Юлдарҙа хәүеф арта
20 июля 2015 йыл | Кәңәштәр

Юлдарҙа именлек, хәүефһеҙлек мәсьәләһе көнүҙәк проблема булыуҙан туҡтамай. Ағымдағы йылдың 8 июненә ҡарата республикала 1500 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, унда 205 кеше һәләк булһа, 1837 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды. Ҡануниәт ҡәтғиләнеп тороуға ҡарамаҫтан, 110 юл-транспорт ваҡиғаһының эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ғәйебе менән килеп сығыуы айырыу-са хәүефкә һала. Район юлдарында хәл-торош нисегерәк тора? Ошо хаҡта һөйләүен һорап ЮХХДИ начальнигы Жәлил Әнүәр улы ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Республикала авария осраҡтары-ның уғата артыуы билдәле, был тәңгәлдә районда хәл-торош нисегерәк?
- Ысынлап та, республикалағы кеүек, район юлдарында ла авария осраҡтарының ҡырҡа артыуы күҙәтелде. 5 ай арауығында ғына ла 18 юл-транспорт ваҡиғаһы булып (былтырғынан 10-ға күберәк!), шуның 4-һе (былтырғы менән сағыштырғанда 3-әүгә күберәк) эсеп руль арына ултырған водителдәр ғәйебе менән ҡылыныуы хәүефләндерә. Ә 8-ендә ситтән килеүсе водителдәр ғәйепле. Шуныһы ғына ҡыуандыра, үлем осраҡтары булманы, былтыр ошондай 2 осраҡ булғайны.
Аварияларҙа зыян күреүселәр, йәғни имгәнеүселәр һаны 27 булып, шулай уҡ 16 осраҡҡа үҫеш күҙәтелде.
2012 йылда эсеп руль артына ултырыу-сы водителдәргә ҡарата яза ҡатыланыуға ҡарамаҫтан, һаман да яҡшы яҡҡа үҙгәреш юҡ, киҫекһеҙ водителдәрҙе бер нимә лә өркөтмәй икән. Транспорт сараһына эскән килеш идара итеүсе водитель тәүгеһенән автоинспектор ҡулына эләкһә, ул 1,5-2 йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп, уға 30 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған ине. Йыл арауығында ошондай уҡ хәл ҡабатлана ҡалһа, ҡануниәтте боҙоусыға 3 йылға рулгә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү янап, штраф та 50 мең һумғаса артты. 1 июлдән иһә ошоға өҫтәп енәйәт яуаплылығы ла күҙаллана.
Йыл башынан эскән килеш рулгә идара итеүсе 149 (+8) водитель асыҡланып, улар яуаплылыҡҡа тарттырылһа, 14-е ҡайтанан инспекторҙар "ҡармағына эләкте”. Нигеҙҙә күпселекте тәжрибәһеҙ йәштәрҙең – 1980 - 1990 йылдарҙа тыуғандарҙың эләгеүе бигерәк аяныслы. Уларҙың күптәре хатта бер ҡайҙа ла эшләмәй, әммә ата-әсәһе елкәһендә, автомашинаһында штраф менән "аҡса эшләй”, шулай уҡ водитель таныҡлығынан да "ҡолаҡ ҡаға”. Ошондай бер ниндәй ҡағиҙәләргә лә буйһонмай "елләнеп” йөрөргә яратыусы йәштәргә был бик ҡиммәткә төшә.
- Жәлил Әнүәр улы, йәйге йылы көндәр башланыу менән автомобиль юлдарында үҫмерҙәрҙең хатта бер-береһен уҙышып скутерҙа, мопед-мотоциклдарҙа йөрөүе арта.
- Эйе, ундай скутер, мопедтарҙа йөрөүсе бәлиғ булмағандар (күптәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә тейешенсә төшөнмәй) беҙҙең инспекторҙарҙың баш бәләһенә әйләнде. Әммә әленән-әле ата-әсәләрҙең иҫтәренә төшөрөп тороу кәрәктер: уҙған йылдың ноябренән (яңы ҡағиҙәләргә ярашлы) скутер, мопедтар транспорт сараһы булып иҫәпләнеп, уларға идара итеү өсөн "М” категориялы водитель таныҡлығы булыуы мотлаҡ. Билдәле булыуынса, уҡып, имтихан биргәндән һәм бәлиғ булғандан һуң ғына ҡулға идара итеү таныҡлығы бирелә.
