Тыуған яҡ менән бәйләүсе ярыш
10 марта 2016 йыл | Спорт

Тыуған яҡ менән бәйләүсе ярышЯрыш 21 февралдә бер юлы ике урында – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернаты спорт залдарында барҙы. Унда Юлыҡ, Сәйетбаба, Красноусол ауылдарынан өс йыйылма, Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм студенттарының ҡатнаш командаһы, шулай уҡ Красноусолдағы 3-сө мәктәптең элекке һәм әлеге уҡыусыларынан торған ике команда ҡатнашты.

Өләсәйҙәр менән – хоккейға!
10 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Ҡауарҙы ауылының "Йәншишмә” балалар баҡсаһында байрам иртәлектәре һәр саҡ бик күңелле, мауыҡтырғыс үтә. Ошо көндәрҙә үткән 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек тураһында яҙмай булдыра алманым.

Элекке данын ҡайтарырға кәрәк
10 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырыштары – етәкселәрҙең халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Сираттағыһы 29 февралдә Сәйетбаба ауыл биләмәһендә үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, төрлө предприятие-ойошмалар, учреждениелар етәкселәре, урынбаҫарҙары ҡатнашты.

Күмәкләгәс күперҙе лә төҙәттек
10 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Имәндәш ауыл биләмәһендә төҙөк-ләндереү эштәренә ҙур иғтибар бирелә. Яңыраҡ ҡына көслө дауыл ғәрәсәтенән  зыян күргән Имәндәш мәктәбе ҡыйығын күмәк халыҡ ҡатнашлығында ремонтлаған инек. Күптән түгел иһә тағы ла бер ҙур өмә ойошторолдо.