Хәйерле сәғәттә, игенсе!
27 июля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

"Урожай” крәҫтиән хужалығында районда тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштөләр
Комбайнсылар - Рәшит Яҡупов, Рәмзил Сәғитов, Альберт Мөхәмәтҡолов өс "Дон” комбайнында башта  кәзә үләне орлоғон һуҡтырып алып, яҫмаларға һалынған арыш баҫыуы уңышын йыя башланы.  "МТЗ-82” тракторына тағылмалы урғыс тағып Виктор Евдокимов арышты яҫмаларға һала. Тәүге көндәрҙә өс комбайн баҫыу иңләһә, һуңғараҡ уларға Камил Шәрәфетдинов идара иткән "Дон” комбайны ла өҫтәлде. Шулай итеп, хужалыҡтағы дүрт "Дон” комбайнына барлығы 2600 гектар майҙанда үҫтерелгән уңышты йыйып алыу бурысы тора. Тик көндәрҙең бер аҙ болоҡһоп, яуынлап тороуы ғына ыратып эшләп китергә ҡамасаулай.
- Көндәр аяҙ тороп, техника һынатмаһа, үҫтерелгәнде юғалтыуһыҙ һәм үҙ ваҡытында йыйып алырбыҙ тип ышанам, - ти хужалыҡ етәксеһе Нәжип Хисаметдинов.

Кандидаттар теркәү бара Территориаль һайлау комиссияһы белдерә
27 июля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

2015 йылдың 17 июнендә, раҫланған планға ярашлы, БР Ғафури районы муниципаль районының ауыл биләмәләре Советтарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Биләнергә тейешле 149 мандатҡа 322 дәғүәсе документ тапшырҙы. Шуларҙан 165 кеше – үҙ-үҙен күрһәтеүсе, "Берҙәм Рәсәй” партияһынан – 149 кеше, КПРФ-тан – 5, ЛДПР-ҙан – 3, "Ғәҙел Рәсәй”ҙән 1 кеше.
Әлеге ваҡытта урындағы Советтарҙа депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү буйынса әүҙем эш бара. 24 июлгә ҡарата 306 кеше теркәлеү үтте лә инде.
Римма ШӘРИПОВА,
Территориаль һайлау комиссияһы секретары.

яңылыҡтар
27 июля 2015 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Бөгөн Яңғыҙҡайын ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыла.
* 24 июлдә Красноусолдағы Баҡса урамындағы  17-се йорттан етем ҡалған һәм ҡараусыһын юғалтҡан етемдәргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Тиҙҙән улар өй туйлаясаҡ.
Башҡортостанда
* Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
* Танылған режиссер Айнур Асҡаров "Ихлас күңелдән Өфөнән!” исемле фильм төшөрә башлаған.
* Кушнаренко районы Талбаҙы ауылында көслө ел ғәрәсәте һөҙөмтәһендә 40-тан ашыу объект, шул иҫәптән 27 торлаҡ йорт ныҡлы зыян күрә. Ғәрәсәттән күрелгән зыяндың дөйөм суммаһы өс миллион һумдан ашыу.
* "Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте акрил кислотаһы комплексы төҙөү өсөн Милли именлек фондынан 26,6 миллиард һум аҡса йәлеп итергә планлаштыра. Был проекттың дөйөм хаҡы 38,9 миллиард һумлыҡ. Был төҙөлөштө 2016 йылдың өсөнсө кварталында тамамлау ҡаралған.
Рәсәйҙә
* 20 июлдә Төмән – Ханты-Манси автомобиль юлындағы  30 метр юл полотноһы  көслө яуым-төшөм һөҙөмтәһендә йыуыла һәм был йүнәлештә хәрәкәт ваҡытлыса ябыла.
* 24 июлдә Ҡазан ҡалаһында һыу спорты буйынса донъя чемпионаты башланды. Бындай төрҙәге ярышты илебеҙ үҙ тарихында беренсе тапҡыр ҡабул итә.
