Айфон түгел, китап булыр ҡулдарында
25 января 2016 йыл | Йәмғиәт

Юлыҡ ауыл мәҙәниәт йортонда Әҙәбиәт йылына йомғаҡ яһау рәүешендә бик матур сара үтте. Әҙәбиәткә, шиғриәткә арналған был кисәлә мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы йыйылғайны.

Полиция хеҙмәткәрҙәре – балалар приютында
25 января 2016 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Күптән түгел, йәғни иҫкесә Яңы йыл көнөндә бер төркөм бүлек хеҙмәткәрҙәре Ҡыш бабай (ЮХХДИ инспекторы, полиция өлкән лейтенанты А.Борханов) менән Ҡарһылыу (эштәр башҡарыусы Э.Хәлиуллина) булып кейенеп, шулай уҡ кадрҙар бүлексәһе начальнигы, полиция майоры Н.Харьков, өлкән белгесе, эске хеҙмәт
майоры Р.Рәхмәтуллиналар Табын ауылындағы  балалар приютында булды. Улар буш ҡул менән килмәне, бында тәрбиәләнеүсе 3 йәштән һәм унан өлкәнерәк 18 балаға (бәләкәстәрҙе алдына ултыртып) Ҡыш бабай серле тоғонан Яңы йыл бүләктәре, тәмлекәстәр таратты.

Ыңғай үҙгәрештәр дауам итә
25 января 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Уҙған йыл райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн бигүк насарҙан булманы. Үҙәк район дауаханаһы әленән-әле табиптар менән тулыланып тора – "Земство докторы” программаһы буйынса районға 24 йәш белгес эшкә ҡайтты. 2015 йыл башынан дауаханала 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге эшләй башланы. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНАға ошолар һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауын һорап мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға: