Сәй эсергә саҡырҙы (Юмореска)
03 августа 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

– Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?..
– Һаубыҙ әле.
Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Ғәзимәне тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик үҫкән саҡта барышып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.
Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар нисек, балалар…
Бер аҙ һөйләшеп торғас, Ғәзимә беҙҙе: "Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!” – тип фатирына саҡырҙы.
– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғына торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған йортто ҡулы менән төртөп күрһәтте.
Был күңел өсөн генә әйтәлер тип:
– Әле ҡабаланып ҡына йөрөйбөҙ, ярай, башҡа ваҡытта, – тип тиҙ генә ҡотолмаҡсы булғайныҡ та, ауылдаш ай-вайына ҡуйманы, туғанлыҡты ла иҫкә төшөрҙө.
Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Ғәзимә ыңғайына атланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты.
– Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, бырамы оҡшаны. Быйыл Мысырға барырбыҙ, тип торабыҙ.
Тупһанан үткәс тә ауылдаштың хәлле генә йәшәүе күҙгә ташланды.
– Матур, – тинек ҡатыным менән бер тауыштан.
– Кеше араһында кешесә йәшәргә маташып ятҡан көн инде.  Ғәзимә беҙҙе бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп, йорт йыһазын күрһәтә башланы.
– Быныһын Польшанан заказ менән ҡайтарттыҡ, – тине залдағы йомшаҡ күн мебелде күрһәтеп. Шунса-шунса һум тора. Унан балаларының бүлмәһенә алып керҙе.
– Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә тап килһен өсөн зәңгәрҙән алдыҡ, – тип тәҙрә пәрҙәләренә һаҡ ҡына бармаҡ остары менән ҡағылды. – Матур, эйеме? – Ғәзимә, "эйе”, тигән хуплауҙы көтөп, беҙҙең күҙгә баҡты.
– Эйе, әлбиттә!
Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы.
– Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.
– Улай икән…
– Хәҙер магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә юҡ бит ул. Бынау люстраны саҡ таптыҡ. Фатирҙы йыйын шаҡы-шоҡо менән тултырып булмай ҙа инде.
– Шулай инде…
– Ирем миңә лә машина алып бирәм тип әйтә.
Теге йәки был йыһаздың ҡайһы илдеке булыуы, күпме тороуы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биргәс кенә, ауылдашым:
– Ҡана әле сәй ҡуяйым, – тип аш бүлмәһенә юлланды. Унан беҙҙе лә өҫтәл янына әйҙүкләне. Ул арала кухняһының йыһаздары менән дә таныштырыуҙы дауам итте.
– Ә бынау алтын ялатылған сәғәтте, беләһегеҙме, ҡайҙан һатып алдым? – Ғәзимәнең ҡарашы сәғәт уҡтарында туҡталды ла бер аҙға шымып ҡалды. Унан башын тотто.
– Мин ошо ваҡытта дәрәжәле кеше менән осрашырға тейеш инем бит! Ғәфү итегеҙ инде. – Ул ашығып плитәһен һүндерҙе лә, киттек тигәндәй беҙгә ымлап, сығыу яғына ыңғайланы.
– Ярай, баш һау булһын! Бер бөгөн йәшәмәйбеҙ бит....
Венер ИСХАҠОВ.

Ғафуриҙың педагогик ҡараштары
03 августа 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафури – күп яҡлы талант эйәһе. Мәғрифәтселек, революцион–демократик идеялы шиғырҙары, поэмалары, реалистик прозаһы менән бергә, мәҫәл жанрында, тәнҡит, публицистика өлкәһендә, башҡорт фольклорын йыйыуҙа һәм өйрәнеүҙә әүҙем эшләне, балалар өсөн мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте.
М.Ғафури бай әҙәби – педа-гогик мираҫ ҡалдырҙы. Ижади эшмәкәрлегендә поэзия һәм педагогика бигерәк тә айырылғыһыҙ: әҫәрҙәре педагогик дөрөҫлөктө эҙләү, тыуған илде ҡайнар һөйөүсе Яңы кеше тәрбиәләү идея-лары менән һуғарылған. Шағир, рус классик педагогикаһының алдынғы ҡаҙаныштарын ҡулланып, ғилем һәм хеҙмәткә дан йырлай, башҡорт халҡының телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү, мәктәп тормошон үҙгәртеп ҡороу, уҡытыу методтарын яңыртыу өсөн күп көс һала, балалар мәнфәғәтен яҡлаусы булып сығыш яһай.
Шағир беренсе революцион күтәрелеш осорондағы ауыр йылдарҙа яҙа башлай. Был саҡта Башҡортостан батша Рәсәйенең артта ҡалған һәм иҙелгән милли төбәктәренең береһе була. Шуға күрә иң тәүге әҫәрҙәрендә һөйөү, халыҡ бәхете хаҡында хыялланыу менән бергә, Рәсәйҙәге мәғариф системаһына ҡыйыу ҡаршылыҡ белдереүе осраҡлы хәл түгел.