Тимәк, үҫмерҙең был транспорт сараһына идара итеүгә бер ниндәй ҙә хоҡуғы юҡ, тигән һүҙ. Шуға ла 2014 йылда ҡағиҙәләр белмәгән ошондай скутерсылар ғәйебе менән районда 6 юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Был осраҡта үҫмерҙең бәлиғ булмаған йәштәлеген иҫәпкә алып, уға скутер һатып алып биреп, үҙ иркендә йөрөргә рөхсәт иткәндәре өсөн ата-әсәләргә штраф һалыу ҡаралған. Ә транспорт сараһы тартып алынып, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы махсуслаштырылған штраф ҡуйыу урынына урынлаштырыла.
- Һуңғы арала автомашиналарҙы урлап алып китеү осраҡтары ла йышайҙы булһа кәрәк.
- Автомашиналарҙы урлап алып китеүҙәргә килгәндә, был да кешеләрҙең вайымһыҙлығынан, моңһоҙлоғонан килеп сыға. Яңыраҡ, 14 июндә генә Красноусолда булған хәлде иҫкә төшөрөү ҙә етә. Бер ғәмһеҙ әҙәм автомашинаһын төнгөлөккә йорто янында ҡалдырып, өҫтәүенә, уғрыларға ултыр ҙа кит, тигәндәй, автомашина асҡысын ҡабыҙғыста, документтарын да эстә ҡалдырып (хатта багында бензины ла булған), йоҡларға ятҡан, иртән тороуына автомашинанан "елдәр иҫкән”. Ярай әле, был урланған транспорт сараһының эҙенә тиҙ төштөләр. Уғрыны Өфөлә ҡулға алдылар, ә бит билдәле ваҡыт арауығында уның республиканан ситкә лә сығып китеп өлгөрөү ихтималлығы бар ине.
- Хәүефһеҙлек ҡайыштары хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтергә кәрәктер.
- Әлбиттә, хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡаптырып йөрөүҙе күптәр автоинспектор өсөн кәрәк, тип төптө яңылыша. Был үҙеңдең, бары тик үҙеңдең хәүефһеҙлегең өсөн икәнде аңларға ваҡыт. Ниндәй генә юл-транспорт ваҡиғаһын алһаң да, хәүефһеҙлек ҡайышының кемгәлер ҡамасаулауын бер ҙә хәтерләмәйем. Тағы ла бер миҫал, яңыраҡ ҡына булған юл-транспорт ваҡиғаһында автомашинаның артҡы урындығында бала өсөн махсус креслола ултырған 1,5 йәшлек бала имгәнмәй ҡалһа, ә алда әсәһенең алдында ултырған 6 айлыҡ сабый әсәһе менән бергә алғы тәҙрәнән сығып осоп, зыян күрә, һөҙөмтәлә, дауаханаға эләгәләр. Әсә кеше хәүефһеҙлек ҡайышын ҡаптырмаған булып сыға ла инде.
Водителдәрҙең йәнә бер тапҡыр иҫтә-ренә төшөрөргә кәрәк, ҡайыштар һеҙҙең һәм пассажирҙарығыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡулайлаштырылған. Һеҙ пассажирҙарығыҙ хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡаптырмаған осраҡта урынығыҙҙан ҡуҙғалырға ла те-
йеш түгелһегеҙ, ә балалар өсөн кресло булмағанда уларҙы бөтөнләй йөрөтөү
тыйыла. Ул булмағанда 3 мең һум штраф һалыу ҡаралған, кресло 1,5-3 мең һум тирәһе тора.
- Күптән түгел Красноусолда 5 йәшлек баланы автомашина бәрҙереп, ул ныҡлы зыян күргәйне…
- Эйе, ундай осраҡ булғайны, әлегә уның буйынса эш ябылмаған. Йыл башынан йәйәүлеләр ҡатнашлығында 4 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙың ҡайһы берендә йәйәүлеләр ғәйепле тип табылды. Йәйәүлеләрҙең күптәре тейешле махсуслаштырылған юлды аша сығыу урындарынан сығыуҙы хуп күрмәй. Ҡайһы бер водителдәр ауыл урамдары араһында ла юғары тиҙлектә йөрөргә әүәҫ. Ҡапыл ғына балалар юлға килеп сығырға, ҡайһы берәүҙәр тирә-яғына ҡарамай, юлды аша сыға башларға мөмкиндәр. Водителдәрҙең күптәре һаман да йәйәүлеләрҙең юлды аша сығыу урындарында туҡталып үтергә "онота”.
