Бәхетле ҡартлығы – яҙмыш бүләге
10 декабря 2015 йыл | Йәмғиәт

Йәшлек дәртең, көс-ҡеүәтең кәмеп, ғүмер ҡояшы офоҡҡа яҡынлағанда үҫтергән балаларыңдың изгелеген күреп, уларҙың ихтирамын, иғтибарын, яратыуын, татып йәшәү әсәй өсөн оло бәхет икәнлегенә Яңғыҙҡайын ауылының ағинәйе Миңлеямал Ғәзизулла ҡыҙы Вәлишина менән һөйләшкәс, тағы ла бер тапҡыр инандым.

Шағирәләр тыуған изге төбәк йыр-шиғырға юл аса…
10 декабря 2015 йыл | Матбуғат, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәш йөрәктәр дәрте менән һуғарылған зауыҡлы, илһамлы, уйлы-фекерле "Өмөтлө ҡәләм” йәш ижадсылар конкурсы быйыл 15-се тапҡыр үткәрелде.
Күренекле яҡташыбыҙ, билдәле шағирә, яҙыусы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова ойошторған бәйгенең тәүгеһе 2001 йылда район үҙәге Красноусолда үтә. Ошо арауыҡта уҡыусыларҙың иң уңышлылары тип табылған ижад емештәре "Табын” гәзитендә донъя күреп барҙы. Бихисап ҡәләм тибрәтеүселәр был шөғөлдәрен һаман да ташламаған, шиғриәткә, әҙәбиәткә һөйөү бик күптәрҙе буласаҡ һөнәрен тап ошо юҫыҡта һайлауға ла этәргәндер.

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы
10 декабря 2015 йыл | Йәмғиәт

24 ноябрҙә Красноусолда "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының конференцияһы булып үтте. Уның эшендә "Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлеге етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Кирәева, пар-тияның урындағы бүлексәһе секретары Рәмил Бохаров, уның урынбаҫары Руслан Салауатов, партияның урындағы бүлексәһе етәксеһе Әхәт Нуриев һәм ете тиҫтәгә яҡын  делегат ҡатнашты.

Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!
10 декабря 2015 йыл | Матбуғат, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Республика буйынса 3 декабрҙән 13 декабргә тиклем матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә. Был осорҙа барлыҡ матбуғат баҫмаларына 10-15 процент ташламалы хаҡҡа, шул иҫәптән "Табын”ға яҙылырға була. Бирелгән мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса яратҡан баҫмағыҙға күпкә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ, хөрмәтле дуҫтар!
"Табын”ды алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Ғафури район-ара суды ойошторолдо
10 декабря 2015 йыл | Хоҡуҡ

2014 йылдың 1 декабрендә ҡабул ителгән "Башҡортостан Республикаһында ҡайһы бер район һәм ҡала судтарын һәм даими судтарҙы берләштереп, район-ара судтар булдырыу тураһында” 395-ФЗ РФ Федераль законына ярашлы, республикала 71 ҡала һәм район суды бөтөрөлөп, 44 район-ара суд булдырылды. Суд бөтөрөлгән райондарҙа 23 даими суд учреждениеһы барлыҡҡа килде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 26