Ярҙамға килергә әҙерҙәр
02 сентября 2015 йыл | Йәмғиәт

Ғафури район ветстанцияһы коллективы еңел булмаған
яуаплы эштәрендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә

Ҡотлайбыҙ!
02 сентября 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

31 август - Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө
02 сентября 2015 йыл | Йәмғиәт

Байрамығыҙ ҡотло булһын!
Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре һәм ошо тармаҡ ветерандары!

нимә? ҡайҙа? ҡасан?
02 сентября 2015 йыл | Яңылыҡтар

Районда
* 1 сентябрҙә район мәктәптәренә 4373 бала уҡырға бара. Шуларҙың 507-һе 1-се класта уҡыясаҡ.
Башҡортостанда
* Өфөлә "Аҡбуҙат" ипподромында умартасыларҙың сауҙа-күргәҙмәһе эш башланы.
* Бөгөн, 29 августа  Өфө ҡалаһында "Һөт иле” фес-тивале үтә. Ошо айҡанлы баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамы ваҡытлыса ябыла.
* 1 авгусҡа ҡарата республиканың тупланма бюджеты килемдәр
буйынса 103,8 миллиард һумға үтәлгән. Был былтырғы кимәлгә ҡарата 110,2 процент тәшкил итә.
* 28 августа Өфөлә "Бында уҡыйҙар!” акцияһы старт алды. Әҙәбиәт йылына арналған сараны БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы "Китап” нәшриәте менән берлектә уҙғара.
* Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә төрлө тән йәрәхәттәре алған Башҡортостан һалдаттары һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашты.
Рәсәйҙә
* Мәскәүгә өс көнлөк эш сәфәре менән Мысыр Президенты Әбдел-Фәттәх ас Сиси килеп ҡайтты.
* "РусГидро” етәксеһе Евгений Дод вазифаһынан бушатылған.
* "Оборонсервис” эше буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылған Евгения Васильева амнистия буйынса иреккә сығарылған. Ул дәүләт аҡсаһын тулыһынса кире ҡайтарған.
* Мәскәү эргәһендә "МАКС-2015” халыҡ-ара хәрби техника күргәҙмәһе булып үтте һәм уның эшендә илебеҙ етәксеһе Владимир Путин ҡатнашты.
Донъяла
* Эстония етәкселеге 108 километр оҙонлоҡтағы Рәсәй сиген 2,5 метр бейеклектәге ҡойма менән уратып тоторға  йыйыны-уын белдергән. Был Эстония ҡаҙнаһына 71 миллион евроға төшәсәк.
* Германия канцлеры
Ангела Меркель менән Франция Президенты Франсуа Олланд Европа илдәренә күпләп күсенеүсе ҡара тәнлеләр миграцияһын нисек туҡтатыу хаҡында кәңәшләшкән.

Парк йәмләнеп ҡалды
02 сентября 2015 йыл | Сәйәсәт

Районыбыҙ гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бейек-бейек тауҙары, текә тарлауыҡтары, таҙа һыулы йылғалары, саф шишмәләре күп. Ауылдарыбыҙ ҙа матур һәм уларҙың һәр береһенең үҙ гүзәллеге бар. Еҙем-Ҡаран ауылында урынлашҡан Мәжит Ғафури паркы иһә ожмах мөйөшөнә тиң.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7