Шулай уҡ малды бәрҙереү осраҡтары ла булып тора. Бында ла водителдәргә иғтибарлыраҡ, уяуыраҡ булырға кәрәк, бигерәк тә эңер төшкәс. Малдар бит ҡағиҙәне белмәй, ҡапыл ғына юлға килеп сығыуҙары ихтимал.
Юлдарҙағы хәүефһеҙлек беҙҙең һәр беребеҙҙән тора.  Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, бер-береңә ҡарата итәғәтле, сабыр, ихтирамлы булыу, һәр кемдең, водителдең дә, йәйәүленең дә бурысы. Нисек кенә эшең ашығыс булмаһын, ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу өсөн сәбәп тә, аҡланыу ҙа була алмай. Юл – хаталаныуҙы ғәфү итмәй. Һәр юл билдәһе артында кеше ғүмере торғанын оноторға ярамай. Юлдарыбыҙ имен булһын!
- Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт.
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.

Ҡырым өсөн ҡыҫымға алмаҡсылар
20 июля 2015 йыл | Сәйәсәт

Баҡы ҡалаһында Европа уйындары барыуы, НАТО көстәренең илебеҙ сигенә яҡынлауы, Европа Союзының илебеҙгә ҡарата иғлан иткән санкцияһын оҙайтыуы иғтибар үҙәгендә булды.
Әзербайжан спортсыларҙы тупланы
Үткән аҙнала донъяны шаулатҡан бер ваҡиға – Баҡы ҡалаһында I Европа уйындарын асыу тантанаһына туҡталып китеү кәрәктер. Әйтергә кәрәк, Әзербайжандың баш ҡалаһына 49 илдән меңәрләгән спортсы йыйылды. Улар 20 спорт төрө буйынса 253 миҙал комплекты өсөн көрәш алып бара һәм уйындар 28 июнгә тик-лем дауам итә. Европа уйындарында илебеҙҙән 350 спортсы ҡатнаша. 23 июнгә ҡарата дөйөм миҙалдар һаны буйынса ватандаштарыбыҙ беренсе урында килә. Владимир Путиндың был сарала үҙе ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Ә бына спорт байрамы "Европа
уйындары” тип аталһа ла, унда Европа Союзы илдәре етәкселәренән берәү ҙә ҡатнашманы. Баҡыла сағында Владимир Путин Әзербайжан Президенты Илһам Әлиев менән рәсми осрашыу уҙғарҙы, ике ил араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тикшерҙе. Киләсәктә ике ил араһындағы тауар әйләнешен арттырыу күҙаллана. Һуңғы йылдарҙа илебеҙ Әзербайжанға ҡарағанда Әрмәнстан менән нығыраҡ аралашты һәм яҡынайҙы. Әрмәнстандың Белоруссия, Ҡаҙағстан артынса Евразия Союзына ағза булып инеүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй. Ә Әзербайжан менән Әрмәнстан араһынан күптән инде "ҡара бесәй” үткән һәм был ике ил әленән-әле биләмәләр буйынса низағҡа инеп тора. Әрмәнстан Рәсәй менән бер союзда торғанлыҡтан, Әзербайжан яғы быға ҡырын күҙ менән ҡарай ине. Владимир Путин Илһам Әлиев менән осрашыу барышында күҙгә күренмәгән "кәртәләрҙе” емереп ташларға тырышты ла инде.
