НАТО Төркиәгә ярҙам итерме?
29 июля 2015 йыл | Сәйәсәт

Төркиәнең Сүриәгә ҡаршы һауанан һөжүм итә башлауы һәм икенсе фронт асып, НАТО көстәрен йәлеп итергә ынтылыуы, АҠШ менән Куба араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙең яйлана төшөүе, Франция парламенты депутаттарының Мәскәүгә һәм Ҡырымға килеп ҡайтыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.
Ике яҡлы фронт
28 июлдә Брюсселдә НАТО илдәренең махсус вәкилдәре ашығыс кәңәшмәгә йыйылды.  Төп сәбәп - Төркиәнең НАТО-нан ярҙам һорауы. Билдәле булыуынса, Төркиә Европа Союзында ағза булып тормаһа ла, күптән НАТО ағзаһы. Шуға ла төнъяҡ альянс етәкселегенән ярҙам һорамаҡсы булды. Төркиә полицияһы киң масштаблы махсус операция башланы һәм ул  терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән. Ҡоро ер хәрби операцияһынан тыш Төркиә Сүриәне һауанан утҡа тота башланы. Сүриәнең Төркиә менән сиктәш райондарында "Ислам дәүләте” боевиктарының базалары урынлашҡан. Төркиә был боевиктарҙың күпләп үҙ иленә үтеп инеүенән шөрләй. Шул уҡ ваҡытта Төркиә Президенты Тайып Эрдоганды "Ислам дәүләте” боевиктары менән йәшертен бәйләнеш тота икән, тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй. Ул боевиктар ҡулы менән үҙенең ике төп дошманын – курдтарҙы һәм Сүриә Президенты Бәшәр Әсәдте төп башына ултыртырға ниәтләнә. Бәшәр Әсәд иһә үҙ армияһын тулыландырыу маҡсатында хеҙмәттән ситләшеүселәр өсөн амнистия иғлан иткән һәм Сүриәләгеләр өсөн 30 көн, сит илдәргә ҡасып сығып китеүселәр өсөн 60 көн ваҡыт биргән. "Дизертирҙар”ошо арауыҡта власть вәкилдәренә килеп баш һалырға тейеш. Ә Төркиә полицияһының киң масштаб-
лы операция башлауы 21 июлдә булып үткән терактҡа бәйле. Теракт һөҙөмтәһендә 30 кешенең ғүмере ҡыйылды. Төркиәлә һуңғы тиҫтә йылдағы иң ҙур теракт был. Ошоноң менән бәйле Төркиә үҙ биләмәһендәге АҠШ хәрби базаларына Сүриәне һауанан утҡа тотоуҙы рөхсәт итте. Быға тик-лем АҠШ Төркиә биләмәһендәге хәрби базаларын техника ремонтлау һәм разведка өсөн генә файҙалана ине. Хәҙер иһә НАТО көстәре лә Төркиә хәрбиҙәренә ярҙамға килһә, Анкара бер атыуҙа ике ҡуянды юҡ итергә ниәтләнә. Берҙән, ул "Ислам дәүләте” боевиктарын көсһөҙләндерһә, икенсенән, эске дошманды – курдтарҙы "ауыҙлыҡлап” алырға  өмөт итә. Тик быға юл ҡуймаҫтар шул. НАТО-ның Генераль секретары Йенс Столтенбрг төнъяҡ альянс көстәрен эске проблемаларҙы – курдтарға ҡаршы көрәш өсөн файҙаланыуҙы тыйҙы. Германия канцлеры Ангела Меркел шулай уҡ курдтар мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһаны. Төркиә Премьер-министры Әхмәт Давутоглу курдтарҙың төп хәрби көстәре урынлашҡан Ираҡҡа ҡаршы