“Мағаш тауышы”
13 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уйҙарым
Бәйләм-бәйләм, сәйлән-сәйлән
Теҙелә фекер-уйҙарым.
Ни ҡәҙәрле яңлышҡанмын:
Донъя аҡ тип уйланым.
Йәшәй-йәшәй генә белдем –
Ҡараһы ла бар икән.
Кемдәргәлер киң донъялар
Йәшәр өсөн тар икән.
Йығылғанда ысын йөрәктән
Ҡул һуҙыусы бар икән.
Абынғанда, ситтән көлөп,
Һөйөнөүселәр бар икән.
Кәрәк саҡта дөрөҫлөктө
Яҡлаусылар бар икән.
Хаҡ һүҙеңде, яйы сыҡһа,
Таплаусылар бар икән.
"Дуҫ” тиеп битлек кейеп
Йөрөүселәр бар икән.
Ауыр саҡта утҡа-һыуға
Керер дуҫтар бар икән.
Бәйләм-бәйләм, сәйлән-сәйлән
Тулды диңгеҙ – уйҙарым.
Барыһын да мин аңланым,
Ни үкенес: аҙға ғына һуңланым.
Тыуған ауылым
Тыуған ауылым минең
"Игенйылға” тиһәм,
Был күптәргә ғәжәп тойола,
"Ниңә шулай?” – тигән таныш
 һорау
Тағын бер ҡат миңә ҡуйыла.
Эйе, ауылымдың исеме матур,
Исеменән үҙе ул күркәм.
Ул күркәмлек уға кешеләрҙең
Садә күңелдәре менән бит ингән.
Игендәре йылға булып
Аҡмаһа ла эсәр һыуынан,
Йылы күмәс, бәрәмәстәр еҫе
Таралалыр һәр бер өйөнән.
Өҫтәлдәрҙә - тәмле ап-аҡ ҡалас,
Балан бәлештәре, ҡоймаҡтар…
Уңғандар шул ауылым килендәре,
Үҙҙәре тик шундай тыйнаҡтар.
Ауылымдың исемен есеменә
Килтерерҙәй тырыш халҡым бар:
Игендәрҙе йылғаларҙай
ағыҙырлыҡ!
Бына шуны әйтәм – белеп ҡал.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.
Сулпанлы ил - Үтәгем
Сулпан булып балҡып китә
Үтәгемдең таңдары.
Ә кистәрен ишетелә
Зәки Мәхмүт моңдары.
Ата-баба рухы йәшәй
Шул Сулпан таңдарында,
Һандуғастар моң өләшә
Ауылым талдарында.
Егән буйҙарына төшә
Сулпандан килгән нурҙар.
Мөхәббәткә бәхет теләй
Тулҡын өҫтөндә йырҙар.
Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем
Сулпанлы ил - Үтәгем.
Ҡайҙа барып йөрөһәм дә
Һағышлана үҙәгем.
Миҙхәт МӘХМҮТОВ.
Р.S. Был шиғырҙың авторы Миҙхәт Мәхмүтов Үтәк ауылында тыуып үҫә. Районыбыҙҙың Ҡолҡан, Ҡотлоғужа ауылдарында уҡытты. 1974 йылда 46 йәшендә генә донъя ҡуйҙы.
      Шиғырҙы заманында Кәбир Аҡбашев ҡарап, эшкәрткән булған. Уны мин Миҙхәт ағайымдың төҫө итеп тә, Үтәгебеҙгә арнап йыр сығарыу өсөн билдәле композиторыбыҙ Рәмил Ғимраниға тәҡдим булараҡ та яратып уҡыған "Табын” гәзитенә тапшырҙым.
Марат МӘХМҮТОВ.
Үтәк ауылы.
Ауылым Бәрлеүәҫем
Тыуған яҡҡа ҡайтып киләм
Урман, яландар буйлап.
Алыҫтарҙа тороп ҡалған
Бала сағымды уйлап.
Ҡайтам һине һағынып,
Ауылым, Бәрлеүәҫем.
