Шағирҙың тыуған ерендә мемориаль музей һәм парк
27 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты бюроһының 1965 йылдың 30 октябрь ҡарарына ярашлы һәм Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығына әҙерлек айҡанлы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1966 йылдың 2 февралендәге ҡарары нигеҙендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда 1970 йылдың 30 октябрендә йорт-музей асылды.
Тыуған йорто тип аталған ағас йортта шағир йәшәгән осор интерьеры булдырылған. Улар араһында һандыҡ, ҡулдан һуғылған балаҫтар, ағас һике, еҙ самауыр, ағас иләк, киле менән төйгөс, ҡомған, сабата, сыра яндырып ҡуйыу ҡулланмалары бар.
Хәҙерге ваҡытта 68 уникаль экспонат бар, улар тулыландыра барыла. Музейҙың дүрт экспозиция залы бар, уларҙа 1300-ҙән артыҡ экспонат ҡуйылған. Шуларҙың 732-һе төп экспонат һаналһа, 568-һе - ярҙамсы. Беренсе залда яҙыусының тормошо һәм ижадына ҡағылған материалдар тупланған. Икенсе залды яҙыусының әҫәрҙәре күргәҙмәһе биләй. Өсөнсө залда М.Ғафури портреты һәм әҫәрҙәренә ҡарата төшөрөлгән эскиздар. Дүртенсе зал яҙыусының ижады тураһындағы материалдар, музейға авторҙар тарафынан бүләк ителгән китаптар менән биҙәлгән. Вестибюлдә М.Ғафури бюсы урынлашҡан.
Йыл һайын музейға уның талантын һәм ижадын һөйөүселәр меңәрләп килә. Музей асылғандан бирле унда 50 меңдән ашыу кеше булған.
Бында Константин Симонов, Мос-тай Кәрим, Хәлит Ғафури, Әнғәм Атнабаев, Сәйфи Ҡудаш, Әнүр Вахитов, Гөлнур Яҡупова, Ҡәҙим Аралбай, Назар Нәжми һәм Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бик күп әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, шулай уҡ Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Балтик буйы илдәренән, Германиянан да ҡунаҡтар булып китте.
Район 1940 йылдан бирле Ғафури исемен йөрөтә. Парк һәм кинотеатрҙарға, Башҡорт дәүләт академия драма театрына уның исеме бирелгән. Өфөлә һәм районда, тыуған ауылында урамдар уның исеме менән аталған.
Музейға килгән кешеләр иң беренсе уның тыуып үҫкән ере, Ҡаран шишмәһе буйында яҙыусының 100 йыллыҡ юбилейына асылған паркта булалар. Бында әкрен генә аҡ ҡайындар шаулай, мөһабәт ҡарағастар һәм шыршылар ҡаршы ала, улар бында килгән яҙыусы һәм артистар, шағирҙарҙың йылы ҡулдарын тоялар, сөнки уларҙы Рәсәй һәм сит илдән килгән ҡунаҡтар ултыртҡан. 1980 йылдан башлап 2000 йылға тиклем, парктың төньяҡ ҡапҡаһынан кергәс һул яҡлап ултыртылған  ағастар һәр береһе исемле. Түбәндә - 1980 йылда ултыртылған "исемле" ағастар исемлеге:
1-се рәт:
1. Осипов В.И. - «Художественная литература» нәшриәте директоры . Мәскәү.
2. Кирилюк В. П.-профессор. Украина.
3. Абдулов М.Х. - БАССР-ҙың урман хужалығы министры.
4. Әхмәтҡужин Ә. - яҙыусы.
5. Галин С.Ә. - СДПИ проректоры.
6. Домбровяну В.А. - прозаик. Молдавия.
7. Мирзаһитов Ә.М. - БАССР яҙыусылары ойошмаһы етәксеһе.
8.  Атаев С.-прозаик, Төркмәнстан. Игебаев А.-яҙыусы, Башҡортостан.
9. Мостафин Я.М. - яҙыусы, Мәскәү.
10. Әмирханов   Р.-фәнни хеҙмәткәр. Рәмиев З.-филология фәндәре кандидаты.
11. Баҡыев М.Ғ. - Ғафури район комитетының 1-се секретары.
12. Дауытов В.Ю.-БАССР-ҙың мәҙәниәт министры.
13. Латипов М.З. - Ғафури район Советы башҡарма комитеты председателе.
14. Кобенко В.П. - Мәскәү яҙыусылары ойошмаһы секретары.
15. Вахитов Ә. - яҙыусы, Мозафаров Д.Б. - колхоз председателе.
16. Байзаков Т. - шағир, Ҡырғыҙстан, Кайпназаров Б.-Ҡарағалпаҡ халыҡ шағиры.
17. Саид Әхмәт - Үзбәкстан халыҡ яҙыусыһы.
18. Имбовец Е.Н. - «Советская Россия» нәшриәте редакторы, Назар Нәжми - шағир, Башҡортостан.
