Алтын ҡуллы хирург, баҡсасы һәм… шағир
20 июля 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

- …5-6-сы кластарҙа уҡып йөрөгәндә һеңлемдең аяғының быуыны сыҡты. Һыҙлауына түҙә алмай илай. Ул саҡта
ауылда билдәле быуынсы Та-йып бабай бар ине. Уға кем менән, нисек  барғанды аныҡ ҡына хәтерләмәһәм дә, Тайып бабай аяғын бер аҙ һыпырып, ыуып алғандан һуң һеңлемдең илауынан туҡтап, аҙаҡтан әкренләп кенә үҙ аяғы менән атлап ҡайтҡанын асыҡ иҫләйем. Икенсе көнөнә инде һин дә мин йүгереп уйнап йөрөй ине. Ана шул саҡта уҡ миндә Тайып бабай кеүек кешеләрҙең хәлен еңеләйтеүсе табип булырға ине, тигән хыял бөрөләнде, шикелле. Атайымдың сирләп, 45 йәшендә генә вафат булыуы ныҡлы этәргес булды. Яҡшы табип-хирург булһа, уның ғүмерен оҙайтып булыр ине, тип уйлай инем. Мәктәптә "Кем булырға?” тигән инша яҙҙырһалар, мин һәр саҡ "хирург булырға теләйем” тип яҙа торғайным…

Тырыштар, ныҡышмалдар ғына маҡсатына ирешә, хыялын тормошҡа ашыра ала. 45 йыл ғүмерен кешеләрҙең ғүмерен һаҡлауға, уны оҙайтыуға арнаған Винер Йәһүҙә улы Ишмөхәмәтов тап шундай кеше.
Үтәк урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған Винер бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында документтарын медицина институтына тапшыра. Конкурс бик ҙур була: 1 урынға 6,7 кеше. Миҙалсы булараҡ бер фәндән – физиканан ғына имтихан тапшыра Винер һәм институттың "Дауалау” факультеты студенты булып китә.
Көсөргәнешле, шул уҡ ваҡытта күңелле һәм дәртле студент йылдары бер-бер артлы үтеп, интернатура үтер ваҡыт етә. Был ваҡытҡа инде Винер ғаиләле булырға ла өлгөрә: 5-се курста үҙе менән бергә уҡыған Краснокама ҡыҙы Сәлимә менән ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Светлана бер айлыҡ ҡына була был саҡта.
- Ҡайҙа яҡшы хирург бар, шунда ебәрегеҙ, тип һорағас, мине үҙебеҙҙең районға, йәғни Красноусолға, Рәшит Мәжит улы Монасипов ҡарамағына ебәрҙеләр, - тип ул йылдарҙы иҫкә ала Винер Йәһүҙә улы. – 4-се курсты тамамлағас, ра-
йон дауаханаһында медбрат булып эшләп алғайным. Шул саҡта уҡ ул ҡулыма скальпель тоттороп, һуҡыр эсәккә (аппендицит) операция эшләткәйне. Бик күп нәмәгә өйрәндем мин унан, шуға ла Рәшит Мәжит улына рәхмәтем сикһеҙ.
Артабан Винер Йәһүҙә улы Өфөлә травматология, ә уның йәмәғәте, терапевт һөнәрен үҙләштереүсе Сәлимә Ғаян ҡыҙы кардиология буйынса махсус курс үтә. Институтты уңышлы тамамлап, ҡулдарына диплом алған йәш табиптарҙы 1972 йылда йүнәлтмә буйынса Дыуан районының Мәсәғүт дауаханаһына эшкә ебәрәләр.
- Мин килеү менән өс йыл буйы отпускыһыҙ эшләгән хирург ялға китте. Шулай итеп, тәүге көндәрҙән үҙаллы эшләй башланым. Операция бүлегенә инеп, ҡулыма скальпель алған һайын иң башта Рәшит Мәжит улының кәңәштәрен иҫкә төшөрә инем. Ул саҡта әлегеләй телефон юҡ ине бит, хат аша кәңәш һораған саҡтар ҙа булды, - ти Винер Йәһүҙә улы.