Донъяла
* АҠШ Президенты Барак Обама ут күршеләре, быға тиклем ҡан дош-ман булып иҫәпләнгән, һуңғы йылдарҙа ғына мөнәсәбәттәре бер ни тиклем яйлана төшкән Кубаға рәсми эш сәфәре менән барырға йыйына.
* Украинаның "Уң көстәр” радикал ҡарашлы милләтселәре етәксеһе Дмитрий Ярош үҙ ҡул аҫтындағыларҙы асыҡтан-асыҡ бөгөнгө власҡа ҡаршы сығырға саҡырған.

Ҡауарҙының оло байрамы
27 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Йәмле йәйҙең бер көнөндә Ҡауарҙы ауы-лында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы булып үтте. Ауыл байрамында район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, "Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитов, ошо ауылдың абруйлы шәхесе Фәнил Мәжитов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ололоҡлап ҡаршы алдылар. Милли кейемдәге һыбайлы егет һәм ҡыҙ оҙатыуында ҡунаҡтар ауылдың нәҫел аралары әҙерләгән һый-ниғмәттән ауыҙ итте, тормош-көнкүрештәре менән танышты. Ҡабыҡ араһы, Теүәш араһы, Шайморатов урамында йәшәүселәр һәр береһе өҫтәл әҙерләп, ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алды.
Шайморатов урамында йәшәүселәр барыһын да уҙҙырҙы, тип әйтергә мөмкин. Был урамда йәшәүселәргә ут күршеләре – Архангел районы Убалар ауылынан "Гөлнәзирә” фольклор ансамбле лә килгән ине. Ҡунаҡтарҙың сығышы байрамдың бер биҙәге булды. Ошо урамда йәшәүсе, ауыл оҫтаһы Илгизәр Ғәлиндың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны.
Һуңынан ҡунаҡтар ошо урамда йәшәүсе Миңзилә һәм Фәнзил Сөлймәновтарҙың йортонда булды.
Был ғаилә дүрт бала үҫтерә. Үҙҙәренең көсө менән ҙур, иркен ике ҡатлы йорт һалып ингәндәр. Торғаны бер хан һарайы, тиерһең Сөләймәновтарҙың йортон. Хужа кеше үҙе ағас эше менән кәсеп итә – бура бурап һата, таҡта
быстырыу цехында төрлө заказдар үтәп аҡса эшләй. Уларҙың иркен донъяһы менән танышҡандан һуң, ошо уҡ урамда йәшәүсе Луиза менән Азат Исмәғилевтар йортона юлландыҡ.
Сөләймәновтар кеүек, Исмәғилевтар ҙа сағыштырмаса йәш ғаилә иҫәпләнә. Исмәғилевтар ғаиләһендә өс бала үҫеп килә. Был ғаиләнең төп шөғөлө - ҡортсолоҡ. Бәрәңге баҡсаһы урынында буйҙан-буйға умарталар теҙелешеп киткән. Ике ҡатлы йорттары зауыҡ менән биҙәлгән. Йорттарының бер бүлмәһен музей формаһында йыһазлағандар. Был бүлмәлә барыһы ла боронғоса ҡулдан эшләнгән. Эстән ап-аҡ итеп эшкәртелгән һөйән бура бүлмәгә үҙенсәлекле йәм бирә. Боронғо һикегә ҡулдан һуғылған балаҫтар түшәлгән, стенала ла шундай уҡ күренеш. Йәш йүкә сәскәһе бүлмәгә хуш еҫ тарата. Эргәләге бүлмә иһә заманса итеп йыһазландырылған. Сит ил отелдәренән бер ҙә ҡайтыш түгел. Ҡыҫҡаһы, Сөләймәнов менән Исмәғилевтарҙың тырышлығына, матур итеп йәшәй белеүҙәренә һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡунаҡтар уларға изге теләктәрен еткерҙе.
Байрамда яугирҙар ҙа иҫкә алынды. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы депутаты Фаяз Мәжитов, тыл ветераны, 89 йәшлек Тәнзилә Йәнешева Ҡауарҙы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскә гөлләмәләре һалды, бер минут тын ҡалып, яугирҙарҙы иҫкә алды.
