Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!
17 февраля 2016 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу – уның физик әҙерлек кимәлен күтәреү дәүләттең мөһим бурыстарының береһе булды һәм булып ҡала. Физик тәрбиә системаһының программалы һәм норматив нигеҙе булып 1931 йылда әҙерләнгән "СССР-ҙа хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә союз физкультура комплексы торҙо. 1937 йылда ГТО комплексын үҫтереү йәһәтенән Бөтә Союз Берҙәм спорт классификацияһы норматив документы индерелде.

Ауылдың аҫыл өлгөһө
17 февраля 2016 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Ауылдың аҫыл өлгөһөҺәр ауылдың үҙенә генә хас йөҙө, тарихы, холоҡ-фиғеле һәм, әлбиттә, бәҫен күтәргән, хөрмәт ҡаҙанған абруйлы кешеләре лә була. Шундайҙарҙың береһе – Үтәк ауылында йәшәүсе, бар ғүмерен умартасылыҡ менән бәйләгән, хәҙер хаҡлы ялдағы Шәйҙулла Хәмиҙулла улы Ғиззәтуллин.

Йәшәйештәре һорауҙарҙа сағыла
17 февраля 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Йәшәйештәре һорауҙарҙа сағылаЕҙем-Ҡаран ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышында район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, Совет секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, төҙөлөш бу-йынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, төрлө учреждение, ойошма етәкселәре, урынбаҫарҙары, яуап-лы белгестәр ҡатнашты.

Яугирҙар онотолмай
17 февраля 2016 йыл | Йәмғиәт

Яугирҙар онотолмай15 февралдә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 27 йыл тулды. Хәҙер был көн локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Ошо айҡанлы Красноусолда тантаналы митинг һәм район мәҙәниәт һарайында Афған һуғышы ветерандары ҡатнашлығында концерт булды.

“Табын” дуҫтарын йыйҙы
15 февраля 2016 йыл | Матбуғат

"Табын” гәзите сыға башлаған тәүге көндән алып, бына 25 йыл инде халыҡ менән бергә йәшәй. Райондың һәр ауылында тиерлек даими яҙышып торған авторҙарыбыҙ бар. Һуңғы йылдарҙа уларҙың сафы яңы көстәр менән тулыланыуы һәйбәт күренеш, әлбиттә. Редакция коллективының ауыл хәбәрселәре менән осрашып, гәзиттең уҙған йылғы эшмәкәрлеген анализлап, киләсәккә маҡсаттар билдәләүе матур йолаға әйләнде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6