Камил йәмғиәт төҙөгән пәйғәмбәр
02 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Мөхәммәт с.ғ.с. - гә пәйғәмбәрлек миссияһы килгәнгә тиклемге осор Ғәрәп илдәрендә ныҡлы урын алған бик күп кире яҡтар менән билдәле. Йәмғиәт социаль хәле буйынса бер-береһенән ҡырҡа айырылған бер нисә ҡатламға бүленә: ҡолдар һәм уларға эйә булған хужалар, хакимдар һәм уларға баш эйеп, буйһоноусылар. Күп һанлы ғәрәп ҡәбиләләре кландарға, нәҫелдәргә бүленә. Улар араһындағы дошманлыҡ арҡаһында бер туҡтауһыҙ бәхәс, низағ, талаш, бәрелеш сығып тора.

Бар эштә лә кәрәк берҙәмлек
02 марта 2016 йыл | Урындағы үҙидара

24 февралдә уҙған Ҡауарҙы ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән ултырышы эшендә район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров, уның урынбаҫарҙары, район Советы рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, секретары Р.С.Ишмөхәмәтова, төрлө ойошма, учреждениелар етәкселәре, белгестәре, ауыл Советы депутаттары, урындағы халыҡ ҡатнашты.

Мөғжизәле сәнғәт төрө сәхнәлә
02 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

25 февралдә район мәҙәниәт һарайында Кино йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Был сараға районыбыҙҙа оҙаҡ йылдар киномеханик булып эшләгән ветерандар, Үтәк, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын һәм ра-йон халыҡ театрҙары артистары саҡырылғайны.