Артабан килгән ҡунаҡтарҙы Мәктәп урамында йәшәүселәр йыр-моң менән ҡаршы алып, һый-ниғмәт тәҡдим итте. Ә был арала төп байрам сараһы уҙасаҡ иркен ялан гөр килә ине. Сауҙа рәттәре, тирмәләр теҙелеп киткән, төрлө ярыштар уҙғарыу өсөн спорт майҙансыҡтары булдырылған. Сәхнә тирәһе лә гөж килә, тирмәләр артында ҡаҙан аҫылып, йәш иттән боҫрап аш бешә. Егәрле еңгәйҙәр йүгерешеп самауырын борҡолдата. Күптән күрешмәгән дуҫ-иштәр ҡосаҡлашып күрешә, бер-береһенең хәл-әхүәлен һораша. Олораҡ быуын йәш саҡтарында уҙғарылған ауыл һабантуйын иҫкә төшөрөп гәпләшә. Уҙған быуаттарҙа уҙғарылған һабантуйҙарҙан айырмалы рәүештә, был байрамда тирмәләрҙең күплеге барыһын да хайран итте. Һәр тирмә үҙенсәлекле итеп биҙәлгән. Ҡалмырҙиндар үҙҙәренең ҡалын нәҫелдән икәнлектәрен күрһәтергә теләпме, тирмәне бик ҙурҙан ҡорған, үҙҙәренең нәҫел шәжәрәһен дә яҙып элгәндәр. Ғөмүмән, Ҡауарҙыла һәр нәҫел тиерлек үҙ нәҫел шәжәрәһен төҙөп, тирмә эргәһенә урынлаштырған. Зәйнилбәшировтар, Әбелғужиндар, Табынғоловтар, Муллагилдиндар, Абдуллиндар, Мәжитовтар тирмәләре береһенән-береһе сағыуыраҡ, матурыраҡ итеп биҙәлгән.
Муллагилдиндар нәҫелендә һунарсы барлығы тирмә тышынан уҡ күренә. Тирмә ишеге яҡлап айыу ҡарасҡылары, эс яҡлап төрлө йәнлек тиреләре урын алған. Мәжитовтар тирмәһе лә матурлығы, зауыҡлығы менән айырылып тора. Шәжәрәләре лә бик бай йөкмәткеле итеп төҙөлгән.
Тирмәләр менән танышып сыҡҡандан һуң байрамдың тантаналы өлөшө башланып китте. Фәнил хәҙрәт Басиров Ҡөрьән сүрәләре уҡып, байрамға фатиха биргәндән һуң, тәүге һүҙ Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ҡужинға бирелә. Ул үҙ сығышында төбәктәге ыңғай үҙгәрештәрҙе атап үтте, халыҡтың көндән-көн етешерәк йәшәргә тырышыуын билдәләне.
- Иркенләп байрам итер өсөн һеҙҙең мөмкинлектәргеҙ бар. Өфө эргәһендәге Булгаково ҡасабаһындағы ише күркәм йорттар һалып инәһегеҙ, күпләп мал аҫрайһығыҙ, умарта тотаһығыҙ. Бөгөнгө байрамдың әһәмиәте бик ҙур. Нәҫелдәр, туғандарҙың бер-береһе менән аралашыуы туғанлыҡтың ҡәҙерен нығыраҡ белергә ярҙам итә. Һоҡландырырлыҡ байрам ойошторғанһығыҙ, уңыштар һеҙгә, - тине үҙ сығышында Рәмил Зәкәриә улы һәм бер төркөм алдынғыларға район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.