Ҡайһы саҡ кинәйәләп әйтеү ҙә етә
Баҡыла сағында илебеҙ етәксеһе тағы ла бер мөһим – Төркиә Президенты Тайып Эрдоган менән осрашыу уҙғарҙы. Был осрашыу ике яҡ өсөн дә бик мөһим. Сөнки Болгария кире ҡаҡҡандан һуң "Көньяҡ ағым” газ үткәргесе Төркиә биләмәһе аша уҙырға тейеш. Осрашыу барышында "Көньяҡ ағым” газ магистрален һуҙыу, Сүриәләге хәлдәр һәм башҡа мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Төркиә менән сиктәш Сүриәлә оҙайлы һуғыш бара. Илебеҙ Сүриә Президенты Бәшәр Әсәд алып барған сәйәсәтте хуплай. Әле Ираҡ һәм Сүриәнең байтаҡ биләмәләре "Ислам дәүләте” боевиктары тарафынан баҫып алынған. Ошондай шарттарҙа Төркиә өсөн күрше дәүләттәр менән уртаҡ тел табыу мөһим. Етмәһә, яңыраҡ булып уҙған һайлауҙарҙа курдтар партияһы парламентҡа үтеп инде. Тайып Эрдоган өсөн был ауыртмаған башҡа тимер таяҡ менән бер. Сөнки быға тиклем парламентта өс кенә партия булһа, хәҙер дүртәү һәм президентҡа үҙе теләгән закондарҙы ҡабул итеү бик ауырға төшәсәк. Курдтар партияһы иһә Төркиәлә төрлө яҡлап ҡыҫырыҡланған төрлө милләт халыҡтарын берләштерә. Төркиәнең һаман да Европа Союзына ҡабул ителмәүе лә борсой президентты. Владимир Путин ошо мәсьәлә буйынса Эрдоганға "төрттөрөп” алырға ла өлгөрҙө. Был тема Тайып Эрдогандың иң ауыртҡан урыны икәнлеген белһә лә. Эйе, илебеҙ етәксеһе ҡайһы саҡта төртмә телле булырға ла, юмор аша кинәйәләп әйтергә лә булдыра. Һәйбәт дипломат булыр өсөн былары ла кәрәктер.
НАТО өҫтәмә ҡораллана
Үткән аҙнала хәүефҡа һалған ваҡиғалар ҙа булды. НАТО көстәренең Европаға уҡтала башлаған мәлендә ҡойма ямғыр һөҙөмтәһендә Тбилиси, Мәскәү ҡалаларын һыу баҫыуы үтә лә ваҡ мәсьәлә булып күренә. АҠШ Көнсығыш Европа һәм Балтик буйы илдәрендә ауыр хәрби техникаһын урынлаштырыр өсөн мөмкинлектәр эҙләй. Пентагон Болгария, Латвия, Литва, Польша, Румыния һәм Эстонияла БМП һәм танктарын урынлаштырырға йыйына. Был хаҡта Пентагон етәксеһе – АҠШ-тың оборона министры Эштон Картер белдерҙе. 24-25 июндә Брюссель ҡалаһында НАТО илдәренең оборона министрҙары осрашыу уҙғарырға тейеш һәм унда был мәсьәлә хупланыр тип көтөлә. НАТО-ның өҫтәмә ҡоралланыуы "Рәсәй агрессияһы”нан һаҡланыу өсөн эшләнә. Барак Обама илебеҙҙә уларға ҡарата "агрессия көсәйеүе”н күргән. Ошондай шарттарҙа теләйме, теләмәйме илебеҙгә лә яуап аҙымы эшләргә тура килә. Үткән аҙнала Владимир Путин быны эшләне лә инде. "Армия-2015” хәрби-техник форумында сығыш яһап былай тине: "Булған ядро ҡоралына өҫтәп быйыл илдең Ҡораллы Көстәре 40-лап яңы континент-ара ракеталар менән тулыланасаҡ”. Был инде өҫтәмә ҡоралланыу тигән һүҙ һәм уның яҡшыға алып килмәйәсәге көн кеүек асыҡ.
