Беренсе башҡорт этнофорумы гөрләп үтте
20 июля 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

12-14 июндә Баймаҡ районының "Ирәндек” этнокомплексында Беренсе башҡорт этнофорумы үтте. Унда Ғафури йәштәре берлеге ҡатнашыусы ғына түгел, ә сараны ойоштороусыларҙың береһе булды.
Беҙ иҫ киткес матур тәбиғәт ҡосағын-да урынлашып, өс көн буйына төрлө ҡыҙыҡлы лекциялар, семинарҙар, тренингтар тыңлап, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, ҡымыҙ эсеп, бишбармаҡ ашап, һыбай йөрөп, уҡтан атып, армреслингта көс һынашып, думбырала, ҡурайҙа, гитарала уйнап, йырлап, бейеп, үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайттыҡ. Сарала Башҡортостандың күренекле журналистары, тарихсылары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты, Сибай филармонияһы артистары сығыш яһаны. Этнофорумда һәр бер район үҙҙәре менән таныштырып, концерт номерҙары күрһәтте. Беҙ ҙә Ғафури ра-йоны намыҫына тап төшөрмәнек, һәйбәт сығыш яһаныҡ. Буш ваҡытта волейбол, футбол да уйнап өлгөрҙөк. Кисен думбыра, ҡурай моңдары башҡа район йәштәрен беҙҙең усаҡ эргәһенә йәлеп итте. Йәштәр бергәләшеп йырлап, башҡорт көйҙәренең моңона һоҡланып, һөйләшеп, танышып ҡайтты. Был мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, белем даирәһен киңәйтеүсе сара барыһының да күңелендә, һис шикһеҙ, тик яҡты һәм яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы тип уйлайым. Ғафури йәштәре берлеге ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил  Бохаров һәм уның урынбаҫары Руслан Салауатов, район хакимиәтенең йәштәр секторы мөдире Лилиә Сәйғафароваға этнофорумға әҙерләнеүҙә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерә.

Зөлфиә БАЙМӨХӘМӘТОВА,
БДУ студенткаһы.

Егәрле һәр ергә лә өлгөрөр
20 июля 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Үтәктә шәхси хужалығын киңәйтеп, күпләп мал-тыуар аҫраусы уңған ғаиләләр бик күп. Ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин үҙҙәренең тырышлығы менән етеш тормошта йәшәгән Гөлназ Һәм Наил Маннановтар, Фәрзәнә һәм Рауил Мөлөковтар, шулай уҡ Сатлыҡовтар, Кәримовтар, Арслановтар ғаиләләре менән бер рәттән Әлфирә менән Динар Камаловтарҙы ла билдәләп үтте.
Ғаилә башлығы Динар "ШЭ "Рәжәпов” крәҫтиән хужалығының Үтәк ауылындағы фермаһында ферма мөдире булып эшләй икән. Күңел биреп, дәртләнеп эшләгәне ҡиәфәтенән үк күренеп тора, фермалағы эштәр барышы хаҡында мауығып һөйләй. Хәйер, үҙҙәренең шәхси хужалығы ла ферманан ҡалышмай, ҙур ихата тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Өс һауын һыйыры, өс быҙауҙан тыш, иткә һуйырға 5 үгеҙ һимертәләр. Йәнә 3 баш йылҡы малы бар. Ә инде һарыҡ, ҡош-ҡортто әйтәһе лә түгел.
- Өҫтәүенә йыл һайын 25-ләп ҡаҙ бәпкәһе алып үҫтерәбеҙ, - ти Әлфирә. – Һауын һыйырын да 5-кә еткерергә уйлашабыҙ. Әле бына мал тотмаған күршеләргә һөт-ҡаймаҡ һатып та байтаҡ ҡына килем алабыҙ.
Был татыу, уңған ғаиләлә дүрт бала үҫә. Кескәй Динараға ни бары 4 ай ғына. Красноусолдағы башҡорт гимназия-интернатында 7-се клас-ты тамамлаған Айҙар менән Үтәктә 3-сө клас-ты бөтөргән Әлфинә ата-әсәйҙең төп ярҙамсыһы. 2 йәшлек Айгиз дә үҙенсә бик тырышып ағай-апаһына "ярҙам итә”, туғанын да ҡарай.
Динар булдыҡлы, ышаныслы ғаилә башлығы, үҙ эшенә яуаплы ҡараған мөдир булыу өҫтөнә спортсы, оҫта волейбол уйнаусы ла икән.
- "Мәскәүгә волейбол уйнарға саҡыралар” тиһәң йәйәүләп сығып китер, шул тиклем ярата был спорт төрөн. Мәктәптә ойошторолған бер генә уйын да унһыҙ үтмәй, - ти Динар хаҡында үҙе лә спортты үҙ иткән ауыл старостаһы.
Камаловтар маҡсатлы программаға ҡушылып, яңы йорт һалыу хаҡында һүҙ алып бара бөгөн. Тырышҡан тау аҡтарыр, ти халыҡ мәҡәле. Торлаҡтарын яҡшыртыуға мохтаж ғаилә булараҡ урындағы етәкселәр ярҙамында "Ауылды үҫтереү” программаһына инеп, йорттарын да яңыртыр был уңғандар.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
20 июля 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Яҡтыкүл ауылында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Фәрит Рәйес улы МУЛЛАҒОЛОВ;
Раил Рәшит улы СИБӘҒӘТУЛЛИН;
Эльвир Тимерйән улы ХӘЛИЛОВ;
Илшат Нәүфил улы МУЛЛАҒОЛОВ.
Яҡтыкүл ауылында обелиск төҙөүгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткәндәре өсөн Ғафури районы муниципаль ра-
йон хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:
Сәлиә Ислам ҡыҙы ШӘРӘФЕТДИНОВА;
Рәйес Әхмәтша улы КҮСКИЛДИН;
Урал Мөхәмәт улы ҠОЛОМБӘТОВ;
Әлфиә Сабит ҡыҙы МУЛЛАҒОЛОВА;
Әнүәр Әбүзәр улы МУЛЛАҒОЛОВ;
Камил Миңлебай улы ҠОЛОМБӘТОВ.

