Намыҫлы хеҙмәте юғары баһаланды
13 июля 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Күптән түгел Өфө ҡалаһында БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы коллегияһының киңәйтел-гән ултырышы үтте.
Унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итеп, яҡшы эшләгән хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнеп, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем һәм миҙал менән бүләкләнде. Бүләкләнеүселәр араһында Красноусолдан, "Тепловодоснабжение” МУП-ының экскаватор машинисы Мөхәмәт Әхмәт улы Кәбиров та бар. Ҡотлайбыҙ!

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
13 июля 2015 йыл | Яңылыҡтар

"Быуындар Хәтере”
хәйриә фонды булдырыла
 Илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы итеп уҙғарып ебәрҙе. Тимәк, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы онотолмай тигән һүҙ. Беҙ ул быуынға рәхмәтле һәм уларҙың һәр береһен иҫләйбеҙ. Әммә рәхмәт белдереү генә аҙ һәм быны аныҡ эш менән иҫбат итергә тейешбеҙ.
Иҫләргә – тимәк, эшләргә. Ошоно күҙ уңында тотоп, донъяның беренсе ҡатын-ҡыҙ йыһангиры, Советтар Союзы Геройы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Валентина Терешкова "Быуындар Хәтере” исемле хәйриә фонды ойоштороп, ветерандарға аныҡ ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Хәйриә фондының төп символы булып ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәһе тора. Кем был сәскәне күкрәгендә йөрөтә, ул: ”Мин иҫләйем. Мин эшләйем. Мин ярҙам итәм”, - тип әйтергә хаҡлы.
Проекттың төп асылы булып Бөйөк Ватан һуғышы һәм башҡа һуғыш яугирҙарына хәйриә ярҙамы күрһәтеү тора. Уларға аныҡ ярҙам күрһәтеү маҡсатында финанс сығымдар йыйыу ҡаралған.
"Быуындар Хәтере” хәйриә фонды иҫәбенә аҡса күсерергә теләүселәр өсөн мәғлүмәт: (ОГРН 1157700007410) "Рәсәй һаҡлыҡ банкы” ААЙ-енең (1481-се һанлы Генераль лицензия Рәсәй Банкы тарафынан 2012 йылдың 8 авгусында бирелгән) барлыҡ бүлексәләрендә лә мөмкин, "Һаҡлыҡ банкы Онлайн” интернет-банк аша ла аҡса күсерергә була. Тулыраҡ мәғлүмәт –
гвоздика.рф. сайтында.

