матбуғат-2015
13 июля 2015 йыл | Матбуғат

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар!
2015 йылдың икенсе ярты йыллығына
"Табын” район гәзитенә яҙылыу дауам итә.
 Аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан гәзиттең хаҡы 6 айға 683 һум 28 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн
632 һум 88 һум (индексы -
06075) тәшкил итә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Бесән сабыр мәл етте
13 июля 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Район хужалыҡтары бер-бер артлы "йәшел ураҡ”ҡа төшә башланы. Бөгөн "Урожай”, "Восход-СТ”, "Кузин” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә, "ШЭ "Сәғиҙуллин”, "ШЭ "Рәжәпов” крәҫтиән хужалыҡтарында ҡыҙыу темптарҙа сенаж һалалар, бесән әҙерләйҙәр.
"Восход-СТ” аграр предприятие-һының бесән әҙерләүсе механизаторҙарын Цапаловка ауылы янындағы кәзә үләне яланында тап иттек. Игенйылға бүлексәһе бригадиры Филарит Йәнбәков та бында.
40 гектарлы был баҫыуҙа эш эҙмә-эҙлекле алып барыла. Тулы булмаған ике көндә Алексей Михайлов роторлы сапҡыста 25 гектарҙы сабып сыҡҡан. Уның артынса тиерлек Флорид Юнысов кипкән үләнде тырматып, тигеҙ рәт итеп йыйып бара. Артабан инде Сергей Михайлов идара иткән бесән йыйыу-төргәкләү агрегаты эшкә ҡушыла. Уның артынан иһә полиэтилен пленкаға төрөлгән бесән төргәктәре генә ятып ҡала.
- Әҙер бесәнде баҫыуҙа ҡалдырмайбыҙ, Игенйылғалағы ферма ихатаһына ташыйбыҙ, – ти бригадир. Радик Ҡотлозаманов тейәгән ҙур-ҙур төргәктәрҙе Марсель Рәхмәтуллин ташый икән.
Бүлексәлә кәзә үләне 137 гектарҙы биләй. Һәр сәғәтте тулыһынса һәм һөҙөмтәле файҙаланып эшләргә тырыша механизаторҙар. Төшкө ашты ла Антоновканан баҫыуға килтерәләр, - ти бригадир Филарит  Йәнбәков. - Дөйөм тырышлыҡ менән ҡышҡылыҡҡа 600 тонна, йәғни 2000 төргәк бесән әҙерләргә тейешбеҙ. Үлән ҡалын, матур, тимәк, бесән мул буласаҡ.
Билдәле булыуынса, әлеге көндә хужалыҡта һарыҡ ҡына аҫрайҙар.
- Әлеге көндә Игенйылғалағы ферма бинаһын үҙебеҙҙең предприятиеға күсереү тәңгәлендә эшләйбеҙ. Әгәр ниәтебеҙ килеп сығып, ферма беҙҙең ҡарамаҡҡа күсһә, 50-60 баш ҡалмыҡ тоҡомло һыйыр малдары һатып алып, ит етештереү йүнәлешендә эш башларға уйлашабыҙ, - ти предприятие етәксеһе Руслан Бакиров.
- Фермаға мал ҡайтһа, байтаҡ кешегә эш урыны булыр ине тип өмөтләнәбеҙ. Шуға ла бесәнде мул һәм сифатлы итеп әҙерләргә тырышабыҙ, - ти бригадир.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Сырхауҙарға дауа биреүселәр
13 июля 2015 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Йылдың-йылы июндең өсөнсө йәкшәмбеһе Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө булараҡ билдәләнә. Ошо уңайҙан үҙәк ра-йон дауаханаһының баш табибәһе Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНАны әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
-Беҙҙең районда 32 меңдән ашыу кеше йәшәүен иҫәпкә алып, һәр ҡайҙағыса һеҙҙә лә уҙғарылған оптималләштереү, йәғни ҡыҫҡартыуҙар халыҡҡа үҙ ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүҙә  ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаймы?
- Ғафуриҙар һаулығы һағында үҙәк район дауаханаһында эшләүсе медиктар армияһы ғына түгел, ә ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, өс ауыл участка дауаханаһы һәм 43 фельдшер-акушерлыҡ пункт-тарында табип-шәфҡәт туташтары ла уяу тора. Үҙәк район дауаханаһында 200 койкаға иҫәпләнгән 7 стационар бүлексә, поликлиника, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, "Ашығыс ярҙам” бүлексәһе, клиник-диагностик һәм бактереологик лабораториялар эшләй. Быйыл 25 паллиатив койкалар астыҡ.