Ауыл старостаһы Рим Насиров үҙ сығышында Ҡауарҙы ауылы тарихы менән таныштырҙы. Ғәлинур Ҡалмырҙин ауылдаштарын ҡотлап, тыуған ауылына арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Артабан һүҙ ошо ауылдың арҙаҡлы уҙамандары – Фаяз Харис улы менән Фәнил Хажигәрәй улы Мәжитовтарға бирелде. Район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов Ҡауарҙы ауылы халҡын күркәм байрамдары айҡанлы ҡотлап, бер төркөм алдынғыларға район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Район мәғариф бүлеге начальнигы Зөһрә Әхтәмова ла ауылдаштарына изге теләктәрен еткерҙе, Ҡауарҙы мәктәбенең уҡыу алдынғыларын тәбрикләне.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде. Ошо ауылда тыуып үҫкән сәхнә йондоҙҙары байтаҡ. Ришат Ҡалмырҙиндың өҙә баҫып бейеүе, Хызыр Нәзировтың "Ҡауарҙы” йырын башҡарыуы, Юлай Аҙнағолов, Гөлфирә Бәширова, Зилара Бикбова, Нәсимә Хәмзинаның моңло йырҙары алҡыштарға күмелде. Ошо ауыл егете, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Филүс Ҡалмырҙинды ла алҡышлап ҡаршы алдылар. Башҡортостандың халыҡ артисы, ошо ауыл кейәүе Рәүис Заһитов сәхнәгә сығып баҫҡас, барыһы ла геү итеп ҡалды. Уны ҡат-ҡат һорап йырлаттылар. Ә йәш сәхнә йондоҙо, ошо ауыл егете Радик Юлъяҡшинды йәштәр араһында белмәүселәр һирәктер. Уның дәртле йырҙарына өлкәндәр ҙә ҡушылып бейене. Әйткәндәй, Радик Юлъяҡшин был көндө, дөрөҫөрәге төндө ауылдаштарына бағышлап, таң атҡансы дискотека уҙғарып, халыҡтың күңелен асты. Уға сәхнәләш дуҫтары, күренекле йырсылар – Ғайсар Миңлеғолов, Айнур Мансуров, Ильяс Кинйәғолов, МС Баш та ҡушылып, күңелдәрҙе елкендереп халыҡты ял иттерҙе.
Байрам барышында төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнеп, уларға бүләктәр тапшырылды. Бына улар:
"Иң матур ихата” – Луиза менән Азат Исмәғилевтар;
"Иң матур йорт” - Миңзилә менән Фәнзил Сөләймәновтар;
"Иң күп мал аҫраусы” – Гүзәл Әбелғужина;
"Өлгөлө ғаилә” – Фәүзиә менән Әхәт Аҡмырҙиндар, Миңзилә менән Мәүлембирҙе Нәзировтар;
"Иң оҫта ҡуллы ир-егет” – Илгизәр Ғәлин;
"Иң оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ” – Әнисә Сурағолова;
"50 йыл бергә йәшәүселәр” – Тәнзилә менән Рим Насировтар, Миңнира менән Миңнулла Хәйретдиновтар, Винера менән Миндел Әбелғужиндар;
"Иң күп ҡорт тотоусы” – Азамат Әлмөхәмәтов;
"Иң күп балалы ғаилә” – Индира менән Мансаф Юлъяҡшиндар, Алһыу менән Илгиз Мөхәмәтдиновтар;
"Иң оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ” – Тәнзилә Йәнешева, Миңлегөл Бекетбаева;
"Иң оло ғаилә” – Сәғиҙә менән Сәйәх Баязитовтар;
"Иң йәш ғаилә” – Нурсилә менән Байрас Дәүләтбаевтар;
"Иң йәш бала” – Гөлсиә менән Юлай Аҙнағоловтарҙың ҡыҙҙары.
"Иң һәйбәт уҡыусылар” – Гөлназ Бәширова, Айгиз Әбелғужин, Резеда Вәлитова.
