=“Йәш ғаилә - 2015” Бәхет асҡысы – ғаиләлә
09 декабря 2015 йыл | Йәмғиәт

Бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Берәүҙәр уны мал-мөлкәт туплауҙа, икенселәр дан-дәрәжә яулауҙа, өсөнсөләр татыу ғаилә ҡороп, тәрбиәле балалар үҫтереүҙә күрә. Бына ошондай бәхетле ғаиләләр йыйылғайны район мәҙәниәт һарайында үткән "Йәш ғаилә - 2015” конкурсына.

Берҙәмлектә көсөбөҙ
09 декабря 2015 йыл | Мәғариф

Күп йыллыҡ тарихы булған Табын коррекция мәктәп-интернатында үҙ һөнәрҙәренә тоғро, уның бөтә нескәлектәренә төшөнгән, яҡшы күңелле, мәрхәмәтле ысын педагогтар коллективы тупланған. Берҙәм, татыу коллективҡа оҙаҡ йылдар инде Әҙилә Федорова уңышлы етәкселек итә.

Һаҡ булығыҙ: терегөмөш!
09 декабря 2015 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

"Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең  Стәрлетамаҡ филиалына "Терегөмөшлө термометр ватылһа, ни эшләргә?” тигән һорау менән бик йыш мөрәжәғәт итәләр.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
09 декабря 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Райондың агросәнәғәт комплексы тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн:
Михаил Степанович ИКШИГУЛОВ – БР Ғафури ветеринар станцияһы дәүләт бюджет учреждениеһының Аҡкүл ветеринар участкаһы мөдире;
Үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны һәм үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа яуаплы ҡарағаны өсөн:
Владимир Михайлович ВОРОНИН – Табын ауылы урта белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы водителе;
Юл төҙөлөшө тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бүләкләнделәр:
Владимир Николаевич ГРЕБНЕВ – "Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы филиалының асфальт-бетон бутау машинисы;
Виктор Семенович Ергунов – ""Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы филиалы тракторсыһы;
Илнур Илдар улы КӘРИ-
МОВ - "Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы инженеры;
Сергей Романович ШЕС-ТАКОВ - "Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы тракторсыһы;
Венер Әмир улы ШӘМСЕТДИНОВ - "Башкиравтодор” йәмғиәтенең Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы иретеп йәбештереүсеһе.

Тирбәлдереп йыр-моң тулҡынында...
09 декабря 2015 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

16 октябрҙә район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре йыр-моң һөйөүселәрҙе "Ҡайҙа һин, һин ҡайҙа, алтын көҙ?!” тип исемләнгән концертҡа йыйҙы. Ял кисәһенә килеүселәргә үҙҙәренең яратҡан артистары менән йәнә осрашыу форсаты сыҡты. Бай йөкмәткеле концерт тамашасылар күңеленә хуш килде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12