19. Сафин Р. - шағир, Ғариф Ахунов - Татарстан яҙыусылар ойошмаһы председателе.
20. Ляшкевич Д.В. - СССР яҙыусылары ойошмаһының пропаганда бүлеге директоры урынбаҫары.
21. Ноғоманов Б.-шағир.
2-се рәт:
1. Ахунйәнов Т.И. – КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары.
2. Хәкимов Ә. - яҙыусы, Мәскәү.
3. Мәхмүтов З. - БАССР-ҙың халыҡ артисы.
4. Хәкимов А. - яҙыусы, Тажикстан.
5. Бикбаев Р. - шағир.
6. Әхмәтйәнов З.З. - Советтар Союзы Геройы.
7. Борщоговский А.М. - яҙыусы. Мәскәү.
8. Вәлиев Ғ., Гәрәев Ә. - яҙыусылар.
9. Аралбаев Ҡ. - шағир.
10. Халиҡов Г. А. - техник фәндәр докторы.
11. Воронов И. С. - ГЛХО-ның Генераль  директоры.
12. Төхвәтуллина К.Г. – КПСС Өлкә Комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире.
13. Погельдянов В.В. - прозаик, Сыуашстан.
14. Хөсәйенов Ғ. - филология фәндәре докторы.
15. Кәрим М. - БАССР-ҙың халыҡ шағиры.
16. Юлзас Хлевицкас – прозаик, Литва, Зейналлы Атиф - шағир, Әзербайжан.
17. Вовик И.Ф. - Ҡырмыҫҡалы райкомы секретары.
18. Резбаев М.К. - Стәрлетамаҡ ҡала комитеты секретары.
19. Лисовская О. - шағирә, Латвия, Думбер М. - шағирә, Латвия.
Исемлек менән М.Ғафуриҙың йорт-музейында танышырға була. (Мәҡәләнең тулы исемлекле варианты "Табын” гәзитенең рәсми сайтында бар).
3-сө рәт. 1981 йыл.
1. Иҫәнғолов Ф. - яҙыусы.
2. Айытҡолов А. - ҡурайсы.
3. Хәкимова Р. -
4. Әлибаев С. - яҙыусы, шағир, Заһретдинов Р.-ҡумыҙсы.
5. Бикбулатов Ф. - артист.
6. Мифтахов Р. - шағир.
7. Таһирова Ә. - шағирә.
8. Игебаев А. - шағир.
4-се рәт. 1982 йыл.
1. Назар Нәжми - шағир.
2. Әмири Ғ. - яҙыусы.
3. Вәлиев Ғ. - ғаиләһе менән.
4. Ноғоманова Ф. - йырсы.
5. Вадулов Р.
5-се рәт. 1983 йыл.
1. Хисмәтуллин М.- йырсы.
2.  Бикбаев Р.- шағир.
3. Юнысова-Иҙелбаева Г. - шағирә.
4. Ниғмәтуллин Р. - Ғафури райкомының 3-сө секретары.
6-сы рәт. 1984 йыл.
1. Ниғмәтуллин Р. Х. - яҙыусы.
2. Ҡотлогилдина З. - шағирә.
3. Гәрәев Ә.,Гәрәева С. - яҙыусы ҡатыны менән.
4. Ғәлиева Г. - шағирә.
5. Баһуманов А. –яҙыусы.
6. Ниғмәтуллин Р. Ә. - Ғафури райкомы секретары.
7. Мозафаров Д. Б. - колхоз председателе.
7-се рәт. 1985 йыл.
1. Йосопов Т. - шағир.
2.  Ниғмәтуллин Р. - шағир.
3. Бикҡол Ш. - шағир.
4. Кинйәбулатова К. - шағирә.
5. Сәлимов Н., Килмөхәмәтова Ә. - «Йондоҙ» гәзите хеҙмәткәрҙәре.
6. Юнысова Г. - уҡыусы. Оло Үтәш ауылы.
1986 йыл. 7-се рәттең дауамы.
7. Рәхимғолова Ф. - шағирә.
8.Сиражи М. - яҙыусы.
9.Ниғмәтуллин Р. - шағир.
10.Исламғолова Н. - Яңғыҙҡайын ауылы.
11.Әбделмәнова Н. - Ғафури райкомы инструкторы.
12. Халиҡова В. - Стәрлетамаҡ, режиссёр.
1986 йыл. 25 сентябрь. Мәскәү делегацияһы.
1. Филиппов А.П. - шағир, Өфө.
2. Хохлов В.А. - СССР-ҙың әҙәби фонды директоры урынбаҫары.
3. Зимин Э.Н. - РСФСР яҙыусылар союзы секретары.
4. Гәрәй Рәхим - РСФСР Яҙыусылар союзы консультанты.
5. Аралбаев Ҡ. - шағир, КПСС Өлкә Комитеты инструкторы.