Ғафуриҙың ижадында мәғрифәтселектең беренсе емеше тип 1902 йылда яҙылған ҙур күләмле «Ғилем» тигән шиғырын атарға мөмкин. Бында халыҡты уҡырға, аң-белемгә, һөнәр алырға саҡырыу булһа, «Себер тимер юлы” шиғыры "Рәсәй мосолмандарының фәҡирлеге наҙанлыҡтан килә” тигән фекер үткәрә һәм Башҡортостан ерҙәре аша "Урал тауҙарын тишеп” сыҡҡан тимер юлы ла халыҡҡа яҡтылыҡ, аң-белем алып килер, тип ҡыуана, шул уҡ ваҡытта, тик бөйөк рус халҡының күренекле вәкилдәре генә милләтте бөйөк эштәргә рухландырыр тип уйлай.
Ғафури йәш быуындың аңы томаланыуын, рухи ғәриплекте, ул ваҡыттағы режимды үҙ әҫәрҙәрендә тәнҡитләп сыға алды. Шәкерттәрҙең юҡ-бар догмаларҙы ятлап ҡына көн уҙғарыуын күрһәтеп, йәштәрҙең төрлөсә кәмһетелеүенә үҙенең ҡарашын белдерһә лә, ҡотолоу юлдарын асып бирә алмай әле. Был тәртипһеҙлекте үҙ күҙҙәре менән күргәнен һәм үҙ башынан үткәргәнен М.Ғафури ҡағыҙға теркәп кенә ҡалмай, ә быға ҡырҡа ҡаршы сыға, шуға күрә лә ишанды ихтирам итмәгәне өсөн мәҙрәсәнән ҡыуыла. Ләкин был ғына уны үҙ маҡсатынан дүндерә
алмай, киреһенсә, ”Беҙҙең иҫке мәҙрәсәлә ятҡан саҡтар”, "Үгәй балалар”, ”Йәш ғүмерем”, ”Бер татар шәкертенең үҙ хәленән шикәйә” кеүек мәҙрәсәлә уҡытыуҙың киләсәкһеҙ булыуын тәнҡитләгән әҫәрҙәр яҙа. Батша хөкүмәте был тәнҡит өсөн   М. Ғафуриҙы 1917 йылға тиклем эҙәрлекләй. 1907 йылда Ҡазанда баҫылған "Милләт мөхәббәте” тигән шиғырҙар йыйынтығына 1911 йылдың мартында арест һалына, ә яҙыусы полиция ҡулына эләгә. "Милли шиғырҙар”  йыйынтығы ла конфискациялана.
М. Ғафури йәш быуынды әсә теле, тарих, география, тәбиғәт белеме фәндәре менән ҡоралландырыуҙы, комплекслы тәрбиә биреү мәсьәләһен хуплай.  Йәш бы-
уынды тормошҡа әҙерләгәндә уҡытыу, тәрбиә менән бер рәттән, балаларҙы тәбиғәт һәм йәмғиәт тураһындағы белемдәр менән дә байытыуға ҙур әһәмиәт бирә. Тик тәбиғәт күренештәре һәм йәмғиәт тураһында алған мәғлүмәттәре йәш быуындың тормошто дөрөҫ аңлауына, ысынбарлыҡтан сығып фекер йөрөтөргә, тормошта үҙ урынын табырға, һәр кемгә яратҡан һөнәрен һайларға ярҙам итер, тип уйлай. Балала хеҙмәткә мөхәббәт тәрбиәләү уның ижадында ҡыҙыл еп булып үтә.
Патриотизм, интернационализм кеүек тойғолар ҙа ят түгел шағирға. Уларҙы мәктәп практикаһында ҡулланыу ҙа бик әһәмиәтле икәнлеген аса, әсә телендә уҡытыу менән бергә, үҙ теленең мәҙәниәтен дә өйрәнеүҙе күҙ уңында тотһа ла, был осор өсөн ят күренеш булып ҡала килде. Тик милли мәҙәниәтебеҙ, хәҙерге "Тормош һабаҡтары” бик һуңлап ҡына мәктәптәргә килеп етә алды, ә М.Ғафури был идеяны үҙ осоронда уҡ яҙған ине. Шул уҡ ваҡытта, уҡытыуҙың үҙәгендә әсә телендә белем һәм тәрбиә биреү тейешлегенә лә баҫым яһап, уҡытыу әсә телендә барған мәктәптәрҙе хуплай. Тел - халыҡтың төп рухи байлығы, ә был байлыҡ халыҡ тарихы менән тығыҙ бәйләнештә икәнлеген асыҡлай. Фән һәм техника үҫеү менән бергә тел яңы һүҙҙәр иҫәбенә ба-йый барыуын да күрһәтә барып, һүҙҙәрҙе урынлы файҙаланыуға саҡыра, әҙәби телдең "сүп-сар” һүҙҙәр менән бысраныуына әсенә. Бигерәк тә халыҡҡа аңлайышлы булмаған сит ил һүҙҙәренән ҡотолорға кәңәш итә, үҙенең ижадында ла әкренләп ғәрәп, фарсы, төрөк һүҙҙәренән арына бара.