Алты йылдан ашыу эшләй Ишмөхәмәтовтар Мәсәғүттә. Был ваҡытҡа инде улар үҙ эштәрен төплө белгән һәйбәт табип булараҡ танылыу яулап өлгөрәләр. Винер Йәһүҙә улы райондың баш табибы урынбаҫары, хирургия бүлеге мөдире була. Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта һәм 1979 йылда Стәрлетамаҡҡа ҡайтырға ҡарар итәләр. Был йылдар арауығында ҙур тәжрибә туплап, иҫәпһеҙ-һанһыҙ төрлө ҡатмарлы операциялар үткәргән хирургты ҡуш ҡуллап "СК” заводы дауаханаһына эшкә алалар. 1990 йылға тиклем ортопедия-травмотология бүлеге мөдире була ул.
Һаулыҡ һағы ул шундай тармаҡ, һәр ваҡыт белемде камиллаштырыуҙы, үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙе талап итә. Медицина алға киткән һайын заманса технологияларҙы, дауалауҙың яңы алымдарын үҙләштерергә кәрәк. Винер Йәһүҙә улы тап ана шундай заман менән бер ҡатарҙан атлаған табип-хирург. Травматология-ортопедия буйынса Ҡазан, Харьков, Минск, Курган, Мәскәүҙә махсус курстар үтә, яңы технологиялар, алымдар менән эшләгән коллегаларының эш тәжрибәһен өйрәнә. Йәне ҡыл өҫтөндә булған кешене аяҡҡа баҫтырған алтын ҡуллы хирург тигән даны әллә ҡайҙарға тарала. 1990 йылда Стәрлетамаҡтағы "Машзавод”тың яңы төҙөлгән дауаханаһында травматология бүлеге асырға кәрәк булғас, тап уны эшкә саҡыралар. Сирек быуат ғүмерен ошо дауаханала үткәреп, травматология бүлеге мөдире, баш табиптың хирургия бу-йынса урынбаҫары була. 13 йыл дауахананың баш табибы булып эшләй. Был йылдарҙа дауахананың матди-техник базаһы байытыла. 100 урынлыҡ бала табыу йорто, аҙыҡ блогы, хужалыҡ корпусы һ.б. ярҙамсы биналар төҙөлә. Дауахана тулыһынса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла.
Кешенең булмышы Хоҙайҙан, ти ололар. Винер Йәһүҙә улына ла табиплыҡ, хәле ҡыл өҫтөндә булған кешенең ғүмерен оҙайтыу, уны аяҡҡа баҫтырыу Хоҙайҙан бирелгән ҡөҙрәттер. Хаҡлы ялға сығыр ваҡыт еткәс тә яратҡан эшенән айырылмай ул. 63 йәшен тултырғас, баш табиплыҡ вазифаһынан баш тартып, операция бүлеге мөдире булып күсә һәм әле лә эшләүен дауам итә. Ул килеү менән был бүлек тә ҙур  үҙгәрештәр кисерә, хирургик, травматологик һәм гинекологик ауырыуҙар өсөн генә түгел, хәл өҫтөндәге сирлеләргә ашығыс ярҙам өсөн айырым операция бүлмәләре асылған, һәр береһендә табиптарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, заманса медицина ҡорамалдары алынған. Винер Йәһүҙә улы етәкселек иткән операция блогында йылына 6 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлыҡтағы ауыр операциялар яһала. (Был юлдарҙы мин Стәрлетамаҡ ҡалаһының "3-сө һанлы ҡала дауаханаһы” баш табибы Ришат Абдуллиндың В.Й.Ишмөхәмәтовҡа биргән характеристикаһынан алдым). Иң мөһиме - улар уңышлы булып, күпме сирленең ғүмере һаҡланып ҡала.
