Балыҡтай йөҙҙө балалар
05 августа 2015 йыл | Мәғариф

Каникул ваҡытында балаларҙы онотолмаҫ йәй, күңелле ял һәм ҡыҙыҡлы уйындар, сәмле бәйгеләр, иҫтәлекле осрашыуҙар, мауыҡтырғыс сәйәхәттәр көтә. Билдәле булыуынса, йәйге көндәрҙә ял итеүҙең иң яҡшы ысулы – һыу бу-йында. Унда йөҙөргә, балыҡ ҡармаҡларға, кәмәлә йөрөргә, төрлө уйындар уйнарға була.
Сәләмәт тәндә сәләмәт рух булырға тейеш. Ошо хәҡиҡәтҡә таянып, ҡояшлы көндәрҙең береһендә Мәндем йылғаһы буйында музей һәм клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан Ҡаранйылға балалары өсөн спорт ярыштары уҙғарылды. Бәйге үтә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Йөҙөү буйынса балалар араһында үткән турнир күрше Сәйетбаба ауылынан да йәш йөҙөүселәрҙе йыйҙы. Конкурсанттарҙың һаны күберәк булған һайын ярыш ҡомары ла арта бара бит!
Малайҙар һәм ҡыҙҙар күп төрлө уйындарҙа, спорт ярыштарында һәм башҡа төрлө эстафеталарҙа ҡатнашты. Иң тәүҙә спринтерҙар стартҡа баҫып, призлы урындар өсөн көрәште. 15 метр араға йөҙөү буйынса ярышта малайҙар командаһы еңеү яуланы. Уларҙың һыуҙа балыҡтай йөҙөүен күреп күптәр һоҡланыуын йәшерә алманы.
Был көндө балалар һәр
уйында әүҙем ҡатнашып, йөҙөү буйынса үҙенең маһирлығын, оҫталығын күрһәтте. Малайҙар араһында "һыу хужалары” тип үҙҙәрен Илнар Фәтҡолов (I урын), Таһир Йәноҙаҡов (II урын) һәм Айнур Мәхийәнов (III урын) танытты. Ҡыҙҙар араһында иһә шәхси беренселектә Алһыу Бирҙеғоловаға етеүсе булманы
(I урын), Элина Исхаҡова (II урын) менән Карина Йәноҙаҡова ла (III урын) унан ҡалышманы. Алик Ишбулдин һәм Сөмбөл Юлбарисова "Өмөт” номинацияһында еңеүсе тип табылды.
Йәш төркөм-дәре буйынса Айгиз Байбулдин, Ринат Йәноҙаҡов, Арыҫлан Юлбарисов та "Иң йәш ҡатнашыусы" номинацияһында бүләк алып ҡыуанды. Уларға "афарин” тип әйтәһе генә ҡала.
Икенсе өлөштә ярыш тағы ла ҡыҙыуыраҡ барҙы. "Ҡатнаш эстафета", "Һыу полоһы", "Алтын эҙләү” этаптары бәйгенең иң ҡыҙыу һәм күңелле мәлдәре булғандыр. Көйәрмәндәр ҙә был мәлдә хуплау ауаздары менән яҡындарын еңеүгә дәртләндерергә тырышты.
Йөҙөү буйынса ярышта 30-ҙан ашыу бала ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың олоһо ла, кесеһе лә еңеүһеҙ ҡайтырға уйламаны. Балалар етеҙлек һәм көслөлөктә генә түгел, зирәклектә лә көс һынашты: һыу тураһында мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, йомаҡтар систеләр, хайуандар һәм үҫемлектәр организмында уртаса 50 % һыу барлығын белделәр, кеше йыл дауамында бер мең литрға яҡын һыу эскәнен иҫәпләп сығарҙылар, һыу – йәшәү, һаулыҡ сығанағы икәнен билдәләп үттеләр.
