Ысын кеше булып йәшәне
05 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Атайым Тажетдин Минһажетдин улы Усманов хаҡында һөйләмәксемен. Ул 1918 йылда Мораҡ ауылында тыуған. Һуғыш ғәрәсәте эсендә йөрөп, иҫән-һау 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ул 302-се уҡсылар полкының 5-се уҡсылар батальонында пулемет бүлексәһе командиры була.
Һуғыш хаҡында бик һөйләргә лә яратмай ине атайым. Бары тик, хатта немецты үлтереүе лә йәл, ул да кемдеңдер ҡәҙерле балаһы бит, ти торғайны. Бәләкәй сағымда унан: "Немец өсөн иң ҙур наградаң нимә, нимәгә һин һуғыштың?” – тип һораған саҡтар иҫтә ҡалған. Ул: "Иң ҙур награда ул – беҙҙең фашистарҙы еңеүебеҙ һәм иҫән-һау һеҙҙең янға ҡайтыуым”, - тиер ине.

Бөтөн ил буйынса күп кенә ғаиләләрҙәге кеүек үк, беҙҙең ғаиләне лә һуғыш ғәрәсәте еле урап үтмәй, атайым, уның ағаһы һәм яҡын туғандары һуғышҡа китә. Ағаһы Камалетдин яу яланынан әйләнеп ҡайта алмай, Ленинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа, 1942 йылдың ноябрендә батырҙарса һәләк була.
Һуғыш ғәрәсәте эсенән әйләнеп ҡайтҡандарҙың тәне генә түгел, йәне лә яралы булған. Атайымдың һеңлеһе Нурияның (әле 90 йәштә) ире Әүхәҙей Хажи улы һуғыштан яраланып ҡайтып, уға оҙаҡ йәшәргә насип булмай, 42 генә йәшендә гүр эйәһе була. Уның 7 балаһы етем ҡала. Ҡатыны Нурия балаларына матур тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыра, һәр береһенә лайыҡлы белем алырға ярҙам итә. Апаһы Хәбибъямалдың ире лә, улы ла һуғышта үлеп ҡала. Уның өс ҡыҙы атай хәстәрлеген тоймай, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауырлыҡ менән йәшәйҙәр. Уларҙың береһе – Райхананың, ул ваҡытта бөтә ҡыҙҙарҙың клубҡа ялтыр галоштар кейеп йөрөүен, ә уларҙың аяғында сабата булыуы, уны кейергә оялыуҙарын әсенеп һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Был хаҡта белеп ҡалған атайым Стәрлетамаҡ баҙарына барып, ялтыр галоштар һатып алып ҡайтып, уларҙы һөйөндөргән. Галоштарҙы ҡәҙерләп кенә, бары тик ҙур байрамдарҙа ғына ке-йер булғандар.
Ошо ҡыҙҙарҙың әсәһе – Хәбибъямал әбейем уларға барған һайын беҙгә берҙән-бер улын һуғышҡа оҙатыуын бәйнә-бәйнә һөйләй торғайны. Улы 1945 йылдың 8 ма-йында Бөйөк Еңеү таңын ҡаршыларға әҙ генә ваҡыт ҡалғас, Чехословакия ерендә батырҙарса һәләк була.
Атайымдың  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын күрә алмауы үкенесле, әлбиттә. Һуғышта ул контузия алған, аяҡтарын туңдырған булған. Ул тыныс тормошта намыҫ менән лайыҡлы йәшәне. "Заветы Ильича” колхозының алыштырғыһыҙ баш бухгалтеры булып хеҙмәт юлын үтте. Барыһы ла уны хөрмәт, ихтирам иттеләр. Ул бик тә яғымлы, бар яҡтан да килгән, изге күңелле кеше ине. Атайыма кем генә кәңәш һәм ярҙам һорап килмәй торғайны, бер кешене лә кире бороп сығармаҫ, ҡулынан килгәнсә ярҙам итер ине. Беҙҙең йорт ишеге һәр кемгә - ҡартына ла, йәшенә лә асыҡ булды. Атайым матур итеп йорт һалды, өйҙә ҙур китапхана булдырҙы, емеш баҡсаһы ултыртып, уны бар күңелен һалып тәрбиәләй торғайны, беҙгә, балаларына, ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә бирҙе.