Йәш быуынға хеҙмәт тәрбиәһе биреү идеяһы ла уның ижадында киң урын алған. Балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрендә тәрбиәнең әһәмиәтле сараһы булараҡ хеҙмәт тәрбиәһе биреүҙе хуплаған "Эш һәм белем”, «Эш», "Балалар эше",”Нәсихәт” шиғырҙарында хеҙмәткә
дан йырлай. Йәш быуынға эстетик һәм физик тәрбиә биреү буйынса әйткән фекерҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль.
Уҡытыу дәреслектәрен төҙөгәндә балалар өсөн ижад ителгән әҫәрҙәрҙең уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс, аңлайышлы, йәш үҙенсәлегенә билдәләнеп төҙөлөүенә ныҡ иғтибар йүнәлтелә. Шуға мәктәптәрҙә уҡытыу, тәрбиә сифаты ошо дәреслектәргә ныҡ бәйле булыуына төшөндөрә. Быны үҙенең эштәре менән раҫлап, мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус әҫәрҙәр яҙа һәм "Милли шиғырҙар” исеме аҫтында баҫтырып сығара. Был шиғырҙарҙың заманы өсөн актуаль булыуын Өфөлә, Ҡазанда ете тапҡыр донъя күреүе лә раҫлай.
Был йыйынтыҡ балалар өсөн генә түгел, ә өлкәндәр өсөн дә ҡиммәтен юғалтмай. Йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр балаларҙы мәк-тәптә, дәрестә, өйҙә, урамда үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре менән таныштыра, уҡыусылар өсөн ҡиммәтле кәңәштәр бирә. Ғафуриҙың педагогик ҡараштарын тәрәнерәк аңлау өсөн уның бер дәреслегенә туҡталып үтеү ҙә етә. 1914 йылда    М. Ғафури    Ш.Әхмәҙиев менән бергәләп "Беренсе мөғәллим” тигән әлифба китабын баҫтырып сығара. Был китап шуныһы менән әһәмиәтле: быға тиклем бер кем дә иғтибар итмәгән яңылыҡ асыла - башҡорт һәм татар мәктәптәрендә эшләүсе уҡытыусыларға практик ҡулланма рәүешен-дә бер уҡытыу йылында өйрәнелергә тейешле материалдың күләме аныҡ билдәләнелә. Ул йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө менән К.Д.Ушинскийҙың «Родное слово" китабына бик яҡын. Материалдар балаларҙың йәш үҙенсәлегенән сығып, еңелдән ауырыраҡ дәрәжәгә ҡарай бирелеүе менән айы-рылып тора. Унда тәбиғәт һәм тормош-көнкүреш темалары яҡтыртылып, ауылдағы яҙ, йәй, көҙ, ҡыш тураһында бәләкәй күләмле материалдар урынлаштырылған.
1916-1918 йылдарҙа башланғыс синыфтар өсөн яҙылған "Туған тел "дәреслеге алдағы дәреслектең дауамы булып ҡабул ителә.
Ә совет власының тәүге көндәренән үк шағир -  халыҡ мәғарифы һәм педагогикаһы буйынса күп саралар инициаторы. Рәсәйҙә йәшәүсе барлыҡ милләттәрҙең йәшәйешенә революцияның әһәмиәтен аңлатырға, илдә йәшәүсе барлыҡ кешеләргә аң-белем биреү өсөн киң мәғлүмәттәр асылыуын үҙенең ижады аша еткерергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләренән етем ҡалған балаларҙы яҡлау комиссияһының, Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариатының Ғилми академик үҙәгенең ағзаһы булып тороуы менән бергә, йәш быуынды яңы рухта тәрбиәләү мәсьәләләрен яҡтыртыусы "Балалар байрамы”, ”Балаларға”, "Беҙ бәләкәй саҡтарҙа”, "Хәҙер еңел, элек ҡыйын ине” әҫәрҙәрен ижад итә.
1919 йылда дүрт киҫәктән торған (1-4-се уҡыу йылдары өсөн тәғәйенләнгән) хрес-томатия баҫыла. Авторҙары Мәжит Ғафури, Ғибаҙулла Алпаров, Ғәли Хоҙаяров булған йыйынтыҡ әлифбанан һуң уҡыу өсөн тәғәйенләнгән. Текстар образлы һәм эмоциональ, конкретлығы, йәш үҙенсәлегенә ҡарап теүәл булыуы менән башҡа дәреслектәрҙән айырылып тора. Үҙ дәүере өсөн был дәреслектәр һәм кластан тыш уҡыу әсбаптары бик әһәмиәтле роль уйнай.
М.Ғафуриҙың балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә әһәмиәтле сығанаҡ булыуын бөгөн дә юғалтмай.