Санкциялар оҙайтыла
22 июнь илебеҙ өсөн "ҡара” көндәрҙең береһе. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың, кешелек тарихында иң ҡан ҡойғос һуғыштың башланыу көнөндә Европа Союзы илебеҙгә ҡарата былтыр август айында иғлан ителгән санкцияны 2016 йылдың 31 ғинуарына тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Көнбайыштың бындай ҡарарына илебеҙ етәкселеге шунда уҡ яуап бирҙе. 22 июндә РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев АҠШ һәм ЕС илдәренә (28 ил), шулай уҡ Норвегия, Австралия һәм Канадаға ҡарата яуап санкцияһы иғлан ителеүен белдерҙе. Санкциялар һөҙөмтәһендә был илдәрҙең айырым тауарҙарын илебеҙгә индереү тыйыла. Санкцияларҙың эҙемтәләре ил иҡтисадында ла сағылыш табасаҡ. Уның ыңғай яғы күберәк булырмы, кире яғымы, ваҡыт күрһәтер.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

Төплө белем талап ителә
20 июля 2015 йыл | Мәғариф

Йәмле йәйҙең беренсе айы сығарылыш класс уҡыусылары өсөн айырыуса ҡыҙыу осор булды. Улар ун бер йыл буйы алған белемдәрен ҡулланып, берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырҙы, үҙҙәренең киләсәген билдәләне тиергә лә мөмкин. Сөнки тап ошо имтихан һөҙөмтәләре менән күптәр үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса уҡыу йорттарына инеп китәсәк.
Техника, фән, иҡтисад ныҡ үҫешкән хәҙерге заман йәштәрҙән төплө белем һәм бөтә йәһәттән дә юғары әҙерлек талап итә. Бер нисә йыл элек мәктәптәргә индерелгән яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса уҡытыусының маҡсаты ла тап ошоға ҡайтып ҡала. Хәҙер ул уҡыусыға мәғлүмәт биреп, уны ятлап алы-
уын талап итергә түгел, ә мәғлүмәтте уҡыусының үҙенә табырға, үҙ аллы һығымталар эшләргә булышлыҡ итергә тейеш. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, быйылғы берҙәм дәүләт имтихандарына күп кенә үҙгәрештәр индерелгән.
Имтихандар барышы, яңылыҡтар тураһында район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Венер Хәйҙәр улы БАСАРИЕВ түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Быйылдан башлап рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға мөмкинлек биреүсе рус әҙәбиәтенән инша индерелде. Инша һөҙөмтәләре юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә лә иҫәпкә алына. Беҙҙең район уҡыусыларының күрһәткестәре насар түгел – 195 уҡыусының икәүһе генә иншаны ҡабаттан яҙҙы.
Үҙгәрештәр рус теленән бирелгән эштәрҙә лә бар. Үткән йылдарҙан
айырмалы, улар төрлө ҡыйынлыҡтағы 25 заданиены берләштергән ике өлөштән тора. Һорауҙарға әҙер яуаптар ҙа бирелмәй, дөрөҫ яуапты үҙеңә табырға кәрәк. Быйылғы уҡыу йылында рус теленән имтиханды 194 уҡыусы бирҙе. Шуларҙың 16-һы 80-дән ашыу балл йыйҙы (уртаса балл – 63).
Математиканан үткән имтиханда ла үҙгәрештәр бар: хәҙер ул төп һәм профилле кимәлдәргә бүленгән.  Төп кимәлдә еңелерәк заданиелар бирелә. Уның һөҙөмтәһе менән ингәндә математика фәне мотлаҡ булмаған уҡыу йорттарына керергә мөмкин. Беҙҙә был имтиханды 97 уҡыусы тапшырҙы.
Математика буйынса профилле һынауҙы 146 уҡыусы бирҙе. Араларынан 56 кеше тейешле балдарҙы йыя алманы.
Сығарылыш уҡыусылары мотлаҡ тапшырырға тейеш булған рус теле һәм математиканан имтихандарҙан тыш, үҙ теләктәре менән һайлап алған фәндәр араһында, йылдағыса, йәмғиәтте өйрәнеү, биология фәндәренә өҫтөнлөк бирелде.
Шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр инглиз теленән имтиханды телдән тапшырырға мөмкинлек булды. Уны беҙҙә 5 уҡыусы һайланы, улар был һынауҙы 23 июндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тотто.
Берҙәм дәүләт имтихандарына ниндәй ҙә булһа сәбәптәр арҡаһында билдәләнгән көндәрҙә килмәгән уҡыусылар өсөн резерв көндәр булдырылған. Имтихандарҙы бөтөнләй бирә алмағандар уларҙы бер йылдан һуң ғына ҡабаттан тапшыра ала.