- Теге йәки был операцияның уңышы хирургтың оҫталығынан бигерәк, сирлегә диагноздың ваҡытында һәм дөрөҫ ҡуйылыуына бәйле. Артабан инде сирленең кәйефе, һауығырына ышанысына, - ти Винер Йәһүҙә улы. – Кешене өмөт, ышаныс йәшәтә бит. Ниндәй ҙә булһа операция алдынан ауырыу менән һөйләшәм, уның күңел торошон белешәм. Бына, мәҫәлән, палатала ике ҡатын ята, береһе 80-де үткән, икенсеһенә ни бары 60 йәш.  Тәүгеһе онотолоп китеп мөхәббәт тураһында роман уҡый, икенсеһе бер туҡтауһыҙ сире хаҡында һөйләй, зарланыуҙан туҡтамай. Мөхәббәт хаҡында китап уҡығаны, әлбиттә, тиҙерәк һауығасаҡ, сөнки ул шуға ышана, өмөт итә, ә бына икенсеһен аяҡҡа баҫтырғансы байтаҡ көс түгергә кәрәк буласаҡ. Ундайҙарҙа башта һауығырына ышаныс уятырға кәрәк. Һөйләшеү-аңлашыуҙы ошондайыраҡ юҫыҡта башлайым: беҙ өсәүбеҙ -  һин, һинең сирең һәм мин.  Һин һәм мин, йәғни һине дауалаусы табип, сиргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Әгәр һин үҙең йомшаҡлыҡ күрһәтеп, сиргә бирешәһең икән, минең һеҙҙең икегеҙгә ҡаршы тора алыуым икеле. Ә инде һин үҙең дә сирҙе еңергә теләһәң, һауығырыңа ышанһаң, өҫтөнлөк беҙҙең яҡта буласаҡ. Беҙ бергәләп сирҙе мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм һин аяғыңа баҫасаҡһың. Шуның өсөн төшөнкөлөккә бирелмә, сирҙе еңеп, һауығырыңа, минең һинең ғүмереңде оҙайтырға теләүемә ышан, тим. Ярҙам итә. Операция өҫтәленә өмөт, ышаныс менән ятҡан сирлеләр, ысынлап та, тиҙерәк һауыға.
Винер Йәһүҙә улының ихлас итеп һөйләшеүенән үк уның үҙ эшенә шул тиклем бирелгәнлеге, һөнәрен яратыуы ярылып ята. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен дә шундай йылылыҡ, ихтирам менән телгә ала ул.
 Винер Йәһүҙә улы мөғжизәләр тыуҙырыусы алтын ҡуллы хирург ҡына түгел, ысын баҡсасы ла булып сыҡты. "Икенсе Мичурин инде ул”, тиҙәр уның хаҡында туғандары, таныштары. Эштән буш ваҡытын, ялын тотош ғаиләһе менән Үтәк ауылындағы йортонда – хужалығында үткәрергә ярата икән. Зәңгәр шыршылар менән уратып алынған был ихатала ниндәй генә ағастар үҫмәй: төрлө сортлы алмағас, груша, слива, виноградтан тыш, туя ағасы, барбарис, Маньчжурия сәтләүеге лә бар. Был баҡсаны үҙенсәлекле тәжрибә участкаһы тип әйтергә лә була: онталған һөйәктәрҙе ялғап, кеше ғүмерен оҙайтҡан шикелле, ағастарға ла икенсе йән өрә ул. Сирле, ҡартайған ағастарға башҡа сортлы ботаҡтарҙы ялғап, уларҙың да ғүмерен оҙайта. Бында ағастың бер ботағында иртә, икенсеһендә һуңыраҡ өлгөргән грушаларҙы, алмаларҙы, сливаларҙы, хатта бер ағаста үҫкән груша менән алманы ла күрергә була. Был тәңгәлдә Сәлимә Ғаян ҡыҙы ла ҡалышмай: күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, түтәлдәрҙә гөрләп үҫкән йәшелсәләр уның хеҙмәт емеше. Әйткәндәй, Сәлимә Ғаян ҡыҙы ла, дүрт тиҫтә йыл кешеләр һаулығы һағында торған  яҡшы табип. Оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡтағы "Строитель” санаторий-профилакторийында баш табип булып эшләгән ханым бөгөн сирлеләрҙе энә менән дауалай.