6. Мирзаһитов Ә. - драматург, БАССР Яҙыусылары ойошмаһы председателе.
1987 йыл 29 май. 219-сы Идрица дивизияһы һуғышсылары ултыртҡан ағастар.
1. Мәҡсүтов Х.Ш. - 170-се уҡсы полк.,политрук.
2. Мачехин В.П. - 170-се уҡсы полк.
3. Горшин И.Ф. - Ишембай ҡалаһы.
Макаров В. - майор.
Рашков В. - майор.
4. Кинйәғолов И. А.
5. Рябов В.А. - Салауат ҡалаһы.,Шакиров А.М. - Һабай ауылы.
6. Хужин Ш.Н. - Баҡраҡ ауылы., Зәйнуллин Ф.Ш.-Абдулла ауылы.
7. Усманов С.В. - Ерек ауылы.
8. Маркелов Б. - 375-се полк, Молокапов П.Я. - 375-се полк, Киселев М. А. - 375-се полк. Белорет.
9. Мәҡсүтов Ә.Ҡ. - 340-сы полк, Еҙем-Ҡаран ауылы.
Сәлихов Р.Т. - 340-сы полк. Абдулла ауылы.
10. Собханғолов Г.А.-Стәрлебаш районы.
11. Кәримов Х. В. - Йөҙимән ауылы.
8-се рәт. 1987 йыл, август.
1. Ҡарамышева Т. - шағирә.
2. Кинйәбулатов И. - шағир.
3. Сашков Т.
4. Сафуанов С. - яҙыусы.
5. Гәрәев Ф. - йырсы.
6. Хәлилова Н. - Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусыһы.
7. Кәримов М. - яҙыусы.
8. Исламғолова Н. - Яңғыҙҡайын ауылы.
9. Ишморатов Ф. - артист.
10. Әбделмәнова Г. - йырсы.
11. Юлдашев Х. - шағир.

9-сы рәт. 1988 йыл, август.
1. Сәфәрғәлиева Ф.
2. Садыҡов Ф. - Ибраһим ауылы.
3. Муса Ғәли - шағир.
4. Дәүләтов Ғ. - шағир.
5. Әмирова Ә. - район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре.
6. Ғәниева Т. - шағирә.
7. Сираева Г. - район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре.
8. Кинйәбулатова К. - шағирә.
9. Ғимадиева А. - район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре.
10. Әминева Г. - Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусыһы.

10-сы рәт. 1989 йыл 4 август.
1. Мөрәсов Р. - уҡытыусы.
2. Йәнбирҙина З. - шағирә.
3. Халиҡова В. - йырсы.
4. Ниғмәтуллин Р. - шағир.
5. Муса Ғәли - шағир.
6. Ҡунафин Ғ. - әҙәбиәт белгесе.
7. Ғимранов-Рәхимов Р. - композитор.
8. Килмөхәмәтова Р. - Ибраһим ауылы.

ГДР делегацияһы.
1. Петр Хольц –«Фрайхайм»гәзите, Галле округы.
2. Тәминдаров Р.Ғ. - Ғафури райкомының 1-се секретары.
3. Килмөхәмәтова Р.-Ибраһим ауылы.
4. Сентялова Л. - «Советская Башкирия» гәзите журналисы.
5. Руделяйте Хорст- район гәзите редакторы, Кетен, Галле округы.

11-се рәт. 1990 йыл 4 август.
1. Чанышева Ф. - яҙыусы.
2. Рамазанов Ғ. - яҙыусы.
3. Аҡбашев К., Заһиҙуллин Р. - яҙыусылар.
4. Әхмәҙиева И., Әбделмәнова Р.
5. Иҙелбаев М. - БДУ доцент, яҙыусы.
6. Мәхмүтов З., Сәлихова Ф. - артистар.
7. Ҡунафин Ғ. – БДУ.
8. Шәрипов С. - шағир.
9. Ноғоманов Б. - яҙыусы.
10. Кәримов Ю. - журналист.
11. Мифтахов А.С. - Имәндәш ауылы.
12. Сәйетҡолов З., Әбделмәнова Г.М. - яҙыусының туғандары.
13. Яхин Р.М. - яҙыусының туғаны.
14.  Динара, Әлмира - яҙыусының туғандары.
15. Байбулатов Р.Ф. - яҙыусы, Шәрипова Ә.В. - Өфөләге йорт-музей директоры.
16. Йәнбирҙина З. - шағирә, Искәндәров Х. - Еҙем-Ҡаран ауылы.
17. Сәлимов Н. - район гәзите редакторы.
18. Әбделмәнов Ф., Кинйәбулатов Р. - «Йондоҙ» гәзите әҙәби түңәрәге ағзалары.
19. Әминевтар ғаиләһе - Еҙем-Ҡаран ауылы.
20. Ғәзизовтар ғаиләһе – Мәндембаш ауылы.