Йыл һайын стационарҙың барлыҡ бүлексәләрендә, көндөҙгө дауаланыу койкаларын да индереп, 6 меңгә яҡын кеше дауалана. Поликлиника 175 меңгә яҡын пациентты ҡабул итһә, "Ашығыс ярҙам” бүлексәһе 11 мең саҡырыуға барҙы.
Шулай уҡ табип ҡабул итеүенә килгән сирлеләрҙе хеҙмәтләндереү кимәле лә күтәрелә бара. Сирле кешенең табипҡа күренеү өсөн оҙон көн буйына сират көтөп ваҡытын әрәм итеп ултырмаһын өсөн поликлиникала ла, стационарҙа ла барлыҡ уңайлы шарттар
булдырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә. Ике йыл инде өлкән кешеләрҙе диспансерлаштырыу, профилактик һәм ваҡытлы медицина тикшереүҙәре уҙғарыу өсөн медицина профилактикаһы бүлексәһе эшләп килә.
2014 йылдан БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының "Бәйләнеш үҙәге” эшләй, уның буйынса тар белгестәр ҡабул ителеүенә яҙылырға мөмкин. Балалар консультацияһында 1 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм мәктәп уҡыусыларын диспансерлаштырыу үткәрәбеҙ, шулай уҡ сәләмәт бала кабинеты эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы заманса медицина ҡорамалдары менән тулыландырылды. Был буласаҡ әсәйҙәр һәм тыуасаҡ сабыйҙарҙың сәләмәтлеген контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
- "Ашығыс ярҙам” хеҙмәте тураһында ни әйтерһегеҙ? Улар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән сирлеләргә үҙ ваҡытында барып етә аламы? Был хеҙмәттән кешеләр ҡәнәғәтме?
- Әгәр ҙә ҡайҙалыр "Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең эшенән ҡәнәғәт булмаһалар, был, әлбиттә, беҙҙең районда түгел. Беҙҙә "Ашығыс ярҙам” фельдшерҙарының сирлеләр мөрәжәғәтенә, йәғни саҡырыуҙарына барыу һәм сирлеләргә мөнәсәбәттәренә ҡарата дәғүә белдереүселәр юҡ. Был хеҙмәт медицина хеҙмәткәрҙәренең 2 бригадаһы Красно-усолда тәүлек әйләнәһенә эшләһә, тағы ла 3 бригада Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын, Еҙем-Ҡаран филиалдарында дежурға сыға. "Ашығыс ярҙам”дың 8 автомобиле, шул иҫәптән реанимобиль ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Икәүһе ауыр хәлдәге сирлеләрҙе дауаханаға килтереү өсөн заманса диагностик ҡоролмалар менән комплектланған.
- Район үҙәге алыҫ булғанлыҡтан, оло кешеләр сирләһә сирләп ята, дауаханаға килергә ашыҡмай. Ундайҙар өсөн һеҙҙең тарафтан нимәләр эшләнә?
- Ысынлап та, ундайҙар бар, ҡайһылары ваҡытын әрәм иткеһе килмәй. Үҙәк район дауаханаһының табиптар бригадаһы аҙна һайын ауыл участка дауаханалары, табип амбулаторияһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарында күсмә ҡабул итеүҙәр уҙғара. Был бригада акушер-гинеколог, хирург, эндокринолог һәм урындағы халыҡ заявкалары буйынса тар белгестәрҙе үҙ эсенә ала. Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бригадалар һуғыш ветерандарының өйҙәренә барып уларҙың сәләмәтлеген тикшерҙе.
- Матди-техник базағыҙ ни хәлдә?
- Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙың һаулыҡ һағы базаһы матди-техник йәһәттән тулыланып тора. "Ашығыс ярҙам” хеҙмәте 3 автомашинаға тулыланды.
- Кадрҙар мәсьәләһенә лә туҡталып үтегеҙ әле?
- Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында кардиолог, эндокринолог, 4 терапевт, 3 акушер-гинеколог һәм педиатр ставкалары булдырылды.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан үҙ эшенең оҫталарын билдәләп үтергә лә кәрәктер.
- Әлбиттә. Улар: хирург С.Г.Байгилдин, терапия бүлеге мөдире Р.Р.Арыҫланов, акушер-гинеколог Р.З.Латипов, табип-невролог И.Р.Шәйбәкова һ.б.-лар.