- Төп эшегеҙгә лә, ошо тиклем баҡсаны тәрбиәләргә лә, өҫтәүенә төрлө тәжрибә үткәрергә нисек өлгөрәһегеҙ? - тип ҡыҙыҡһынам  Винер Йәһүҙә улынан.
- Баҡсамда мин, киреһенсә, ял итәм, көс-ҡеүәт алам. Бындағы мәшәҡәттәрҙе эш тип иҫәпләмәйем, күңелгә, булмышыма ләззәт биргән, кинәнес биргән яратҡан шөғөлөм бит ул. Тәпәй баҫҡан тыуған ер, тыуған тупраҡ көс-ҡеүәт бирә тигәндәре бик дөрөҫ, бында ҡайтып, баҡсалағы эштәр менән булышһам, йөрәккә дәрт, беләккә көс өҫтәлеп, зиһен яҡтырып киткәндәй була. Ә баҡсалағы эштәргә килгәндә, Сәлимә апайығыҙ кеүек ҡатын менән бөтәһенә лә өлгөрөргә була, - ти ул.
Табиптар, бигерәк тә хирургтарҙы, ғәҙәттә, эске кисерештәрен тышҡа сығарып бармаған, әҙ һүҙле, йомоғораҡ кешеләр тип күҙаллай инем. Ә бына Винер Йәһүҙә улы менән аралашҡас, был уйым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ихлас, алсаҡ, ябай булыу өҫтөнә бик хисле, шиғри күңелле кеше ул. Шиғри күңелле тип әйтеүем дә юҡтан түгел: йәшәйешебеҙ, тыуған ауыл, мөхәббәт тураһында тәрән мәғәнәле, хисле шиғырҙар ҙа ижад итә  Винер Йәһүҙә улы. Кеше ғүмере һағында тороусы табиптарға, операция блогы медсестраларына, шәфҡәт туташтарына арнаған шиғырҙары ла бихисап. Сәлимә апайға арналғандары ла байтаҡ ҡына.
Бөтә ғүмерен кешеләр ғүмерен һаҡлауға һәм оҙайтыуға арнаған Рәсәйҙең, республиканың атҡаҙанған, юғары категориялы табибы, мөғжизәләр тыуҙырыусы алтын ҡуллы хирург Винер Йәһүҙә улы һөйөклө атай һәм олатай ҙа. Ҡыҙҙары Светлана Винер ҡыҙы БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалында рус теле кафедраһы мөдире. Ә ейәнсәрҙәре урта мәктәпте уңышлы тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан.
- Йәшлегегеҙгә кире ҡайтып, бөтәһен дә яңынан башлау мөмкинлеге булһа, тормошоғоҙҙо үҙгәртер инегеҙме? Ғөмүмән, үҙ-үҙегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме? - тип һорайым Винер Йәһүҙә улынан.
- Мөғжизә булып, ғүмер ҡулсаһын кирегә 5 тапҡыр әйләндерһәләр ҙә, әлеге юлды һайлар инем. Бар булмышымды арнаған  яратҡан эшем, күңел биреп башҡарған шөғөлөм, терәк-таяныс булырлыҡ парым, бәхет утрауым – ғаиләм, балаларым, миңә ышанған, мине ихтирам иткән кешеләр, дуҫтарым бар. Шуның менән бәхетлемен. Миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, - ти ул. Бындай һүҙҙе, ысынлап та, яҙмышынан уңған, тормошонан ҡәнәғәт кеше генә әйтә алалыр.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Йәштәр ҙә, ололар ҙа күңел асты
20 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

27 июндә район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда Йәштәр көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Байрамға йәштәр – ҡыҙҙар-егеттәр, үҫмерҙәр генә түгел, йәш күңелле, дәртле оло быуын кешеләре, бала-сағалар ҙа бик күп килгәйне.