Беренсе донъя һуғышы шағирҙың педагогик эҙләнеүҙәр һәләтен киңәйтә, һуғыштың ысын сәбәптәрен аңларға тырышып, уларҙы тәрбиә проблемалары менән тығыҙ бәйләнештә ҡарай. Ә Октябрь түңкәрелешенән һуң яҙылған «Шағирҙың алтын приискыһында", ”Тормош баҫҡыстары” повестарында М.Ғафури башҡорт һәм татар балалары өсөн мәҙрәсәлә дини уҡытыу һәм тәрбиәнең бөтөнләй яраҡһыҙлығын күрһәтә, уҡытыу әсә телендә алып барылырға тейешлеге-нә баҫым яһай.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә уҡытыусының роле бик ҙур. Быны М.Ғафури уҡытыусы шәхесенән, уның донъяға ҡарашынан, профессиональ кимәленән килә тип баһалай. Уҡытыусының уҡытыу процесында балаларҙа һәр фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәләте уның әҙерлеклегенән, балалар менән эшләй алыу алымынан килеүен билдәләй. Шуға күрә лә, Мәғариф халыҡ комиссариатының Ғилми академия үҙәге ағзаһы булараҡ, уҡытыусылар әҙерләү, уларҙың теоретик һәм практик белемдәрен күтәреү өҫтөндә арымай-талмай эшләй.
М.Ғафури балалар әҙәбиәтен тормош дәреслеге һәм уҡыусыларҙы тәрбиәләү сараһы итеп ҡарай, балалар өсөн әсә телендә донъяуи әҙәбиәт тыуҙырыуға күп көс һала. Шағир балалар өсөн бик күп әҫәрҙәр яҙа. Улар барыһы ла үҫеп килгән йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Ул уҡытыусылар алдында сығыш яһап, уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуҙы талап итә, кластан тыш эштәрҙе нисек ойошторорға кәңәштәр бирә.
Һуңғы йылдарындағы ижадында педагогик әҙәбиәт мөһим урын биләй, дәреслектәрендә һәм ата-әсәләргә мөрәжәғәтендә хеҙмәт тәрбиәһе һәм уҡытыуҙы балаларҙың аҡыл, физик, әхлаҡ үҫеше менән бәйләп алып барырға саҡыра.
М.Ғафуриҙың бай педагогик мираҫы бөгөнгө көндә лә ҡиммәтле сығанаҡ булараҡ өйрәнелергә хаҡлы.
Миҙхәт ХӘЛИЛОВ, уҡытыусы-ветеран.
Еҙем-Ҡаран ауылы.

Алтынҡайҙар сыҡты бәйгегә
03 августа 2015 йыл | Мәғариф

Күптән түгел район мәҙәниәт һарайы алдында балалар өсөн тәүге тапҡыр
"Ерән, ерән, һипкелле!” тип аталған байрам уҙҙы.
Был сараға төрлө йәштәге балалар, ата-әсәләр йыйылды. Алдан һайлап алынған ерән сәсле, һипкелле ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнашты, һөнәрҙәрен күрһәтте.

2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы биләмәһендә һайлауҙар һәм референдумдар үткәреү өсөн һайлау участкалары исемлеген асыҡлау
03 августа 2015 йыл | Урындағы үҙидара

1662-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Мәктәп-ара уҡытыу комбинаты (УПК).
БР, Ғафури районы, Красно-
усол ауылы, Комаров урамы, 13. Тел: 2-11-34.
Заречный ауылы – тулыһынса.
Красноусол ауылы: Сәскәле, Завод, Яңы Завод, Ясная Поляна, Һамар, Свердлов, Салауат, Куйбышев, Чернышевский,Островский, Пионер, Тау, Комаров, Пархоменко, Ғафури, Еңеү, Матросов, Киров урамдары.
Салауат, Комаров, Куйбышев, Еңеү тыҡрыҡтары.
1663-сө һайлау участкаһы
Үҙәге: "Әкиәт” балалар баҡсаһы.
БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Баҡса урамы, 25. Тел: 2-11-21.
Красноусол ауылы: Социалистик, Баҡса, Достоевский, Дача урамдары - тулыһынса.
Баҡса, Дача,  Көнбайыш тыҡрыҡтары – тулыһынса.
Көнбайыш урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 30-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 13-сө йортҡа тиклем; Кейекбаев урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 24-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 13-сө йортҡа тиклем; Блюхер урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 62-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 23-сө йортҡа тиклем;
1664-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге.
БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1. Тел. 2-23-77.
Красноусол ауылы: Крупская, Леваневский, Аэродром, Гагарин, М.Горький, Вахитов, Гвардия, Баҫыу, Көньяҡ, Совет, Соҡор, Некрасов, Высоцкий, Тургенев, Ғөбәйҙуллин, Йәшел урамдары тулыһынса. Октябрь урамы – йоп яҡлап 16-сы, таҡ яҡлап 15-се йорттан, Фрунзе урамы – йоп яҡлап 84-се, таҡ яҡлап 83-се йорттан, Дзержинский урамы – йоп яҡлап 54-се, таҡ яҡлап 61-се йорттан, Ҡыҙыл партизан урамы – йоп яҡлап 48-се, таҡ яҡлап 49-сы йорттан алып аҙағынаса, Чкалов урамы йоп яҡлап 2-се йорттан 14-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 7-се, Йәштәр урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 12-се, Ҡояшлы урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 8-сегә тиклем, таҡ яҡлап 1-се йорт, Пушкин урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 6-сы йортҡа тиклем. Көнбайыш урамы – йоп яҡлап 32-се йорттан, таҡ яҡлап 15-се йорттан алып көньяҡ осҡа тиклем; Блюхер урамы – йоп яҡлап 64-се йорттан, таҡ яҡлап 27-се йорттан алып көньяҡ осҡа тиклем; Кейекбаев урамы – йоп яҡлап 26-сы йорттан, таҡ яҡлап 15-се йорттан алып көньяҡ осҡа тиклем.