- Байрамығыҙ уңайынан ҡотлау-ҙарығыҙ.
- Районыбыҙҙың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарын Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Һаулыҡ, бәхет, изге, еңел булмаған яуаплы эштәрендә һәм бөтөн башланғыстарында уңыштар, байрамса кәйеф теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.

Индира ИШКИНА
әңгәмәләште.

Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?
13 июля 2015 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 27 июндә ра-йон хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы майҙанда Йәштәр көнөнә арналған байрам сараһы үтә. Спорт саралары, төрлө уйындар, сығарылыш класс уҡыусыларын тәбрикләү тантанаһы күңелле дискотека менән тамамланасаҡ. Башлана 20.00 сәғәттә.
*  25 июндә мәктәптәр-ҙә сығарылыш кисәләре үтә.
Башҡортостанда
* Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин селектор кәңәшмәһе уҙғарҙы. Уның белдереүенсә, рес-публикала ауыл хужалығы продукцияһы етештереү былтырғы менән сағыштырғанда бер аҙ кәмегән. Әле төп иғтибар мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелә.
* Ҡариҙел районының Абыҙ ауылында ағас-бетон ҡатнашмаһынан торған төҙөлөш блогы (арболит) етештереү цехы асылған.
Рәсәйҙә
* Чита өлкәһенең 1150 квадрат километр майҙандағы ерен Ҡытайға ҡуртымға биреү тураһында һүҙ бара. Был майҙан Ҡытай Гонконгынан (1092) ҙурыраҡ.
* Депутат Виталий Милонов кино һәм сериалдарға цензура индереү кәрәклеге тәҡдиме менән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт иткән.
* Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ-ара Иҡтисади форум башланды. Унда илдең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан Респуб-лика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация ҡатнаша.
Донъяла
* АҠШ-та 2016 йылда үтәсәк президент һайлауҙарына әҙерлек башланды. Юғары вазифаға элекке Дәүләт секретары Хиллари Клинтон (Демократтар партияһы) менән элекке президент Джордж Буштың энеһе Джеб Буш (Республикаһы партияһы) дәғүә итәсәге билдәле булды.

Ҡалдыҡ та проблема тыуҙыра
13 июля 2015 йыл | Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта Красноусолда көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм һаҡлау йәһәтенән хәл бермә-бер киҫкенләште. Урам буйҙарына ҡуйылған контейнерҙарҙы йыйып алғас, ауылды сүп-сар баҫты тип әйтергә була, аҙым һайын тиерлек үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән сүплеккә юлығаһың.
"Контейнерҙарҙы ниңә йыйып алғандар, беҙ сүп-сарҙы ҡайҙа түгергә тейеш?” – тип редакцияға шылтыратыусылар ҙа бихисап. Хәйер, Красноусолда ғына түгел, юл, йылға-күл буйҙарында, урман ситендә лә сүп-сар өйөмдәре туҙышып ята. Башҡа ауылдарҙа ла көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм һаҡлау проблемаһына иғтибар етешмәй. Хәл артабан да шулай дауам итеп, ашығыс рәүештә тейешле саралар күрелмәһә, яҡын киләсәктә тотош районыбыҙ биләмәһен сүп-сар баҫасаҡ. Бынан ҡотолоу юлдары бармы һәм был проблеманы хәл итеү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә? Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ф.З.Кейекбаев менән сираттағы әңгәмәбеҙ тап ошо хаҡта.
- Фуат Зәки улы, районда көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, һаҡлау, утилләштереү буйынса эш барышын нисек баһалар инегеҙ?
