Тел байлығы – ил байлығы
20 февраля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырыла һәм йыл һайын билдәләнә.

Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан…
20 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының асыҡ күсмә ултырыштары – осрашыуҙар дауам итә. Толпар ауылындағы осрашыуҙа ра-йон хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, төрлө учреждение, ойошмалар етәкселәре, белгестәре ҡатнашты.

Таштар онталғанда ла һалдаттар һынмаған, һыҡтамаған
20 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Таштар онталғанда ла һалдаттар һынмаған, һыҡтамағанЙыл һайын февраль уртаһында илебеҙ тарихына афған һуғышы булып ингән ун йылға яҡын һуҙылған шанлы ла, данлы ла ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтабыҙ. Алыҫтағы бе-йек тауҙар араһында барған ҡан ҡойошто беҙ ул замандың хәрби журналистары һүрәтләгән яҙмалар, документаль таҫмалар аша ғына күреп беләбеҙ. Ә дәһшәтле һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән, утлы нөктәлә интернациональ бурысын үтәгән һалдаттар уны аяныс менән хәтеренә төшөрә.