Байрамда төрлө спорт ярыштары, халыҡ
уйындары ла ойошторолдо. Көйәнтәләп һыу ташып ярышыу, туҫтаҡтағы ҡатыҡ эсенән тәңкә эҙләү, тоҡ менән дәғүәсеңде баҡан өҫтөнән бәреп төшөрөү һ.б. уйындарҙа халыҡ теләп ҡатнашты. Футбол, волейбол ярыштары ла сәмле барҙы. Ир-егеттәр араһында гер күтәреүҙә Урал Муллагилдин еңеүсе булды. Илмир Талипов менән Ирек Муллагилдин икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Уҡыусылар араһында гер күтәреүҙә Илсур Исхаҡов үҙенең көслө икәнлеген иҫбат итте. Сыңғыҙ Ниғмәтуллин – икенсе, Илназ Зөлҡәрнәев өсөнсө урынды алды. Милли көрәштә ауылдың "Ҡамыр батыр” ҡушаматлы көрәшсеһе, районға киң билдәле спортсы Рифат Исхаҡов елкәһенә тәкә һалды. Уҡыусылар араһында барған көрәштә Айтуған Абдуллин барыһын да еңеп, икенсе тәкәнең хужаһы булды. Дөйөм алғанда, байрам бик матур һәм күңелле уҙҙы. Ҡауарҙы халҡына иркенләп байрам итергә томра эҫе лә ҡамасау була алманы. Бындай байрамды уҙғарып торорға кәрәк икән, тип таралышты халыҡ.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

Алтын ҡуллы хирург, баҡсасы һәм… шағир
20 июля 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

- …5-6-сы кластарҙа уҡып йөрөгәндә һеңлемдең аяғының быуыны сыҡты. Һыҙлауына түҙә алмай илай. Ул саҡта
ауылда билдәле быуынсы Та-йып бабай бар ине. Уға кем менән, нисек  барғанды аныҡ ҡына хәтерләмәһәм дә, Тайып бабай аяғын бер аҙ һыпырып, ыуып алғандан һуң һеңлемдең илауынан туҡтап, аҙаҡтан әкренләп кенә үҙ аяғы менән атлап ҡайтҡанын асыҡ иҫләйем. Икенсе көнөнә инде һин дә мин йүгереп уйнап йөрөй ине. Ана шул саҡта уҡ миндә Тайып бабай кеүек кешеләрҙең хәлен еңеләйтеүсе табип булырға ине, тигән хыял бөрөләнде, шикелле. Атайымдың сирләп, 45 йәшендә генә вафат булыуы ныҡлы этәргес булды. Яҡшы табип-хирург булһа, уның ғүмерен оҙайтып булыр ине, тип уйлай инем. Мәктәптә "Кем булырға?” тигән инша яҙҙырһалар, мин һәр саҡ "хирург булырға теләйем” тип яҙа торғайным…

Тырыштар, ныҡышмалдар ғына маҡсатына ирешә, хыялын тормошҡа ашыра ала. 45 йыл ғүмерен кешеләрҙең ғүмерен һаҡлауға, уны оҙайтыуға арнаған Винер Йәһүҙә улы Ишмөхәмәтов тап шундай кеше.
Үтәк урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлаған Винер бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында документтарын медицина институтына тапшыра. Конкурс бик ҙур була: 1 урынға 6,7 кеше. Миҙалсы булараҡ бер фәндән – физиканан ғына имтихан тапшыра Винер һәм институттың "Дауалау” факультеты студенты булып китә.
Көсөргәнешле, шул уҡ ваҡытта күңелле һәм дәртле студент йылдары бер-бер артлы үтеп, интернатура үтер ваҡыт етә. Был ваҡытҡа инде Винер ғаиләле булырға ла өлгөрә: 5-се курста үҙе менән бергә уҡыған Краснокама ҡыҙы Сәлимә менән ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Светлана бер айлыҡ ҡына була был саҡта.
- Ҡайҙа яҡшы хирург бар, шунда ебәрегеҙ, тип һорағас, мине үҙебеҙҙең районға, йәғни Красноусолға, Рәшит Мәжит улы Монасипов ҡарамағына ебәрҙеләр, - тип ул йылдарҙы иҫкә ала Винер Йәһүҙә улы. – 4-се курсты тамамлағас, ра-
йон дауаханаһында медбрат булып эшләп алғайным. Шул саҡта уҡ ул ҡулыма скальпель тоттороп, һуҡыр эсәккә (аппендицит) операция эшләткәйне. Бик күп нәмәгә өйрәндем мин унан, шуға ла Рәшит Мәжит улына рәхмәтем сикһеҙ.
Артабан Винер Йәһүҙә улы Өфөлә травматология, ә уның йәмәғәте, терапевт һөнәрен үҙләштереүсе Сәлимә Ғаян ҡыҙы кардиология буйынса махсус курс үтә. Институтты уңышлы тамамлап, ҡулдарына диплом алған йәш табиптарҙы 1972 йылда йүнәлтмә буйынса Дыуан районының Мәсәғүт дауаханаһына эшкә ебәрәләр.