Әсәйем Мәрйәм Нәжметдин ҡыҙы Усманова бар ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлап, Мораҡ мәктәбендә балаларға белем бирҙе. Уның уҡыусылары, хәҙер инде үҙҙәре олоғайып бөтһәләр ҙә, уҡытыусыларын ихтирам менән иҫтәренә төшөрәләр.
Хәҙер инде атайым да, әсәйем дә яҡты донъяла юҡ. Атайым 1986 йылдың 16 майында, 67 йәшендә беҙҙең аранан китте. Мораҡ ауылы кешеләре, атайыбыҙҙың туғандары, туғандарының балалары уны иҫ киткес изге күңелле кеше ине, тип, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙағы эскерһеҙ ярҙамы өсөн рәхмәтле булып иҫтәренә төшөрәләрҙер, тип уйлайым.
Мәрүә УСМАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Һыу ингәндә лә контроль кәрәк
05 августа 2015 йыл | Хоҡуҡ

Көндәр йылытыу менән йылға, күлдәрҙә балаларҙың һыуға батып үлеү осраҡтары йышайҙы. Был эске эштәр хеҙмәткәрҙәрен дә ныҡлы хафаландыра.
Май - июнь айҙарында республика бу-йынса бәлиғ булмаған 16 бала һыуҙа батып үлгән. Был үткән йылғы күрһәткестән ике тапҡырға күберәк. Мәҫәлән, 16 июндә Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Йылы күлдә - 15 йәшлек үҫмер, 21 июндә ошо уҡ күлдә 16 йәшлек йәнә бер үҫмер батып үлә. Стәрлетамаҡ, Белорет, Илеш, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мишкә, Миәкә, Хәйбулла райондарында ошондай фажиғәләр теркәлде.  
Бәлиғ булмағандарҙың үлеү осраҡтарын анализлау балаларҙың һыу ингәндә үҙҙәрен ниндәй хәүеф һағалауын аңламауын, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәүҙәрен күрһәтте. Ата-әсәләр тарафынан тейешле контроль булмауы ла ошондай оло бәләгә килтерә.
Районыбыҙҙа бындай бәлә-ҡазаны иҫкәртеү маҡсатында ата-әсәләргә, өлкәндәргә мөрәжәғәт итеп, йөҙә белмәгән балаларҙы һыу буйына яңғыҙ ебәрмәҫкә, һыуҙың ғүмер өсөн хәүефле булыуын, һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәклеген аңлатыуҙарын һорайбыҙ. Ғөмүмән, һәр беребеҙ һыу бу-йында иғтибарлы булырға тейеш.

Андрей БАЛАБОНОВ,
бәлиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор, полиция майоры.

Балыҡтай йөҙҙө балалар
05 августа 2015 йыл | Мәғариф

Каникул ваҡытында балаларҙы онотолмаҫ йәй, күңелле ял һәм ҡыҙыҡлы уйындар, сәмле бәйгеләр, иҫтәлекле осрашыуҙар, мауыҡтырғыс сәйәхәттәр көтә. Билдәле булыуынса, йәйге көндәрҙә ял итеүҙең иң яҡшы ысулы – һыу бу-йында. Унда йөҙөргә, балыҡ ҡармаҡларға, кәмәлә йөрөргә, төрлө уйындар уйнарға була.
Сәләмәт тәндә сәләмәт рух булырға тейеш. Ошо хәҡиҡәтҡә таянып, ҡояшлы көндәрҙең береһендә Мәндем йылғаһы буйында музей һәм клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан Ҡаранйылға балалары өсөн спорт ярыштары уҙғарылды. Бәйге үтә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Йөҙөү буйынса балалар араһында үткән турнир күрше Сәйетбаба ауылынан да йәш йөҙөүселәрҙе йыйҙы. Конкурсанттарҙың һаны күберәк булған һайын ярыш ҡомары ла арта бара бит!
