Афарин, ҡыҙҙар!
20 января 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

11-13 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика, төбәк-ара олимпиадаһы уҙҙы. Бәйгелә республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән барлығы 320 уҡыусы һынау тотто. Олимпиадала беҙҙең ра-йондан да 6 уҡыусы ҡатнашты. Уларҙың араһынан 1-се урта мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Гөлназ Вәлиева (уҡытыусыһы Фәрзәнә Шәрәфетдинова) менән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы  Әлиә Сәйғафарова (уҡытыусыһы – Миләүшә Рәхимова) ярайһы уҡ юғары балдар йыйып, призерҙар булып ҡайттылар.
Афарин, ҡыҙҙар!

Красноусолда Ағинәйҙәр ҡоро ойошторолдо
20 января 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Йәмғиәт

Ойоштороу ултырышында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ә.Ә.Шаһиева, район Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Р.Ғ.Монасипова, Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Э.И.Денисова ҡатнашты.

Фермерлыҡҡа егәрлеләр генә тотона
20 января 2016 йыл | Ауыл хужалығы

Фермерлыҡҡа егәрлеләр генә тотонаЯңғыҙҡайын төбәгендә оҫта умартасы булып танылған, тора-бара эшҡыуарлыҡты ныҡлы үҙләштергән, пилорама, икмәк бешереү цехы асып ауылдаштарын ҡыуандырған, бер нисә йыл элек иһә малсылыҡ тармағына  тотонған Рауил Ғафаровты был яҡ халҡы яҡшы белә. 2014 йылда дәүләт ярҙамы алып малсылыҡ тармағында эш башлаған фермерҙың эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ.