Сынығыу мәктәбе
23 декабря 2015 йыл | Спорт

Сынығыу мәктәбеБыйыл Красноусолдағы 3-сө мәктәп базаһында "Батыр” хәрби-патриотик клубы эшләй башлағайны. Үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған был клубҡа ошо мәктәп уҡытыусыһы Илдар Абыҙгилдин етәкселек итә. Бында ҡул һуғышы секцияһы эшләп, йәмғеһе 4-сенән 11-се класҡа тиклем төрлө мәктәптәрҙән 45 бала йөрөй (араларында 14-15 йәшлек 5 ҡыҙ ҙа бар). Секцияның тренеры И.Абыҙгилдин булһа, уның ярҙамсыһы – ил сиге ғәскәрҙәре ветерандар советы ағзаһы Ришат Шаймарҙанов.

Балаларға шатлыҡ өләштеләр
23 декабря 2015 йыл | Йәмғиәт

Табын коррекция мәктәп-интернатында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған аҙналыҡ уҙҙы. Уның барышында төрлө байрам саралары – уйын-көлкөлө, йыр-бейеүле мәктәп кисәләре, район мәҙәниәт һарайында уҙған концертта һәм уйын программаһында ҡатнашыуҙар булды.

Тоташ күҙәтеү үтәсәк
23 декабря 2015 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

2016 йылда "Рәсәй Федерацияһында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше тураһында” федераль законға ярашлы, 2015 йылдың эш һөҙөмтәләре буйынса кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлегенә Тоташ күҙәтеү үткәреләсәк. Был масштаблы тикшереүҙең маҡсаты – иҡтисадта был өлкәнең ысынбарлыҡтағы өлөшөн билдәләү.

Яңы йылға яңы юл
23 декабря 2015 йыл | Йәмғиәт

Яңы йылға яңы юл Юл – тормош көҙгөһө, тибеҙ.
Ә бына Имәндәш ауыл биләмәһенә ҡараған Юрмаш ауылы халҡы нисәмә йылдар һуҙымында юлһыҙлыҡтан йонсоно. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында колхоз көсө менән генә бер аҙ күтәртелгән юл ишараты яҙлы-көҙлө үткеһеҙгә әүерелеп, ауыл халҡының зитына тейә ине. Ниһайәт, Юрмаш халҡы ла юллы булырға тора.