Митингылар үтәсәк
1941 йылдың 22 июне – Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Илебеҙ тарихындағы тап ошо дәһшәтле ваҡиға айҡанлы 22 июндә 11.00 сәғәттә Красноусолдың Геройҙар аллеяһы майҙанында митинг була.
Барлыҡ ветерандар ойошмаларын,  мәктәп уҡыусыларын, Красноусол халҡын сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митингылар райондың башҡа ауылдарында ла үтәсәк.
Ойоштороу комитеты.
Ҡыпсаҡтар йыйыла
27 июндә районыбыҙҙың өс ауылында ҙур байрамдар: Сәйетбабала – "Нәҫелдәр йыйыны”, Ҡауарҙыла – "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Ташбүкәндә Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре йыйыны үтә.
Ташбүкән – районыбыҙҙа ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған берҙән-бер ауыл. Ул Алатау, Ҡалыу, Бәштин, Таҡаты тауҙары араһындағы тиҫтәнән ашыу ауыл менән бер рәттән 1931 йылға тиклем Маҡар (элекке Кирәй-ҡыпсаҡ) волосына ҡараған.
Ҡыпсаҡтарҙың тәүге йыйыны 2011 йылда Ишембай районы Ҡолғона ауылында, 2-сеһе 2012 йылда Белорет районы Баҡый, 3-сөһө 2013 йылда Өмөтбай (Тау Мүскәһе), 4-сеһе былтыр Ишембай районының Иҫке Һәйет-Ҡолғона биләмәһендә уҙғарылды. Тап ошонда 5-се, йәғни йомғаҡлау эстафетаһы Ташбүкән биләмәһенә тапшырылды. Йыйында бер ыңғайҙан "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм "Шәжәрә байрамы” ла уҙғарылып, был тарихи-мәҙәни сара Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала.
Байрамға Кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғоман Мусин, "Урал” халыҡ үҙәге рәйесе Риф Иҫәнов, Кирәй-ҡыпсаҡтарҙың ырыу ҡорбашы Сабир Шәрипов, шағир Дамир Шәрәфетдинов, шулай уҡ ырыуҙың абруйлы, арҙаҡлы вәкилдәре, бүтән райондарҙан ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Халыҡ уйындарын, спорт ярыштарын, мәҙәни сараларҙы үҙ эсенә алған бай программа әҙерләнә.
Йыйынға кирәй-ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәрен, Ташбүкән, Ҡурғашлы ауылдарынан сыҡҡан яҡташтарҙы саҡырып ҡалабыҙ.
Байрам иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Дәриғәт РӘХИМОВ,
Ғафури районы кирәй-ҡыпсаҡтары ҡорбашы.
Шиғриәт бәйгеһен йомғаҡлау
18 июндә Район мәҙәниәт һарайында Мәжит Ғафуриҙың 135 йыллығына арналған шиғыр һөйөүселәр конкурсының йомғаҡлау туры үтә.
Сәғәт 11-ҙә башлана.

Тағы гөрләп торҙо Түлтебей
13 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

 1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөнә арнап балалар һабантуйы үткәреү Байымбәт ауылының матур бер йолаһына әүерелде. Олоһо ла, кесеһе лә был байрамды түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Бына инде дүртенсе йыл рәттән йәмле Түлтебей буйында балалар гөр килеп байрам итә. Быйылғы байрам Әҙәбиәт йылына һәм билдәле халыҡ шағиры, райондашыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналды. Шағирҙың тормош һәм ижад юлы сәхнәләштерелде, уның шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында конкурс үткәрелде. Алып барыусы Наҙгөл Ҡорманғолова һәр сығыш араһында М.Ғафуриҙың шиғырҙарын, мәҫәлдәрен уҡып ишеттерҙе.
Концерттан һуң барыһы ла уйын майҙанына таралышты. Бер урында Регина Салауатова бәләкәстәрҙе алыҫлыҡҡа йүгертһә, икенсе яҡта Сәүиә Мөхәмәтова көйәнтәләп һыу ташыу ярышын башлап ебәрҙе. Альмир Шәрипов тоҡ менән бәрештереп уйнатһа, Марат Салауатов тоҡ кейҙереп йүгертте.
Ниндәй һабантуй көрәшһеҙ үтә инде!?
Йыл да көрәш-селәребеҙҙе тәкәле итеүсе ауылыбыҙ старостаһы Әнүәр Ҡорманғолов был юлы
ла көрәш майҙанына тәкәһен килтереп бәйләне. Көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Оҫта судьяға әйләнгән Азат Садиҡов көрәш-селәрҙе ғәҙел баһалай. Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында иң көслөһө Инсаф Мырҙаҡаев булһа, башланғыс клас-тар араһында Динар Ҡорманғоловҡа етеүсе булманы. Өлкәнерәк көрәшселәр: Искәндәр Зәйнуллин – 3-сө, Илдар Ғәлин – 2-се урында булды. Ә төп бүләк - тәкәне  Алмаз Фәтҡуллин алды.
 Байрам һуңында балалар ҡаҙанда бешкән бутҡаны ауыҙ итеп, матур бүләктәр алып таралышты.
Ошо сараны үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн "Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдиновҡа, ауылыбыҙ депутаты Әнүәр Әбүбәкир улы Ҡорманғоловҡа, Өфө ҡалаһында йәшәүсе ағалы-ҡустылы Фәнил һәм Нәзиф Ишкиндарға, Мәүлиҙә Нәбиуллина, Гөлшат Ситдикова, Розалия Фәтҡуллина, Альмир һәм Миҙхәт Шәриповтарға, Сәүиә Мөхәмәтоваға һәм хат ташыусыбыҙ Фәрбиҙә Харисоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләһе йылдарҙа ла балалар һабантуйын бергәләп үткәрергә яҙһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Гөлфирә ИШКИНА.