Ярыш ярыш менән, әммә бүләкләү ҙә үҙен көттөрмәне: һәр ҡатнашыусы тәмлекәс алып һөйөндө, иң әүҙемдәре иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды, еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Спорт – буш ваҡытты тән өсөн дә, йән өсөн дә файҙалы үткәреүгә иң яҡшы сара. Мәндем буйында ойошторолған йөҙөү буйынса бәйгелә балалар һәләттәрен үҫтереп, оҫталыҡтарын һәм етеҙлектәрен камиллаштырып, рухи донъяларын ҡәнәғәтләндереп, күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс алды. Конкурстарҙа ҡатнашыу балалар өсөн ыңғай тәьҫораттар гөлләмәһен бүләк итте.
Римма Ишмырҙина,
Жәлил Кейекбаевтың
йорт-музейы директоры.

Мал да баға, быймаһын да баҫа
05 августа 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар уңғандары менән таныштырыуҙы дауам
итәбеҙ. Төпкөлдә, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Мораҙ
ауылында ла халыҡ шәхси хужалығында күпләп мал  бағып донъя көтә. Тап мал-тыуар ғаиләләрҙең төп килем сығанағы булып тора ла инде. Был төбәктә тырышлыҡтары, уңғанлыҡтары менән айырылып торған ғаиләләрҙең береһе – Мәфруза һәм Батыр Үтәгәновтар хаҡында яҙмабыҙ.

Үтәгәновтар бар ғүмерҙәрен колхоз эшенә бағышлағандар. Ғаилә башлығы Батыр Шәмсетдин улы - тракторсы, ә хужабикә Мәфруза Фәтхелислам ҡыҙы ике тиҫтәгә яҡын йыл  һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар. Пенсияға тиклем дә мал-тыуарһыҙ йәшәмәгән Үтәгәновтар малдарын ишәйтеп ебәргәндәр. Уларҙың ихатаһында 3 һыйыр, 4 башмаҡ, 2 ат, ҡош-ҡорт, һарыҡтарының иҫәбе-һаны юҡ. Өҫтәүенә, йәйгеһен күпләп ҡаҙ бәпкәләре лә алып үҫтерәләр.
- Ауылда йәшәгәс, мал аҫрамай тороп булмай инде, пенсиябыҙ ҙа маҡтанырлык түгел, - ти Үтәгәновтар. – Һыйыр һөтөн дәүләткә һатыр инең, йыйыусыһы юҡ, уны эшкәртеп, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсеген ауылдағы магазинға ла ҡуйып һатҡылайбыҙ. Кемгә нимә кәрәк, өйҙән дә килеп алып китәләр, заказ да бирәләр, - ти хужабикә Мәфруза апай.
Малды ла һәр ҡайҙағыса тереләй ҙә, итләтә лә ситтән килеп йыйыусыларға, йәғни алыпһатарҙарға биреп  ебәрәләр.
Ишле малға аҙыҡ та мул кәрәк. Техникаң булһа, ҡул көсөнә ҡарағанда малдарға аҙыҡты күберәк тә, тиҙерәк тә әҙерләргә мөмкин. Шуныһын уйлап үҙ көстәре менән "МТЗ-50” тракторы һатып алғандар. Бесән сапҡанда һәм ташығанда, шулай уҡ берәңге баҡсаһын һөргәндә трактор ярҙамға килә.
- Техниканан һаман айырылғы килмәй әле, - ти Батыр ағай. – Колхозда 49 йыл тракторҙа эшләп, хаҡлы ялға туҡтауыма апаруҡ ваҡыт уҙһа ла, тимер аттан төшкәнем юҡ. Ә бесән мәлендә әйтеп тораһы ла түгел.
Һәр эшкә  маһир, оҫта ҡуллы Батыр Шәмсетдин улының йәнә бер, кеше өсөн бик тә кәрәкле шөғөлө бар, ул  да булһа,  ҡышҡыһын бер аҙ  эштән бушағас, быйма баҫыу менән мәшғүл була. Махсус йөн тетеү станогы урынлаштырылған айырым оҫтахана бинаһы  быйма баҫыу цехын хәтерләтә.