һөжүм башларға ынтыла. Президент Тайып Эрдоган да уның был ниәтен хуплай. Уларҙың икеһе лә курдтарҙың көсәйеп китеүенән шөрләй. Быйыл булып үткән парламент һайлауҙарында курдтар өҫтөнлөк иткән Халыҡ демократияһы партияһы 10 процент барьерҙы үтеп, парламентҡа үтеп инде һәм Тайып Эрдоганға бер фирҡәле (Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы) Хөкүмәт ойоштороуға ҡамасауланы. Шуға ла Төркиә етәкселеге хәрби көс менән "Ислам дәүләте” боевиктарына ҡаршы көрәшеү һылтауы менән курдтарҙы көсһөҙләндереүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
"Азатлыҡ утрауы”
азатлыҡҡа ынтыла
АҠШ менән Куба араһында дипломатик мөнәсәбәттәр яйланырға тора. Президент Барак Обама үҙе власта саҡта быны эшләп ҡалырға ашыҡҡанға оҡшай. Ни өсөн тигәндә, илдең оппозицияһы уны тышҡы сәйәсәтте дөрөҫ алып бармауҙа гел тәнҡитләп килде. Ошоға яуап итеп ул Куба менән мөнәсәбәттәрҙе нығытып ҡалырға ниәтләнә. Июль айында ике ил араһында илселектәр булдырыу тураһында ла һүҙ булды. АҠШ менән Кубала илселектәр бөтөрөлөүгә лә 54 йыл ваҡыт үтеп киткән. 2016 йылда Барак Обама эш сәфәре менән Кубаға барырға йыйыныуын белдергән. Әле ике ил араһында банк системаһын яйға һалыу эше башланған. Юғиһә быға тиклем ике ил араһындағы сауҙа бәйләнештәренең финанс системаһы өсөнсө ил аша башҡарыла ине һәм был тауар хаҡтарында ла кире сағылыш тапмай ҡалманы. Бынан ары Вашингтон менән Гавана араһындағы тауар әйләнеше күләме артыр тип көтөлә. АҠШ Кубаны терроризмға булышлыҡ итеүсе илдәр исемлегенән һыҙып ташлауы ла ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйларға булышлыҡ итте. Ҡыҫҡаһы, ут күршеләр булған, ҡапма-ҡаршы ҡоролошло был ике дәүләт араһында өр-яңы этап башланырға тора. "Азатлыҡ утрауы” тип нарыҡланған илдең ысын мәғәнәһендә азатлыҡҡа ынтылыу күренеше был.
Француздар Ҡырымға килде
23 июлдә Мәскәүгә Франция парламенты депутаты Тьерри Мариани етәкселегендәге делегация килде. Башта улар Дәүләт Думаһы эшмәкәрлеге менән танышты, парламент спикеры Сергей Нарышкин менән фекер алышты. Һуңынан улар Ҡырымға юлланды. Франция депутаттары Ҡырымдағы хәлде үҙ күҙҙәре менән күргәндән һуң ярым утрауҙың Рәсәйгә законлы ҡушылыуын билдәләнеләр.Улар ҡайтып, күргән-кисергәндәрен үҙ илдәрендә лә, Европа парламентында ла һөйләйәсәк. Тик бына Украинала ғына быны һөйләй алмаясаҡтар. Сөнки Украина Юғары Радаһы Ҡырымға килеп ҡайтыусы Франция депутаттарын үҙ иленә индереүҙе тыйҙы. Шулай итеп, Европаға ынтылған, Европаса йәшәргә уҡталған Украина үҙҙәрендәге демократияның Европаса түгеллеген иҫбатланы ла ҡуйҙы.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