Малайҙар һәм ҡыҙҙар күп төрлө уйындарҙа, спорт ярыштарында һәм башҡа төрлө эстафеталарҙа ҡатнашты. Иң тәүҙә спринтерҙар стартҡа баҫып, призлы урындар өсөн көрәште. 15 метр араға йөҙөү буйынса ярышта малайҙар командаһы еңеү яуланы. Уларҙың һыуҙа балыҡтай йөҙөүен күреп күптәр һоҡланыуын йәшерә алманы.
Был көндө балалар һәр
уйында әүҙем ҡатнашып, йөҙөү буйынса үҙенең маһирлығын, оҫталығын күрһәтте. Малайҙар араһында "һыу хужалары” тип үҙҙәрен Илнар Фәтҡолов (I урын), Таһир Йәноҙаҡов (II урын) һәм Айнур Мәхийәнов (III урын) танытты. Ҡыҙҙар араһында иһә шәхси беренселектә Алһыу Бирҙеғоловаға етеүсе булманы
(I урын), Элина Исхаҡова (II урын) менән Карина Йәноҙаҡова ла (III урын) унан ҡалышманы. Алик Ишбулдин һәм Сөмбөл Юлбарисова "Өмөт” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Йәш төркөм-дәре буйынса Айгиз Байбулдин, Ринат Йәноҙаҡов, Арыҫлан Юлбарисов та "Иң йәш ҡатнашыусы" номинацияһында бүләк алып ҡыуанды. Уларға "афарин” тип әйтәһе генә ҡала.
Икенсе өлөштә ярыш тағы ла ҡыҙыуыраҡ барҙы. "Ҡатнаш эстафета", "Һыу полоһы", "Алтын эҙләү” этаптары бәйгенең иң ҡыҙыу һәм күңелле мәлдәре булғандыр. Көйәрмәндәр ҙә был мәлдә хуплау ауаздары менән яҡындарын еңеүгә дәртләндерергә тырышты.
Йөҙөү буйынса ярышта 30-ҙан ашыу бала ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың олоһо ла, кесеһе лә еңеүһеҙ ҡайтырға уйламаны. Балалар етеҙлек һәм көслөлөктә генә түгел, зирәклектә лә көс һынашты: һыу тураһында мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, йомаҡтар систеләр, хайуандар һәм үҫемлектәр организмында уртаса 50 % һыу барлығын белделәр, кеше йыл дауамында бер мең литрға яҡын һыу эскәнен иҫәпләп сығарҙылар, һыу – йәшәү, һаулыҡ сығанағы икәнен билдәләп үттеләр.
Ярыш ярыш менән, әммә бүләкләү ҙә үҙен көттөрмәне: һәр ҡатнашыусы тәмлекәс алып һөйөндө, иң әүҙемдәре иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды, еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Спорт – буш ваҡытты тән өсөн дә, йән өсөн дә файҙалы үткәреүгә иң яҡшы сара. Мәндем буйында ойошторолған йөҙөү буйынса бәйгелә балалар һәләттәрен үҫтереп, оҫталыҡтарын һәм етеҙлектәрен камиллаштырып, рухи донъяларын ҡәнәғәтләндереп, күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс алды. Конкурстарҙа ҡатнашыу балалар өсөн ыңғай тәьҫораттар гөлләмәһен бүләк итте.
Римма Ишмырҙина,
Жәлил Кейекбаевтың
йорт-музейы директоры.