- Мин килеү менән өс йыл буйы отпускыһыҙ эшләгән хирург ялға китте. Шулай итеп, тәүге көндәрҙән үҙаллы эшләй башланым. Операция бүлегенә инеп, ҡулыма скальпель алған һайын иң башта Рәшит Мәжит улының кәңәштәрен иҫкә төшөрә инем. Ул саҡта әлегеләй телефон юҡ ине бит, хат аша кәңәш һораған саҡтар ҙа булды, - ти Винер Йәһүҙә улы.
Алты йылдан ашыу эшләй Ишмөхәмәтовтар Мәсәғүттә. Был ваҡытҡа инде улар үҙ эштәрен төплө белгән һәйбәт табип булараҡ танылыу яулап өлгөрәләр. Винер Йәһүҙә улы райондың баш табибы урынбаҫары, хирургия бүлеге мөдире була. Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта һәм 1979 йылда Стәрлетамаҡҡа ҡайтырға ҡарар итәләр. Был йылдар арауығында ҙур тәжрибә туплап, иҫәпһеҙ-һанһыҙ төрлө ҡатмарлы операциялар үткәргән хирургты ҡуш ҡуллап "СК” заводы дауаханаһына эшкә алалар. 1990 йылға тиклем ортопедия-травмотология бүлеге мөдире була ул.
Һаулыҡ һағы ул шундай тармаҡ, һәр ваҡыт белемде камиллаштырыуҙы, үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙе талап итә. Медицина алға киткән һайын заманса технологияларҙы, дауалауҙың яңы алымдарын үҙләштерергә кәрәк. Винер Йәһүҙә улы тап ана шундай заман менән бер ҡатарҙан атлаған табип-хирург. Травматология-ортопедия буйынса Ҡазан, Харьков, Минск, Курган, Мәскәүҙә махсус курстар үтә, яңы технологиялар, алымдар менән эшләгән коллегаларының эш тәжрибәһен өйрәнә. Йәне ҡыл өҫтөндә булған кешене аяҡҡа баҫтырған алтын ҡуллы хирург тигән даны әллә ҡайҙарға тарала. 1990 йылда Стәрлетамаҡтағы "Машзавод”тың яңы төҙөлгән дауаханаһында травматология бүлеге асырға кәрәк булғас, тап уны эшкә саҡыралар. Сирек быуат ғүмерен ошо дауаханала үткәреп, травматология бүлеге мөдире, баш табиптың хирургия бу-йынса урынбаҫары була. 13 йыл дауахананың баш табибы булып эшләй. Был йылдарҙа дауахананың матди-техник базаһы байытыла. 100 урынлыҡ бала табыу йорто, аҙыҡ блогы, хужалыҡ корпусы һ.б. ярҙамсы биналар төҙөлә. Дауахана тулыһынса заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла.
Кешенең булмышы Хоҙайҙан, ти ололар. Винер Йәһүҙә улына ла табиплыҡ, хәле ҡыл өҫтөндә булған кешенең ғүмерен оҙайтыу, уны аяҡҡа баҫтырыу Хоҙайҙан бирелгән ҡөҙрәттер. Хаҡлы ялға сығыр ваҡыт еткәс тә яратҡан эшенән айырылмай ул. 63 йәшен тултырғас, баш табиплыҡ вазифаһынан баш тартып, операция бүлеге мөдире булып күсә һәм әле лә эшләүен дауам итә. Ул килеү менән был бүлек тә ҙур  үҙгәрештәр кисерә, хирургик, травматологик һәм гинекологик ауырыуҙар өсөн генә түгел, хәл өҫтөндәге сирлеләргә ашығыс ярҙам өсөн айырым операция бүлмәләре асылған, һәр береһендә табиптарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған, заманса медицина ҡорамалдары алынған. Винер Йәһүҙә улы етәкселек иткән операция блогында йылына 6 меңдән ашыу төрлө ҡатмарлыҡтағы ауыр операциялар яһала. (Был юлдарҙы мин Стәрлетамаҡ ҡалаһының "3-сө һанлы ҡала дауаханаһы” баш табибы Ришат Абдуллиндың В.Й.Ишмөхәмәтовҡа биргән характеристикаһынан алдым). Иң мөһиме - улар уңышлы булып, күпме сирленең ғүмере һаҡланып ҡала.