Муллағәле күпере йәки Мәңге халыҡ хәтерендә
13 июля 2015 йыл | Хаттар

Һаралы    ауылында  ты-
уып үҫкән бер туған Рәхимовтар өсөһө лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, һуғыштың аҙағына тиклем дошмандарҙы тар-мар итеп, тыуған ауылдарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Нурғәле Йомағол улы Германияны еңгәндән һуң япон милитаристарына ҡаршы һуғышып, хәрби юлын 1947 йылда ғына тамамлай. Хажғәле Йомағол улы ла һуғыштың аҙағына тиклем була. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнәләр. Хәҙер мәрхүмдәр инде. Оло ағалары, атайымдың тормош һәм һуғыш юлы тураһында тәфсирләп һөйләп китергә теләйем.  
Муллағәле Йомағол улы 1938 йылдың авгусынан 1940 йылдың декабренә тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 5 авгусында һуғышҡа алына. Молдавияны, Венгрияны, Будапешты, Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ленинград оборонаһында була. Еңеү көнөн Вена ҡалаһында ҡаршылай. Ике тапҡыр яраланып, госпиталдә ятып сыға. "Ленинградты обороналаған өсөн", "Ҡаһарманлыҡ өсөн", "Гер-манияны еңгән өсөн", Ватан һуғышы ордены һәм бик күп юбилей миҙалдары түшен биҙәне. Атайыма быйыл март айында 100 йәш тулған булыр ине. 1997 йылда 82 йәшендә вафат булды.
Атайым ике ауылға русса һәйбәт белгән иң белемле кеше булған.  Һуғыштан ҡайтҡас, төрлө яуаплы эштәрҙә күңел биреп эшләй. Баҡый ауыл Советы рәйесе, "Еҙем" промартеле начальнигы, бер нисә йыл рәттән   сплав   начальнигы,   һатыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
Ауылда иң актив йәмәғәт эшмәкә-ре булды. Ғүмер буйы ауылдаштары уны депутат итеп һайланы. Иптәштәр судының алыштырғыһыҙ рәйесе лә - ул! 1944 йылдан партия ағзаһы.
Коммунист  булараҡ, бер генә партия йыйылышы ла унһыҙ үтмәне. Оҫта оратор, ғәҙел, тура һүҙле булды. Йыйылыштарҙа бөтә кәмселектәрҙе асыҡтан-асыҡ әйтеп тәнҡитләй торғайны. Яҙыу-һыҙыуға грамоталы булды. Ауыл халҡы ғаризамы, актмы яҙҙырырға уға килде. Бер генә миҫал. Ҡышын кемдеңдер бесәнен урлайҙар, иптәштәр суды рәйесе булараҡ, ата-йым аяҡ эҙе буйынса юллатып, бесән урлаған кешене тоторға ярҙам итә.
Ауыл     Советы     рәйесе     булып эшләгәндә Ҡалыу тауы аша һалынған элекке юл үтә текә булғанлыҡтан, халыҡҡа, бигерәк тә уҡыусы балаларға ла бик ҡыйынға тура килеүе сәбәпле, Баҡыйҙан Һаралыға яңы йәйәүле юл һалдырта. Яңы юл һалғанда Шешәнәк йылғаһы аша күпер төҙөттөрә. Ул күпер "Муллағәле күпере" тип йөрөтөлөп, оҙаҡ йылдар халыҡ күңелендә һаҡлана.
Атайым һуғыштан 1946 йылдың майында тыуған яғына ҡайта. Шул уҡ йылдың көҙөндә Баҡый ауылы һылыуына - Миңлекамал исемле ҡыҙға күҙ һала, ә ҡышын өйләнешеп тә ҡуялар. Атайым менән әсәйем 50 йыл бергә ғүмер кисереп, туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Шул хәтерҙә ҡалған: атайым оҫта шахматсы булды. Беҙҙе лә шахмат уйнарға өйрәтте. Педучилищела уҡығанда   Дәриғәт   ҡустым    менән Мәҙинә һеңлем шахмат буйынса ярышта ҡатнашып, призлы урындар алдылар. Кистәрен атайым шахматын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтыра ла Хәйрулла ағайҙарға шахмат уйнарға йөрөй торғайны.
Йылдар үткән һайын, бигерәк тә быйылғы Еңеү йылында атайым йыш иҫкә төшә. Башланғыс кластарҙа уҡығанда беҙгә ярҙам итеүе, миңә рәсем төшөрөргә булышыуын иҫләһәм, күңелемдә йылы тәьҫораттар уяна.
Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре олаталары тураһында иншалар яҙа, беҙ, уның балалары, атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алабыҙ.