Мал да баға, быймаһын да баҫа
05 августа 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар уңғандары менән таныштырыуҙы дауам
итәбеҙ. Төпкөлдә, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мораҙ
ауылында ла халыҡ шәхси хужалығында күпләп мал  бағып донъя көтә. Тап мал-тыуар ғаиләләрҙең төп килем сығанағы булып тора ла инде. Был төбәктә тырышлыҡтары, уңғанлыҡтары менән айырылып торған ғаиләләрҙең береһе – Мәфруза һәм Батыр Үтәгәновтар хаҡында яҙмабыҙ.

Үтәгәновтар бар ғүмерҙәрен колхоз эшенә бағышлағандар. Ғаилә башлығы Батыр Шәмсетдин улы - тракторсы, ә хужабикә Мәфруза Фәтхелислам ҡыҙы ике тиҫтәгә яҡын йыл  һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Пенсияға тиклем дә мал-тыуарһыҙ йәшәмәгән Үтәгәновтар малдарын ишәйтеп ебәргәндәр. Уларҙың ихатаһында 3 һыйыр, 4 башмаҡ, 2 ат, ҡош-ҡорт, һарыҡтарының иҫәбе-һаны юҡ. Өҫтәүенә, йәйгеһен күпләп ҡаҙ бәпкәләре лә алып үҫтерәләр.
- Ауылда йәшәгәс, мал аҫрамай тороп булмай инде, пенсиябыҙ ҙа маҡтанырлык түгел, - ти Үтәгәновтар. – Һыйыр һөтөн дәүләткә һатыр инең, йыйыусыһы юҡ, уны эшкәртеп, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсеген ауылдағы магазинға ла ҡуйып һатҡылайбыҙ. Кемгә нимә кәрәк, өйҙән дә килеп алып китәләр, заказ да бирәләр, - ти хужабикә Мәфруза апай.
Малды ла һәр ҡайҙағыса тереләй ҙә, итләтә лә ситтән килеп йыйыусыларға, йәғни алыпһатарҙарға биреп  ебәрәләр.
Ишле малға аҙыҡ та мул кәрәк. Техникаң булһа, ҡул көсөнә ҡарағанда малдарға аҙыҡты күберәк тә, тиҙерәк тә әҙерләргә мөмкин. Шуныһын уйлап үҙ көстәре менән "МТЗ-50” тракторы һатып алғандар. Бесән сапҡанда һәм ташығанда, шулай уҡ берәңге баҡсаһын һөргәндә трактор ярҙамға килә.
- Техниканан һаман айырылғы килмәй әле, - ти Батыр ағай. – Колхозда 49 йыл тракторҙа эшләп, хаҡлы ялға туҡтауыма апаруҡ ваҡыт уҙһа ла, тимер аттан төшкәнем юҡ. Ә бесән мәлендә әйтеп тораһы ла түгел.
Һәр эшкә  маһир, оҫта ҡуллы Батыр Шәмсетдин улының йәнә бер, кеше өсөн бик тә кәрәкле шөғөлө бар, ул  да булһа,  ҡышҡыһын бер аҙ  эштән бушағас, быйма баҫыу менән мәшғүл була. Махсус йөн тетеү станогы урынлаштырылған айырым оҫтахана бинаһы  быйма баҫыу цехын хәтерләтә.
Үтәгәновтар ғаиләһе уңғанлыҡтары менән генә түгел, татыулыҡтары, бер төптән булып тормош йөгөн тартыуҙары менән дә күптәргә өлгө булырлыҡ. Донъяларының ҡотло, ырыҫлы булыуы ла шунан киләлер. Байтаҡ йылдар инде Үтәгәновтарҙың бәхет идара иткән иркен, күркәм, нурлы, бөхтә йортонда ике быуын үҙ-ара килешеп, татыу йәшәй. Ғәҙәттә, иң  кесе бала атай йортонда төпләнергә тейеш, тигән хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, Батыр ағай менән Мәфруза апайҙың оя төбө - төпсөк улдары Илдус ғаиләһе менән үҙҙәре янында йәшәй. Атаһы менән улы бар эште лә бер төптән булып, кәңәшләшеп башҡарһа, бер-береһенә таяныс булһа, Мәфруза апай иһә килене Альбинаның уң ҡулы,  уларҙың балаларына, йәғни ейәндәренә күҙ-ҡолаҡ, матур тәрбиә орлоҡтары сәсеүсе лә, серҙәш тә. Ейәндәре Илназ 7-се класты, Риназ 4-сене тамамлаһа, Арыҫланға 3 йәш кенә әле.
