Рухи зауыҡ бирерҙәр
13 января 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уҙып киткән Әҙәбиәт йылы районыбыҙҙың ижади кешеләре өсөн емешле булды. Яңы йыл алдынан ғына йәнә ике райондашыбыҙҙың китаптары донъя күрҙе.

Законлыҡты һаҡлау улар иңендә
13 января 2016 йыл | Хоҡуҡ

Законлыҡты һаҡлау улар иңендә12 ғинуарҙа район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан үҙ иңдәрендә яуаплы ла, мөһим әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе үтәү бурысын күтәргән район прокуратураһы эшмәкәрлеге хаҡында район прокуроры вазифаһын башҡарыусы, юстиция советнигы Гөлнара Рим ҡыҙы ИПАТОВА һөйләй:

Гәзитебеҙгә сирек быуат
11 января 2016 йыл | Матбуғат, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Бына тағы ла бер йылыбыҙ үтеп китте һәм Яңы йылға яңы өмөттәр менән аяҡ баҫтыҡ. Яңы йылды "Табын” гәзите үҙенең күркәм юбилейы – 25 йәше менән ҡаршылай. Эйе, бынан сирек быуат элек район зыялыларының тырышлығы һәм тәүге мөхәрриребеҙ Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың ныҡышмалылығы менән саф башҡорт телендә үҙаллы гәзит донъя күрҙе.

Беҙ юл ярыусылар булдыҡ
11 января 2016 йыл | Матбуғат

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, республикабыҙҙа милли хәрәкәт көсәйеп, халыҡтың үҙаңы күтәрелә барған мәлдә, райондаштарымдың рухи ихтыяжы булып барлыҡҡа килгән «Табын» гәзитенә сирек быуат та булып киткән. Ул - Башҡортостанда иң тәүгеләрҙән булып дубляж, йәғни тәржемә хәленән арынып, саф башҡорт телендә нәшер ителгән баҫма. Был тарихи факт менән ғафуриҙар хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4