Ата-бабам үҙ итеп
Нигеҙ ҡорған төйәгем.
Ауылым урамдарында
Йәшлегем көтә кеүек.
Еркәтауҙа ҡоштар моңо
Йөрәккә үтә кеүек.
Тәбиғәтең гүзәл һинең,
Бәрәкәтле бит ерең.
Күпме һәләтле шәхестәр
Һин, ауылым, үҫтерҙең.
Ҡайтам тағы ла ашҡынып,
Туғандарҙы һағынып.
Ауылдаштарға был шиғыр
Һағышлы сәләм булһын.
Һағындым һине, ауылым,
Олоһыуым буйҙарын.
Үҙем ситтә йәшәһәм дә,
Һиндә генә уйҙарым.
Һуң түгел
Матур һүҙҙәр әйтмәнем,
Наҙлап иркәләмәнем.
Һин барынса ҡабул иттең,
Һис бер үпкәләмәнең.
Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем,
Әле әйтәм, һуң түгел.
Беләм, һинең күңелең
Йомшаҡ бит ул, таш түгел.
Ҡалған ғүмерҙәрҙе бергә
Ахырғаса үтәйек.
Һуң түгел, бер-беребеҙгә
Матур һүҙҙәр әйтәйек.
Күңел була йылы һүҙҙән,
Йомшаҡ, наҙлы ҡараштан.
Әйҙә, әйтелһен ул һүҙҙәр
Икебеҙҙең тарафтан.
Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем,
Әле әйтәм, һуң түгел.
Һинең дә, минең дә күңел
Йомшаҡ бит ул, таш түгел.
Һөйөү көсө
Яҙмыш ҡушыуымы, әллә
Ысынлапмы яраттың.
Уйламаған, көтмәгәндә
Мине үҙеңә ҡараттың.
Һинең хисте, уйҙарыңды
Кире ҡаға алманым.
Йөҙҙәр, меңдәр араһынан
Мин бит һине һайланым.
Шундай көслө, тылсымлы,
Күрәһең, һөйөү көсө.
Хоҙай беҙҙе яратҡандыр
Тик бер-беребеҙ өсөн.
Алия РӘХИМОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Яңы Ҡыйышҡы ауылы.
Донъя тыныслығын теләйек

Көньяҡтарҙан килгән аҡҡоштарҙың
Ҡанаттары нисек талмайҙар?
Һағыштарһыҙ үтмәй был ғүмерҙәр,
Һырлана ла шуға маңлайҙар.
Был донъяла күптәр килеп киткән,
Яҡты донъяларҙы ҡалдырып.
Ҡалған һүҙкәйҙәре күңелдәрҙә,
Йөрәккәйҙе тора яндырып.
Был донъяның иртә таңдарында
Балҡыштарын көн дә күрәйек!
Киләһе лә ҡалған быуындарға
Донъя тыныслығын теләйек.

Миңтимер КӘРИМОВ.
Ерек ауылы.
Өҙмәйек сәскәләрҙе
Муйыл сәскәһен өҙмәгеҙ,
Өҙмәгеҙ сәскәләрҙе.
Иртә ҡыйылған ғүмерҙәр
Ҡартайта әсәләрҙе,
Өҙмәгеҙ сәскәләрҙе.
Балалар, тип әсәләр
Өҙәләр үҙәктәрен.
Һарыға һабышалар
Юғалтһа терәктәрен,
Өҙәләр үҙәктәрен.
Донъя йәмләп балҡып торһон,
Өҙмәйек сәскәләрҙе.
Теүәл булып йәшәү кәрәк
Ҡайғыртмай әсәләрҙе,
Өҙмәйек сәскәләрҙе.
Ҡайтып киләм тағы ауылыма
Тыуған яҡҡа тыуған тупраҡ тарта –
Еләм генә ҡаршы елдәргә.
Ҡайтып киләм тағы ауылыма,
Бала сағым үткән ерҙәргә.
Ҡаршы ала, ана, ғорур баҫып,
Буйсан һынлы һылыу ҡайындар.