21. Ситдиҡова Клара, Лира - Бурлы ауылы.

12-се рәт. 2000 йыл 2 август.
1. К. Аҡбашев - яҙыусы, Стәрлетамаҡ.
2. Ә.Үтәбай - Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһы председателе урынбаҫары.
3. Н.Сәлимов – БР Президенты аппаратының матбуғат хеҙмәткәре.
4. М. Кәримов - яҙыусы.
5. Ғ. Ҡунафин – БДУ профессоры.
6. Г. Яҡупова - шағирә, «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәре.
7. Ә. Әминев - яҙыусы, «Шоңҡар» журналы редакторы.
8. Әбделмәнов Әҡсәндең ҡыҙҙары - Рабиға, Хәлиҙә һәм ейән-ейәнсәрҙәре.
9. Хәлит Ғафури һәм ҡатыны Люциә - Мәжит Ғафуриҙың ейәне һәм килене.
Миҙхәт ХӘЛИЛОВ,
уҡытыусы-ветеран.
Еҙем-Ҡаран ауылы .

Эҙләгән эш табыр
27 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге үҙ эшмәкәрлеген ошо өлкәләге хөкүмәт сәйәсәтенә ярашлы йүнәлештә алып бара һәм халыҡҡа эш эҙләргә, ә эш биреүселәргә кәрәкле эшселәрҙе табырға булышлыҡ итә.
2015 йылда беҙҙең үҙәккә эш эҙләүсе 497 кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Шуларҙың 1 июлгә ҡарата 432-һе эшкә урынлашҡан (31-е райондан ситтә). "Красноусол” шифаханаһында – 51, "Ағиҙел” ЯСЙ-ендә - 31, "Урожай” ЯСЙ-ендә 32 кеше, "Красноусол” балалар санатор-һауыҡтырыу лагерында – 34, "Тереһыу” йәмғиәтендә 18 кеше эш башлаған.
Шулай уҡ эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡтар кисергән 14 кеше эшкә урынлаштырылды, 1 кеше "Башланғыс һөнәри һәм урта һөнәри уҡыу йортон тамамлаған, 18 йәштән 20 йәшкә тиклемге сығарылыш уҡыусыларының стажировкаһы” программаһы буйынса эшкә йүнәлтелгән. Төп программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди ярҙам күрһәтелеп, 75 кеше йәмәғәт эштәренә йәлеп ителде.
Коллективтың ныҡышмал хеҙмәте һәм эш биреүселәрҙең эш урындары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ваҡытында биреүе арҡаһында вакансиялар һанын арттырыуға өлгәштек – 2015 йылдың 6 айында 56 эш биреүсе 512 вакант эш урыны барлығы тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был үҙ сиратында хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметергә булышлыҡ итте.
Йыл башынан хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр буйынса уҡырға 39 кеше йүнәлтелгән. (Шуларҙың икәүһе ҡатын-ҡыҙ: береһе – декрет ялындағы, икенсеһе эш эҙләүсе хаҡлы ялдағы ҡатын). Уларҙы түбәндәге һөнәрҙәргә уҡытыу ойошторолдо: ашнаҡсы – 11 кеше, парикмахер – 4, маникюр  буйынса белгес – 4, шофер – 3, ауыл хужалығы тракторсы-машинисы – 3, терапия бүлеге шәфҡәт туташы – 2, компьютер белгесе – 2, бухгалтер 2 кеше һ.б.
2015 йылда 354 эшһеҙ гражданға профориентация буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтелгән (шул иҫәптән уҡыу йорттарының 211 уҡыусыһына, һөнәр буйынса уҡырға ебәрер алдынан 39 эшһеҙгә). Шулай уҡ 26 кешегә - социаль адаптация буйынса, 30 кешегә психологик ярҙам күрһәтелгән. 131 уҡыусы мобиль офис базаһында профориентация буйынса ярҙам алған.
Үҙ ваҡытында буш эш урындары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, отчеттарҙы биреп барыусы, күп кенә республика программаларын тормошҡа ашырыусы әүҙем эш биреүселәрҙе билдәләп үтке килә: "Красноусол” шифаханаһы, "Красноусол коммуналь хужалығы", Красноусол үҙәк район дауаханаһы, "Красноусол” балалар санатор-һауыҡтырыу лагеры, "Урожай”, "Ағиҙел” хужалыҡтары, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Красноусолдың 1-се, 2-се, 3-сө урта мәктәптәре, Үзбәк, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Курорт
ауылдары мәктәптәре етәкселеге һ.б.
Төп программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге коллективының тотороҡло эше һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа эшһеҙлек кимәлен кәметеүгә өлгәшелде. Әйтәйек, 2010 йылда эшһеҙлек кимәле 1,99 %, 2011 йылда - 1,88 %, 2012 йылда – 1, 46 %, 2013 йылда – 1,22 %, 2014 йылда – 1,33 %, ә 2015 йылдың 1 июненә ҡарата был күрһәткес 1,04 % тәшкил итте.
Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса ғинуар-июнь айҙарында хеҙмәт баҙарында теркәлгән эш менән тәьмин итеү үҙәктәре араһында Ғафури районы 1-се урын алды. Йылдың-йылы республиканың ауыл хужалығы райондары араһында беҙҙең үҙәк приз-лы урындар алып килә, шулай уҡ районда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлектең иң түбән кимәле (0,5%) теркәлгән. Бөгөнгө көнгә район ойошмалары 540 вакант эш урыны барлығы тураһында мәғлүмәт биргән. Бындай күрһәткес республиканың башҡа бер районында ла күҙәтелмәй.
Әхәт ИБРАҺИМОВ,
Халыҡты эш менән тәьмин итеү
үҙәге директоры.

"Ағиҙел"дә эш гөрләй
27 июля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Халыҡ араһында "вертолет” тип йөрөтөлгән яҫма әйләндергес - йыйғыс ялан буйлап туҙан туҙҙырып кипкән үләнде тигеҙ рәт итеп йыйып сығыуға бесән төргәкләү агрегаты эшкә ҡушыла.
Ул ҡалын таҫма булып һуҙылып ятҡан яҫмалағы үләнде йотоп килә-килә лә, тулған бункерын асып, бесән төргәген ергә ташлай. Уның артынан ҡолас етмәҫлек төргәктәр генә ятып ҡала...
"Ағиҙел” ЯСЙ-е баҫыуҙарында  йәшел ураҡ һәр ваҡыттағыса дәррәү һәм эҙмә-эҙлекле алып барыла. Шуға ла эштәре ырамлы уларҙың. Ана бит, мал аҙығы әҙерләүгә башҡаларҙан һуңға ҡалыбыраҡ тотонһалар ҙа, байтаҡ бесән әҙерләп өлгөргәндәр.
- 3-әр центнерлы 300 төргәк бесәнде ферма ихатаһына ташып өйөп ҡуйҙыҡ. Бына хәҙер был аҡландағы үләнде йыйып бөтәбеҙ ҙә 100 гектарлы икенсе яланға күсәбеҙ. Хәйер,  бер бесән төргәкләү агрегаты  иртәнән бирле  унда эшләй инде, - ти хужалыҡтың мал аҙығы әҙерләүгә яуаплы булған баш зоотехнигы Ринат Ғәйнуллин. - Көндәр тағы ла боҙолоп китмәһен тип кенә торабыҙ, шуға ла һәр сәғәтте тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ.
Механизаторҙар Әхтәм Ҡорбан-ғолов, Нәзир Шәрипов роторлы сапҡыс менән тулҡынып ултырған үләнде яҫмаларға һала. Сабылған үлән кибеүгә Мансаф Нафиҡов тракторына юғарыла телгә алынған "вертолет” - бесән йыйғысты, йәғни "ГВД-6”  агрегатын тағып баҫыу иңләй башлай. Бесәнде төргәкләү агрегатында иһә Дамир Ямалиев менән Азамат Яҡушев эшләй. Сергей Петров "КамАЗ” машинаһында әҙер төргәктәрҙе ферма ихатаһына ташып өлгөртөп тора.
Сенаж һалыусылар ҙа алһыҙ-ялһыҙ эшләй. "Полесье"ла Мансаф Рәхимов улы Инсаф   менән эшләй икән. "Баҫыу - сенаж соҡоро” маршрутында йөрөүсе водителдәр Азат Рәхимов менән Камил Сәйғафаров  елдәй елеп,  Ибраһим ауылы йәнәшәһендәге яландан йәшел массаны Үзбәктәге ферма ихатаһындағы сенаж соҡорона ташып өлгөрә.   Сафуат Яхин ҡеүәтле тракторында килтерелгән массаны тығыҙлап тапатып тора.
- Әле 800 тонна самаһы ғына сенаж һалдыҡ. Үлән күп быйыл. Суданка ла өлгөрөп килә. Махсус сәселгән бер йыллыҡ үләнде йыйып алыу менән уға төшәсәкбеҙ. Силосҡа 300 гектар кукуруз  бар. Уның да уңышы мул булыр тип көтөлә, - ти Ринат Әхтәм улы.
Мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән фермала ремонт эштәре лә алып барыла. Ферма ихатаһы  тулыһынса тиреҫтән таҙартылған. Һөт блогын яңыртырға,  фураж келәтенең ҡыйығын алмаштырырға йыйыналар.