- Теге йәки был операцияның уңышы хирургтың оҫталығынан бигерәк, сирлегә диагноздың ваҡытында һәм дөрөҫ ҡуйылыуына бәйле. Артабан инде сирленең кәйефе, һауығырына ышанысына, - ти Винер Йәһүҙә улы. – Кешене өмөт, ышаныс йәшәтә бит. Ниндәй ҙә булһа операция алдынан ауырыу менән һөйләшәм, уның күңел торошон белешәм. Бына, мәҫәлән, палатала ике ҡатын ята, береһе 80-де үткән, икенсеһенә ни бары 60 йәш.  Тәүгеһе онотолоп китеп мөхәббәт тураһында роман уҡый, икенсеһе бер туҡтауһыҙ сире хаҡында һөйләй, зарланыуҙан туҡтамай. Мөхәббәт хаҡында китап уҡығаны, әлбиттә, тиҙерәк һауығасаҡ, сөнки ул шуға ышана, өмөт итә, ә бына икенсеһен аяҡҡа баҫтырғансы байтаҡ көс түгергә кәрәк буласаҡ. Ундайҙарҙа башта һауығырына ышаныс уятырға кәрәк. Һөйләшеү-аңлашыуҙы ошондайыраҡ юҫыҡта башлайым: беҙ өсәүбеҙ -  һин, һинең сирең һәм мин.  Һин һәм мин, йәғни һине дауалаусы табип, сиргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Әгәр һин үҙең йомшаҡлыҡ күрһәтеп, сиргә бирешәһең икән, минең һеҙҙең икегеҙгә ҡаршы тора алыуым икеле. Ә инде һин үҙең дә сирҙе еңергә теләһәң, һауығырыңа ышанһаң, өҫтөнлөк беҙҙең яҡта буласаҡ. Беҙ бергәләп сирҙе мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм һин аяғыңа баҫасаҡһың. Шуның өсөн төшөнкөлөккә бирелмә, сирҙе еңеп, һауығырыңа, минең һинең ғүмереңде оҙайтырға теләүемә ышан, тим. Ярҙам итә. Операция өҫтәленә өмөт, ышаныс менән ятҡан сирлеләр, ысынлап та, тиҙерәк һауыға.
Винер Йәһүҙә улының ихлас итеп һөйләшеүенән үк уның үҙ эшенә шул тиклем бирелгәнлеге, һөнәрен яратыуы ярылып ята. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен дә шундай йылылыҡ, ихтирам менән телгә ала ул.
 Винер Йәһүҙә улы мөғжизәләр тыуҙырыусы алтын ҡуллы хирург ҡына түгел, ысын баҡсасы ла булып сыҡты. "Икенсе Мичурин инде ул”, тиҙәр уның хаҡында туғандары, таныштары. Эштән буш ваҡытын, ялын тотош ғаиләһе менән Үтәк ауылындағы йортонда – хужалығында үткәрергә ярата икән. Зәңгәр шыршылар менән уратып алынған был ихатала ниндәй генә ағастар үҫмәй: төрлө сортлы алмағас, груша, слива, виноградтан тыш, туя ағасы, барбарис, Маньчжурия сәтләүеге лә бар. Был баҡсаны үҙенсәлекле тәжрибә участкаһы тип әйтергә лә була: онталған һөйәктәрҙе ялғап, кеше ғүмерен оҙайтҡан шикелле, ағастарға ла икенсе йән өрә ул. Сирле, ҡартайған ағастарға башҡа сортлы ботаҡтарҙы ялғап, уларҙың да ғүмерен оҙайта. Бында ағастың бер ботағында иртә, икенсеһендә һуңыраҡ өлгөргән грушаларҙы, алмаларҙы, сливаларҙы, хатта бер ағаста үҫкән груша менән алманы ла күрергә була. Был тәңгәлдә Сәлимә Ғаян ҡыҙы ла ҡалышмай: күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр, түтәлдәрҙә гөрләп үҫкән йәшелсәләр уның хеҙмәт емеше. Әйткәндәй, Сәлимә Ғаян ҡыҙы ла, дүрт тиҫтә йыл кешеләр һаулығы һағында торған  яҡшы табип. Оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡтағы "Строитель” санаторий-профилакторийында баш табип булып эшләгән ханым бөгөн сирлеләрҙе энә менән дауалай.