- Бөгөнгө көндә район биләмәһен-дә был проблема, ысынлап та, бик киҫкен тора. Был мәсьәләнең район Советы ултырышына сығарылыуы ла осраҡлы түгел. Халыҡтың ҡулланыу әүҙемлеге, сауҙа нөктәләре, автотранспорт паркы артҡан һайын көнкүреш ҡалдыҡтары ла күбәйә. Шул уҡ ваҡытта ҡалдыҡһыҙ эшләү технологияһы бик һүлпән индерелә. Был шарттарҙа ауыл биләмәләрен санитар таҙартыуҙы ойоштороу, етештереү һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү төп сара булып тора. Билдәле булыуынса, 1 апрелдән район биләмәһендә ауылдарҙы санитар таҙартыу, йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса ике айлыҡ иғлан ителеп, аныҡ бурыстар ҡуйылғайны. Уның һөҙөмтәләрен дөйөмләштереп әйткәндә, бөтә ауыл биләмәләре лә был мөһим эшкә берҙәй яуаплы ҡараманы. Дөрөҫ, экологик өмәләр үткәрелде, урам, юл буйҙары, йылға ярҙары таҙартылды, ә бына йыйылған бөтә сүп-сар, ҡалдыҡтар һаҡланған махсус сүплектәрҙе тәртипкә килтерергә, уны кәртәләп алырға "оноттолар”. Ә бит көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм һаҡлау өсөн урындағы үҙидара яуап-лы. 131-се һанлы Федераль Законда был хаҡта асыҡ әйтелә.
- Красноусолда көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм һаҡлау, йәғни ауылды санитар таҙартыу менән "Красноусол коммуналь хужалығы” муниципаль унитар предприятиеһы ғына шөғөлләнә шикелле.
- Дөрөҫ. Шәхси хужалыҡтарҙан һәм күп фатирлы йорттарҙан махсуслашҡан коммуналь хужалыҡ предприятиеһы сүп-сарҙы даими рәүештә йыйһа ла, көсөргәнешлелек һаҡлана. Бында, әлбиттә, ғәйеп ике яҡта ла бар. Урамдарҙан сүп-сар түгеү өсөн ҡуйылған контейнерҙарҙы йыйып алыу уйлап еткерелмәгән аҙым булһа ла, уның үҙ сәбәптәре бар. Беренсе сиратта халыҡ араһында аңлатыу эше аҡһай. Ҡуйылған контейнерҙарҙың эргә-тирәһе сүплек урынына оҡшауы ла шунан килә. Билдәле булыуынса, был контейнерҙар көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн генә тәғәйенләнгән. Ә унда нимәләр генә тултырмайҙар. Өй башын алмаштырһалар - шифер, рубероидты, һарай һүтһәләр – тотош бүрәнәләрен килтереп өйәләр. Шул уҡ ваҡытта коммуналь хужалыҡта эре габаритлы ҡалдыҡтарҙы түгеүгә лә заявка ҡабул ителә. Ихаталағы бөтә сүп-сар, төҙөлөш ҡалдыҡтарын контейнер янына сығарып өйәләр, тик күрһәтелгән хеҙмәт өсөн айҙың-айы билдәле хаҡты түләргә кәрәклеген оноталар. Ә бит тотош ауыл биләмәһе буйынса ҡалдыҡтарҙы йыйып түгеү, сүплекте тейешле тәртиптә тотоу өсөн дә ҙур сығымдар талап ителә. Тап аҡса йыйылмағанлыҡтан коммуналь хужалыҡ үҙенең техника паркын тулыландыра, сүплектә ҡалдыҡтарҙы һаҡлау технологияһын һаҡлай алмай. Шулай итеп, йырып сыҡҡыһыҙ бер ҡулса хасил булды. Контейнерҙарҙы йыйып алыу ҙа сығымдарҙы кәметеү, халыҡты тәртипкә өйрәтеү маҡсатын күҙ уңында тотҡайны. Тик кешеләрҙең аңын тиҙ генә үҙгәртеп булмай. Шунлыҡтан элек контейнерҙар торған урындар сүплеккә әйләнде. Халыҡ аҙнаның билдәле бер көнөндә урамдар буйлап сүп-сар йыйып йөрөгән машинаны көтмәй, ҡайҙа  теләй, шунда сығарып түгә. Ҡабатлап әйтәм, тимәк, беренсе сиратта, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен көсәйтергә кәрәк. Икенсенән, был хеҙмәткә түләү тарифын ҡайтанан ҡарау ҙа зыян итмәҫ ине. Әгәр ҡалдыҡтарҙы йыйып түгеү, уны һаҡлау сығымдары аҡланмай икән, тарифты арттырырға кәрәк.
- Фуат Зәки улы, тотош районда ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм һаҡлауҙы яйға һалыу, сүп-сар проблемаһынан ҡотолоу өсөн беренсе сиратта ниндәй саралар күрелергә тейеш тип иҫәпләйһегеҙ?