Дөйөм алғанда, район буйынса имтихан һөҙөмтәләре күрһәткестәре ҡәнәғәтләнерлек тип әйтергә мөмкин.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.

Фажиғә килтергән көн онотолмай
20 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Бынан 74 йыл элек, йәйҙең иң ҡыҫҡа төнөндә Германия илебеҙгә ҡаршы һуғыш башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланған, илебеҙгә ҙур юғалтыуҙар алып килгән был көндө халыҡ бөгөн дә иҫләй һәм хәтерләй.
Дөрөҫ, был йылдарҙың ауырлыҡтарын үҙ иңдәрендә татыған оло быуын кешеләре көндән-көн һирәгәйә бара. Әммә тылдағыларҙың күргән михнәттәре, яугирҙарҙың батырлыҡтары онотолмай. 22 июндә Крансоусолдағы Геройҙар Аллеяһында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған матәм митингыһы булып уҙҙы. Был сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары Альбина Ғәзизова,
ветерандар, урта быуын кешеләре, йәштәр, уҡыусы балалар ҡатнашты. Һаулыҡтары булмау сәбәпле был һуғыштың тере шаһиттары – Бөйөк Ватан һуғыш яугирҙары үҙҙәре генә ҡатнаша алманы.
Рәсәй һәм Башҡортостан Дәүләт Гимндары яңғырағандан һуң район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре бу-йынса ярҙамсыһы Владимир Герасимов тәүге һүҙҙе Руслан Йәғәфәр улына бирҙе. Ул үҙ сығышында һуғыштың бер генә ғаиләне лә урап уҙмауын, халҡыбыҙҙың фиҙаҡәрлеге һөҙөмтәһендә Еңеү яуланыуын билдәләне.
Артабан һүҙ һуғыш осоро балаларына (1928-1945 йылдарҙа тыуғандар) бирелде. Район халҡына яҡшы таныш булған Эльвира Сәйет ҡыҙы Степанова менән Рифҡәт Әхмәҙулла улы Ниғмәтуллин сығыш яһаны. Уларҙың икеһенең дә аталары һуғышта һәләк була, икеһе лә "атай” һүҙен әйтә алмай үҫә. Атайһыҙ үҫһәләр ҙә, икеһе лә юғары белем алып, районда оҙаҡ йылдар юғары вазифа биләнеләр, халыҡҡа хеҙмәт иттеләр. Улар үҙҙәренең сығыштарында һуғыш килтергән ауырлыҡтар хаҡында һөйләнеләр, быны онотмаҫҡа саҡырҙылар. Сара барышында Владислава Сибәғәтуллина, Шамил Антигаев, "Землячки” халыҡ хоры һуғыш темаһына арналған һәм патриотик йөкмәткеле йырҙар башҡарҙы. Митинг яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскә гөлләмәләре һалыу менән тамамланды.
Эйе, был ҡәһәрле көн илебеҙ халҡына ҙур юғалтыуҙар алып килһә лә, беҙ уны оноторға тейеш түгел. 22 июндә башланып, 1418 көн һуҙымында барған һуғыш 9 майҙа Бөйөк Еңеү көнө менән тамамлана һәм был осор илебеҙ тарихының фажиғәле көндәре булып тора. Тарих яңынан ҡабатлана күрмәһен. Митингта ҡатнашыусылар ошондай фекерҙә булды.

С.ТИМЕРОВ.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
20 июля 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Фиҙаҡәр эшләгәндәре һәм Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Красноусол үҙәк район дауаханаһы БР Дәүләт һаулыҡ һаҡлау бюджет учреждениеһы буйынса:

Раушан Рәфис улы АРЫҪЛАНОВ – терапия бүлексәһе табип-терапевы;
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы СӘЛИМОВА – Юлыҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты акушеры;
Зәйнәб Мирзокул ҡыҙы МИРЗОКУЛОВА – бала табыу бүлексәһе мөдире – табип акушер-гинеколог.
"Красноусол” шифаханаһы ДУП-ы буйынса:
Лариса Марат ҡыҙы ФӘЙЕЗОВА – дауалау физкультураһы буйынса табип;
Винера Ғайса ҡыҙы ҒҮМӘРОВА – физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 15