Динә МЫРҘАБАЕВА,
уҡытыусы-ветеран.
Белорет районы,
Тимер юл ауылы.

Тимурсылар хәрәкәтенә ҡушылып…
13 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Бөгөн ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 103 яугирҙың береһе лә беҙҙең арала юҡ. 103 һалдаттың яртыһы яу ҡырында һәләк булһа, иҫән ҡайтҡандары ла гүр эйәһе булды…
Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙың ил аҡылы йыйған аҡһаҡалдары
һәм ағинәйҙәр матур ғына итеп
донъя йөгөн тартып йәшәйҙәр. Тимурсылар хәрәкәтенә ҡушылып, уҡыусыларым менән тыл һәм хеҙмәт ветераны Рәхмәтулла Хәмит улы Фәхриев йәшәгән йортҡа йүнәлдек.
Оло булыуына ҡарамаҫтан, күп йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көтә ул. Олатайыбыҙ беҙҙе ишек алдына уҡ сығып, йылмайып ҡаршы алды һәм йылы бөркөлөп торған йортона саҡырҙы.
     Эйе, Рәхмәтулла олатайҙың йорто бөхтә, матур, йылы. Үҙенең тырышлығы һәм балаларының ярҙамы ме-
нән өйөнә газ, һыу индерелгән. Бөгөнгө көнгә тиклем мал-тыуарын да, ҡортон да ҡараған…
Рәхмәтулла Хәмит улы 1931 йылдың 20 сентябрендә Уҫман ауылында хәлле генә ғаиләлә тыуған. Башҡаларға ҡарағанда хәллерәк, сөнки атаһы ла, әсәһе лә бик йүнсел булған. Олаталары Фәхри ҡарт кеүек, атаһы Хәмит тә ипле һүҙле, оҫта ҡуллы булһа, әсәһе Хәйерниса Сөләймән ҡыҙы мейес сығарыу оҫтаһы, оҫта тегенсе булған.
Кесе йәштән эшкә өйрәнеп үҫә олатай. Башҡа балалар кеүек, ул да ауыл осонда урынлашҡан башланғыс мәктәпкә уҡырға бара. Ҡәһәрле һуғыш осорондағы ҡыйынлыҡтар уның да иңенә төшкән. 12-13 кенә йәшендә ер эштәрендә: ете йыл ат менән һабан һөрөүҙә ҡатнаша, молотилка менән иген елгәртеүҙә теләп эшләй. 1951 йылда ауылдағы иң матур ҡыҙҙарҙың береһе Нәбирә Мөхтәр ҡыҙына өйләнә. Ҡыҙ ул ваҡытта ауылдағы фермала һарыҡ ҡарауҙа эшләгән. 1952 йылда Рәхмәтулла Хәмит улын әрме сафына алалар.
Төркмәнстанда 3 йыл да 3 ай пограничник булып хеҙмәт итеп, 1955 йылдың декабрендә ауылға ҡайтып төшә. Әрменән ҡайтыуына улы Миндулла ла үҫеп тора, ике йәштә була. Олатай тағы ла ең һыҙғанып, колхоз эшенә тотона: бригадир ҙа, келәт мөдире вазифаһын да башҡара ул.
1956 йылда халыҡ яйлап икмәккә туйына башлай, хеҙмәт көнөнә иген яҙалар. Әммә ауырлыҡтар бөтмәй әле. Рәхмәтулла Хәмит улына атаһын (80-дән уҙған), әсәһен, ауырыу апаһын ҡарарға тура килә. Ғаиләһендә лә бер-бер артлы балалар донъяға килә.