Гагарин, Тургенев тыҡрыҡтары - тулыһынса.
1665-се һайлау участкаһы
Үҙәге: 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Красно-
усол ауылы, Фрунзе урамы, 40. Тел. 2-71-64.
Красноусол ауылы: Калмыков, Ковальский, Төньяҡ, Чесноковка, Аксаков, Афған, Ершов, Тыныслыҡ, Күл, Усолка, Рәсәй, Парк, Мичурин, Яңы, М.Кәрим, С.Ағиш, Ғ.Туҡай, М.Гәрәев, Ш.Бабич урамдары тулыһынса. Тыныслыҡ, Юбилей тыҡрығы.
Ленин урамы йоп яҡлап 2-се йорттан 20-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 21-се йортҡа тиклем; Фрунзе урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 48-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 35/3 –сө йортҡа тиклем; Карл Маркс урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 10-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 7-се йортҡа  тик-
лем; Октябрь урамы йоп яҡлап 2-се йорттан 14-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 13-сө йортҡа тиклем; Коммунистик урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 18-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 39-сы, Дзержинский урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 24-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 23-сө, Гагарин урамы – 1-се йорттан 7-се  йортҡа тиклем.
1666-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Красноусол башҡорт гимназия-интернаты.
БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Ленин урамы, 33. Тел. 2-19-74.
Красноусол ауылы: Дуҫлыҡ урамы – тулыһынса. Дуҫлыҡ, Каширин тыҡрыҡтары.
Дзержинский урамы – йоп яҡлап 26-сы йорттан 52-се, таҡ яҡлап 25-се йорттан 59-сы, Комсомол урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 26-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 19-сы йортҡа тик-лем; Ленин урамы – йоп яҡлап 24-се йорттан 52-се йортҡа, таҡ яҡлап 27-се йорттан 55-се йортҡа тиклем; К.Маркс урамы – йоп яҡлап 12-се йорттан 50-се йортҡа, таҡ яҡлап 15-се йорттан 57-се йортҡа тиклем; Ҡыҙыл Партизан урамы – йоп яҡлап 10-сы йорттан 46-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 47-се йортҡа тиклем;  Маяковский урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 42-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 47-се йортҡа тиклем; Калинин урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 44-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 41-се йортҡа тиклем; Каширин урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 36-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 39-сы йортҡа тиклем; Новый Быт урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 30-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 29-сы йортҡа тиклем; Пушкин урамы - йоп яҡлап 6-сы йорттан 58-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 35-се йортҡа тиклем; Коммунистик урамы – йоп яҡлап 24-се йорттан 26-сы йортҡа тик-
лем; Октябрь урамы йоп яҡлап 32-се йорттан алып, таҡ яҡлап 33-сө йорттан алып аҙаҡҡаса; Фрунзе урамы йоп яҡлап  50-се йорттан 82-се, таҡ яҡлап 31-се йорттан 41-се йортҡа тиклем.
1667-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Усолка лесничествоһы.
БР, Ғафури районы, Красно-
усол ауылы, Чкалов урамы, 20. Тел. 2-19-14.
Красноусол ауылы: Петровский, Горин урамдары – тулыһынса. Новый Быт, Каширин, Гоголь тыҡрыҡтары – тулыһынса.
Комсомол урамы – йоп яҡлап 28-се йорттан, таҡ яҡлап 21-се йорттан алып көньяҡ осҡа тиклем; Каширин урамы – йоп яҡлап 36а йортонан, таҡ яҡлап 41-се йорттан алып көньяҡ осҡа тиклем; Калинин урамы – йоп яҡлап 46-сы йорттан, таҡ яҡлап 43а йорттан алып көньяҡ осҡа  тиклем; Маяковский урамы - йоп яҡлап 42-се, таҡ яҡлап 49-сы йорттан алып көньяҡ осҡа тиклем; Новый Быт урамы – йоп яҡлап 32-се, таҡ яҡлап 31-се йорттан алып көньяҡ осҡа тиклем. Ҡояшлы урамы – йоп яҡлап 10-сы, таҡ яҡлап 3-сө йорттан, Чкалов урамы – йоп яҡлап 16-сы, таҡ яҡлап 9-сы йорттан, Йәштәр урамы – йоп яҡлап 14-се йорттан аҙағынаса.