Ваҡытынан алда яҙылыу башланды
29 июля 2015 йыл | Матбуғат


Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға Рәсәй Почтаһы алдағы, 2016 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға әлеге хаҡ менән ваҡытынан алда яҙылыу башланыуы хаҡында хәбәр итте.
Бирелгән мөмкинлектән файҙаланып, гәзиткә ваҡытынан алда яҙылыу күпкә отошло булыуына  һуңғы подписка мәлендә күптәребеҙ үҙ миҫалында инанды, шикелле. Шуға ла гәзитебеҙҙең даими уҡыусылары был юлы ла 31 авгусҡа тиклем "Табын”ға әлеге хаҡҡа яҙылып, әҙме-күпме аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдырыр, тип ышанабыҙ. 31 авгусҡа тиклем киләһе йылдың беренсе яртыһы өсөн "Табын”ға 683 һум 28 тингә (индексы 50675), ә пенсионерҙар  632 һум 88 тингә (индексы 06075) яҙыла ала.
Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.

Мохтаждарға фатир бирелде
29 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Красноусол ауылындағы Баҡса урамында етемдәргә һәм ҡараусыһын юғалтҡан етемдәргә торлаҡ сертификаттары тапшырылыуы хаҡында гәзитебеҙҙә хәбәр иткәйнек инде. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Рахманғолов,
район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире Елена Жукова һәм башҡа яуаплы етәкселәр ҡатнашты.

Районда етемдәрҙе һәм ҡараусыһын юғалтҡан етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү бу-йынса ҙур эш башҡарыла. Мәҫәлән, 2013 йылда Красноусолдың Фрунзе урамында урынлашҡан йорт файҙаланыуға тапшырылып, 18 социаль етемгә фатир асҡыстары тапшырылғайны. Былтыр иһә Свердлов урамында икешәр фатирлы ике йорт һәм 39 фатирлы өс ҡатлы йорттан фатирҙар бирелде. Шулай итеп былтыр йәмғеһе 33 социаль етем фатирлы булды. Былтыр июнь айында районыбыҙға эш сәфәре барышында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та был йорттар төҙөлөшө менән танышып киткәйне. Шул килеүендә ул Баҡса урамындағы социаль йорт төҙөлөшө барышы менән дә танышты. Баҡса урамында төҙөлөш башланыуға бер йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт уҙҙы һәм төҙөүселәр уны файҙаланыуға ла тапшырҙы. "Стройцентр” йәмғиәте төҙөүселәре был йортто яңы төҙөлөш материалынан – пенобетон блоктан төҙөнө. Өс ҡатлы йорттағы 24 фатир етемдәргә һәм ҡараусыһын юғалтҡан етемдәргә тапшырылды.
- Хөкүмәтебеҙ үҙ граждандары хаҡында ныҡлы хәстәрлек күрә – һеҙгә бушлай фатирҙар бирә. Һеҙ ҙә бындай иғтибарға лайыҡлы тормош һәм тырыш хеҙмәт менән яуап бирерһегеҙ тип ышанам. Яңы йортоғоҙ ыҡсым, матур һәм уны шундай хәлдә тоторға булһын. Йорттоң эске яғын да, тышҡы күренешен дә тәртиптә тотоу һеҙҙең бурысығыҙ, был йорт тулыһынса һеҙҙеке. Фатирлы булыуығыҙ менән ҡотлайым һәм шатлығығыҙҙы ихлас уртаҡлашам, - тине тантанала сығыш яһап Фуат Зәки улы.
Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, опека һәм попечителлек секторы мөдире Елена Жукова ла үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан уларҙың һәр береһенә торлаҡ сертификаты тапшырылды. Һәр кем үҙ фатиры менән танышып сыҡты. Бер бүлмәле фатирҙарҙа һыу, электр энергияһы бар, газ плитәләре лә урынлаштырылған. Яҡты, иркен бүлмәләрҙә рәхәтләнеп йәшәргә була. Һәр бүлмә 33 квадрат метр майҙанды биләй. Ҡыҫҡаһы, төҙөүселәр барлыҡ уңайлыҡтар булдырған һәм ҡыуанып йәшәргә генә ҡала. Әйткәндәй, был йорт эргәһендә ошондай тағы бер йорт төҙөлә һәм уныһы ике подъезлы  буласаҡ. Төҙөүселәр был объектты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ниәтләнә. Тимәк, өй туйлаусылар тағы ла буласаҡ әле.

С. Тимеров.