Үтәгәновтарҙың йәнә 3 балалары – оло улдары Юлай Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй, полицияла эшләй, полиция капитаны дәрәжәһендә, Салауаттары Ҡарағай электр селтәре подстанцияһында электрик, ҡыҙҙары Роза ғаиләһе менән Туғай ауылында йәшәй.
Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән Мәфруза Фәтхелислам ҡыҙы менән Мораҙҙан Батыр Шәмсетдин улы  бынан 42 йыл элек донъя ҡорған. Ошо арауыҡта Ҡауарҙынан төшкән килен һынатмай, бында күптән үҙ кешегә әйләнгән, ауылдаштарының хөрмәт-ихтирамын яулаған.
Үтәгәновтар кеүек  тыуған төйәктәрендә төпләнеп, мал бағып, ишле балалар үҫтереп, донъя көткән уңған ер кешеләре булғанда  ауылдың йәшәйәсәгенә ышаныс ҙур.
Индира ИШКИНА.

Шағир рухы халыҡ күңелендә
05 августа 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

2 августа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулды. Ошо айҡанлы шағирҙың тыуған ауылында Хәтер кисәһе һәм шиғриәт байрамы ойошторолдо. Ә юбилей сараһы 21 августа ҙурлап билдәләнәсәк.
 
Хәтер кисәһе һәм шиғриәт байрамына төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар килгәйне. Был сара район мәҙәниәт бүлеге район китапхана селтәре менән берлектә ойошторолғанлыҡтан, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондары китапханасылары, Кушнаренко районынан, Өфө, Ағиҙел ҡалаларынан ҡунаҡтар, шағирҙың туғандары, нәҫел-нәсәптәре ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар башта Мәжит Ғафури исемендәге паркта булды, Ҡаран шишмәһе һыуын тәмләне. Быйыл шишмәнең сыҡҡан урыны төҙөкләндерелеп, яңы төҫ алған. Район үҙәк китапханаһы китапханасыһы Гүзәл Шәрипҡолова килеүселәрҙе шишмә буйы һәм парк тарихы менән таныштырҙы, Мәжит Ғафуриҙың ошо шишмә һыуын эсеп үҫеүе, тыуып үҫкән йортоноң да эргәлә генә булыуын билдәләп, йорт урынын да күрһәтте. Бөгөн Мәжит Ғафури тыуып үҫкән йорт ихатаһында  ошо ауыл уҙаманы Алик Мөхәмәтйәров яңы йорт күтәрә. Шағирҙың йорт-нигеҙе ырыҫлы булып, уға тормош иптәше Зөлфиә менән шағир рухлы, илебеҙҙең патриоттары булған балалар тәрбиәләп үҫтерергә яҙһын. Киләсәктә был урында шағирҙың тыуған йорт нигеҙе икәнлеген белдереп берәй таҡтаташ ҡуйғанда ла ҡамасауламаҫ ине.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури музейына юлланды. Музей эргәһендәге Мәжит Ғафури һәйкәленә сәскәләр һалынды. Музей директоры Рәсилә Нәжметдинова ихлас ҡаршы алып, шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән, музейҙағы экспонаттар менән таныштырҙы. Еҙем-Ҡаран
ауылында тыуып үҫкән, Мәжит Ғафуриҙың ҡан-ҡәрҙәше, Кушнаренко ауылында йәшәүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған ветеринария хеҙмәткәре Фидаил Мәҡсүтов шағирға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Музей менән танышып сыҡҡандан һуң әҙәби-музыкаль композиция башланды. Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре Сәрүәр Суринаның "Сыңрау торна” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Кескәй Мәжит (Илһам Ғиззәтуллин), оло Мә-
