Көҙҙәрҙең емеше татлыраҡ
07 октября 2015 йыл | Хаттар

Кеше ғүмерен йыш ҡына йыл миҙгелдәре менән сағыштыралар. Йәшлек дәрте менән янып-көйөп, йәйҙәрҙе уҙҙырып йөрөгәндә ҡапыл ғына олоғайыу, ғүмер көҙөнә яҡынлашыу кеүек һүҙҙәр менән күңелгә моңһоулыҡ, һағыш һалалар. Ә уйлап ҡараһаң, көҙ – ул һалҡынын да, йылыһын да, муллығын да, бөтә матур төҫтәрҙе бергә йыйған ҡабатланмаҫ бер осор. Халыҡта "Көҙҙәрҙең емеше татлыраҡ” тигән әйтем дә бар. Ә был ысынлап та шулай!

Төйәгебеҙ тамыры – тарихта
07 октября 2015 йыл | Йәмғиәт

Районға - 85 йыл

Бер-беребеҙҙән уңдыҡ беҙ
07 октября 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Кеше тыуғас та уның тормош китабы яҙыла башлай, тиҙәр. Ә инде үҫеп етеп, ғаиләле булғас, уның икенсе өлөшө, ғаилә китабы башлана. Яҙмыштар төрлө булған кеүек, был китаптарҙың эстәлеге лә бер-береһенән айырылалыр. Шулай ҙа һәр бите бәхетле минуттар, шатлыҡлы ваҡиғалар, иҫтәлекле, тулҡынландырғыс мәлдәр менән тулған китаптар күберәктер. Сөнки матур тормош юлы үткән татыу, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Игенйылға ауылында йәшәп, күптән түгел алтын туйҙарын билдәләгән Рәйсә Сәхиулла ҡыҙы менән Рәшит Ғариф улы Йәркәевтар ана шундай ғаиләләрҙең береһе.

Хәбәрһеҙ юғалғандар хәтерҙән юйылмайҙар
07 октября 2015 йыл | Хаттар

Һуғыш күрһәткән михнәттәрҙе үҙ елкәһендә татыған әсәйем Ғәникамал Сәфиулла ҡыҙы уның һәләкәттәрен һөйләмәгән көнө булманы. Мин уның һуғыштан  һуң тыуған ҡыҙы, ул һөйләгәндә күҙ йәштәренә төйөлөп, әсе яҙмыш кисергән ауылдаштарҙы, яҡташтарҙы йәлләп, әрнеү менән тыңлай торғайным.

Күгәрсендәр кеүек гөрләп йәшәйексе донъяла!
07 октября 2015 йыл | Йәмғиәт

Республикабыҙҙа иң ҙур башҡорт ауылы булған Сәйетбаба ауылының иң тәүгеләрҙән булып нигеҙ һалып, шәхси йорттар төҙөлгән Үҙәк урамының көньяҡ өлөшөндә "Туғандар-быуындар бәйләнеше” тип исемләнгән урам байрамы үтте
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11