Йәштәр ҙә, ололар ҙа күңел асты
20 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

27 июндә район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда Йәштәр көнөнә арналған байрам сараһы үтте. Байрамға йәштәр – ҡыҙҙар-егеттәр, үҫмерҙәр генә түгел, йәш күңелле, дәртле оло быуын кешеләре, бала-сағалар ҙа бик күп килгәйне.
Тантананы алып барыусылар байрамды асыҡ тип иғлан итә һәм тәүге һүҙ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатовҡа бирелә. Ул район хакимиәте исеменән район йәштәрен күркәм байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан төрлө өлкәлә эшләүсе бер төркөм йәштәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәр тапшырҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Винер Басариев йәштәрҙе байрам айҡанлы ҡотланы һәм быйыл район мәктәптәрен миҙалға тамамлаусыларға район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырып үтте. Барлыҡ ҡотлауҙарға район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов ҡушылды.
Был көндө үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре "Тәмәкене кәнфиткә алыштырам” акцияһы ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар әҙерәк булһа ла, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биреүе менән әһәмиәтле булды.
Күңелле байрам сараһы район
һәүәҫкәрҙәре-нең, мәктәп уҡыусыларының йыр-моңо менән үрелеп барҙы. Теләгәндәр үҙ һәләттәрен асты. Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең сығарылыш класс уҡыусыларының әсәйҙәренең, Өфө ҡалаһынан килгән ижади төркөмдәрҙең сығыштары байрамдың биҙәге булды. Йәштәр уларға ҡушылып йырланы, бейене, күңел асты. Йәштәрҙән бигерәк бәләкәй балалар ихлас бейеп, шау-гөр килде.
Йәштәр көнөнә арналған сара дискотека һәм сағыу фейерверк менән тамамланды.
И.АЙҘАРОВА.

Һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашайыҡ
20 июля 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлау көнө яҡынлаша. Һайлауҙарға әҙерлек барышы нисек, ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар бар? Һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әнүәр Әбүзәр улы МУЛЛАҒОЛОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
-Һайлауҙарға әҙерлек календарь планға ярашлы алып барыла. Ауыл биләмәләре 24 июндә һайлау уҙғарыу хаҡында ҡарар ҡабул итте. Был ҡарар
27 июндә район гәзиттәрендә баҫылып сыҡты һәм ошо көндән һайлауға старт бирелде тип әйтергә мөмкин. Һайлау комиссияһының ултырышы уҙғарылып, унда өлкә һайлау комиссияһының вәкәләтлектәрен территориаль һайлау комиссияһына тапшырыу мәсьәләһе ҡаралды. Ошо уҡ ултырышта ауыл биләмәһе Советына депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү тәртибе лә ҡаралды. Планға ярашлы, депутатлыҡҡа кандидаттарҙан документтар һайлау көнө рәсми иғлан ителгән көндән, йәғни 27 июндән башлап ҡабул ителә һәм 10 июлгә тиклем дауам итә. Документтарҙы электрон юл менән дә тапшырырға мөмкин. Район хакимиәтенең сайтында "Территориаль һайлау комиссияһы” исемле айырым бүлек бар. Ошо бүлеккә инеп ниндәй документтар кәрәклеге менән танышырға мөмкин. Сәйәси партияларҙан булған кандидаттарға ғариза, партияның ҡарары, пас-порт, белем, эш урыны тураһындағы документтарҙың күсермәһе, 2 фоторәсеме талап ителә. Үҙ-үҙен күрһәтеүсе кандидаттарға иһә быларҙан тыш (партия ҡарары кәрәкмәй) уның кандидатураһы менән риза икәнлектәрен белдереп, һайлаусыларҙың ҡултамғаһы кәрәк. Ҡайһы округтан депутат булырға теләй, шул округтағы һайлаусыларҙың 0,5 процентының ҡултамғаһы (кәмендә 10 ҡултамға) булырға тейеш. Ошо талап үтәлгән осраҡта кандидат итеп теркәлә. Шуныһы ла бар, тейешле документтарҙың барыһын да бергә алып килеүҙәрен һорайбыҙ. Сөнки кандидат булырға теләгән кеше ғариза тотоп килә икән, беҙ уны теркәргә тейешбеҙ. Ә теркәлгән документтар шунда уҡ электрон юл менән Өфөгә, унан Мәскәүгә ебәрелә. Айырым-айырым килтерелгән документтар күп ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ.
- Һайлау округтары хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
- Элекке һайлауҙарҙағы кеүек, был юлы ла
районда 149 һайлау округы булдырыла. Һайлау округтары бер-береһе менән урамлап киҫешергә тейеш түгел. Әле округтарҙың сиген билдәләү, исемлектәрҙе аныҡлау буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ участка һайлау комиссияларының составын барлау эше лә башланды. Теге йәки был кеше билдәле сәбәптәр арҡаһында составта эшләй алмай икән, уның урынына резервтағы кеше тәғәйенләнә.
Районда участка һайлау комиссияларына 90 кешенән торған резерв составы билдәләнде. Был респуб-лика буйынса иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Шуға ла был йәһәттән проб-лема булмаясаҡ. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, һайлау район бюджетынан финанслана һәм шуға ла һәр тинде һанап тотоноу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Һайлау участкалары элекке урындарында һаҡланып ҡала.
- Һайлау уҙғарыу бу-йынса ниндәй яңылыҡтар бар?
- Үткән һайлауҙарҙан айырмалы рәүештә, быныһында алдан тауыш биреү юлы участка һайлау комиссияларына йөкмәтелә (элек ТИК-та ине). Йәғни тауыш биреү көнө – 13 сентябрҙән 10 көн алда алдан тауыш бирергә мөмкин. Алдан тауыш биреү өсөн етди сәбәп булыуы мотлаҡ. Әйтәйек, һайлаусы вахта ысулы менән эшкә, йәки берәй төбәккә командировкаға киткән осраҡта алдан тауыш биреү хоҡуғынан файҙалана ала. Был ваҡытҡа, йәғни
3 сентябргә тиклем һайлау бюллетендәре һайлау участкаларына таратыласаҡ. Алдан тауыш биргән кешенең бюллетене махсус конвертҡа һалынып, мисәтләнеп, һайлау көнөндә урнаға төшөрөлә. Башҡа әллә ни ҙур яңылыҡтар юҡ, һайлауҙар әүелгесә уҙыр, район халҡы унда әүҙем ҡатнашыр тип ышанам.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН
яҙып алды.

Үҙ һөнәренең оҫтаһы
20 июля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Район ветеринар станцияһында үҙ эштәрен  төплө белгән ысын һөнәрмәндәр тупланған. Быны улар үҙ эштәрендә иҫбат итә килә.
25 июндә Көйөргәҙе районында  малдарҙы яһалма ҡасырыу  буйынса XXIII республика конкурсы булып үтте. Унда республиканың  68 ветеринар станцияһынан бәйгеселәр ҡатнашты. Район ветеринар станцияһынан Азамат Зәкәриә улы Вәлиев һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаны һәм II  урын яуланы. Ул БР Ауыл хужалығы министрлығының Дипломына һәм миҙалына лайыҡ булды. Яҡташыбыҙҙы юғары ҡаҙанышы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, районда малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса барлыҡ кәрәкле йыһаздар бар, Азамат Вәлиев кеүек юғары квалификация-лы белгестәр эшләй. Шуға ла ра-йон халҡына үҙ малдарын яһалма ҡасыртыуҙан һис тә ҡурҡырға ярамай, был тәңгәлдә әүҙемлек талап ителә.