Үтәгәновтар ғаиләһе уңғанлыҡтары менән генә түгел, татыулыҡтары, бер төптән булып тормош йөгөн тартыуҙары менән дә күптәргә өлгө булырлыҡ. Донъяларының ҡотло, ырыҫлы булыуы ла шунан киләлер. Байтаҡ йылдар инде Үтәгәновтарҙың бәхет идара иткән иркен, күркәм, нурлы, бөхтә йортонда ике быуын үҙ-ара килешеп, татыу йәшәй. Ғәҙәттә, иң  кесе бала атай йортонда төпләнергә тейеш, тигән хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, Батыр ағай менән Мәфруза апайҙың оя төбө - төпсөк улдары Илдус ғаиләһе менән үҙҙәре янында йәшәй. Атаһы менән улы бар эште лә бер төптән булып, кәңәшләшеп башҡарһа, бер-береһенә таяныс булһа, Мәфруза апай иһә килене Альбинаның уң ҡулы,  уларҙың балаларына, йәғни ейәндәренә күҙ-ҡолаҡ, матур тәрбиә орлоҡтары сәсеүсе лә, серҙәш тә. Ейәндәре Илназ 7-се класты, Риназ 4-сене тамамлаһа, Арыҫланға 3 йәш кенә әле.
Үтәгәновтарҙың йәнә 3 балалары – оло улдары Юлай Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй, полицияла эшләй, полиция капитаны дәрәжәһендә, Салауаттары Ҡарағай электр селтәре подстанцияһында электрик, ҡыҙҙары Роза ғаиләһе менән Туғай ауылында йәшәй.
Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән Мәфруза Фәтхелислам ҡыҙы менән Мораҙҙан Батыр Шәмсетдин улы  бынан 42 йыл элек донъя ҡорған. Ошо арауыҡта Ҡауарҙынан төшкән килен һынатмай, бында күптән үҙ кешегә әйләнгән, ауылдаштарының хөрмәт-ихтирамын яулаған.
Үтәгәновтар кеүек  тыуған төйәктәрендә төпләнеп, мал бағып, ишле балалар үҫтереп, донъя көткән уңған ер кешеләре булғанда  ауылдың йәшәйәсәгенә ышаныс ҙур.
Индира ИШКИНА.

Шағир рухы халыҡ күңелендә
05 августа 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

2 августа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулды. Ошо айҡанлы шағирҙың тыуған ауылында Хәтер кисәһе һәм шиғриәт байрамы ойошторолдо. Ә юбилей сараһы 21 августа ҙурлап билдәләнәсәк.
 
Хәтер кисәһе һәм шиғриәт байрамына төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар килгәйне. Был сара район мәҙәниәт бүлеге район китапхана селтәре менән берлектә ойошторолғанлыҡтан, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондары китапханасылары, Кушнаренко районынан, Өфө, Ағиҙел ҡалаларынан ҡунаҡтар, шағирҙың туғандары, нәҫел-нәсәптәре ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар башта Мәжит Ғафури исемендәге паркта булды, Ҡаран шишмәһе һыуын тәмләне. Быйыл шишмәнең сыҡҡан урыны төҙөкләндерелеп, яңы төҫ алған. Район үҙәк китапханаһы китапханасыһы Гүзәл Шәрипҡолова килеүселәрҙе шишмә буйы һәм парк тарихы менән таныштырҙы, Мәжит Ғафуриҙың ошо шишмә һыуын эсеп үҫеүе, тыуып үҫкән йортоноң да эргәлә генә булыуын билдәләп, йорт урынын да күрһәтте. Бөгөн Мәжит Ғафури тыуып үҫкән йорт ихатаһында  ошо ауыл уҙаманы Алик Мөхәмәтйәров яңы йорт күтәрә. Шағирҙың йорт-нигеҙе ырыҫлы булып, уға тормош иптәше Зөлфиә менән шағир рухлы, илебеҙҙең патриоттары булған балалар тәрбиәләп үҫтерергә яҙһын. Киләсәктә был урында шағирҙың тыуған йорт нигеҙе икәнлеген белдереп берәй таҡтаташ ҡуйғанда ла ҡамасауламаҫ ине.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Мәжит Ғафури музейына юлланды. Музей эргәһендәге Мәжит Ғафури һәйкәленә сәскәләр һалынды. Музей директоры Рәсилә Нәжметдинова ихлас ҡаршы алып, шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән, музейҙағы экспонаттар менән таныштырҙы. Еҙем-Ҡаран
