Эшҡыуар булам тиһәң…
13 июля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

15 – 27 июндә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе түбәндәге категория граждандар өсөн яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы бушлай белем алыу курстары ойошторола:
үҙ эшен асҡан, яңы эш башлаусы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары;
эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырырға теләүселәр;
уҡыу йорттарының сығарылыш курс студенттары;
эшһеҙ граждандар;
2014-2015 йылдарҙа бизнесын аяҡҡа баҫтырыуҙың башланғыс осорона тип финанс ярҙамы булараҡ субсидия алған эшҡыуарҙар.
Курстар  яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға бизнесты алып барыуҙы ойошторғанда нигеҙ булып торорлоҡ белем һәм күнекмәләр биреү маҡсатында ойошторола.
Курстар Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 50-се йортта, 3-сө аудиторияла уҙа, дәрестәр 15 июндән 27 июнгә тик-лем бара, 17.00 сәғәттә башлана.
Курстарға 2-18-72 телефон номерына шылтыратып, йәки район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенә мөрәжәғәт итеп яҙылырға була.

Библиобус тураһында
13 июля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Биләмә-ара китапханалар тарафынан халыҡҡа китапхана хеҙмәте күрһәтеүҙе ойоштороу, уларҙың китапхана фондтарын комплектлау һәм һаҡланғанлығын тәьмин итеү маҡсатында Муниципаль район хакимиәте Район мәҙәниәт һарайы муниципаль бюджет учреждениеһының "ГАЗель” микроавтобусы базаһында библиобус булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ҡарарға ярашлы, 0,5 водитель ставкаһы өҫтәлеп, штат расписаниеһына үҙгәреш индерелә. Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренә (Л.Б.Ғөбәйҙуллина)  Мәҙәниәт бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы менән берлектә китапханалар булмаған ауылдарға библиобустың йөрөү графигын әҙерләргә ҡушыла.
Библиобустың район ауылдарына
йөрөү графигы түбәндәгесә:
Ташлы, Мәндем, Толпарға – 1 июнь, 6 июль, 10 август, 14 сентябрь;
Ҡурғашлы, Ташбүкәнгә - 8 июнь,
13 июль, 17 август, 21 сентябрь;
Туғайға (Үтәк а/с) – 15 июнь, 20 июль,
24 август, 28 сентябрь;
Архангелка, Ҡарағай, Ҡормантауға – 22 июнь, 27 июль, 31 август, 5 октябрь;
Рус Саскүленә - 29 июнь, 3 август,
7 сентябрь, 12 сентябрь.

Пенсиялар алдан таратыла
13 июля 2015 йыл | ---

12 июнь – Рәсәй көнө байрамы һәм 13, 14 июндәге ял көндәре менән бәйле, пенсияларҙы һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе илтеп биреү айырым график буйынса атҡарыласаҡ.
Пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе "Рәсәй Почтаһы” ФДУП-ы аша алыусылар май пенсияһын килтергәндәге поручениеларҙан  июндә ҡасан таратыласағы хаҡында белде лә инде. Үҙгәрештәр 10 – 14 июндә алыусыларға ҡағыла, улар түләүҙәрҙе билдәләнгән ваҡыттан иртәрәк аласаҡ.

День прокуратуры
06 июля 2015 йыл | Хоҡуҡ

Со дня выхода указа Петра I, учредившего «око государево», как именовали тогда службу прокуратуры, исполнилось 293 года. На всем протяжении истории главной функцией прокуратуры остается обеспечение верховенства закона, перед которым, как известно, все равны.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15