Ял да итәләр, һаулыҡтарын да нығыталар
06 апреля 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Ял да итәләр, һаулыҡтарын да нығыталар"Имәнкәй” санатор-һауыҡтырыу спорт-туристик лагеры бишенсе йыл инде йыл әйләнәһенә санатор-һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләй. Бында районыбыҙҙан, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан балалар ял итеп кенә ҡалмай, һаулыҡтарын да нығыта. Уларҙың һәр ҡайһыһы нигеҙҙә дауахананан табиптан алынған санатор-курорт дауаланыу карталары менән килә.

Ил төкөрһә, күл була
06 апреля 2016 йыл | Йәмғиәт

Барығыҙға ла хәйерле көндәр һәм төндәр! Һамар ҡалаһына юлға сығырға ла ваҡыт бик әҙ ҡалды. Реаүҙәктән шылтыратып белештеләр, киләбеҙ, тинек! Кәрәкле аҡса тулыһынса йыйылмаһа ла, булған 35 250 һумға ике төр дауаға – микроток һәм логопедик–зондлы массажға эләгергә тырышырбыҙ инде. Дауалауҙы тотошлай алып булмауы ҡыҙғаныс, әлбиттә, әммә бөтөнләй юҡ ише лә түгел бит!

Юлсыларға – “бишле”
06 апреля 2016 йыл | Уңғандарыбыҙ

Белеүебеҙсә, бы-йыл ҡыш айырыуса ҡарлы булды. Бер яҡтан ҡыштың ҡарлы булыуы һәйбәт күренеш, сөнки ер дымлы була. Дым күп булһа, уңыш та мул буласаҡ тигән һүҙ.

Һыуҙан һаҡ булайыҡ
06 апреля 2016 йыл | Йәмғиәт

Яҙҙы   еребеҙгә үҙгәреш, яңырыу, йәшәреү алып килеүсе булараҡ көтөп алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта бик күп мәшәҡәттәр ҙә,   ваҡытында һаҡланыу сараһы күрмәгән осраҡта күңелһеҙ ваҡиғаларға ла алып килеүе ихтимал яҙ.  Районда яҙғы ташҡын менән бәйле мәсьәләләргә аныҡлыҡ индереүен һорап район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары - ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия рәйесе  Фуат Зәки улы КЕЙЕКБАЕВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Бәләкәс кенә, әммә ҙур хәүеф сығанағы
06 апреля 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, ҡояш йылы нурҙарын сәсеү менән, талпандар ҙа күҙен аса. Өшөүе һәм ас булыуы сәбәпле, иртә яҙҙан уҡ та улар тере йән эйәләренә йәбешергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ошоно оноторға ярамай: талпандар май айында ныҡлы әүҙемләшә башлай. Бигерәк тә май-июнь айҙарында улар күп була, июлдә яйлап кәмей төшә, ә августа һирәк осрай. Шуға күрә ҡайҙа ғына йөрөһәң дә уяу булырға, был зарарлы бөжәктән һаҡланырға кәрәк.