Иҫәп-хисапҡа шәп олатай бригадир, келәт мөдире, урман ҡарауылсыһы, халыҡтан һөт йыйыу эштәрен теләп башҡара. Уның намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте күп тапҡырҙар юғары баһалана. Ҡатыны Нәбирә Мөхтәр ҡыҙы 17 йыл буйына башланғыс мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Фәхриевтар туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә. Ауылдағы башҡа күмәк ғаиләләр кеүек, улар ҙа бөтә балаларын да уҡытып, кеше итеп, оло тормош юлына сығара.
Оло улдары Миндулла Өфө нефть эшкәртеү заводында намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, әле һаман эшен дауам итә. Ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтерҙе улар.
Миңлеғәлеләре ветеринар һөнәренә эйә була. Ғаилә ҡороп, биш малай үҫтереп, Ҡауарҙыла йәшәй.
Кесе улдары Миндель – ауылыбыҙҙың имамы. Ҡатыны Лилиә менән дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы матур тәрбиәләп, гөрләтеп донъя көтә. Балалары үҙе кеүек спортты яратып үҫте.
Ҡыҙҙары – Миңнира, Мөниә, Менәүәрә, Мәүлиҙә үҙ ғаиләләрен ҡороп, илгә намыҫлы хеҙмәт итәләр. Игеҙәктәре Ләлә менән Рәсимә лә балалар үҫтереп, ҡәйнә - өләсәй булып йәшәп яталар. Эйе, Рәхмәтулла Хәмит улының тормош юлы үкенерлек түгел.
Илебеҙгә төшкән ауыр һынауҙы ла, тырыш хеҙмәте менән башҡарған эштәрҙе лә еңеп сыҡҡан олатай бөгөнгө матур тормошҡа шатланып йәшәй. Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән ул. Ҡыҙғанысҡа күрә, Нәбирә инәй генә гүр эйәһе. 59 йыл бергә йәшәү осоронда улар шатлыҡтарҙы ла, әсе һынауҙарҙы күп күргән, күп һынаған.
Олатайҙың хәлен ҡалала йәшәүсе балалары көн дә телефондан шылтыратып һорашып торалар, яйы сыҡҡан һайын, атай нигеҙенә ҡайтырға тырышалар, ауылдағылары килеп ярҙам итәләр. Ә бөтәһе бергә йыйылһалар, бигерәк тә күмәк: ейән-ейәнсәрҙәре – егерме биш, бүлә-бүләсәрҙәре ун биш, кейәү-килендәрен бергә йыйһаң алтмышлап булып китә. Бына ниндәй ҙур ғаилә.
- Донъя матур, бөтә нәмә бар, тырышырға ғына кәрәк, тәүфиҡлы булығыҙ, донъялар тыныс булһын инде, - тип теләне ул.
Был юлы 2-се класс малайҙары Динар Вәлиев, Батыр Ғайсин һәм Фәим Исхаҡов олатайҙың урамын таҙартһалар, ә беҙ, 4-се класс ҡыҙҙары Илүзә Вәлиева, Рүзилә Ғәлимуллина, Алһыу Исхаҡова йорт эсендә ярҙамлаштыҡ. Һуңынан күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Лилиә ҒӘЛИМОВА,
уҡытыусы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 15