Элекке данын ҡайтарырға кәрәк
10 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Ауыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырыштары – етәкселәрҙең халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә. Сираттағыһы 29 февралдә Сәйетбаба ауыл биләмәһендә үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, төрлө предприятие-ойошмалар, учреждениелар етәкселәре, урынбаҫарҙары ҡатнашты.

Күмәкләгәс күперҙе лә төҙәттек
10 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Имәндәш ауыл биләмәһендә төҙөк-ләндереү эштәренә ҙур иғтибар бирелә. Яңыраҡ ҡына көслө дауыл ғәрәсәтенән  зыян күргән Имәндәш мәктәбе ҡыйығын күмәк халыҡ ҡатнашлығында ремонтлаған инек. Күптән түгел иһә тағы ла бер ҙур өмә ойошторолдо.

Изгелеге беҙгә яҡты маяҡ
09 марта 2016 йыл | Хаттар

Һәр кешегә яҡты донъяны бүләк итеп, бар булмышы менән балаһына матур тәрбиә биргән, күңеленә изгелек, яҡшылыҡ һалған әсәй кеше ғүмер буйы бөйөк булып ҡала, хатта был донъяларҙы ҡалдырып китһә лә.
Шуның өсөн мин ғүмерем буйы әсәйемә рәхмәтле, уның фатихаһында йәшәйем. Ә минең әсәйем Зәйнәп Шафиғулла ҡыҙы Мөхәмәтйәнова 54 йәштә генә фани донъяларҙан китһә лә, ул һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә, сөнки уның тәрбиәһе, изгелектәре, яҡшылыҡтары беҙҙең өсөн яҡты маяҡ.
Ошо көндәрҙә әсәйемдең беҙҙең аранан китеүенә 34 йыл, яҙған шиғырҙарымды уның яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.



Өләсәйем хаҡында һүҙем
09 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

"Балалар бер ҡасан да беҙ күргәнде күрмәһендәр, имен-тыныс йәшәһендәр, аслыҡты белмәһендәр, донъяла һуғыштар булмаһын”, - тип теләктәрен теләй-теләй тиҫбеһен тарта өләсәйем. Уның ҡытыршы ҡулдарына ҡарап: "90 йәшкә тиклем йәшәп, ошолай айыҡ фекерле булып, үҙ аяғыбыҙҙа йөрөй алһаҡ ине”, - тип уйлап та ҡуям.

Йәшәү йәме, тормош ғәме һиндә, ҡатын-ҡыҙ!
09 марта 2016 йыл | Йәмғиәт

Иң матур байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙар советтарының тарихына байҡау яһап үтке килә.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6