Тантананы алып барыусылар байрамды асыҡ тип иғлан итә һәм тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатовҡа бирелә. Ул район хакимиәте исеменән район йәштәрен күркәм байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан төрлө өлкәлә эшләүсе бер төркөм йәштәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәр тапшырҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Винер Басариев йәштәрҙе байрам айҡанлы ҡотланы һәм быйыл район мәктәптәрен миҙалға тамамлаусыларға район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырып үтте. Барлыҡ ҡотлауҙарға район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов ҡушылды.
Был көндө үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Тәмәкене кәнфиткә алыштырам” акцияһы ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар әҙерәк булһа ла, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреүе менән әһәмиәтле булды.
Күңелле байрам сараһы район
һәүәҫкәрҙәре-нең, мәктәп уҡыусыларының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Теләгәндәр үҙ һәләттәрен асты. Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең сығарылыш класс уҡыусыларының әсәйҙәренең, Өфө ҡалаһынан килгән ижади төркөмдәрҙең сығыштары байрамдың биҙәге булды. Йәштәр уларға ҡушылып йырланы, бейене, күңел асты. Йәштәрҙән бигерәк бәләкәй балалар ихлас бейеп, шау-гөр килде.
Йәштәр көнөнә арналған сара дискотека һәм сағыу фейерверк менән тамамланды.
И.АЙҘАРОВА.

Һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашайыҡ
20 июля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау көнө яҡынлаша. Һайлауҙарға әҙерлек барышы нисек, ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар бар? Һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әнүәр Әбүзәр улы МУЛЛАҒОЛОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
-Һайлауҙарға әҙерлек календарь планға ярашлы алып барыла. Ауыл биләмәләре 24 июндә һайлау уҙғарыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. Был ҡарар
27 июндә район гәзиттәрендә баҫылып сыҡты һәм ошо көндән һайлауға старт бирелде тип әйтергә мөмкин. Һайлау комиссияһының ултырышы уҙғарылып, унда өлкә һайлау комиссияһының вәкәләтлектәрен территориаль һайлау комиссияһына тапшырыу мәсьәләһе ҡаралды. Ошо уҡ ултырышта ауыл биләмәһе Советына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү тәртибе лә ҡаралды. Планға ярашлы, депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар һайлау көнө рәсми иғлан ителгән көндән, йәғни 27 июндән башлап ҡабул ителә һәм 10 июлгә тиклем дауам итә. Документтарҙы электрон юл менән дә тапшырырға мөмкин. Район хакимиәтенең сайтында "Территориаль һайлау комиссияһы” исемле айырым бүлек бар. Ошо бүлеккә инеп ниндәй документтар кәрәклеге менән танышырға мөмкин. Сәйәси партияларҙан булған кандидаттарға ғариза, партияның ҡарары, пас-порт, белем, эш урыны тураһындағы документтарҙың күсермәһе, 2 фоторәсеме талап ителә. Үҙ-үҙен күрһәтеүсе кандидаттарға иһә быларҙан тыш (партия ҡарары кәрәкмәй) уның кандидатураһы менән риза икәнлектәрен белдереп, һайлаусыларҙың ҡултамғаһы кәрәк. Ҡайһы округтан депутат булырға теләй, шул округтағы һайлаусыларҙың 0,5 процентының ҡултамғаһы (кәмендә 10 ҡултамға) булырға тейеш. Ошо талап үтәлгән осраҡта кандидат итеп теркәлә. Шуныһы ла бар, тейешле документтарҙың барыһын да бергә алып килеүҙәрен һорайбыҙ. Сөнки кандидат булырға теләгән кеше ғариза тотоп килә икән, беҙ уны теркәргә тейешбеҙ. Ә теркәлгән документтар шунда уҡ электрон юл менән Өфөгә, унан Мәскәүгә ебәрелә. Айырым-айырым килтерелгән документтар күп ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ.