төрлө тарафтарҙан хәбәрҙәр
20 июля 2015 йыл | Яңылыҡтар

= Һөйөнсө!
Моң ағыла Мағаштан
Райондаштарға    матур яңылыҡ еткермәксебеҙ: Әҙәбиәт йылында районыбыҙҙың бер төркөм шағирҙары ижады "Мағаш тауышы” тигән китап булып донъя күрҙе!
Китап Өфөлә, "Ғилем” нәшриәтендә үҙнәшер юлы менән баҫылды. Йыйынтыҡты әҙерләп, нәшер итеүҙә "Табын” район гәзите редакцияһы һәм "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһен башлап ойошторған күренекле яҡташыбыҙ Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әҫәрҙәрҙе тағы бер билдәле яҡташыбыҙ, шағир Салауат Әбүзәр мөхәррирләне, китаптың баш һүҙен дә ул яҙҙы.
Йыйынтыҡта Әминә Йәрмиева, Фәйез Садиҡов, Фәниә Сыңғыҙова, Әлфиә Исҡужина, Фәриҙә Бохарова, Миңтимер Кәримов, Саимә Игелекова, Рәмзиә Монасипова, Разия Зәйнуллина, Фәүзиә Ҡотлогилдиналарҙың шиғырҙары урын алған. Авторҙарҙан үҙҙәренә тейеш даналарҙы редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
"Нәҫелдәр йыйыны” нәҫелдәрҙе йыйҙы
Ауылыбыҙҙа уҙған шәмбелә шаулап-гөрләп, матур, иҫтәлекле тәьҫораттар ҡалдырып "Нәҫелдәр йыйыны” байрамы үтте.
Уны үткәреүҙә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Айырыуса эшҡыуарҙар Зәлиә Фәйзуллина, Фирҙәүсә Зиннурова, Хәйҙәр Сөләймәнов, Нәсиә Сөләймәнованың ярҙамы тос булды. Илфир Ишмырҙин, Радик Хәсәнов, Венер Ҡунафин, Фәйез Фәйзуллин, Ринат Шәйәхмәтов, Гәүһәр Байбулдина, Рабиға Йәрмиева, Кәбир Мәүлетҡоловтар етәкселегендә ғаиләләр үҙ нәҫеленең тирмәләрен үҙенсәлекле, матур итеп ҡорған.
Был сараны ойоштороп уҙғарыуҙа Сәйетбаба ауылы ветерандар советы, тарихи-мәҙәни үҙәк, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советтары ҙур тырышлыҡ һалды. Күмәк көс менән башҡарып сығылған ҙур эш – күркәм байрам өсөн барыһына ла рәхмәтлебеҙ.
Закир ИШМЫРҘИН,
ойоштороу комитеты рәйесе.
Берҙәм телефон номеры эшләй
Һалым түләүселәргә уңайлылыҡ өсөн һәм телефондан бушлай мәғлүмәт еткереү сифатын яҡшыртыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы территорияһында берҙәм телефон номеры: 8-800-222-22-22 – эшләй башланы. Был номерға шылтыратып, күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәре буйынса белешмә мәғлүмәт алырға була.
Шылтыратыуҙар көн һайын: дүшәмбе һәм шаршамбыла иртәнге сәғәт 9-ҙан 18.00-гә, шишәмбе, кесе йомаларҙа 9-ҙан 20.00-гә, йома көндәрендә сәғәт 9-ҙан 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем ҡабул ителә. Эш сәғәттәренән башҡа ваҡытта һалым түләүселәргә мәғлүмәт биреү автоинформатор тәртибендә бойомға ашырыла.
Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө
 район-ара һалым инспекцияһы.
Граждандарҙы дистанциялы шәхси ҡабул итеү
Хөрмәтле Ғафури районы һалым түләүселәре! Һалым инспекцияһы һалым түләүселәрҙе видеоконференция тәртибендә ҡабул итеү уҙғарылыуы тураһында хәбәр итә.
Граждандарҙы дистанциялы ҡабул итеүҙе Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы бу-
йынса 3-сө район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Филарит Ихсан улы Зәлилов уҙғара.
Һеҙҙе 7 июлдә 15.00 сәғәттән 17.00-гә тиклем инспекцияның территориаль участкаһында (адресы: Октябрь урамы, 2) көтәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө
район-ара һалым инспекцияһы.

Батыр яугир хаҡында хикәйәт
20 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бына түҙемһеҙләнеп көткән йәй ҙә етте. Һауа шундай саф, тәмле. Һулаған һайын һулағы ғына килеп тора. Тирә-яғым ниндәйҙер аңлата алмаҫлыҡ һиллек, тыныслыҡ, рәхәтлек менән тулы. Һәр ваҡыт шулай булдымы икән? Үкенескә ҡаршы, юҡ шул.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15