Әллә ҡайҙан ҡоласын йәйеп ята
Сал тарихлы Моҡай тауым да.
Ошо ерҙән аға талғын ғына
Күпте күргән Әрмет һыуғынам.
Ҡайҙа булып, ҡайҙа йөрөһәм дә,
Һине бит мин өҙөлөп һағынам.
Һиндә, ауылым, бөгөн тормош
 ҡайнай,
Төтөн сыға һәр бер мөрйәнән.
Ҡәҙерен белеп донъя көтөргә,
 тим,
Ауылдаштар хәҙер өйрәнгән.
Бында һәр кем ныҡлап тамыр
 йәйгән,
Киләсәге – тыуған ауылда.
Ергә ереккәнде ер үҙ итә,
Ҡуҙғата алмаҫ уны дауыл да.
Тыуған яҡҡа тыуған тупраҡ тарта –
Еләм генә ҡаршы елдәргә.
Күк үләнгә тәпәй баҫҡан ерҙе
Алмаштырмам башҡа илдәргә.
Хәсән Ҡотов.
Ҡурғашлы ауылы.
Алтын ҡуллы апайға
Аҫалы балаҫтар һуғыусы оҫта Рабиға Йәрмиеваға
Башҡорт ҡыҙының шөғөлө
Аҫалы балаҫ һуғыу.
Йөрәк йылыһына ҡушып
Аҫыл ептәрҙе туҡыу.
Аллы-гөллө биҙәктәрҙең
Һайлайһың иң сағыуын.
Нескә зауыҡ һәм нәфислек
Күсәләр быуын-быуын.
Алтын-көмөштән ҡәҙерле
Ололар ҡомартҡыһы.
Нағышлы балаҫ, көйөҙҙәр
Башҡортомдоң ынйыһы.
Оҫталығыңды йәшермәй
Өйрәтәһең йәштәргә.
Яҙын донъя  йәшәргәндәй
Күңелең дә йәшәрә.
Алтын ҡуллы, көләс  йөҙлө
Ҡулдарыңда уйнай нур.
Һине маҡтап шиғыр яҙҙы
Ауылдашың Миңнинур.
Миңнинур МОЛҠАМАНОВА.
Аҡташ ауылы.
Хоҙайым
Эй, Хоҙайым, һаҡлай күрсе,
Хаҡ, нахаҡ бәләләрҙән.
Һин бит барыһын белеүсе,
Һин барыһын күреүсе.
Яман менән юлдаш итмә,
Булһын юлдаш Хызыр Ильяс.
Ул булғанда күңелем тыныс,
Ул бит миңә таяныс.
Иңемдә ике фәрештә,
Ҡайҙа барһам гел бергә.
Улар минең һаҡсыларым,
Ғүмер-ғүмергә бергә.
Эй, Хоҙайым, ғәҙелһеҙлек
Тулып ята донъяла.
Ҡурсаласы һәр саҡ мине,
Әсе елдән, арала.
Эй, Хоҙайым! Иман нурың
Яҡтырта бар ғәләмде.
Ҡөрьән Кәрим китабынан
Алам бик күп фәһемде.
Эй, Хоҙайым, әлдә һин бар,
Көн дә һыйынам һиңә.
Иртән торғас, рәхмәт әйтеп,
Табынамын тик һиңә.
Тыуған көн
45-ем тулған саҡ –
Еләк кеүек бешкән саҡ.
Парланышып, аҡҡоштарҙай,
Күкрәп-йәшнәп йәшәр саҡ.
Йылдар үтте, тыуған көнөм -
Хәҙер миңә илле биш.
Күңелемдә яҡты хистәр,
Йөрәк ҡалды йәш килеш.
Йылдар ғына сәстәремә
Көмөш тәңкәләр һибә.
Ҡояшҡайым мине ҡотлап,
Алтын нурҙарын һибә.
Ғүмер уҙа, йылдар уҙа,
Ваҡыт тик алға бара.
Йәш, матур саҡ иҫкә төшә,
Булмаймы, туҡтап торһа?