ауылында тыуып үҫкән, Мәжит Ғафуриҙың ҡан-ҡәрҙәше, Кушнаренко ауылында йәшәүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған ветеринария хеҙмәткәре Фидаил Мәҡсүтов шағирға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Музей менән танышып сыҡҡандан һуң әҙәби-музыкаль композиция башланды. Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре Сәрүәр Суринаның "Сыңрау торна” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Кескәй Мәжит (Илһам Ғиззәтуллин), оло Мә-
жит (Илдар Әбдел-мәнов), сыңрау торна (Алһыу Ҡоломбәтова) ролдәрендә сығыш яһаусы һәүәҫкәрҙәрҙе сарала ҡатнашыусы-лар алҡыштарға күмде, улар шул тиклем килештереп уйнаны. Мәжит Ғафуриҙың шиғырҙарын яттан һөйләүселәр ҙә күп булды. Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Зөлхизә Зәйнуллина шағирҙың "Ҡыр ҡаҙы” шиғырын рус телендә бер яңылышмай, тасуири итеп  һөйләп барыһын да таң ҡалдырҙы. Өфө ҡалаһының 27-се мәктәбе уҡыусыһы Әнүәр Шәрәфетдинов олатаһының яҙмышын Мәжит Ғафури тормошо менән бәйләп нәҫер-эссе ижад иткән һәм шул әҫәрен тыңлаусыларға илһамланып еткерҙе. Юлыҡ мәктәбенең тағы ла бер уҡыусыһы - Ғәлиә Яҡшыбаеваның сығышы ла матур булды. Ул да рус  телендә шиғыр ятлап килгән. Еҙем-Ҡаран мәктәбенән Алһыу Ҡоломбәтова, Илһам Ғиззәтуллин, Әлиә Рахманғолова, Ҡыҙыл Яр башланғыс мәктәбенән Алһыу Әбделмәнова, Бурлы мәктәбенән Алһыу Абдрахманова, Ильяс Ғәлиндарҙың шағир әҫәрҙәрен яттан һөйләүҙәре күңелдәрҙе тулҡынландырҙы. Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусыһы Индира Биктимерованың дәртләнеп рус халыҡ бейеүен башҡарыуы сараға йәм өҫтәне.
Уҡыусыларҙан һуң өлкәндәр һүҙ алды. Башта һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Архангел районы китапханасылары сығышы ла шағир ижадына арналған ине. Уларҙың сығышынан һуң һүҙ районыбыҙ шағирҙарына – "Табын” гәзите эргәһендә эшләп килгән "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаларына бирелде. Красноусолдан әҙәби берекмә етәксеһе Рәмзиә Монасипова, Родина ауылынан - Фәүзиә Ҡотлогилдина, Үтәктән – Фәриҙә Бохарова, Еҙем-Ҡарандан – Әлфиә Исҡужина үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр, М.Ғафури ижады хаҡында һөйләнеләр. Әйткәндәй, ошо дүрт автор һәм тағы ла 6 шағирҙың "Мағаш тауышы” исемле йыйынтығы ла донъя күргәйне. Район шиғриәт һөйөүселәре исеменән улар үҙҙәренең ошо йыйынтығын Мәжит Ғафури музейына тапшырҙы.
Район үҙәк китапханаһы китапханасыһы Елена Кулагина, Бурлы ауылы китапханасыһы Рәсимә Мөхәмәтдинова Мәжит Ғафури шиғырҙарын илһамланып уҡынылар. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Шафиҡовтың моңло йырҙары ла күңелдәргә хуш килде.  Өфө ҡунаҡтары – "М.Ғафури - XXI быуат”  Мәҙәниәт фон-дынан Мадриль Ғафуров, Люциә Камаева халыҡ шағирының Хәтер кисәһен ошолай ҙурлап уҙғарғандары, уның ижадын пропагандалау-
ға ҙур өлөш индергәндәре өсөн район етәкселегенә, китапхана селтәренә, йәмәғәтселек вәкилдәренә һәм, әлбиттә, музей директоры Рәсилә Нәжметдиноваға ҙур рәхмәт белдерҙеләр.
