Кисәлә быуындар бәйләнеше сағылды
14 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

7 март көнө Ҡауарҙы ауылы мәҙәниәт йорто тамашасылар менән шығырым тулы ине. Ауыл халҡы "Ҡәйнәләр һәм килендәр” исемле байрам сараһына йыйылды.

Мәсьәләләр урында хәл ителә
14 марта 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Буруновка ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы 2 мартта ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Сараға халыҡ бик күп йыйылғайны, мәҙәни усаҡ залы тулы булды. Киңәйтелгән ултырыш эшендә район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, учреждение-ойошмалар етәкселәре, урынбаҫарҙары, белгестәре ҡатнашты.

Толом-толом сәстәреңде нисек итеп үрәһең…
14 марта 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҙҙың тәүге байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө райондың һәр ауылында ла ҙурлап билдәләнде. Район мәҙәниәт һарайында иһә тантаналы йыйылыш һәм  күркәм сара – "Оҙон толом – Мисс матурлыҡ” конкурсы уҙғарылды.

Тыуған яҡ менән бәйләүсе ярыш
10 марта 2016 йыл | Спорт

Тыуған яҡ менән бәйләүсе ярышЯрыш 21 февралдә бер юлы ике урында – Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернаты спорт залдарында барҙы. Унда Юлыҡ, Сәйетбаба, Красноусол ауылдарынан өс йыйылма, Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм студенттарының ҡатнаш командаһы, шулай уҡ Красноусолдағы 3-сө мәктәптең элекке һәм әлеге уҡыусыларынан торған ике команда ҡатнашты.

Өләсәйҙәр менән – хоккейға!
10 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Ҡауарҙы ауылының "Йәншишмә” балалар баҡсаһында байрам иртәлектәре һәр саҡ бик күңелле, мауыҡтырғыс үтә. Ошо көндәрҙә үткән 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек тураһында яҙмай булдыра алманым.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6