Уңыштың муллығы – орлоҡтан
12 августа 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, "Сатурн” крәҫтиән хужалығы ужым культураларының гектарынан 63 центнер уңыш үҫтереп алды.
Был хужалыҡ эшсәндәре байтаҡ йылдар инде һуңғы һөҙөмтә - юғары уңышҡа иҫәп тотоп эшләй: ерҙе тейешенсә эшкәртеү өсөн паркты етештереүсәнле техника менән тулыландыралар, сәсеү әйләнешен теүәл һаҡлайҙар, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын күрәләр һәм, әлбиттә, юғары класлы орлоҡ һатып алалар.

Алма таты, бал тәме – сәхрәләй йәйҙең йәме
12 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа районда бал байрамы уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. Ике йыл рәттән бал байрамы "Һөт көнө” менән берлектә үткәрелгән ине.  Быйыл иһә байрамға яңы төҫ биреү уйы менән бал һәм алма байрамы итеп үҙгәртелде. Байрам шулай тип аталһа ла, һөт продукцияһына ла өҫтөнлөк бирелде.

Маҡсатыбыҙ – шатлыҡ өләшеү
12 августа 2015 йыл | ---

 - Ғафури районы, Игенйылға ауылы хаҡында ишеткәнебеҙ ҙә юҡ ине. Бер көндө Интернетта бындағы дөйәғош фермаһы хаҡындағы яҙмалар, фотоһүрәттәрҙе күреп ҡалдыҡ. Ҡыҙыҡһынып, ферманың сайтын таптыҡ, уның хужалары менән бәйләнешкә индек. Һәм бына, бөтә дуҫтарыбыҙ менән сәйәхәткә килдек. Дөйәғоштар, тауис ҡоштары, фазан, дөйә, бурһыҡ, төлкө, шулай уҡ төрлө декоратив ҡоштар бик оҡшаны. Алатау исемле дөйәне кәбеҫтә менән һыйланыҡ. Экскурсовод Артур бындағы йәнлек-ҡоштар хаҡында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Кафела һыйланып та сыҡтыҡ. Балаларға ғына түгел, үҙебеҙгә лә шул тиклем оҡшаны. Был ферманы ойоштороусы Әлфиә менән Виталий  Смирновтарға "маладис”тан башҡа һүҙ юҡ.  Әйткәндәй, Виталий үҙе лә Стәрлетамаҡ егете булып сыҡты. Бөтә таныштарыбыҙға ла бында килергә кәңәш итәсәкбеҙ, беҙҙән йыраҡ та түгел бит, -  Стәрлетамаҡ ҡалаһынан "Күркәм дөйәғош” фермер хужалығына экскурсияға килгән Алена менән Виктор Федоровтарҙың был һүҙҙәренә  башҡалар ҙа ихлас ҡушылып, тағы ла килергә уйлашыуҙарын белдерҙеләр.

Ғафури районы муниципаль район биләмәһендә ауыл биләмәләре Советтарына һайлауҙар үткәреү өсөн һайлау участкалары исемлеген асыҡлау
12 августа 2015 йыл | Урындағы үҙидара

1662-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Красноусол башҡорт гимназия-интернаты бинаһы.
БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Комаров урамы, 13. Тел: 2-11-34.
Заречный ауылы – тулыһынса.
Красноусол ауылы: Сәскәле, Завод, Яңы Завод, Ясная Поляна, Һамар, Свердлов, Салауат, Куйбышев, Чернышевский,Островский, Пионер, Тау, Комаров, Пархоменко, Ғафури, Еңеү, Матросов, Киров урамдары.
Салауат, Комаров, Куйбышев, Еңеү тыҡрыҡтары.

Балаларыбыҙ имен булһын
12 августа 2015 йыл | Хоҡуҡ

Балаларҙың именлеге – беренсе сиратта ата-әсә хәл итергә тейешле көндәлек бурыс.
Балаларҙың автомобиль транспортындағы хәүефһеҙлеге тураһында һүҙ алып барғанда иң башта бәләкәй пассажирҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау күҙ уңында тотола.
Республикабыҙ буйынса быйыл автомобиль–юл транспорты фажиғәләрендә 15 баланың ғүмере өҙөлә. Уларҙың 10-һы пассажир булған, 1-һе – велосипедсы, 4-һе – йәйәүле. Был балаларҙың һәр береһенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге булған, әлбиттә, сөнки транспортта йәш пассажирҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн күп  кәрәкмәй. Автомобилдә пассив һаҡлау сараһы булдырыу - ҡануниәттең   бала йылмайһын, һау-сәләмәт булып һеҙҙе һәр саҡ шатландырһын өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле бер талабы ул…

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8