жит (Илдар Әбдел-мәнов), сыңрау торна (Алһыу Ҡоломбәтова) ролдәрендә сығыш яһаусы һәүәҫкәрҙәрҙе сарала ҡатнашыусы-лар алҡыштарға күмде, улар шул тиклем килештереп уйнаны. Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр ҙә күп булды. Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Зөлхизә Зәйнуллина шағирҙың "Ҡыр ҡаҙы” шиғырын рус телендә бер яңылышмай, тасуири итеп  һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы. Өфө ҡалаһының 27-се мәктәбе уҡыусыһы Әнүәр Шәрәфетдинов олатаһының яҙмышын Мәжит Ғафури тормошо менән бәйләп нәҫер-эссе ижад иткән һәм шул әҫәрен тыңлаусыларға илһамланып еткерҙе. Юлыҡ мәктәбенең тағы ла бер уҡыусыһы - Ғәлиә Яҡшыбаеваның сығышы ла матур булды. Ул да рус  телендә шиғыр ятлап килгән. Еҙем-Ҡаран мәктәбенән Алһыу Ҡоломбәтова, Илһам Ғиззәтуллин, Әлиә Рахманғолова, Ҡыҙыл Яр башланғыс мәктәбенән Алһыу Әбделмәнова, Бурлы мәктәбенән Алһыу Абдрахманова, Ильяс Ғәлиндарҙың шағир әҫәрҙәрен яттан һөйләүҙәре күңелдәрҙе тулҡынландырҙы. Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусыһы Индира Биктимерованың дәртләнеп рус халыҡ бейеүен башҡарыуы сараға йәм өҫтәне.
Уҡыусыларҙан һуң өлкәндәр һүҙ алды. Башта һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Архангел районы китапханасылары сығышы ла шағир ижадына арналған ине. Уларҙың сығышынан һуң һүҙ районыбыҙ шағирҙарына – "Табын” гәзите эргәһендә эшләп килгән "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаларына бирелде. Красноусолдан әҙәби берекмә етәксеһе Рәмзиә Монасипова, Родина ауылынан - Фәүзиә Ҡотлогилдина, Үтәктән – Фәриҙә Бохарова, Еҙем-Ҡарандан – Әлфиә Исҡужина үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр, М.Ғафури ижады хаҡында һөйләнеләр. Әйткәндәй, ошо дүрт автор һәм тағы ла 6 шағирҙың "Мағаш тауышы” исемле йыйынтығы ла донъя күргәйне. Район шиғриәт һөйөүселәре исеменән улар үҙҙәренең ошо йыйынтығын Мәжит Ғафури музейына тапшырҙы.
Район үҙәк китапханаһы китапханасыһы Елена Кулагина, Бурлы ауылы китапханасыһы Рәсимә Мөхәмәтдинова Мәжит Ғафури шиғырҙарын илһамланып уҡынылар. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Шафиҡовтың моңло йырҙары ла күңелдәргә хуш килде.  Өфө ҡунаҡтары – "М.Ғафури - XXI быуат”  Мәҙәниәт фон-дынан Мадриль Ғафуров, Люциә Камаева халыҡ шағирының Хәтер кисәһен ошолай ҙурлап уҙғарғандары, уның ижадын пропагандалау-
ға ҙур өлөш индергәндәре өсөн район етәкселегенә, китапхана селтәренә, йәмәғәтселек вәкилдәренә һәм, әлбиттә, музей директоры Рәсилә Нәжметдиноваға ҙур рәхмәт белдерҙеләр.
Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөндә уҙғарылған Хәтер кисәһен һәм шиғриәт байрамын район үҙәк китапханаһы китапханасыһы Динара Әхмәтова матур итеп алып барҙы. Ғөмүмән, халыҡ шағирының Хәтер кисәһе хәтерҙә ҡалырлыҡ, иҫтәлекле булды.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2