Сабыйҙарға ярҙам итәйек
03 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Красноусол үҙәк район дауаханаһының балалар бүлегендә ауыр тормош хәлендә ҡалған 1 һәм 2 йәшлек сабыйҙар ята. Уларға кисекмәҫтән памперстар (2–3-сө үлсәм), еүеш салфеткалар кәрәк.
Хөрмәтле райондаштар, сабыйҙарға ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек. Кәрәкле әйберҙәрҙе район дауаханаһының балалар бүлегенә (телефон: 2-17-34) килтерергә.
Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы.

Поездарға һәр саҡ юл асыҡ
03 августа 2015 йыл | Йәмғиәт

Донъялағы боронғо, иң ауыр һәм яуаплы, бер үк ваҡытта хәүефле һөнәрҙәрҙең  береһе – тимер юлсы һөнәре. Күпме йөк, нисәмә кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ ята улар иңендә. Әммә нисек кенә ауыр булмаһын, ошо тармаҡ менән яҙмышын бәйләгән, тимер юлсы һөнәрен һайлап, уға ғүмере буйы тоғро ҡалған кешеләр бар. Куйбышев тимер юл селтәренең республика бүлексәһенә ҡараған Аҡкүл станцияһы эшселәрен бары тик ыңғай яҡтан телгә алалар. Ысынлап та, берҙәм, булдыҡлы, тәжрибәле эшселәре менән көслө был коллектив.
Августың тәүге йәкшәмбеһендә Тимер юлсылар көнө билдәләнә. Тимер юлсыларҙың һөнәри байрамдары уңайынан Аҡкүл тимер юл станцияһы начальнигы Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы Шәрәфетдиноваға  мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