Мәжит Ғафуриҙың тыуған көнөндә уҙғарылған Хәтер кисәһен һәм шиғриәт байрамын район үҙәк китапханаһы китапханасыһы Динара Әхмәтова матур итеп алып барҙы. Ғөмүмән, халыҡ шағирының Хәтер кисәһе хәтерҙә ҡалырлыҡ, иҫтәлекле булды.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.

Уңыш муллығы ҡыуандыра
05 августа 2015 йыл | Ауыл хужалығы

Район хужалыҡтарында урып йыйыу эштәре да-уам итә. Ҡайһы бер хужалыҡтар, шул иҫәптән шәхси эшҡыуар "Тахтаров” крәҫтиән хужалығы ужым культуралары уңышын йыйып алыуҙы тамамланы.
Хужалыҡта ужым культуралары 250 гектар майҙанды биләй. Уның бер өлөшө арыш булһа, ҡалғаны ужым бойҙайы. Бында яҙҙан сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүгә етди иғтибар бирелә. Сүп үләндәре баш ҡалҡытҡанға тиклем химик утау уҙғарыл-ған. Һөҙөмтәлә, баҫыуҙар сүпһеҙ, таҙа. Шуға ла ужым культураларын тиҙ арала йыйып алыуға мөмкин булған. Йылына күрә уңыш та ярайһы ғына, һәр гектарҙан уртаса 24-25 центнер ашлыҡ йыйып алғандар. Уңыш йыйыуҙа хужалыҡтың өс комбайны эшләй. Бөгөн улар ярауай культуралар уңышын йыйыу менән мәшғүл. Ярауай культуралар барлығы 350 гектар майҙанды биләй. Көндәр аяҙ торһа, эште бер нисә көндә теүәлләргә иҫәп тоталар. Игенде яҫмаларға һалыуҙа Дмитрий Пастухов менән Александр Минеев эшләгән. Комбайнсылар  Василий Беляев, Валерий Мәҡсүтов, Евгений Савченко аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланып ҡалырға тырыша. Водитель Максим Тахтаров "баҫыу - ырҙын табағы" маршрутында елеп йөрөй.
Хужалыҡтың ырҙын табағында ла эш гөрләй. Бында ЗАВ агрегаты операторы Ринат Кокорин, эшселәр Валентина Галактионова, Анна Шеин, Сөмбөл Минеева килтерелгән игенде шундуҡ эшкәртеп, һаҡлауға келәттәргә оҙаттылар. Урып йыйыу эштәре менән бер рәттән киләһе йыл уңышына ла әҙерлек бара. 250 гектар майҙандағы пар баҫыуына ужым культуралары сәсергә йыйыналар. Ҡыҫҡаһы, хужалыҡта урып йыйыу эштәре ойошҡанлыҡ менән бара.
Наил ЛАТИПОВ тексы
һәм  фотолары.

Бөйөк шәхестәр төйәгендә
05 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Яңғыҙҡайын ауылында һәр йыл һайын тип әйтерлек "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. Быйылғы байрам иһә тағы ла бер тантанаға тап килтерелде –  ошо ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройҙары – Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов менән Зәкәриә Лотфрахман улы Әсфәндийәровтың нәҫел – Шәжәрә байрамы уҙғарылды һәм уларға  бюст асыу тантанаһы булды.
Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йорто эргәһенә байтаҡ халыҡ йыйылды. Бында  Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск эргәһендә Советтар Союзы Геройҙары Зәйнетдин Әхмәтйәнов менән Зәкәриә Әсфәндийәровҡа бюст асылды. Был тантанала район хакимиәте башлығының төҙөлөш бу-йынса урынбаҫары Фуат Ке-йекбаев, ошо ауылда тыуып үҫкән күренекле шәхестәр, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән йылда Советтар Союзы Геройҙарына бюст булдырыуҙы үҙенең бурысы тип иҫәпләүен билдәләп, ошо һәйкәлдәрҙе төҙөүҙә ярҙам ҡулы һуҙыусыларға рәхмәт белдерҙе. Бына улар – Флүр Әнүәр улы Ғөбәйҙуллин, Ришат Рауил улы Абдуллин, Флүр Наил улы Хәлитов, Морат Исмагамбетов һәм "Ҡайын” муниципаль предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре. Ринат Ғимранов иһә һәйкәл төҙөү эшенең башынан аҙағына тиклем ҡатнаша. Уға айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.Геройҙарға бюст ошондай уңған уҙамандар ярҙамы менән төҙөлә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, былтыр уҙғарылған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы мәлендә Әхмәтйәнов һәм  Әсфәндийәров урамдары башланған урында Геройҙар хаҡында мәғлүмәт – таҡтаташ урынлаштырылғайны. Бы-йыл килеп бюст асылыуы яңғыҙҡайындарҙың үҙ Геройҙарын онотмауҙары, улар менән хаҡлы ғорурланыуҙары хаҡында һөйләй. Советтар Союзы Геройҙарына бюст асыу тантанаһында бик күп изге теләктәр, йылы һүҙҙәр әйтелде. Геройҙарға урынлаштырылған һәйкәлдең урындағы урта мәктәп ҡаршыһында булыуы  бигерәк тә отошло. Йәш быуын атай-олатайҙарының данлы үткә-нен белеп үҫә.
Геройҙарға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашыусы-лар артабан Төпкүл яланына йүнәлде. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына арналған төп сара ошо яланда уҙҙы. Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға абруйлы ҡунаҡтар килгәйне. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш бу-йынса урынбаҫары Фуат
Кейекбаев, ошо ауылда тыуып үҫкән уҙамандар – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, ике тиҫтәләгән китап авторы, күренекле яҙыусы Рәшит Сабитов, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Винер Ғафаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙан-ған табибы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө дауаханаһы баш табибы Ришат Абдуллин, заманында районда төрлө яуаплы вазифалар биләгән ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Флүр Ғафаров, Екатеринбург ҡалаһындағы "Старт” фәнни-етештереү предприятиеһының генераль директоры Геннадий Моратшин, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Марат Халиҡов, ошо уҡ уҡыу йортонан юридик фәндәр докторы Рима Сәләхетдинова, Красноусолдан билдәле эшҡыуар Азат Вахитов, Еҙем-Ҡаран, Мораҡ, Бельский ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Тәүге һүҙ Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезовҡа бирелде. Ул үҙ сығышында байрамды уҙғарыу әһәмиәтен билдәләп, сараны ойоштороуҙа ярҙам ҡулы һуҙған
ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе. Артабан һүҙ килгән ҡунаҡтарға бирелде.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаровтың ҡотлау сәләмдәрен күндерҙе, халыҡты байрам менән ҡотлап, күңелле ял теләне.
-Яңғыҙҡайын халҡы башҡа ауылдарҙан йыйнаҡлығы, берҙәмлеге, эш һөйөүсәнлеге менән айырылып тора һәм ауылдаштарымдың уңғанлығы менән ғорурла-нам. Ауылыбыҙҙан ике Герой сығыуы ла беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Ошондай саралар ойоштороу халыҡты тағы ла берләштерә, татыуландыра. Шуға ла "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт,- тине үҙ сығышында Флүр Ғафаров.
Ауылдың икенсе бер күренекле шәхесе Винер Ғафаров иһә ауылдаштарын байрам айҡанлы ҡотлап, милли көрәш ярышында еңеүсегә үҙ исеменән тәкә инселәне. Тик байрам барышында башҡа спорт ярыштары, халыҡ уйындары ойошторолһа ла, тәкә өсөн дә, башҡа бүләктәр өсөн дә келәмгә сығырға теләүсе  табылманы. Төбәктә милли көрәш үҫешмәгән шул.