1668-се һайлау участкаһы
Үҙәге: 2-се һанлы "Тирәккәй” балалар баҡсаһы.
БР, Ғафури районы, Красно-
усол ауылы, К.Маркс урамы, 72. Тел. 2-67-72.
Красноусол ауылы: Һабантуй, Урман, Толстой, Фабрика, Дала, Болон, Гоголь, Пятери урамдары, Пугачев, Гоголь тыҡрыҡтары – тулыһынса. Көнсығыш урамы – йоп яҡлап 58-се, таҡ яҡлап 65-се, К.Маркс урамы – йоп яҡлап 72-се, таҡ яҡлап 75-се, Новоселка урамы йоп яҡлап 52-се, таҡ яҡлап 41-се, Пугачев урамы – йоп яҡлап 52-се, таҡ яҡлап 43-сө, Пушкин урамы -  йоп яҡлап 82-се, таҡ яҡлап 59-сы йорттан аҙағынаса.
1669-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Коммунистик урамы, 45. Тел. 2-16-91.
Красноусол ауылы: Төлкәҫ, Дарвин, Д.Бедный, Тимирязев, Ҡыҙылармеец, Ломоносов, Яр буйы, Ҡыҙыл Яр, Леспромхоз, Луначарский, Курорт, Май, Чапаев, Шайморатов урамдары тулыһынса.
Новоселка урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 26-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 19-сы йортҡа тиклем; Көнсығыш урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 56-сы йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 63-сө йортҡа тиклем; Коммунистик урамы  - йоп яҡлап 26а йорттан, таҡ яҡлап 43-сө йорттан алып көнсығыш осҡа тиклем;  Пугачев урамы – йоп яҡлап 2-се йорттан 50-се йортҡа, таҡ яҡлап 1-се йорттан 41-се йортҡа,
Тимирязев тыҡрығы, К.Маркс урамы – йоп яҡлап 52-се йорттан 70-се, таҡ яҡлап 59-сы йорттан – 73-сө, Пушкин урамы – йоп яҡлап 60-сы йорттан 82-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 39-сы йортҡа тиклем.
1670-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Курорт ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Курорт ауылы, Шишмә урамы, 10. Тел. 2-94-60.
Курорт, Аҡташ, Пчелосовхоз
ауылдары.
1671-се һайлау участкаһы
Үҙәге: "Родина” агрофирмаһы контораһы бинаһы.
БР, Ғафури районы, Родина ауылы,  Үҙәк урам, 4. Тел. 2-38-28.
Родина ауылы.
1672-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Табын урта мәктәбе бинаһы.
Табын ауылы,  Мәктәп урамы, 6. Тел. 2-44-30.
Табын ауылы: Дауахана, Горький, Ғафури,  Кейекбаев, Колхоз, Ҡыҙыл партизан, Яр буйы, Осипенко, Островский, Октябрь, Пушкин, Беренсе Май,  Тыҡрыҡ, Салауат, Баҡса, Серов, Тракт, Усолка, Чкалов, Мәктәп урамдары – тулыһынса.
Киров урамы - йоп яҡлап 2-сенән 68-се, таҡ яҡлап 1-сенән 65-се йортҡа тиклем; Үҙәк урам таҡ яҡлап 1-сенән 43-сө, йоп яҡлап 2-сенән 70-се йортҡа тиклем.
 Кузьма-Александровка ауылы.
1673-сө һайлау участкаһы
Үҙәге: Табын ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Табын ауылы, Үҙәк урам, 55. Тел. 2-42-03.
Табын ауылы:  Йылға, Баҫыу, Бельский, Урман, Совет урамдары.
Киров урамы йоп яҡлап 70-се йорттан алып 82-се, таҡ яҡлап 67-се йорттан алып 83-сө йортҡа тиклем; Үҙәк урам - йоп яҡлап 72-се йорттан алып 92, таҡ яҡлап 45-се йорттан алып  65-се йортҡа тиклем.
Яңы Табын урамы; Ҡояшлы ҡасабаһы.
1674-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Архангелка ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Архангелка
ауылы, Үҙәк урам, 31. Тел. 2-41-72.
Архангелка, Әхмәт, Еңеү, Павловка, Героевка ауылдары.
1675-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Березовка башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы.
БР, Ғафури районы, Березовка
ауылы, Мәктәп урамы, 20. Тел. 2-34-13.
Березовка,  Табын ауылындағы Йәштәр урамы тулыһынса, Үҙәк урамдағы 64-се йорт. Яңы Бурлы
ауылдары.
1676-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Игенйылға ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Игенйылға
ауылы, Мәктәп урамы, 24 а. Тел. 2-37-18.
Игенйылға, Цапаловка, Ҡыҙыл
Дубровка ауылдары.
1677-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Ҡотлоғужа ауыл клубы бинаһы.
БР, Ғафури районы, Ҡотлоғужа ауылы, Кооператив урамы, 26 а. Тел. 2-40-24.
Ҡотлоғужа, Яңы Ҡарамыш ауылдары.
1678-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Аҡкүл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Аҡкүл ауылы, Элеватор урамы, 1/5. Тел. 2-46-37.
