (Абдельман- родственники М.Гафури и в настоящее время носят фамилию Абдельманов) со своим сыном Габдульгафуром переехал в Зилим-Караново из деревни Таштамак нынешного Гафурийского района. От Габдулгафура и родился будущий халфа Нургани»,-тиелә. (1750-1817 йылдарҙа йәшәгән Ғәбделмән, 1784-1884 йылдарҙа йәшәгән Ғәбделғәфүрҙәр 1924 йылда ғына барлыҡҡа килгән Абдулла (Таштамаҡ) ауылынан нисек Еҙем-Ҡаранға күсте икән???
Ошо уҡ хата авторҙың «Культура Башкортостана и башкирская литература 19 – начала 20 века » (Уфа, 2006) тигән китабында ла ҡабатлана.
Тағы ла монографияла: «Но вскоре 13-летнего подростка постигает большое горе: внезапно заболев, умирает отец, а затем – мать», - тиелһә, икенсеһендә «11-летнего подростка», -тип яҙыла.
«Замандарҙың рухи балҡышы»- (Өфө, 2006) тигән китаптың 195-се битендә лә шул уҡ тәүге версия үткәрелә. 196- сы биттә: «Ғүмер юлы Абдулла (Таштамаҡ) һәм Еҙем-Ҡаран ауылдары менән бәйле булған Ғәбделмән улдарының береһе Ғәбделғәфүр ғаиләһендә Мәжиттең атаһы, буласаҡ ауыл хәлфәһе Нурғәни яҡты донъяға килгән».
Әгәр автор аҙ ғына тарихҡа күҙ һалһа, бындай буталсыҡтарға тарымаҫ ине, сөнки Абдулла ауылына (Таштамаҡ) 20-се быуаттың 30-сы йылдарында, дөрөҫөрәге 1924 йылда нигеҙ һалына.
Ошо урында был ауылға нигеҙ һалыусы, үҙе яҙғанса Ғәбделмәнов Абдулла Ғәбделнафиҡ улының төҙөгән шәжәрәһенең уң яғына (яҙыу нисек яҙылған, шулай күсереп алынды):
«Габделман Стәрлетамак оязе Калсер Табын волосты (хәзерге Красноусольск - сонгы вакытта Гафури районы) Бажык авылында туып үскэн һэм гилме муллалык дэрежэсенә житкэс шул ук волостның Жилим-Каран авылы халыкларынын карары белэн Жилим-Каран авылына муллалыкка кабул ителгэч 1774-нче елларда Жилим- Каранга кучеп килэ, һэм 7 (1816 йыл) рэуездә бер жанга жир ала. Анын Габделхалик, Габделгафар һэм Локман исемле оч улы була.
Үзе улгэнэн сон жир мирас буенча балаларына кала, ә уртансы улы Габделгафар 1800-нчы елларда шул ук авылда муллалыкка указ ала. Шуннан сон 10 рэуездэ оч туганнарда пайга кертелэлэр һэм бу нэсел халыклары мэнгелеккә жирдән файдалану хокукы алалар. Габделгафар мулла картайгач, аны да узенен уртансы улы алмаштыра. Габделгани мулла булып торган вакытта атасы Габделгафар 1884-нчы елда, нэкь 100 яшендэ вафат була.
Сонгы вакытта Жилим Каран авылынын төп халыклары Максютовларнын өстенлеге сөргэн елларда - 1887 елда Габделгани улгэч, бу нэсел халыклары читлэтелә башлыйлар һэм 1891 елда бөтенлэйгэ жирдэн мэхрум ителэлэр.
1917 елда – Бөек Октябрь Социалистик революциясе башлангач, мин Жилим Каран авылы шурасында эшли башладым һэм 1924 елгача анда эш башкаручы һэм рэис вазифаларын утэп килдем. Үземнен эш дэверендэ яна хөкүмэтнен жир турындагы декретлары белэн таныштым. 33 ел буена жирсез газап чиккэн һэм «жирсез этэмбай», «килмешэк» кушаматларын кутэргэн Габделмановлар семьясына жир юллап алу бурычын уз алдыма куйдым һэм мин ана ирештем.
1923 елнын көзендә Жилем Каран авылыннан 6-8 км төн яктарак Жилим елгасы буйларыннан зур булмаган кулэмдә жир кистереп алдым һэм 1924 елнын язында Таштамак куле буена 30-лап хужалык, бер кечкенэ авыл булып кусеп утырдык. Энэ шул авылга инде юллап алучынын хөрмэтенә Абдулла авылы дип исем бирелде, яки анын утырышына карап жирле халыклар бу авылны Таштамак дип атап йөретэлэр.
Татар-башкорт халкынын куренек-ле эшлеклесе, башкорт сэнгэтенә нигез салучы, Башкорт халык шагыйре Мажит Гафури Габделмановлар семьясыннан усып чыкты.
Ижад итучы: Габделманов Абдулла Габделнафик улы.
Тозуче: Габделманов Ягфар Абдулла улы
1947 ел»
- тип ҡуйылған.
Был шәжәрәнең төп нөсхәһе Абдулла ауылында йәшәүсе уҡытыусы Хәлисә Йәүҙәт ҡыҙы Әбделмәнова  ла (Әбделмәновтарҙың бүләсәре) һәм күсермәләре туғандарының һәр береһендә тип әйтерлек һаҡлана. Ҡайһы берәүҙәр М.Ғафури тураһында яҙғанда уның туғандары барлығын да белмәгәндер күрәһең. Ваҡытында, Ғ.Рамазанов китаптарына материал туплағанда Еҙем-Ҡаран һәм Абдулла ауылында Әҡсән бабайҙа 2 тапҡыр булды, миңә уны оҙатып йөрөргә тура килде. Шул ваҡытта Әҡсән бабай үҙенең Еҙем-Ҡарандан Абдулла ауылына тик 1928 йылда ғына күсеп китеүен бәйән иткән ине.
Минең белеүемсә, Әҡсән Әбделмәнов колхоз осорон бик ауыр кисерҙе, сөнки ялғанды яратманы, йәшерен рәүештә булһа ла муллалыҡ менән дә шөғөлләнде. Мин ғаилә ҡорғанда беҙҙе яңы тормошҡа фатиха биреп, никах уҡыны. Уның һөйләгәндәрен «Шағирҙы яҡшы беләбеҙме?» («Башҡортостан», 2000, 20 июль) һәм «Тарихи дөрөҫлөктө тергеҙәйек» («Ағиҙел» 10. 2003 йыл) мәҡәләләрендә яҙып сыҡҡан инем инде. Ҡайһы берәүҙәр был мәҡәләләрҙә яҙылғандарҙы, факттарҙы бик оҫта файҙаландылар.
Миҙхәт Хәлилов,
уҡытыусы-ветеран.
Еҙем-Ҡаран ауылы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15