Бөгөн минең тыуған көнөм,
Тулды бит илле һигеҙ.
Ғүмер туҡтатмай ағышын,
Тик көндәр үтә һинһеҙ.
Миңзилә РӘХИМОВА.
Абдулла ауылы.
Әсәйемде юҡһыныу
Бурлы ауылында ғүмер иткән, мәрхүмә әсәйем Мәүжиҙә Зәйнулла ҡыҙы Фәхретдинованың яҡты иҫтәлегенә.
Һинһеҙ килә, әсәй, быйыл йәйҙәр,
Ана, яҙ ҙа килде ҡар менән.
Нисек өйрәнәйем һинһеҙ йәшәп,
Һин булғанһың донъям,
бар мәғәнәм.
Һағыштарҙы бер ни баҫа алмай,
Һин, ахрыһы, быны беләһең.
Мәхрүм итмәйһең күрешеүҙән,
Рәхмәт, төштәремә керәһең.
Бер кем, әсәй, һине алыштырмаҫ,
Мин аңланым тик бик һуңынан.
Ваҡыт үткән һайын тағы нығыраҡ
Юҡһынамын, әсәй, һағынам.
х х х
Хоҙай биргән бер көнөм дә
Үтмәй, әсәй, һинең һүҙһеҙ.
Тормошомда ҡулланамын
Иртә-кисен, эштә көндөҙ.
Һинең һүҙҙе яҙып барһаң
Сығыр ине яҡшы китап.
Тәрән мәғәнә, төплө аҡыл
Йәшәгәнһең бит һин туплап.
Әгәр яң(ы)лыш тормошомдо
Ялғандарға сорнап алһа,
Аҙашыуҙы урап-урап
Һүҙең һәр саҡ һаҡлап ҡалһа.
Байлыҡтарҙан ҡәҙерлерәк
Хәтерҙәрҙә, әсәй, һүҙең.
Далалағы бала күңелен
Ғәфү итсе, әсәй – үҙең.
Илфира ШӘРИПОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Иҫтә, һаман да иҫтә
13 июля 2015 йыл | Хаттар

Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне лә урап үтмәне. 28 генә йорттан торған Таш-Аҫты ауылынан 37 ир һуғышҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 20-һе һуғыш яланында һәләк була, йә хәбәрһеҙ юғала, ә 17-һе ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайта, күбеһе инде инвалид булып. Мәҡәләмдә һуғыш осорон бер аҙ иҫкә төшөрөп үтмәксе булдым.
Минең инәйем Вәхиҙә, атайым фронтҡа киткәс, 5 бала менән тороп ҡала. Иң оло апайым 1926 йылда тыуған, ағайым Зәйнулла 1929 йылғы. Колхозда ат менән дә, һыйыр менән дә ер һөрҙөләр, сәстеләр, уңыш йыйыуҙа ҡатнаштылар. Атайым 1943 йылда ҡаты яраланып, контузия алып ауылға ҡайтты. Төрлө яуаплы эштәрҙә эшләне, 64 йәшендә донъя ҡуйҙы.
Бәхтегәрәй Зәйнешев үҙе һуғышҡа киткәндә ҡатыны Рәхимә 9 бала менән ҡала. Балаларының өсөһө генә колхоз эшенә ярарлыҡ, ҡалғандары бәләкәстәр. Рәхимә балаларын аслыҡтан һаҡлап ҡалыу өсөн һыйыр аҫрап көн күрә. Бәхтегәрәй һуғыштан ҡайтманы, хәҙерге көндә Рәхимә еңгәнең 2 балаһы ғына иҫән. Ҡыҙы Мәрүә Мәләүездә йәшәй, улы Бәхтейәр Санкт-Петербургта, хәрби кеше булды ул.