- Һайлау округтары хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
- Элекке һайлауҙарҙағы кеүек, был юлы ла
районда 149 һайлау округы булдырыла. Һайлау округтары бер-береһе менән урамлап киҫешергә тейеш түгел. Әле округтарҙың сиген билдәләү, исемлектәрҙе аныҡлау буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ участка һайлау комиссияларының составын барлау эше лә башланды. Теге йәки был кеше билдәле сәбәптәр арҡаһында составта эшләй алмай икән, уның урынына резервтағы кеше тәғәйенләнә.
Районда участка һайлау комиссияларына 90 кешенән торған резерв составы билдәләнде. Был респуб-лика буйынса иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Шуға ла был йәһәттән проб-лема булмаясаҡ. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, һайлау район бюджетынан финанслана һәм шуға ла һәр тинде һанап тотоноу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Һайлау участкалары элекке урындарында һаҡланып ҡала.
- Һайлау уҙғарыу бу-йынса ниндәй яңылыҡтар бар?
- Үткән һайлауҙарҙан айырмалы рәүештә, быныһында алдан тауыш биреү юлы участка һайлау комиссияларына йөкмәтелә (элек ТИК-та ине). Йәғни тауыш биреү көнө – 13 сентябрҙән 10 көн алда алдан тауыш бирергә мөмкин. Алдан тауыш биреү өсөн етди сәбәп булыуы мотлаҡ. Әйтәйек, һайлаусы вахта ысулы менән эшкә, йәки берәй төбәккә командировкаға киткән осраҡта алдан тауыш биреү хоҡуғынан файҙалана ала. Был ваҡытҡа, йәғни
3 сентябргә тиклем һайлау бюллетендәре һайлау участкаларына таратыласаҡ. Алдан тауыш биргән кешенең бюллетене махсус конвертҡа һалынып, мисәтләнеп, һайлау көнөндә урнаға төшөрөлә. Башҡа әллә ни ҙур яңылыҡтар юҡ, һайлауҙар әүелгесә уҙыр, район халҡы унда әүҙем ҡатнашыр тип ышанам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН
яҙып алды.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы
20 июля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Район ветеринар станцияһында үҙ эштәрен  төплө белгән ысын һөнәрмәндәр тупланған. Быны улар үҙ эштәрендә иҫбат итә килә.
25 июндә Көйөргәҙе районында  малдарҙы яһалма ҡасырыу  буйынса XXIII республика конкурсы булып үтте. Унда республиканың  68 ветеринар станцияһынан бәйгеселәр ҡатнашты. Район ветеринар станцияһынан Азамат Зәкәриә улы Вәлиев һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаны һәм II  урын яуланы. Ул БР Ауыл хужалығы министрлығының Дипломына һәм миҙалына лайыҡ булды. Яҡташыбыҙҙы юғары ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, районда малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса барлыҡ кәрәкле йыһаздар бар, Азамат Вәлиев кеүек юғары квалификация-лы белгестәр эшләй. Шуға ла ра-йон халҡына үҙ малдарын яһалма ҡасыртыуҙан һис тә ҡурҡырға ярамай, был тәңгәлдә әүҙемлек талап ителә.

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
20 июля 2015 йыл | Яңылыҡтар

= Һөйөнсө!
Моң ағыла Мағаштан
Райондаштарға    матур яңылыҡ еткермәксебеҙ: Әҙәбиәт йылында районыбыҙҙың бер төркөм шағирҙары ижады "Мағаш тауышы” тигән китап булып донъя күрҙе!