Йәшлек – ҡабатланмаҫ миҙгел
20 июля 2015 йыл | Мәғариф

Беҙҙең район биләмәһендә 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге 10 мең кеше йәшәй. Шуға күрә йәштәр менән эш һәм йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу Муниципаль район хакимиәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.
Йәштәр тормошо менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм эштәре бүлегенә юлландым. Бүлек етәксеһе Лилиә Зөфәр ҡыҙы СӘЙҒАФАРОВА үткәрелгән саралар, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Үҙе етәкләгән бүлектең бер нисә йүнәлештә эш алып барыуын билдәләп үтте.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
20 июля 2015 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* Бөгөн Ҡауарҙыла - "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Ташбүкәндә  - "Ҡыпсаҡтар йыйыны”, Сәйетбабала - "Нәҫелдәр йыйыны” байрамдары үтә.
Башҡортостанда
* "Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы акцияларының 25 процентын Башҡортостанға тапшырыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән. Был хаҡтағы бойороҡҡа ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.
* Күгәрсен районының Мораҙым тарлауығында Башҡортостан журналистарының фестивале булып үтте. Быйылғы йыйын ШОС һәм БРИКС илдәренең мәҙәниәтенә арналды.
* Тәтешле районында һауынсылар араһында республика конкурсы булып үтте. Инде ҡырҡынсы тапҡыр уҙғарылған һөнәри бәйгелә 49 райондан 75 һауынсы ҡатнашҡан.
* Көндәр эҫе тороу сәбәпле, республикала транспорт хәрәкәтенә сикләү индерелде. Һауа температураһы 31 градус-тан юғары булғанда ауыр йөк машиналарына 22-10 сәғәттәрҙә генә йөрөү рөхсәт ителә.
Рәсәйҙә
* Байкал аръяғы кра-
йында 115 мең гектар ер  49 йылға Ҡытайға ҡуртымға бирелгән. Был хаҡта край губернаторы К.Ильковский белдергән.
* Украинаның элекке президенты, әле Рәсәйҙә йәшәүсе Виктор Янукович сит ил журналистарына биргән интервьюһында үлемдән ҡотҡарғаны өсөн Владимир Путинға рәхмәт белдергән.
* 24 июндә яуған көслө ямғыр һөҙөмтәһендә Екатеринбург, Пермь, Краснодар, Сочи ҡалаларын һәм Ҡырым ярым утрауындағы 22 тораҡ пунктын һыу баҫҡан.
Донъяла
* Брюссель ҡалаһында Европа Союзы илдәре етәкселәренең саммиты булып үтте һәм унда Грецияның Халыҡ-ара валюта  фондына булған бурыстары мәсьәләһе ҡаралды.
* Әрмәнстанда электр энергияһын ҡулланыуҙағы сикләүҙәргә бәйле урам сыуалыштары башланған.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15