Белоозеровка, Софьино ауылдары.
Техник урамы тулыһынса.
Баҫыу, Техник, Эшсе тыҡрыҡтары.  Тимер юл урамы.  Аҡкүл ауылы: Йәштәр урамы – йоп яҡлап 42-се йорттан 48-се, таҡ яҡлап 47-се йорттан 67-се, Ленин урамы – таҡ яҡлап 117-се йорттан 147-се, Вокзал урамы – таҡ яҡлап 71-се йорттан 105-се, Көнсығыш урамы – йоп яҡлап 24-се йорттан 166/1-се, таҡ яҡлап 7-се йорттан 99-сы йортҡа тик-лем. Беренсе, Икенсе тыҡрыҡтар.
1679-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Аҡкүл урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы.
БР, Ғафури районы, Аҡкүл ауылы, Мәктәп урамы, 6. Тел. 2-46-61.
Дарьино, Ивановка, Уваровка ауыл-
дары.
Аҡкүл ауылы: Көньяҡ урам; Ленин урамы - таҡ яҡлап 1-се йорттан 115-се, йоп яҡлап 2-се йорттан 142-се йортҡа тиклем. Мәктәп, Дуҫлыҡ, Көнбайыш, Элеватор урамдары. Мәктәп, Дуҫлыҡ тыҡрыҡтары.
 Вокзал урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 94-се, таҡ яҡлап 1-се йорттан 69-сы йортҡа тиклем; Йәштәр урамы - таҡ яҡлап 1-се йорттан 41-се, йоп яҡлап 4-се йорттан 40-сы йортҡа тик-
лем. Көнсығыш урамы - йоп яҡлап 2-се йорттан 20-се йортҡа тиклем, таҡ яҡлап 3-сө йорт.
Войновка, Ивановка ауылдары.
1680-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Антоновка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Антоновка
ауылы, Мәктәп урамы, 5. Тел. 2-48-81.
Антоновка, Дмитриевка ауылдары.
1681-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Татар Саскүле төп дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Татар Саскүле
ауылы, Мәктәп урамы, 2. Тел. 2-47-32.
Татар Саскүле, Болон ауылдары.
1682-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Рус Саскүле башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Рус Саскүле ауылы, Чапаев урамы, 17. Тел. 2-48-10.
Рус Саскүле ауылы.
1683-сө һайлау участкаһы
Үҙәге: Бурлы ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Бурлы ауылы, Ҡазан урамы, 21. Тел. 2-33-21.
Бурлы ауылы.
1684-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Байымбәт башланғыс мәктәбе бинаһы.
БР, Ғафури районы, Байымбәт
ауылы, Үҙәк урам, 9. Тел. 2-32-14.
Байымбәт ауылы.
1685-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Ҡормантау ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Ҡормантау
ауылы, Мәктәп урамы, 38. Тел. 2-87-16.Ҡормантау ауылы.
1686-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Яугилде ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Яугилде ауылы,  Мәктәп урамы, 21. Тел. 2-49-01.
Яугилде, Ерек ауылдары.
1687-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауылы,  Мәжит Ғафури урамы, 17. Тел. 2-53-31.
Еҙем-Ҡаран, Баҡраҡ, Яҡтыкүл
ауылдары.
1688-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Үзбәк ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Үзбәк ауылы,  Мәктәп урамы, 10. Тел. 2-31-43.
Үзбәк, Оло Үтәш, Бәләкәй Үтәш, Урта Үтәш, Яңы Ерек ауылдары.
1689-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Ибраһим башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Ибраһим ауылы,  Бикташев урамы, 2. Тел. 2-54-00.
Ибраһим, Абдулла, Ҡыҙыл Яр ауыл-
дары.
1690-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Сәйетбаба ауылының Жәлил Кейекбаев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы, Ә.Вахитов урамы, 31. Тел. 2-50-72.
Туғай, Ҡаранйылға ауылдары. Сәйетбаба ауылы: Үтәгәновтар, К.Сәғәҙиев, Ә.Вахитов, Мәндем, Йәштәр, Юбилей, Мәктәп, Каширин,  Ж.Кейекбаев урамдары.
Йәштәр, Юбилей, Каширин, Жәлил Кейекбаев тыҡрыҡтары.
1691-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто.
БР, Ғафури районы, Сәйетбаба
ауылы, Партизан урамы, 50. Тел. 2-58-58.
Ҡолҡан, Яңы Заһит ауылдары. Сәйетбаба ауылы: Еҙем, Еңеүҙең 30 йыллығы, Комсомол, Бер туған Дәминевтар, Партизан, Үҙәк, Октябрь, Колхоз урамдары.
1692-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Уҫман ауылы башланғыс мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Уҫман ауылы,  Үҙәк урам, 12. Тел. 2-56-08.
Уҫман ауылы.
1693-сө һайлау участкаһы
Үҙәге: Йөҙимән ауылының Ғ.Вәлиев исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
БР, Ғафури районы, Йөҙимән
ауылы, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы. Тел. 2-56-32.