Китап Өфөлә, "Ғилем” нәшриәтендә үҙнәшер юлы менән баҫылды. Йыйынтыҡты әҙерләп, нәшер итеүҙә "Табын” район гәзите редакцияһы һәм "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен башлап ойошторған күренекле яҡташыбыҙ Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әҫәрҙәрҙе тағы бер билдәле яҡташыбыҙ, шағир Салауат Әбүзәр мөхәррирләне, китаптың баш һүҙен дә ул яҙҙы.
Йыйынтыҡта Әминә Йәрмиева, Фәйез Садиҡов, Фәниә Сыңғыҙова, Әлфиә Исҡужина, Фәриҙә Бохарова, Миңтимер Кәримов, Саимә Игелекова, Рәмзиә Монасипова, Разия Зәйнуллина, Фәүзиә Ҡотлогилдиналарҙың шиғырҙары урын алған. Авторҙарҙан үҙҙәренә тейеш даналарҙы редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
"Нәҫелдәр йыйыны” нәҫелдәрҙе йыйҙы
Ауылыбыҙҙа уҙған шәмбелә шаулап-гөрләп, матур, иҫтәлекле тәьҫораттар ҡалдырып "Нәҫелдәр йыйыны” байрамы үтте.
Уны үткәреүҙә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Айырыуса эшҡыуарҙар Зәлиә Фәйзуллина, Фирҙәүсә Зиннурова, Хәйҙәр Сөләймәнов, Нәсиә Сөләймәнованың ярҙамы тос булды. Илфир Ишмырҙин, Радик Хәсәнов, Венер Ҡунафин, Фәйез Фәйзуллин, Ринат Шәйәхмәтов, Гәүһәр Байбулдина, Рабиға Йәрмиева, Кәбир Мәүлетҡоловтар етәкселегендә ғаиләләр үҙ нәҫеленең тирмәләрен үҙенсәлекле, матур итеп ҡорған.
Был сараны ойоштороп уҙғарыуҙа Сәйетбаба ауылы ветерандар советы, тарихи-мәҙәни үҙәк, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ҙур тырышлыҡ һалды. Күмәк көс менән башҡарып сығылған ҙур эш – күркәм байрам өсөн барыһына ла рәхмәтлебеҙ.
Закир ИШМЫРҘИН,
ойоштороу комитеты рәйесе.
Берҙәм телефон номеры эшләй
Һалым түләүселәргә уңайлылыҡ өсөн һәм телефондан бушлай мәғлүмәт еткереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы территорияһында берҙәм телефон номеры: 8-800-222-22-22 – эшләй башланы. Был номерға шылтыратып, күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәре буйынса белешмә мәғлүмәт алырға була.
Шылтыратыуҙар көн һайын: дүшәмбе һәм шаршамбыла иртәнге сәғәт 9-ҙан 18.00-гә, шишәмбе, кесе йомаларҙа 9-ҙан 20.00-гә, йома көндәрендә сәғәт 9-ҙан 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем ҡабул ителә. Эш сәғәттәренән башҡа ваҡытта һалым түләүселәргә мәғлүмәт биреү автоинформатор тәртибендә бойомға ашырыла.
Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө
 район-ара һалым инспекцияһы.
Граждандарҙы дистанциялы шәхси ҡабул итеү
Хөрмәтле Ғафури районы һалым түләүселәре! Һалым инспекцияһы һалым түләүселәрҙе видеоконференция тәртибендә ҡабул итеү уҙғарылыуы тураһында хәбәр итә.
Граждандарҙы дистанциялы ҡабул итеүҙе Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы бу-
йынса 3-сө район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Филарит Ихсан улы Зәлилов уҙғара.
Һеҙҙе 7 июлдә 15.00 сәғәттән 17.00-гә тиклем инспекцияның территориаль участкаһында (адресы: Октябрь урамы, 2) көтәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө
район-ара һалым инспекцияһы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4