- Төҙөлөш материалдарын бөгөн-иртәгә алып ҡайтасаҡбыҙ. Унан инде махсус бригада  эшкә тотонасаҡ. Әлегә ҡураларҙа ағымдағы ваҡ-төйәк ремонт эштәре бара, - ти зоотехник. - Ғөмүмән, беҙ йылдың-йылы ҡышлатыу осорона ныҡлы әҙерлек менән инәбеҙ. Быйыл да шулай буласаҡ. Үҙ алдыбыҙға  ҡышҡылыҡҡа кәмендә 1,5 йыллыҡ сифатлы, туҡлыҡлы аҙыҡ запасы тупларға тигән бурыс ҡуйғанбыҙ һәм ул мотлаҡ үтәләсәк. Малдар һанын да арттыра барабыҙ. Әле яңыраҡ ҡына тағы ла бер аҙ ҡара-сыбар тоҡомло таналар алып ҡайттыҡ…
Ысынлап та, ағиҙелдәрҙең хатта ҡоролоҡ йылдарында ла ҡышын аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисергәндәре юҡ. Йылдың-йылы мул запас туплайҙар. Быйыл да  мотлаҡ шулай буласаҡ, ти улар.
 М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Тармаҡ үҫеше - социаль именлек күрһәткесе
27 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә бына өсөнсө йыл инде июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә сауҙа тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Һәр ваҡыттағыса байрам алдынан тотош тармаҡтың эшмәкәрлегенә анализ яһала, уңыштар барлана, үҙ эшенең оҫталары асыҡлана, эш барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү сараһы күрелә, киләсәккә пландар төҙөлә. Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары С.Р.ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо юҫыҡта барҙы.
- Светлана Рәшит ҡыҙы, сауҙа тармағының эшмәкәрлеге район тормошонда ниндәй роль уйнай?
- Дөйөмләштереп кенә әйткәндә, халыҡҡа сауҙа, түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүҙең үҫеше тотош райондың иҡтисади һәм социаль именлеге тураһында һөйләй. Һуңғы йылдарҙа районда был тармаҡ ярайһы ғына үҫеште тип әйтергә була. Сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең емешле эшләүе һөҙөмтәһендә ҡулланыусыларҙың ихтыяжы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә.
Ә инде төп һорауға килгәндә, әлбиттә, район тормошонда сауҙа тармағы ҙур роль уйнай. Беренсенән, йөҙәр миллион һум аҡса даими әйләнештә йөрөй, икенсенән, был өлкә күпме кешене эш менән тәьмин итә, сауҙа селтәрҙәре артҡан һайын районда эш урындары ла арта бит.
Бөгөнгө көндә районда 268 сауҙа нөктәһе, 25 дөйөм туҡланыу предприятиеһы эшләй. Ағымдағы йылдың беренсе яртыһында ғына ваҡлап һатыу тауар әйләнеше 660 миллион һум тәшкил итте. Дөйөм туҡланыу предприятиелары буйынса был күрһәткес 12 млн. һумға етте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, дөйөм тауар әйләнешендә шәхси эшҡыуарҙарҙың өлөшө 55 процент тәшкил итә. Эре предприятиеларға – 39 процент, баҙарға 6 процент тура килә.
- Сауҙа тармағын үҫтереү, уға ярҙам итеү тәңгәлендә район хакимиәте тарафынан ниндәй саралар күрелә?
- Беҙ урындағы предпри-ятиеларҙа һәм шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән продукцияны һатыу өсөн тейешле шарттар булдырыуҙы мөһим бурыстарҙың береһе тип иҫәпләйбеҙ. Быға миҫал итеп Красноусол баҙарын күрһәтергә була. Бында үҙ хужалығында етештерелгән һөт, ит, йомортҡа, еләк-емеш, йәшелсәне һатыу өсөн түләүһеҙ урындар бирелә. Халыҡтың һатыуға сығарырға әйбере генә булһын…
Шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуын, юл буйы сервисы предприятиеларын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөн магазин кәштәләрен үҙебеҙҙә һәм республикабыҙҙа етештерелгән аҙыҡ-түлек менән байытыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Һатыуға үҙ продукциябыҙ күберәк сығарылһа, көрсөккә бәйлелек бермә-бер кәмейәсәк, шулай уҡ был ҡулланыу баҙарында тотороҡлолоҡто һаҡларға, хаҡтарҙы "йүгәнләргә” ярҙам итәсәк. Икенсенән, кәштәләрҙә әллә ҡайҙа етештерелгән шикле аҙыҡ-түлеккә урын ҡалмаясаҡ, тимәк, һаулығыбыҙға ла зыян килмәйәсәк.
Көрсөк тигәндән, һум үҙенең позицияһын ныҡлы юғалтып, илебеҙгә сит илдә етештерелгән аҙыҡ-түлекте индереү тыйылыуға бәйле күп тауарҙарға хаҡтар ныҡлы күтәрелгән мәлде иҫкә төшөрөп үтке килә. Шул ваҡытта көсөргәнешле мәлде файҙаланып, беҙҙең эшҡыуарҙар ҙа "кеҫә ҡалынайтып ҡалыу” маҡсатында тауарҙарға хаҡты арттыра алыр ине. Тик улар был аҙымға барманы. Халыҡтың хәлен аңлап, намыҫтары ҡушҡанса эшләнеләр. Сауҙа нөктәләре буйынса даими үткәрелгән мониторинг ваҡытында прейскуранттарҙа хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреү осрағы теркәлмәне.  Нимәгәлер хаҡтар күтәрелгән осраҡта ла тауар менән тәьмин итеүсе поставщиктарға бәйле рәүештә ирекһеҙҙән эшләнгән аҙым булды.