Сәлимгәрәй Әбүзәровтың өс улы һуғышҡа китә. Оло улы Сәлимйән 1944 йылда иҫән-һау әйләнеп ҡайта, икенсе улы Шакирйән 1943 йылда бик ҡаты яраланып ауылға ҡайта, төрлө яуаплы эштәрҙә эшләй. Ҡауарҙы мәктәбендә военрук булып та йөрөгәне хәтерҙә ҡалған. Ҡауарҙы ҡыҙына өйләнгәйне. Бик йор һүҙле, тиҙ генә йыр-таҡмаҡ та сығарырға оҫта ине үҙе.
Сәлимгәрәйҙең өсөнсө улы Имаметдин 1946 йыл һуғыштан ҡайта һәм граждандар авиацияһы технигы була, орден һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған. Хәҙерге көндә Өфөлә йәшәй, 90 йәш уға.
Нәғимә инәй Әбүзәрованың өс улы һуғышҡа китә. Оло улы Ниғәмәтйән һуғышҡа киткәндә ҡатыны 5 бала менән ҡала. Ә Ниғәмәтйән лейтенант булып, 1945 йылда бер аяҡһыҙ ауылына ҡайтып төшә, ә бер ҡулында ике генә бармаҡ ине. Ул күп яуаплы эштәрҙә эшләне, үҙе һуғыштан ҡайтҡас, тағы бер ҡыҙ, бер улдары тыуҙы. Хәсбиә апай менән Ниғәмәтйән еҙнәнең иң кесе улы Хисмәт Өфөлә нефть институтын тамамлап, нефть эшкәртеү заводында машинист-аппаратсы булып эшләне, унан "Өфөнефтехим” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш бухгалтеры вазифаһына тиклем үрләне һәм "Почет Билдәһе”  орденына, Ғ.Сәләм исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, Башҡорт АССР-ының Юғары Советына депутат итеп һайланды. Хәҙерге көндә Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
Икенсе улы Ғәлимйән Әбүзәров һуғышҡа киткәс, уның ҡатыны Заһира 3 бала менән тороп ҡала, оло улы Сабирйәнгә - 8, Рәсүлгә - 3, иң кесе ҡыҙы Флүрәгә 1 йәш самаһы ине. Ғәлимйән Әбүзәров Ленинград блокадаһында һәләк була.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Заһира апай өс балаһын тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙы. Оло улы Сабирйән, юғары белем алып, нефть быраулау ҡорамалдары инженеры, икенсе улы Рәсүл ауыл хужалығы институтын тамамлап, туған колхозында баш зоотехник, партком секретары булып эшләне, әле лә тик тормай, Имәндәш ауыл Советы буйынса ветерандар советы рәйесе, ҡыҙы Флүрә Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышланы. Өфөлә йәшәй.
Нәғимә инәйҙең кесе улы Хәсәнйән, Толпар ҡыҙы Зәйнәп исемле ҡыҙға өйләнгәйне, һуғышҡа китте. Зәйнәп ауылда ҡалды, колхозда бригадир булып, ат менеп кешеләрҙе эшкә ҡыуа ине. Хәсәнйән һуғыштан ҡайтманы, Зәйнәп үҙенең Толпарына ҡайтып китте.
Хәнифә инәй менән Шәһивәли бабай Әбүзәровтарҙың бер-бер артлы 3 улы һуғышҡа китә: Мәсәғүт, Сәлих, Сабит. Сәлих Фәймә апайға өйләнә, күпме генә йәшәп ҡалғандарҙыр, Сәлих һуғыштан ҡайтманы. Фәймә апай уны бик оҙаҡ көттө. Мәсәғүт тә һуғыш яланында һәләк булды. Сабит иһә 1947 йылда иҫән-һау ауылға ҡайтты, Еҙем-Ҡаран сельпоһында эшләп йөрөнө, аҙаҡҡы яҙмыштарын белмәйем. (Драматург, шағир  Салауат Әбүзәрҙең бабалары).
Шакир Йомағолов ауылдың иң сибәр, аҡыллы ҡыҙы Камилаға өйләнә, уға ни бары 15 йәш кенә була. Һуғыш башланғас, Шакир һуғышҡа китә. Шул саҡ Камила апай таҡмаҡ әйтә:
Минең йәрем армияла,
Ҡайтыр ул йылы тулғас.
