“Заманса белем биреү – сифат проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары”
02 сентября 2015 йыл | Мәғариф

“Заманса белем биреү – сифат проблемалары  һәм уларҙы хәл итеү юлдары”Бөгөн беҙ йыл һайын үткәрелгән осрашыуға, традицион август кәңәшмәһенә уҡытыу-тәрбиә процесындағы проблемаларға анализ яһап, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә, район мәғариф системаһының артабанғы үҫеш юлдарын күҙалларға йыйылдыҡ.
Хәҙерге заман шарттарында мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары алдында оло тормош юлында дөрөҫ йүнәлеш һайлай белгән шәхес тәрбиәләү бурысы тора.

Мөмкин булғандың барыһын да эшләргә
02 сентября 2015 йыл | Мәғариф

Район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаровтың кәңәшмәләге сығышы (ҡыҫҡартып бирелә)

Мәғарифтың бурысы – шәхес тәрбиәләү
02 сентября 2015 йыл | Мәғариф

Мәғарифтың бурысы – шәхес тәрбиәләү27 августа район мәҙәниәт һарайында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Фазыл улы Вәлиев, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының уҡыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Игорь Анатольевич Сыров, БДПУ-ның информатика кафедраһы мөдире Вадим Владимирович Картак, БДМУ-ның социаль эштәр кафедраһы доценты Гөлнара Рәфис ҡыҙы Дәүләтшина, Муниципаль ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов, мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, балалар баҡсалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Иген баҫыуы көтөүлек түгел
02 сентября 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Шәхси хужалыҡтарҙың киң үҫеш алыуы, унда малдар һаны артыуы шатлыҡлы хәл, әлбиттә. Ауыл халҡы бөгөн нигеҙҙә үҙ хужалығы, мал-тыуар иҫәбенә
донъя көтә, балалар уҡыта. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа малдарҙы көтөү ойошторолмауы, уларҙың ҡарауһыҙ йөрөүе арҡаһында игенселек менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтар, фермерҙар ҙур зыян күрә. Йылдың-йылы районыбыҙ игенселәре баҫыуҙарҙы мал тапауҙан ҙур сығымдар күрә, әсе тир түгеп үҫтерелгән уңыштың кәмендә 20-30 процентын юғалта. Был хәлде булдырмау өсөн нимәләр эшләргә кәрәк, малын ҡарауһыҙ йөрөткән хужаларға ҡарата ниндәй саралар күрелә? Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ф.Ф.ИБРАҺИМОВ менән сираттағы әңгәмәлә тап ошо һорауҙарға яуап бирелә.
( Әңгәмәне 4-се биттә уҡығыҙ).

Кешеләр власҡа ышана
02 сентября 2015 йыл | Йәмғиәт

28 августа район хакимиәте бинаһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Юнир улы Фәхретдинов граждандарҙы ҡабул итте. Депутат ҡабул итеүенә алдан 12 кеше яҙылып, үҙҙәрен борсоған һорауҙары менән мөрәжәғәт итте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7