- Район ауылдары биләмәһендә барлығы 70-ләп сүплек иҫәпләнә. Нигеҙҙә халыҡ сүп-сарҙы унда үҙе сығарып түгә, шунлыҡтан унда өйөлгән ҡалдыҡтарҙың күләме билдәһеҙ. Юғарыла әйтеп үткәнемсә, урындағы үҙидара етәкселәре был сүплектәрҙә тейешле тәртип булдырырға, унда инеү-сығыу юлдарын йүнәтергә, тирә-яғын кәртәләп алырға тейеш. Бына ошо йүнәлештә талапты көсәйтергә кәрәк. Ә Красноусолда 2003 йылда асылған сүплек 1,3 гектар майҙанды биләй. Был полигон 3 сиратҡа иҫәпләнеп, уны 2020 йылға тиклем файҙаланыу ҡаралған. Әммә ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса кисекмәҫтән саралар күрмәгәндә ҡалдыҡтарҙы унда урынлаштырыу проблемаһы тағы ла киҫкенләшәсәк. Шунлыҡтан эре габаритлы ҡалдыҡтарҙы ваҡлау ҡоролмаһы, ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу линияһын төҙөү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Әгәр был линияны төҙөй алһаҡ, тотош район бу-йынса йыйылған ҡалдыҡтарҙың күп өлөшө ҡайтанан эшкәртелер ине. Ә был тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте һаҡлау, районда өҫтәмә эш урындары булдырыу тигән һүҙ. Шулай уҡ урындарҙа халыҡтан терегөмөшлө лампалар, приборҙар йыйыу өсөн стационар һәм күсмә пункттар ойоштороу өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙең береһе.
Әлегә иһә, тағы ла ҡабатлайым, халыҡ менән эште көсәйтергә, йәшәгән еребеҙҙең, эскән һыуыбыҙҙың, һулаған һауабыҙҙың таҙалығы үҙебеҙгә бәйле икәнен аңлатырға кәрәк. Йыйыштырған түгел, бысратмаған ер таҙа була, тигән хәҡиҡәтте кешеләрҙең аңына еткереү иң беренсе бурыс булырға тейеш.
Тағы ла, бөгөнгө көндә бер генә нәмә лә бушлай эшләнмәй һәм бирелмәй. Һәр эшкә түләргә кәрәк. Был ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм һаҡлауға ла ҡағыла. Әгәр халыҡ түгелгән сүп-сар, ҡалдыҡтар өсөн ваҡытында иҫәпләшеп барһа, был хәлгә ҡалмаҫ та инек. Контейнерҙарҙағы сүп-сар ваҡытында түгелер, ҡалдыҡтар йыйыу-сы махсус машиналар урамдар буйлап өҙлөкһөҙ йөрөр, полигон тейешле тәртиптә тотолор, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү сараһы күрелер ине. Коммуналь хужалыҡ менән үҙ-ара аңлашып, ярҙамлашып эшләгәндә йәшәгән еребеҙ таҙа булып, ҡалдыҡтар проблемаһы хәл ителер.
 - Фуат Зәки улы, әңгәмә өсөн Һеҙгә ҙур рәхмәт.
Редакциянан:  Әйткәндәй, район Советы депутаты Ф.Ф.Кулагин етәкселегендәге махсус комиссия төҙөлөп, улар Красноусол, Табын, Имәндәш, Сәйетбаба һәм Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләренә ҡараған ауылдарҙың санитар торошон тикшергәйне. Район Советы депутаты Марсель Ғүмәров рейдҡа йомғаҡ яһап, юғарыла телгә алынған етешһеҙлектәрҙе билдәләне, урындарҙа ҡалдыҡтарҙы һаҡлауға тейешле иғтибар бирелмәүен, тәбиғәтте бысратыусыларға, йәғни йылға, юл буйҙарына, урман һыҙаттарына сүп-сар түгеүселәрҙең административ яуаплылыҡҡа тарттырылмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Депутаттар ҙа биләмә башлыҡтарына тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән халыҡ араһында аңлатыу эшен әүҙемләштерергә, Красноусолда ҡалдыҡтарҙы түгеү өсөн тарифты күтәрергә тәҡдим итте.
Көнкүреш һәм сәнәғәт ҡалдыҡтарын йыйыу, утилләштереү һәм эшкәртеү мәсьәләһе 11 июндә үткән район Советы ултырышында ла тикшерелде. Район Советы депутаттары - Марсель Ғүмәров, Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың сығыштарын һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, ошо хаҡта махсус ҡарар ҙа  ҡабул ителде.
М.МӘМӘТҠОЛОВА әңгәмәләште.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 15