Яңы китап донъя күрҙе
12 августа 2015 йыл | Яңылыҡтар

Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап” нәшриәтендә яҡташыбыҙ, Ҡауарҙы
ауылы ҡыҙы Миңлегөл Тайсинаның (Нәзирова) "Бала саҡ күҙҙәре” исемле китабы баҫылып сыҡты.

Еңеүсегә - 50 мең һум аҡса
12 августа 2015 йыл | Яңылыҡтар

30 июлдән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу талисманын эшләүгә конкурс башланды. Сара 2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем үтәсәк, тип хәбәр итә иҫәп алыуҙың матбуғат үҙәге.
Ошо ваҡыт эсендә бөтә ауыл хужалығы ойошмалары һәм предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтар яҙып алынасаҡ.

Яңы состав һайланды
12 августа 2015 йыл | Яңылыҡтар

Ғафури районы муниципаль район Советы эргәһендәге Йәштәр советы составын яңыртты.
Положениеға ярашлы, совет составында 9 кеше булырға тейеш. Район Советы ултырышында уның составына 6 кеше (3-өһө – район хакимиәте башлығы һәм шул тиклеме үк Муниципаль район Советы күрһәтеүе бу-йынса). Дүртенсе саҡырылыш Йәштәр советының беренсе ултырышында тағы ла өс ағза раҫланды.

Ысын кеше булып йәшәне
05 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Атайым Тажетдин Минһажетдин улы Усманов хаҡында һөйләмәксемен. Ул 1918 йылда Мораҡ ауылында тыуған. Һуғыш ғәрәсәте эсендә йөрөп, иҫән-һау 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ул 302-се уҡсылар полкының 5-се уҡсылар батальонында пулемет бүлексәһе командиры була.
Һуғыш хаҡында бик һөйләргә лә яратмай ине атайым. Бары тик, хатта немецты үлтереүе лә йәл, ул да кемдеңдер ҡәҙерле балаһы бит, ти торғайны. Бәләкәй сағымда унан: "Немец өсөн иң ҙур наградаң нимә, нимәгә һин һуғыштың?” – тип һораған саҡтар иҫтә ҡалған. Ул: "Иң ҙур награда ул – беҙҙең фашистарҙы еңеүебеҙ һәм иҫән-һау һеҙҙең янға ҡайтыуым”, - тиер ине.

