Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
24 марта 2016 йыл | Матбуғат

Хәҙер гәзит-журналдарға өйҙән сыҡмай ғына, интернет аша онлайн тәртиптә яҙылырға була. Быны нисек эшләргә?

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!1. www.rbsmi.ru сайтына инегеҙ.

2. Төп биттә "Подписка” тигән пунктты һайлағыҙ.

3. Үҙегеҙ алып уҡырға теләгән баҫманы һайлағыҙ.

4. Заказ бланкын тултырығыҙ.

5. Аҡсаһын Яндекс. Деньги йәки Робокасса аша түләгеҙ.

Үҙегеҙ ҙә яҙылығыҙ, яҡындарығыҙҙы яҙҙырығыҙ, дуҫтарығыҙға ла әйтегеҙ!

 

Киномарафонда осрашыу
23 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, 2016 йыл Рәсәй Президенты В.В.Путин һәм Республика Башлығы Р.З.Хәмитов Указдарына ярашлы, Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Йыл сиктәрендә төрлө мәҙәни саралар үтә башланы. 25 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының "Родина” кинотеатрында,
25 февралдә районда Кино йылына старт бирелде. Уҙған шаршамбыла иһә ғафуриҙар республика киномарафонын ҡаршы алды. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт һарайында киномарафон символын - "хлопушка”ны ҡабул итеү тантанаһы уҙҙы.

Йәш спортсылар һынау тотто
23 марта 2016 йыл | Спорт

15 мартта Красноусол башҡорт гимназия-интернатына эш сәфәре менән республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры А.И.Иванюта етәкселегендә Спортҡа әҙерләү үҙәге вәкилдәренән һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белгестәренән торған төркөм килде.

Емешле эш теләйем, коллегалар!
23 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Бөгөн беҙҙең район республиканың көньяҡ төбәгендәге 11 район һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы, республиканың фәнни учреждениелары, агросәнәғәт комплексы буйынса предприятие-партнерҙар вәкилдәренән торған ауыл хужалығы конференцияһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Унда яҙғы сәсеүгә тактик һәм стратегик әҙерлек  мәсьәләләре ҡарала, ауыл хужалығы йылына нигеҙ һалынырлыҡ бурыстар билдәләнә.

Йорттар йылы һәм яҡты булһын өсөн…
21 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Март айының өсөнсө йәкшәмбеһендә торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район халҡын йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу менән тәьмин иткән "Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Олегович АФАНАСЬЕВҡа мөрәжәғәт иттек.  Һүҙ – уға:

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6