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
29 июля 2015 йыл | Яңылыҡтар

Һалым инспекцияһы семинар үткәрә
Һалым инспекцияһы бөтә һалым түләүселәрҙе "Һалым түләүселәрҙең "Һалым түләүсе-шәхси эшҡыуарҙың шәхси кабинеты” сервисында теркәлеү һәм уға мөрәжәғәт итеү тәртибе. Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты сервисының 3-НДФЛ декларацияһы йүнәлешендәге яңы мөмкинлектәре тураһында. Мәғлүмәт алыу буйынса берҙәм телефон номерының эше тураһында”ғы  мәсьәләләр бу-йынса үткәреләсәк семинарға саҡыра.
Семинар 30 июлдә иртәнге сәғәт 10-да һалым инспекцияһының территориаль участкаһында (Октябрь урамы, 2а)  үтәсәк.
3-сө район-ара һалым инспекцияһы.
Пенсиялар ваҡытында түләнә
Пенсия фондының республика бүлексәһе матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, июль айы өсөн социаль түләүҙәр һәм пенсиялар түләү графикка ярашлы 24 июлдә тамамланды. Пенсия фондынан барлығы 1млн. 133 мең кеше пенсия, 349 мең кеше айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, 101 мең кеше федераль социаль түләүҙәр ала.  Йыл башынан бындай түләүҙәргә 90 млрд. һум аҡса бүленгән. Пенсия фонды бүлексәһе управляющийы Фоат Хантимеров белдереүенсә, рес-публика ҡала һәм райондарында йылдың-йылы 80 меңдән ашыу кешегә пенсия тәғәйенләнә.
Граждандарҙы дистанциялы шәхси ҡабул итеү
Хөрмәтле Ғафури районы һалым түләүселәре! Һалым инспекцияһы һалым түләүселәрҙе видеоконференция тәртибендә ҡабул итеү уҙғарылыуы тураһында хәбәр итә.
Граждандарҙы дистанциялы ҡабул итеүҙе Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Филарит Ихсан улы Зәлилов уҙғара.
Һеҙҙе 31 июлдә 15.00 сәғәттән 17.00-гә тиклем инспекцияның территориаль участкаһында (адресы: Октябрь урамы, 2а) көтәбеҙ.

Рәхмәтебеҙ ҙур
29 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тигәндәре дөрөҫ икән. 31 майға ҡарай төндә йортобоҙға ут тоҡанып, эргәләге бәләкәс өйөбөҙҙө, мунсаны ла күҙ асып йомғансы ялмап алды. Ауылдаштарыбыҙҙың ярҙамы менән янғынды һүндерҙек. Ләкин бер ниндәй ҡаралтыны ла ҡотҡарып ҡала алманыҡ. Беҙ эске кейемдәр менән генә урамда тороп ҡалдыҡ.
Беҙҙең Толпар ауылында берҙәм халыҡ йәшәй. Ниндәй генә бәлә-ҡаза килмәһен, һәр береһе бер һүҙҙән ярҙам ҡулы һуҙа. Ил төкөрһә, күл була тигәндәй, һәммәһе лә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Күршелә торған туғандарыбыҙ Миңниса менән Марс Кинйәбаевтар ваҡытлыса үҙҙәренә йәшәп торорға индерҙе. Фәниә менән Риф Ваһаповтар үҙебеҙгә күсереп һалырға бәләкәй өйҙәрен бирҙе. Фәнис Сөләймәнов һәм Таһир Яҡшыбаев таҡта йүнләне. Бөтә ауыл халҡы кейем-һалым, яҫтыҡ-түшәктәр, һауыт-һабалар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа донъя кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итте. Аҡсалата ла ярҙам күрһәттеләр, өйҙө төҙөшөүҙә ҙур ярҙам тойҙоҡ. Ниһайәт, күптән түгел генә (10 июлдә) дөйөм  тырышлыҡ менән һалынған үҙ өйөбөҙгә сыҡтыҡ.
Ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ кешеләргә: күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға, туғандарға, дуҫтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бер кемгә лә бындай бәлә-ҡаза күрергә яҙмаһын. Беҙгә күрһәткән ярҙамдары үҙҙәренә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын. Барығыҙға ла имен тормошта һау-сәләмәт йәшәргә яҙһын.
Фәймә һәм Илдус Кинйәбаевтар.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15