Бөтөн ил буйынса күп кенә ғаиләләрҙәге кеүек үк, беҙҙең ғаиләне лә һуғыш ғәрәсәте еле урап үтмәй, атайым, уның ағаһы һәм яҡын туғандары һуғышҡа китә. Ағаһы Камалетдин яу яланынан әйләнеп ҡайта алмай, Ленинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа, 1942 йылдың ноябрендә батырҙарса һәләк була.
Һуғыш ғәрәсәте эсенән әйләнеп ҡайтҡандарҙың тәне генә түгел, йәне лә яралы булған. Атайымдың һеңлеһе Нурияның (әле 90 йәштә) ире Әүхәҙей Хажи улы һуғыштан яраланып ҡайтып, уға оҙаҡ йәшәргә насип булмай, 42 генә йәшендә гүр эйәһе була. Уның 7 балаһы етем ҡала. Ҡатыны Нурия балаларына матур тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыра, һәр береһенә лайыҡлы белем алырға ярҙам итә. Апаһы Хәбибъямалдың ире лә, улы ла һуғышта үлеп ҡала. Уның өс ҡыҙы атай хәстәрлеген тоймай, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауырлыҡ менән йәшәйҙәр. Уларҙың береһе – Райхананың, ул ваҡытта бөтә ҡыҙҙарҙың клубҡа ялтыр галоштар кейеп йөрөүен, ә уларҙың аяғында сабата булыуы, уны кейергә оялыуҙарын әсенеп һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Был хаҡта белеп ҡалған атайым Стәрлетамаҡ баҙарына барып, ялтыр галоштар һатып алып ҡайтып, уларҙы һөйөндөргән. Галоштарҙы ҡәҙерләп кенә, бары тик ҙур байрамдарҙа ғына ке-йер булғандар.
Ошо ҡыҙҙарҙың әсәһе – Хәбибъямал әбейем уларға барған һайын беҙгә берҙән-бер улын һуғышҡа оҙатыуын бәйнә-бәйнә һөйләй торғайны. Улы 1945 йылдың 8 ма-йында Бөйөк Еңеү таңын ҡаршыларға әҙ генә ваҡыт ҡалғас, Чехословакия ерендә батырҙарса һәләк була.
Атайымдың  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын күрә алмауы үкенесле, әлбиттә. Һуғышта ул контузия алған, аяҡтарын туңдырған булған. Ул тыныс тормошта намыҫ менән лайыҡлы йәшәне. "Заветы Ильича” колхозының алыштырғыһыҙ баш бухгалтеры булып хеҙмәт юлын үтте. Барыһы ла уны хөрмәт, ихтирам иттеләр. Ул бик тә яғымлы, бар яҡтан да килгән, изге күңелле кеше ине. Атайыма кем генә кәңәш һәм ярҙам һорап килмәй торғайны, бер кешене лә кире бороп сығармаҫ, ҡулынан килгәнсә ярҙам итер ине. Беҙҙең йорт ишеге һәр кемгә - ҡартына ла, йәшенә лә асыҡ булды. Атайым матур итеп йорт һалды, өйҙә ҙур китапхана булдырҙы, емеш баҡсаһы ултыртып, уны бар күңелен һалып тәрбиәләй торғайны, беҙгә, балаларына, ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә бирҙе.
Әсәйем Мәрйәм Нәжметдин ҡыҙы Усманова бар ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлап, Мораҡ мәктәбендә балаларға белем бирҙе. Уның уҡыусылары, хәҙер инде үҙҙәре олоғайып бөтһәләр ҙә, уҡытыусыларын ихтирам менән иҫтәренә төшөрәләр.
Хәҙер инде атайым да, әсәйем дә яҡты донъяла юҡ. Атайым 1986 йылдың 16 майында, 67 йәшендә беҙҙең аранан китте. Мораҡ ауылы кешеләре, атайыбыҙҙың туғандары, туғандарының балалары уны иҫ киткес изге күңелле кеше ине, тип, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙағы эскерһеҙ ярҙамы өсөн рәхмәтле булып иҫтәренә төшөрәләрҙер, тип уйлайым.
Мәрүә УСМАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Һыу ингәндә лә контроль кәрәк
05 августа 2015 йыл | Хоҡуҡ

Көндәр йылытыу менән йылға, күлдәрҙә балаларҙың һыуға батып үлеү осраҡтары йышайҙы. Был эске эштәр хеҙмәткәрҙәрен дә ныҡлы хафаландыра.
Май - июнь айҙарында республика бу-йынса бәлиғ булмаған 16 бала һыуҙа батып үлгән. Был үткән йылғы күрһәткестән ике тапҡырға күберәк. Мәҫәлән, 16 июндә Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Йылы күлдә - 15 йәшлек үҫмер, 21 июндә ошо уҡ күлдә 16 йәшлек йәнә бер үҫмер батып үлә. Стәрлетамаҡ, Белорет, Илеш, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мишкә, Миәкә, Хәйбулла райондарында ошондай фажиғәләр теркәлде.  
Бәлиғ булмағандарҙың үлеү осраҡтарын анализлау балаларҙың һыу ингәндә үҙҙәрен ниндәй хәүеф һағалауын аңламауын, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәүҙәрен күрһәтте. Ата-әсәләр тарафынан тейешле контроль булмауы ла ошондай оло бәләгә килтерә.
Районыбыҙҙа бындай бәлә-ҡазаны иҫкәртеү маҡсатында ата-әсәләргә, өлкәндәргә мөрәжәғәт итеп, йөҙә белмәгән балаларҙы һыу буйына яңғыҙ ебәрмәҫкә, һыуҙың ғүмер өсөн хәүефле булыуын, һыу ингәндә хәүефһеҙлек сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәклеген аңлатыуҙарын һорайбыҙ. Ғөмүмән, һәр беребеҙ һыу бу-йында иғтибарлы булырға тейеш.

Андрей БАЛАБОНОВ,
бәлиғ булмағандар эше буйынса өлкән инспектор, полиция майоры.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8