Йөҙимән, Имәнлек ауылдары.
1694-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Ҡауарҙы ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Ҡауарҙы
ауылы,  Зәки Вәлиди урамы, 32. Тел. 2-54-75.
Ҡауарҙы, Аҡташ ауылдары.
1695-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Юлыҡ ауыл клубы бинаһы.
БР, Ғафури районы, Юлыҡ ауылы,  Үҙәк урам, 77. Тел. 2-55-01.
Юлыҡ, Һабай ауылдары.
1696-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Имәндәш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы.
БР, Ғафури районы, Имәндәш ауылы,  Колхоз урамы, 47. Тел. 2-52-61.
Имәндәш, Тайыш, Таш-Аҫты
ауылдары.
1697-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Ҡарағай урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы.
БР, Ғафури районы, Ҡарағай ауылы, Үҙәк урам, 52. Тел. 2-57-41.
Ҡарағай, Мораҙ, Яңы Тайыш, Яңы Ҡауарҙы, Некрасовка, Юрмаш ауылдары.
1698-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Ҡурғашлы ауыл клубы бинаһы.
БР, Ғафури районы, Ҡурғашлы мәктәбе, Мәктәп урамы, 1. Тел. 2-83-05.
Ҡурғашлы ауылы.
1699-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Түбәнге Ташбүкән ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Түбәнге Ташбүкән ауылы, М.Ғафури урамы, 37. Тел. 2-84-00.
Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән ауылдары.
1700-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Толпар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы.
БР, Ғафури районы, Толпар ауылы,  Үҙәк урам, 11. Тел. 2-81-13.
Толпар, Ерекле ауылдары.
1701-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Ташлы ауылы мәктәбе бинаһы.
БР, Ғафури районы, Ташлы ауылы,  Мәктәп тыҡрығы, 4. Тел. 2-85-28.
Ташлы, Суходол, Яңы Семеновка, Яңы Әлтәшле ауылдары.
1702-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Мәндем ауыл клубы бинаһы.
БР, Ғафури районы, Мәндем ауылы,  Үҙәк урам, 39. Тел. 2-82-32.
Мәндем ауылы.
1703-сө һайлау участкаһы
Үҙәге: Үтәк ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Үтәк ауылы, Чапаев урамы, 2. Тел. 2-64-57.
Үтәк, Иҡтисад ауылдары.
1704-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Туғай башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы бинаһы.
БР, Ғафури районы, Туғай ауылы, Үҙәк урам, 2 б. Тел. 2-86-19.
Туғай, Игенселәр ауылдары.
1705-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Яңғыҙҡайын балалар баҡсаһы  бинаһы.
БР, Ғафури районы, Яңғыҙҡайын ауылы, Әсфәндиәров урамы, 2. Тел. 2-35-44.
Яңғыҙҡайын ауылы: Әхмәтйәнов, Социалистик, Шишмә, Партизан, Колхоз, Тимерлек, Баҡса, Әсфәндиәров, Яр, Мәктәп, Урман урамдары;  Урал ауылы.
1706-сы һайлау участкаһы
Үҙәге: Яңғыҙҡайын ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһы.
БР, Ғафури районы, Яңғыҙҡайын ауылы, Әсфәндиәров урамы, 2. Тел. 2-35-38.
Яңғыҙҡайын ауылы: Дуҫлыҡ, Чапаев, Механизаторҙар, Урал, Егән, Баҡыев, Писяев, Болон, Совет, Йәштәр урамдары; Ноябревка ауылы.
1707-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
БР, Ғафури районы, Мораҡ ауылы, Партизан урамы, 6. Тел. 2-63-19.
Мораҡ, Дмитриевка, Ҡарлы, Ҡыҙыл Октябрь, Новотроевка ауылдары.
1708-се һайлау участкаһы
Үҙәге: Буруновка ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы.
РБ, Ғафури районы, Буруновка ауылы, Йәштәр урамы, 10. Тел. 2-66-57.
Буруновка, Бажыҡ, Петропавловка ауылдары.

Ваҡытынан алда яҙылыу башланды
03 августа 2015 йыл | Матбуғат

Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ! Йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға Рәсәй Почтаһы алдағы, 2016 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға әлеге хаҡ менән ваҡытынан алда яҙылыу башланыуы хаҡында хәбәр итте.
Бирелгән мөмкинлектән файҙаланып, гәзиткә ваҡытынан алда яҙылыу күпкә отошло булыуына  һуңғы подписка мәлендә күптәребеҙ үҙ миҫалында инанды, шикелле. Шуға ла гәзитебеҙҙең даими уҡыусылары был юлы ла 31 авгусҡа тиклем "Табын”ға әлеге хаҡҡа яҙылып, әҙме-күпме аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдырыр, тип ышанабыҙ. 31 авгусҡа тиклем киләһе йылдың беренсе яртыһы өсөн "Табын”ға 683 һум 28 тингә (индексы 50675), ә пенсионерҙар  632 һум 88 тингә (индексы 06075) яҙыла ала.
Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8