Ул ҡайтыр ун йылы тулғас,
Мин яттарҙыҡы булғас.
Шакир ҡайтманы, йәш ҡыҙ уны бик оҙаҡ көттө. Һәм Камила тормошҡа сыҡты, өс ҡыҙ үҫтерҙеләр. Хәҙерге көндә Камила апай ауылыбыҙҙың иң оло ағинәйе, уға оҙаҡламай 90 йәш тула. Ҡәҙер-хөрмәттә ҡыҙы, кейәүе ҡарамағында бәхетле ҡартлығын үткәрә.
Хәҙисә Айытҡолова ире киткәс, өс бала менән ҡала. Мунса кеүек кенә өйҙә йәшәйҙәр, яғырға утындары ла булмай. Аслыҡ-яланғаслыҡ, үҙәккә үтерлек һалҡында йәшәү үҙен һиҙҙермәй ҡалмағандыр инде, ҡыҙы Гөлбәзир гүр эйәһе булды. Балаларҙың атаһы һуғыштан ҡайтманы. Улы Айытбай Айытҡолов ситтә йәшәне, электровоз машинисы булып эшләп, юғары наградаларға өлгәште.
Һуғыш бөткәндә, миңә 10 йәш ине, бик күп нәмәләр иҫемдә, һорауҙар тыуа,
ауылда һорашыр, белгән кешеләр ҡалмаған. Ҡайһы бер нәмәләрҙе ауылдаштарымдың иҫенә төшөрәйем әле, тип уйлап яҙҙым был мәҡәләне. Ситтә йәшәгәндәр, бәлки, уҡырҙар, фәһем алырҙар, тиеүем.

Мәүлиха БИКҠОЛОВА - ЗӘЙНЕШЕВА.
Татар Саскүле ауылы.

Ғәбделғәни бабайҙың етегән йондоҙлоғо
13 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы бер кемде лә ситләтеп үтмәне. Бер өйҙән 3-әр, 4-әр, хатта 6-шар кеше киткән ғаиләләр ҙә  булды. Беҙҙең Яңғыҙҡайын ауылынан ғына 800-ҙән ашыу кеше фронтҡа китеп, 341-енә генә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙҙы. Һуғышҡа 3-әр, 4-әр улдарын ебәргәндәр ҙә булды.
Йәштәре 60-тан уҙған Маһира әбей менән Шакир бабай Ғафаровтар бер-бер артлы 4 улын оҙата. Мәғәфүр 1943 йылда Харьковта һәләк була, Мәғәсүм хәбәрһеҙ юғала. 1920 йылғы Мансур менән 1923 йылғы Йәғәфәр икеһе бер взводта хеҙмәт итәләр. Йәғәфәр ҡаты һуғыштарҙың береһендә вафат була. Мансурға ҡустыһын ерләшергә тура килә. Ата-әсәһенең бәхетенә, уға иҫән-һау ҡайтыу насип булды.
Сәғиҙулла Моратшиндың 4 улы – Ғәзизулла, Заһиҙулла, Хәлиулла, Шәһиҙулла тыуған илебеҙ азатлығы өсөн батырҙарса һуғышып, яу яландарында ятып ҡалдылар.
Заһиҙулла Хисмәтуллиндың да 3 улы – Ғәлимулла, Кәлимулла, Ғәзизулла шундай яҙмышҡа дусар булалар.
Әсәйемдең бер туған ағаһы Абдрахман бабайым менән Ҡәмәр әбейем Вахитовтарҙың фронтҡа киткән өс улы - Әбделханнан, Абдулла, Әбделхайҙың хәбәрһеҙ юғалдылар тигән "ҡара ҡағыҙҙары” килде.
Хәйрулла Мөьминов бабайҙың 6 улы, 1 ейәне һуғышҡа китә. Шуларҙан 4 улы: Ғәйнулла, Ғәбделғәфүр, Мансур, Хәбир яуҙа башын һала, Кәбир менән Мәғәфүр улдары, Мәғәфүрҙең улы Йәғәфәр тыуған ауылдарына иҫән ҡайталар.
