Һаулыҡ нигеҙе – тәртиптә
25 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Балаларҙың   көтмәгәндә  йәрәхәтләнеүе, йәғни балалар травматизмы хаҡында гәзит-журналдар йыш яҙа, телевидение һәм радио тапшырыуҙары ла ойошторола, ләкин, үкенескә ҡаршы, фәһем алыусылар ғына һирәк. Йәрәхәтләнеүҙәр, хатта йәш ғүмерҙәрҙең өҙөлөүе кәмемәй. Шуны әйтеү ҙә етә: производствоға ҡағылышы булмаған бөтә травмаларҙың 25-30 проценты 14 йәшкә тик-лемге балалар өлөшөнә тура килә.

Алға аныҡ маҡсаттар менән
25 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Район етәкселегенең урындарҙа халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Уның сираттағыһы
15 февралдә Ташлы ауыл биләмәһендә үтте. Осрашыуҙа район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова һәм башҡа яуаплы органдар етәкселәре, белгестәр, ауыл Советы депутаттары ҡатнашты.

Һөнәри оҫталыҡ һынауы
25 февраля 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 16-19 февралдә Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптә "Йыл уҡытыусыһы – 2016” район конкурсы үтте. Оҫталыҡ бәйгеһендә район мәктәптәренең тәжрибәле 6 уҡытыусыһы һынау тотто.