- Светлана Рәшит ҡыҙы, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының эше хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китмәҫһегеҙме?
- Әйтергә кәрәк, районда дөйөм туҡланыу объекттары һаны арта. Һуңғы бер йыл арауығында ошондай 4 яңы  предприятие асылды. Халыҡ "Маркел” (Д.Хәйруллин), "Пышка” (М.Старкова), "Встреча” (Т.Отмахова) кафе һәм ашханаларына теләп йөрөй.
Ғөмүмән, был өлкәлә ныҡлы конкуренция бар. Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең эше "сәскә ата” тип әйтергә була. Халыҡ бында ҡапҡылап, тамаҡ ялғап сығыу өсөн генә килмәй, юбилей, туй кеүек ҙур сараларҙы ла ошонда үткәреүҙе хуп күрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире яҡтан билдәләп үтерлек объекттар ҙа юҡ түгел. Төҙөкләндереүгә, эске биҙәлешкә, санитар торошҡа иғтибар итмәйенсә күберәк табыш алыу маҡсатында ғына эшләүселәр ҙә юҡ түгел. Законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр һатып, кафены "күмәкләп эсеү, ғауғалашыу” урынына әйләндереүселәр ҙә бар. Бындай алым уңышҡа килтермәй, әлбиттә. Бөгөн хужалары намыҫлы эшләгән, үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған предприятиелар ғына ҡулланыусылар араһында танылыу яулай.
- Уңышлы эшләүселәр тураһында һүҙ сыҡҡас, сауҙа хеҙмәткәрҙәре араһынан да кемдәрҙелер айырып билдәләп үтеү дөрөҫ булыр, моғайын.
- Әлбиттә. Красноусол баҙарынан башлайыҡ. Унда халыҡҡа төрлө тауарҙар, хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе эшҡыуарҙар эшләй. Халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү менән бер рәттән улар дөйөм сараларҙан, эштәрҙән дә ситтә ҡалмайҙар. Районда төрлө социаль йүнәлешле сараларҙы үткәреүҙә ихлас ярҙамлашалар. Был йәһәттән эшҡыуарҙар М.Зәйнетдинова, Л.Матвеева, И.Юлъяҡшина, М.Мөхәмәтова, Ғ.Моратова, М.Старкованы билдәләп үтер инем.
Магазиндар, йәғни сауҙа нөктәләре араһынан "Полушка” сауҙа үҙәге, "Сказка”, "Энергия”, "Карапуз”, "Ағиҙел”, "Стиль", "Регина", "Ҡарлуғас", "Наша марка", "Рулевой", "Домовой" һәм башҡалар.
Ауылдар халҡына сауҙа хеҙмәте күрһәтеүселәр араһынан эшҡыуарҙар А.Узелкова (Ташлы), Табындағы "Лен" ЯСЙ-е     һәм Р.Рыҫҡоловтың магазиндары, М.Сәғитова (Ҡарағай), О.Прокопьева (Аҡкүл), Ә.Сәмиғуллина (Үтәк) һ.б.-лар уңышлы эшләй. Ошонда йәш эшҡыуар Илдар Мөхәмәтовтың изге эше хаҡында әйтеп үтке килә. Ташлы ауылы эргәһендә республиканың йәш геологтары өсөн лагерь ойоштороуҙа ныҡлы ярҙам итте ул. Туҡтауһыҙ яуған ҡойма ямғырҙар ваҡытында балаларға кисекмәҫтән плащ, резина итектәр кәрәк булды. Баҙарҙа сауҙа итеүсе был егет шундуҡ Өфөгә юлланып, осһоҙ ғына хаҡҡа (100 һәм 50 һум) кәрәкле әйберҙәр алып ҡайтты. Лагерҙағылар уларҙы шундуҡ һатып алып бөттө. Шул уҡ ваҡытта бындағыларҙың мохтажлығынан файҙаланып, ошондай уҡ әйберҙәрҙе ике-өс тапҡыр ҡиммәтерәк хаҡҡа тәҡдим итеүселәр ҙә булманы түгел. Был осраҡта эшҡыуар И.Мөхәмәтовтың ауыр хәлдә ҡалыусыларға эскерһеҙ ярҙамы маҡтауға лайыҡ, әлбиттә.
Районда ошондай тырыш, кеше хәленә инә белгән, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған эшҡыуарҙар бик күп. Урындағы власть менән бизнес һәр ваҡыт үҙ-ара аңлашып, ярҙамлашып эшләй һәм артабан да шулай дауам итһен, тип теләргә генә ҡала.
Мөмкинлектән файҙаланып, сауҙа тармағы, дөйөм туҡланыу предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан ҡайнар ҡотлап, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Ра-йон тормошонда ҡайнап йәшәүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә. Беҙҙең бер төптән эшләүебеҙ, тырышлығыбыҙ, үҙ бурысыбыҙға яуаплы ҡарауыбыҙ район халҡы тормошон тағы ла етешерәк, уңайлыраҡ итер тип ышанам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға һәм теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.

Һорауҙарҙа көнитмешебеҙ сағыла
27 июля 2015 йыл | Сәйәсәт

Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, 23 июлдә район хакимиәте бинаһында "Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Д.Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Мирвай улы Әсәҙуллин граждандарҙы ҡабул итте. Ректорға үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән тиҫтәгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте.
Граждандарҙы ҡабул итеүҙә шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, "Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Әхәт Нуриев ҡатнашты.
"Тепловодоснабжение” МУП-ы етәксеһе С.О.Афанасьев менән баш инженер А.В.Безовчук  ике мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Улар Красноусол ауылының  ҙур темп менән үҫеүен билдәләп үттеләр һәм ошоноң менән бәйле килеп тыуған проблемаларҙы бәйән иттеләр. 1973 йылда төҙөлөп, йылдан-йыл ҡеүәте кәмей барған биологик таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу өлгөрөп еткән мәсьәлә, уға майҙансыҡ, ер участкаһы ла бүлеп бирелгән.
"Тепловодоснабжение” етәкселеге проекттар әҙерләүгә финанс сығымдары табыуҙарын, әммә 2015 йылға республика адреслы инвестиция программаһына инә алмауҙарын билдәләп үтте. Шулай уҡ 2-се, 6-сы ҡаҙанлыҡтар ҙа яңыртыуҙы талап итә.
Р.М.Әсәҙуллин МУП етәкселегенә БР Хөкүмәтенә был проблемаларҙы аныҡ итеп күрһәтеп, үтенес хаты әҙерләргә, шулай уҡ беҙҙең төбәк буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ә.М.Ишемғоловҡа мөрәжәғәт итергә ҡушты. "Был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә мотлаҡ бергәләшеп, министрҙар һәм башҡа яуаплы хеҙмәттәр менән эшләйәсәкбеҙ”, - тип вәғәҙәләне Раил Мирвай улы.
Красноусолда йәшәүсе тормош иптәше 1 төркөм инвалиды М.Х.Фәтҡозаманов исеменән ҡатыны К.Б.Казымова торлаҡ мәсьәләһе менән килгән. Уларҙың ғаиләһе Ҡаҙағстандан мәжбүри күсеп ҡайтып, туғандарының бәләкәй генә өйөндә йәшәй. Район хакимиәтендә торлаҡ комиссияһында иҫәпкә ҡуйылыуын-ҡуйылғандар, әммә бындай категория граждандарға республиканан квоталар әҙ бүленә. Раил Әсәҙуллин шулай уҡ мәжбүри күсенеүсе булараҡ был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән бәлки, республиканан районға күберәк аҡса бүленерен күҙ уңында тотоп, ғариза яҙырға тәҡдим итте.
Красноусолдағы 1-се урта мәктәп директоры Г.В.Петрова БДПУ-ны тамамлаусыларҙың эшкә урынлашыуы менән ҡыҙыҡһынды. Уны нигеҙҙә мәктәптең көслө үҙ сығарылыш уҡыусыларының тыуған мәктәптәренә эшкә ҡайтмауы, ә ҡала мәктәптәренә барыуы борсолдора. Ректор был тәңгәлдә абитуриенттар менән 4-се курстан, практика ваҡытында эшләргә кәрәклеген билдәләп үтте. Г.Петрова шулай уҡ мәғариф учреждениелары өсөн милеккә һалым һалыу мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары И.И.Вафина менән Р.Ф.Сундукова БДПУ менән гимназия араһында хеҙмәттәшлек булдырыу тәҡдиме менән килгән.
БДПУ-ға документтарын тапшырған бер нисә сығарылыш уҡыусыһы үҙҙәренең был юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге булыу-булмауын белеште. Раил Мирвай улы телефон аша үҙе етәкләгән уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы менән бәйләнешкә инеп, шундуҡ яуап бирҙе.
БДПУ ректоры был уҡыусыларҙың Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренән сығып БДИ-ны тапшырғанда уҡыусыларҙың күпселеге 3 кенә дисциплинаны һайлай, ә юғары уҡыу йортона еңелерәк инеп китеү өсөн 4-те тапшырырға кәрәк, тигән теләген белдерҙе.
Ҡабул итеүҙә башҡа һорауҙар ҙа ҡаралды.
Индира ИШКИНА.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2