Һатыусы булып эшләгән Сәфиулла Зәйнулла улы Сабитов һуғышҡа тәүге көндәрҙән үк алына һәм хәбәрһеҙ юғала. Уның бер туған энеһе Хәмиҙулла Ленинградты һаҡлап һәләк була. Сәфиулланың улы – минең класташым, уҡсылар отряды командиры, сержант Сәхиулла Сабитов та атаһы һәм ағаһы кеүек һәләк була. Әйткәндәй, ауылыбыҙҙан һуғышҡа иң күбе Сабитовтар киткән – бөтәһе 46 кеше. Шуларҙың 30-ы яуҙа һәләк булған, 16-һы ғына әйләнеп ҡайтҡан.
Ә бына Бибисара әбей менән Ғәбделғәни бабай Исламғоловтар ете улдарын бер-бер артлы һуғышҡа оҙаттылар.
1902 йылғы Ғабдулла улдары колхоз ойошторолғас, "Ҡыҙыл яр” колхозында ферма мөдире ине. Ул 1943 йылда Кавказ фронтында башын һала. Уның дүрт балаһы булып, кесе ҡыҙы Асияға 2 йәш кенә ине. Асия Яңғыҙҡайында май заводы директоры булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда.
Икенсе улдары Моталлип (1904 йылғы) һуғышҡа тиклем 58-се урман участкаһы (Сахалин ауылы) начальнигы ине. 1941 йылда һуғышҡа алынып, 1943 йылда ҡаты яралана һәм өйөнә ҡайтып вафат була. Ҡатыны Мәрйәм 7 бала менән тол ҡалды.
Өсөнсө улдары Мөхәмәт 1941 йылда һуғышҡа китеп, 1943 йылда яраланып ҡайтты. Ул Сибайҙа йәшәне, 1970 йылда вафат булды.
Дүртенсе улдары Әхмәт Исламғолов педагогия институтын тамамлап, Нуриманда мәктәп директоры булып эшләп йөрөгәндә, 1941 йылда фронтҡа алына.
Майор Әхмәт Ғәбделғәни улы Ленинградты һаҡлап һәләк була. Атаһынан бер йәштә генә ҡалған ҡыҙы Лилиә атаһы юлын һайлап, Төмәндә уҡытыусы булып эшләй, әле хаҡлы ялда.
Бишенсе улдары Хашим 1917 йылғы, Үзбәкстанда (ҡайһы районда икәнен хәтерләмәйем) хәрби комиссариатта эшләгән, өлкән лейтенант. Ул да 1941 йылда фронтҡа алынып, хәбәрһеҙ юғала.
Алтынсы улдары Ғәбделхәй 1923 йылда тыуған. Ул 1942 йылдың 23 февралендә армияға алынып, Ҡаҙағстанда, Гурьев ҡалаһында мәктәптә уҡый, өлкән сержант булып Сталинград һуғышында ҡатнаша. Яраланып, госпиталдә ята, һауыҡҡас, хәрби училищела уҡып ҡабат фронтҡа китә. Һуғыш тамамланғас, Дрездендә, унан Украинала, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда хәрби хеҙмәттәрҙә була, 1978 йылда майор званиеһында отставкаға китә. Уның берҙән-бер ҡыҙы Мәскәүҙә йәшәй.
Етегән йондоҙлоғоноң етенсеһе - Ғәбдрәшит 1926 йылғы. Ул 1944 йылда һуғышҡа алынып, 1946 йылда әйләнеп ҡайтты. Тыныс тормошта, Свердловск ҡалаһында столяр булып, Украинала шахтала эшләне.
Ғәбделғәни бабайҙың һигеҙенсе – кинйә улы Әсҡәт кенә һуғышҡа эләкмәне, ул 1932 йылғы. Ул 1951-55 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итте. Калининградта авиамәктәптә уҡып, авиатехник һөнәренә эйә була. Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, Яңғыҙҡайын мәктәбендә тарих фәненән уҡытты, ситтән тороп пединститут тамамланы. Әле хаҡлы ялда.
