Әсәйҙәргә бағышланды
10 декабря 2015 йыл | Хаттар

28 ноябрҙә Ҡауарҙы ауылы мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнөнә арналған ҙур концерт булды.

Ил ҡеүәте - берлектә
10 декабря 2015 йыл | Сәйәсәт

3 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны
Ил етәксеһе сығышын, Мысырҙағы террор һөҙөмтәһендә һәм Сүриәләге махсус операцияла һәләк булып ҡалған Рәсәй хәрбиҙәрен иҫкә алып, бер минутҡа тын ҡалыуҙан башланы. Сараға "СУ-24” самолетының командиры Олег Пешков менән диңгеҙ пехотасыһы Александр Позыничтың тол ҡатындары ла килгәйне. Владимир Путин ватандаштарыбыҙҙың үлеме өсөн яуаплылыҡ хаҡында һөйләгәндә беҙҙең менән элек-электән дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәгән Төркиәнең был ҡылығын аңлай алмауын әйтте.

Төйәгебеҙ тамыры – тарихта
10 декабря 2015 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт АССР-ы Юғары Советына һайлауҙарға әҙерлек эштәре алып барыла. Красноусолдың 94-се һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа кандидат итеп Красноусол быяла заводы быяла ҡырҡыусыһы Мәрүә Хәмиҙулла ҡыҙы Садиҡова күрһәтелә. Ул Ибраһим ауылында тыуып үҫкән. Ауыр һуғыш йылдарын тыуған ауылында үткәрә. 1945 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң Красноусол быяла заводына эшкә урынлаша. Тырыш ҡыҙ үҙ эш пландарын һәр ваҡыт 140-160 процентҡа арттырып үтәй. Коллектив шуға ла Садиҡованы депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә.
95-се һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа кандидат итеп Рәйес Һаҙый улы Миһранов күрһәтелә. Ул Салауат районы Илтей ауылында тыуып үҫә, Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә, үҙенең тыуған ауылында комсомол секретары булып эшләй. Артабан ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетына инструктор итеп үрләтелә. 1952 йылда ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетының секретары, ә 1954 йылда беренсе секретары итеп һайлана.
96-сы Табын һайлау округы буйынса кандидат итеп "Красный бор” колхозы рәйесе Иван Дмитриевич Медведев күрһәтелә. Ул 1912 йылда Рус Саскүле ауылында тыуып үҫә, колхозда бригадир булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, яуҙан ҡайтҡас бухгалтер була. Ә 1953 йылда колхоз рәйесе итеп һайлана.

Ҡыш бабай килә выжлап...
10 декабря 2015 йыл | Йәмғиәт

Ҡыш бабай килә выжлап...

 


 

Илебеҙ халҡының көтөп алған байрамдарының береһе – Яңы йыл етеүгә лә күп ҡалманы. Ошо байрамға әҙерлек эштәре нисек алып барыла, ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов байрамға әҙерлек барышы хаҡында аңлатма бирә.

Һәр кемдең дә бар аһ-зары
10 декабря 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 1 декабрҙә "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының район бүлексәһе берҙәм ҡабул итеү көнө уҙғарҙы. Район мәҙәниәт һарайында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов һәм партияның урындағы бүлеге Красноусол бүлексәһе етәксеһе – Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Рахманғолов халыҡ менән осрашты.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 26