- Беҙҙең төп
эшебеҙ– поездарҙың тотҡарлыҡһыҙ үтеүен тәьмин итеү, аварияларға юл  ҡуймау. Иңебеҙгә 27 километр оҙонлоҡтағы юлдарҙы тейешле тәртиптә тотоу бурысы һалынған, кешеләр ғүмере һәм йөк составтарының хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Эш күләме әҙ булып, тимер юл транспортына ихтыяж кәмегәнлектән, станция хеҙмәттәре бер нисә айырым структур подразделениеға бүленеп эш итә. Һәр ҡайһыһының үҙ етәксеһе бар. Улар – электриктар (5 кеше), сигнализация ҡоролмалары механиктары (4-әү), ремонтсылар (2 бригада), - тип таныштырып үтте Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы.
Әйткәндәй, Светлана Шәрәфетдинова үҙе лә тимер юлы станцияһындағы эшкә 27 йыл ғүмерен бағышлап, шуның 4, 5 йылында етәкселек йөгөн тарта. Ул хеҙмәт юлын разъезд тауар-билет кассиры булып башлай (Ҡарлыман шәкәр заводынан Ырымбур өлкәһенең Мораҡтау станцияһына тиклем пассажир поезында билет һатып йөрөгән).
- Илдә алып барылған ҡулайлаштырыу сәйәсәте беҙҙең тармаҡты ла урап үтмәне. Заманында Аҡкүл станцияһы аша күп кенә пассажир поездары үтеп, беҙҙә туҡтап китһә, станциябыҙ гөрләп торһа, хәҙер тик ҡала яны "Өфө-Стәрлетамаҡ” маршруты ғына ҡалды. Был поезд Өфөнән Стәрлетамаҡҡа көнөнә ике тапҡыр (иртәле-кисле) барып урай. Билет һатыу кассаһы ла ябылды, хәҙер Аҡкүл станцияһында пассажирҙарға билет алыу мөмкинлеге юҡ, улар вагонда һатыла. Станция вокзалы етемһерәп, буш тора хәҙер, әлбиттә, ул ташландыҡ хәлдә түгел, һәр саҡ тәртиптә, күркәмлеген юғалтмай. Аҡкүл  аша үткән Өфө-Ташкент поезы иһә  туҡтап та тормай.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, Аҡкүл станцияһы базаһында яңы предприятие – "Регион–Ресурс” ЯСЙ-е эшләй башланы. Был йәмғиәт вагондарға йөктәр, шул иҫәптән хәүефлеләрен тейәү-бушатыу менән шөғөлләнә.
2015 йылдың 6 айында улар тарафынан 357 вагон бушатылһа, 4 вагон тейәп оҙатылған. Был предприятие ярҙамында тәүгеһенән беҙҙә вагондарҙы тейәү эштәре башҡарылыуы һөйөнөслө күренеш, әлбиттә.
Тимер юлсы тигән ауыр, яуаплы һәм хәүефле һөнәр артында барлыҡ коллективтың ныҡышмаллыҡ, намыҫлылыҡ талап иткән хеҙмәте ята. Хеҙмәткәрҙәр тимер юлында авариялар, тотҡарлыҡтар, өҙөклөктәр булмаһын өсөн бар көсөн һалып эшләй.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан айырыуса уңған, оло тәжрибәгә, ҙур хеҙмәт стажына эйә хеҙмәткәрҙәребеҙҙе  лә билдәләп үтергә кәрәктер, тип уйлайым. Бына Валентина Ивановна Семенованың дөйөм хеҙмәт стажы 23 йыл, станцияның алыштырғыһыҙ дежурныйы, минең уң ҡулым, тип әйтә алам. Үҙем булмағанда уға  станция начальнигы вазифаһын да ышанып тапшырам. Дарьинолағы станция дежурныйы Любовь Николаевна Лукина иһә 35 йыл ғүмерен тимер юлына арнаған хеҙмәткәребеҙҙең береһе. Хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, эшен дауам итеүен һораныҡ. Шулай уҡ тәжрибәле, һыналған эшсебеҙ 1987 йылда эшкә килеп, ошонда төпләнгән Рафаил Роберт улы Йомаҙилов та пенсияға сыға.
Мастер вазифаһын башҡарыусы Александр Сергеевич Прокопьев етәкселегендәге  ремонтсылар бригадаһы поездарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә, юлдарҙың төҙөклөгөн тикшерә. Башта әйткәнемсә, улар ҡарамағында 27 километрға тиклемге юл полотноһы.
Тимер юл хеҙмәтен энергетиктар һәм  сигнализация-централизация коллективтарынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Электромеханика буйынса мас-
тер Рәмил Роберт улы Ғәйнуллин монтер Александр Николаевич Толкушенков менән сигнализация ҡоролмаларын төҙөк хәлдә тота, светофорҙың даими эшен тәьмин итә.
Бригадирҙар, юл монтерҙары ла – барыһы ла һыналған кадрҙар.
Станция буйынса дежурныйҙар пульт артында тәүлек әйләнәһенә эшләй, һәр поезд, туҡталыш, хәрәкәт тураһында ентекле мәғлүмәт бирә. Беҙ унда булғанда дежурныйҙарҙың береһе - Рәйлә Рауил ҡыҙы Хәсәнова яҡынлашып килгән поезға мәғлүмәт еткерә ине. Ул Өфөнөң Дим биҫтәһендәге тимер юл училищеһын тамамлап эшкә килеп, 28 йыл  хеҙмәт стажына эйә. Быйылдан белемен арттырыу йәһәтенән тимер юл  техникумына уҡырға ингән.
- Беҙгә йәш белгестәрҙең эшкә килеүе лә һөйөнөслө, - тип коллектив менән таныштырыуын дауам итте станция начальнигы. -  Тимер юл техникумын тамамлап, беҙҙә хеҙмәт юлын башлаусы электр участкаһының өлкән мастеры Рөстәм Әсәҙуллинға  ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Аҡкүл станцияһы биләмәһен, вокзал бинаһын, перронды, элекке начальник, хәҙер мәрхүмә булған Зоя Захаровна Журавель булдырған баҡсаны тәртиптә тотоу,  тәрбиәләү Роза  Георгиевна Федорованың иңендә. Ул да беҙҙә күптән үҙ кешегә әйләнгән, ике тиҫтәгә яҡын йыл үҙ эшен күңелен биреп башҡара. Уның тырышлығы менән станция биләмәһе  "ялт" итеп тора.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы ла телгә алып үтергә теләйем. Улар: элекке начальнигыбыҙ Алексей Федорович Головин, Земфира Мортаза ҡыҙы Хәбибуллина, Анна Лазаревна  Петрова, И. Кириллов һәм башҡалар.
Коллектив һөнәри байрамды, әлбиттә, хеҙмәт вахтаһында ҡаршылай. Барлыҡ хеҙмәттәштәремде, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы  Тимер юлсылар көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ауыр һәм яуаплы эштәрендә уңыштар, бәхет, иҫәнлек-һаулыҡ, байрам кәйефе теләйем.

Индира ИШКИНА яҙып алды.

Баллы-алмалы ыспас
03 августа 2015 йыл | Яңылыҡтар

8 августа Красноусолда "Баллы-алмалы ыспас” район байрамы үтәсәк.
Байрам программаһында алма һәм балдан әҙерләнгән кондитер, кулинар ризыҡтар һәм эсемлектәрҙән "Баллы-алмалы табын” күргәҙмә - конкурс, таҡмаҡтар конкурсы, "Алтын бал ҡорто” балалар костюмдары конкурсы, төрлө номинациялар буйынса умартасыларҙы тәбрикләү ҡаралған. Конкурстарҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ.
Район мәҙәниәт  һарайы хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн күңелле уйындар әҙерләй.
Район умартасыларын был байрамда һәм бал йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бының өсөн ауыл биләмәләре хаки-
миәттәрендә теркәлергә кәрәк. Йәрминкәлә ҡатна-шыусылар япмалы өҫтәл һәм бал тултырыу өсөн төрлө күләмдәге һауыттарҙы үҙҙәре килтерергә тейеш.
Хөрмәтле райондаштар
һәм  ҡунаҡтар! Тап ошо көндө,
8 августа район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда һеҙ шифалы, татлы Ғафури балын, умартасылыҡ продукцияһын һатып ала һәм ялығыҙҙы күңелле итеп үткәрә алаһығыҙ.
Йәрминкә сәғәт 10-да, ә байрам саралары 11.00 сәғәттә башлана.
Белешмә өсөн телефондар: 2-12-96, 2-18-72.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8