Исламғоловтарҙың 7 улының 4-һе тыуған илен һаҡлап батырҙарса һәләк булды. Колхозда ат ҡараусы булып эшләгән Ғәбделғәни бабай 93 йәшендә, Бибисара әбей 88 йәшендә донъя ҡуйҙылар. Йәндәре йәннәттә булһын.
Иҙрис ВӘЛИШИН.
Яңғыҙҡайын ауылы.

матбуғат-2015
13 июля 2015 йыл | Матбуғат

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар!
2015 йылдың икенсе ярты йыллығына
"Табын” район гәзитенә яҙылыу дауам итә.
 Аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан гәзиттең хаҡы 6 айға 683 һум 28 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн
632 һум 88 һум (индексы -
06075) тәшкил итә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Бесән сабыр мәл етте
13 июля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Район хужалыҡтары бер-бер артлы "йәшел ураҡ”ҡа төшә башланы. Бөгөн "Урожай”, "Восход-СТ”, "Кузин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, "ШЭ "Сәғиҙуллин”, "ШЭ "Рәжәпов” крәҫтиән хужалыҡтарында ҡыҙыу темптарҙа сенаж һалалар, бесән әҙерләйҙәр.
"Восход-СТ” аграр предприятие-һының бесән әҙерләүсе механизаторҙарын Цапаловка ауылы янындағы кәзә үләне яланында тап иттек. Игенйылға бүлексәһе бригадиры Филарит Йәнбәков та бында.
40 гектарлы был баҫыуҙа эш эҙмә-эҙлекле алып барыла. Тулы булмаған ике көндә Алексей Михайлов роторлы сапҡыста 25 гектарҙы сабып сыҡҡан. Уның артынса тиерлек Флорид Юнысов кипкән үләнде тырматып, тигеҙ рәт итеп йыйып бара. Артабан инде Сергей Михайлов идара иткән бесән йыйыу-төргәкләү агрегаты эшкә ҡушыла. Уның артынан иһә полиэтилен пленкаға төрөлгән бесән төргәктәре генә ятып ҡала.
- Әҙер бесәнде баҫыуҙа ҡалдырмайбыҙ, Игенйылғалағы ферма ихатаһына ташыйбыҙ, – ти бригадир. Радик Ҡотлозаманов тейәгән ҙур-ҙур төргәктәрҙе Марсель Рәхмәтуллин ташый икән.
Бүлексәлә кәзә үләне 137 гектарҙы биләй. Һәр сәғәтте тулыһынса һәм һөҙөмтәле файҙаланып эшләргә тырыша механизаторҙар. Төшкө ашты ла Антоновканан баҫыуға килтерәләр, - ти бригадир Филарит  Йәнбәков. - Дөйөм тырышлыҡ менән ҡышҡылыҡҡа 600 тонна, йәғни 2000 төргәк бесән әҙерләргә тейешбеҙ. Үлән ҡалын, матур, тимәк, бесән мул буласаҡ.
Билдәле булыуынса, әлеге көндә хужалыҡта һарыҡ ҡына аҫрайҙар.
- Әлеге көндә Игенйылғалағы ферма бинаһын үҙебеҙҙең предприятиеға күсереү тәңгәлендә эшләйбеҙ. Әгәр ниәтебеҙ килеп сығып, ферма беҙҙең ҡарамаҡҡа күсһә, 50-60 баш ҡалмыҡ тоҡомло һыйыр малдары һатып алып, ит етештереү йүнәлешендә эш башларға уйлашабыҙ, - ти предприятие етәксеһе Руслан Бакиров.
- Фермаға мал ҡайтһа, байтаҡ кешегә эш урыны булыр ине тип өмөтләнәбеҙ. Шуға ла бесәнде мул һәм сифатлы итеп әҙерләргә тырышабыҙ, - ти бригадир.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8