Мәшәҡәттәргә ҡарамай, хәбәрләшеп торайыҡ
30 апреля 2016 йыл | Хаттар

Йәмле яҙҙың икенсе айы ла үтеп китте. Ауыл халҡы яҙғы мәшәҡәттәр менән мәшғүл. Бар ерҙә лә экологик өмәләр, төҙөкләндереү эштәре бара. Баҡса, баҫыуҙарҙа сәсеү башланды.
Март, апрель айҙарында гәзит уҡыусыларҙан төрлө йөкмәткеле 157 хат алдыҡ. Уларҙа халыҡтың көнитмеше, донъяуи хәстәрлектәре сағылыш таба. Һәр төрлө мәҙәни саралар, осрашыуҙар, байрамдарҙы яҡтыртҡан хаттар ҙа булды. Районыбыҙҙың төрлө төбәгенән ауыл уңғандары, хөрмәтле кешеләр тураһында ла хәбәрҙәр килеп торҙо.
Алдағы айҙарҙа ла, йорт-баҡса тирәһендә эштәр күбәйеүгә ҡарамаҫтан, һеҙҙән матур эстәлекле һүрәтләмәләр, фәһемле мәҡәләләр көтөп ҡалабыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Тормошобоҙҙоң төрлө яҡтарын сағылдырған, Кино йылын, икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғатҡа яҙылыуҙы һ.б. яҡтыртҡан хат-хәбәрҙәр килер тип ышанабыҙ.
ХАТТАР БҮЛЕГЕ.

Иғтибар, ташҡын!
13 апреля 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Алда йылдың иң көсөргәнешле һәм яуаплы осоро – яҙғы ташҡын тора. Ул хужалыҡ субъекттары өсөн генә түгел, ә контроль органдарына ла ярайһы ғына мәшәҡәт тыуҙыра. Экологтарҙың төп бурысы –
һыу объекттарының бысраныуына юл ҡуймау.

Яҙһылыуҙың наҙлы бүләге
13 апреля 2016 йыл | Хаттар, Йәмғиәт

Йыл һайын апрель-май айҙарында Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән фай-ҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан республикала "Умырзая” экологик акцияһы уҙғарыла. Уның маҡсаты – тәүге сәскәләрҙең популяцияһын һаҡлау.

Белемлеләр көс һынаша
13 апреля 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

28-нән 30 мартҡа тиклем Өфө ҡалаһында уҡыусыларҙың геология буйынса олимпиадаһы уҙҙы. Унда республиканың 8 районы һәм 6 ҡалаһынан килгән уҡыусылар көс һынашты.

Көрәк, һепертке ал да, өмәгә ҡушыл
13 апреля 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, район хакимиәтенең махсус ҡарарына ярашлы, районда 1 апрелдән ауыл биләмәләрен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эко-логик өмәләргә старт бирелде.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8