Артабан ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов төрлө номинацияларҙа билдәләнеүсе ауылдаштарын бүләкләне. Ауылдың иң оҙаҡ бергә йәшәгән – 64 йыл татыу ғүмер кисереүсе ғаиләһе - Камила менән Иҙрис Вәлишиндар, иҫән ҡалған берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерхан Рәхимов, алтын туйҙарын билдәләүсе – 50 йыл бергә йәшәүсе Рәмзиә менән Нуретдин Ғәлиевтар, "Ауылдың иң йәш ғаиләһе” – Әлиә менән Юлай Ғафаровтар, "Ауылдың иң йәш гражданины” – Ләйсән менән Айҙар Өмөтбаевтарҙың улдары Таһир бүләк алып ҡыуандылар. "Табын” гәзите мөхәррире Самат Ғәлиуллин да буш ҡул менән килмәгән ине. Ул "Табын” гәзите менән оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәттәшлек иткәне өсөн ауыл хәбәрсеһе Иҙрис Вәлишинға һәм матбуғатҡа яҙҙырыуҙа уңышлы эшләгәне өсөн Яңғыҙҡайын поч-
та бүлексәһе начальнигы Лилиә Бохармәтоваға "Ғафури мәғлүмәт үҙәге”нең Рәхмәт хатын һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.  Бүләкләүҙәр йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. Яңғыҙҡайын ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән "Ҡартаймаҫ йөрәктәр” фольк-
лор ансамбленең, Айҙар Фәрхшатовтың дәртле лә, һағышлы ла йырҙары, Татарс-тандан килгән ҡунаҡ ҡыҙ, үҙенең моңло тауышы менән барыһын да әсир иткән, бик күп телевизион конкурстар лауреаты Лилиә Хәтипованың сығыштары алҡыштарға күмелде. Ә бына Ҡурған яҡтарынан ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән Әсҡәт  Мөьминовтың баянда һыҙҙырып ебәреүенә тормош иптәше ҡушылып йырлап та ебәрҙе. Был ғаилә дуэтын да тамашасылар алҡыштарға күмде. Күренекле яҙыусы Рәшит Сабитовтың ауылда уҙғарылған бер сараны ла ҡалдырмай ҡатнашып килеүе, үҙенең дә моңло итеп йырлауы ауыл халҡына яҡшы таныш. Был юлы ла ул моңло ла, аһәңле лә тауышы менән ауылдаштарына халыҡ йырын йырлап ишеттерҙе. Талантлы кеше бар йәһәттән дә талантлы була тиҙәр шул. Салауат ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Винера Ғафарова ла ауыл-
даштарына моң күстәнәсе бүләк итте. Ғөмүмән, ауыл байрамы бик йәнле һәм йәмле барҙы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – Рәүилә Мусина менән Резеда Мөьминова байрам тантанаһын матур итеп алып барһа, Әхмәт Моратшин менән Рафиҡ Рәхимов музыкаль яҡтан биҙәне.
Байрам барышында төрлө халыҡ уйындары, спорт ярыштары уҙғарылды, балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләп торҙо, күсмә сауҙа ла ойошторолдо. Көйәнтәләп һыу ташыу, тоҡ кейеп йүгереү, ауыш бағанаға үрләү, бағана өҫтөндә ултырған килеш тоҡ менән бер-береңде һуғып төшөрөү кеүек халыҡ уйындарында халыҡ теләп ҡатнашты. Футбол, волейбол ярыштары ла бик сәмле барҙы. Балалар иһә  ҡаланан килтерелгән төрлө аттракциондарҙа уйнап күңел асты. Рәсми өлөш тамамланғас, сәхнә тирәһе халыҡ иркенә бирелде. Теләгән һәр кем үҙенең йыр-бейеүгә маһирлығын күрһә-тә алды. Дәртле көйгә күмәк бейеүҙәр ҙә ойошторолдо. Ҡыҫҡаһы, "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында халыҡ рәхәтләнеп күңел асты, ял итте.

С.Тимеров.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8