- Төп эшегеҙгә лә, ошо тиклем баҡсаны тәрбиәләргә лә, өҫтәүенә төрлө тәжрибә үткәрергә нисек өлгөрәһегеҙ? - тип ҡыҙыҡһынам  Винер Йәһүҙә улынан.
- Баҡсамда мин, киреһенсә, ял итәм, көс-ҡеүәт алам. Бындағы мәшәҡәттәрҙе эш тип иҫәпләмәйем, күңелгә, булмышыма ләззәт биргән, кинәнес биргән яратҡан шөғөлөм бит ул. Тәпәй баҫҡан тыуған ер, тыуған тупраҡ көс-ҡеүәт бирә тигәндәре бик дөрөҫ, бында ҡайтып, баҡсалағы эштәр менән булышһам, йөрәккә дәрт, беләккә көс өҫтәлеп, зиһен яҡтырып киткәндәй була. Ә баҡсалағы эштәргә килгәндә, Сәлимә апайығыҙ кеүек ҡатын менән бөтәһенә лә өлгөрөргә була, - ти ул.
Табиптар, бигерәк тә хирургтарҙы, ғәҙәттә, эске кисерештәрен тышҡа сығарып бармаған, әҙ һүҙле, йомоғораҡ кешеләр тип күҙаллай инем. Ә бына Винер Йәһүҙә улы менән аралашҡас, был уйым бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ихлас, алсаҡ, ябай булыу өҫтөнә бик хисле, шиғри күңелле кеше ул. Шиғри күңелле тип әйтеүем дә юҡтан түгел: йәшәйешебеҙ, тыуған ауыл, мөхәббәт тураһында тәрән мәғәнәле, хисле шиғырҙар ҙа ижад итә  Винер Йәһүҙә улы. Кеше ғүмере һағында тороусы табиптарға, операция блогы медсестраларына, шәфҡәт туташтарына арнаған шиғырҙары ла бихисап. Сәлимә апайға арналғандары ла байтаҡ ҡына.
Бөтә ғүмерен кешеләр ғүмерен һаҡлауға һәм оҙайтыуға арнаған Рәсәйҙең, республиканың атҡаҙанған, юғары категориялы табибы, мөғжизәләр тыуҙырыусы алтын ҡуллы хирург Винер Йәһүҙә улы һөйөклө атай һәм олатай ҙа. Ҡыҙҙары Светлана Винер ҡыҙы БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалында рус теле кафедраһы мөдире. Ә ейәнсәрҙәре урта мәктәпте уңышлы тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан.
- Йәшлегегеҙгә кире ҡайтып, бөтәһен дә яңынан башлау мөмкинлеге булһа, тормошоғоҙҙо үҙгәртер инегеҙме? Ғөмүмән, үҙ-үҙегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме? - тип һорайым Винер Йәһүҙә улынан.
- Мөғжизә булып, ғүмер ҡулсаһын кирегә 5 тапҡыр әйләндерһәләр ҙә, әлеге юлды һайлар инем. Бар булмышымды арнаған  яратҡан эшем, күңел биреп башҡарған шөғөлөм, терәк-таяныс булырлыҡ парым, бәхет утрауым – ғаиләм, балаларым, миңә ышанған, мине ихтирам иткән кешеләр, дуҫтарым бар. Шуның менән бәхетлемен. Миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, - ти ул. Бындай һүҙҙе, ысынлап та, яҙмышынан уңған, тормошонан ҡәнәғәт кеше генә әйтә алалыр.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15