Польшаның мөнәсәбәте үҙгәрерме?
12 августа 2015 йыл | Сәйәсәт

"Ислам дәүләте”боевиктарына ҡаршы берлектәге көрәш планы барлыҡҡа килеүе, Польшала Анджей Дуданың инаугурацияһы булыуы, Мария Гайдарҙың Украина гражданлығы алыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары рәтендә торҙо.

Ураҡ көндәлеге
12 августа 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Районда иген культуралары 17,5 мең гектар майҙанды биләй. 11 авгусҡа ҡарата 5,2 мең гектар майҙандың (29,7 процент) уңышы йыйып алынған. Ужым культуралары  буйынса иң юғары уңыш "Сатурн” (63 центнер), "Восход”СТ (29,1), ШЭ "Мөьминов” (27,1) хужалыҡтарында. Ленин исемендәге колхоз һәм ШЭ "Мөьминов”, "Агрохим”  хужалыҡтары ярауай культуралар уңышын йыйыуға тотондо. Тәүге ике хужалыҡта дөйөм көс менән 35 гектарҙа яҙғы бойҙай (уңыш 19,7 центнер) һәм 190 гектарҙа арпа (24,1), "Агрохим” хужалығында 235 гектарҙа арпа (26,8 центнер) уңышын йыйып алдылар.

частка комиссиялары эш башлай
12 августа 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Территориаль һайлау комиссияһы ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайлауға әҙерлек планына ярашлы участка һайлау комиссиялары менән эште әүҙемләштерә. Йома, 21 августа участка һайлау комиссиялары рәйестәре, секретарҙары һәм ағзалары менән һайлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәреләсәк.
Әйткәндәй, участка һайлау комиссиялары сиктәрен билдәләгәндә Красноусол ауыл Советы буйынса яңылышлыҡ киткән. Гәзиттең был һанында төҙәтеү бирелә. Яңылышлыҡ өсөн гәзит уҡыусыларҙан ғәфү үтенәбеҙ.
Рима Шәрипова,
Территориаль һайлау комиссияһы секретары.

Уңыштың муллығы – орлоҡтан
12 августа 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, "Сатурн” крәҫтиән хужалығы ужым культураларының гектарынан 63 центнер уңыш үҫтереп алды.
Был хужалыҡ эшсәндәре байтаҡ йылдар инде һуңғы һөҙөмтә - юғары уңышҡа иҫәп тотоп эшләй: ерҙе тейешенсә эшкәртеү өсөн паркты етештереүсәнле техника менән тулыландыралар, сәсеү әйләнешен теүәл һаҡлайҙар, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын күрәләр һәм, әлбиттә, юғары класлы орлоҡ һатып алалар.

Алма таты, бал тәме – сәхрәләй йәйҙең йәме
12 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа районда бал байрамы уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. Ике йыл рәттән бал байрамы "Һөт көнө” менән берлектә үткәрелгән ине.  Быйыл иһә байрамға яңы төҫ биреү уйы менән бал һәм алма байрамы итеп үҙгәртелде. Байрам шулай тип аталһа ла, һөт продукцияһына ла өҫтөнлөк бирелде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3