Әйҙә тырыш, Нурсилә!
23 мая 2016 йыл | Хаттар

Һуңғы йылдарҙа Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йорто әүҙем генә эш алып бара. Һәр байрамға арнап кисәләр үткәрелә. Мәҫәлән, Әҙәбиәт йылын йомғаҡлауға арналған сара бик бай йөкмәткеле булды. 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған кисә үҙенсәлекле булды. Сәхнәгә Герой-әсәләр, пенсионер уҡытыусылар, шәфҡәт туташтары саҡырылды. Ҡунаҡтар үҙҙәренең эш дәүерендә булған ауыр һәм ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләнеләр. Уларға арнап концерт номерҙары ҡуйылды һәм бүләктәр тапшырылды.
Мәҙәниәт йортонда "Оҫта ҡулдар” түңәрәге уңышлы ғына эшләп килә. Аҙнаға ике тапҡыр пенсионер ҡатын-ҡыҙҙар "Сәләмәтлек” клубына килеп, тәндәребеҙҙе яҙабыҙ. Төрлө файҙалы кәңәштәр менән уртаҡлашабыҙ.

Мәктәпле ауыл – киләсәкле ауыл!
19 мая 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Уҡыусылар ҡунаҡтар менән.Уҡыусылар ҡунаҡтар менән.Күптән түгел Родина ауылында бик матур сара уҙҙы. Уны мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйлә Мәҡсүт ҡыҙы Федорова үткәрҙе. Был байрам Башҡортостаныбыҙҙа икенсе дәүләт теле булған башҡорт теленә арналды.

Туҡай эҙҙәре буйлап…
19 мая 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Эй, туған тел, эй, матур тел,
Атам-әсәмдең теле!
Донъяла күп нәмә белдем,
Һин туған тел арҡылы, -
тип яҙғанда Ғабдулла Туҡайыбыҙ бик күп йылдар үтеү менән был шиғырҙың туған тел гимнына әүерелерен, телгә арналған бер сара ла был әҫәрһеҙ үтмәҫен, һәр бала тиерлек "Туған тел”де яттан белерен күҙ алдына килтерҙеме икән?

«Урал батыр» - мәңгелек әҫәр
19 мая 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы «Урал батыр» эпосы 1910 йылда сәсән, фольк-лорсы Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алына. Бының менән Мөхәмәтша Буранғолов кешелеккә уны оло бүләк итеп ҡалдырған, тип әйтергә була. «Урал батыр»  - ул шиғри формалағы иң ҙур күләмле эпик әҫәр, беренсе тапҡыр 1968 йылда «Ағиҙел» журналында баҫтырып сығарыла. Әлеге көндә Башҡортостаныбыҙҙың 7 мөғжизәһенең береһе булып тора.

Йәш шиғриәт һөйөүселәр бәйгеһе
19 мая 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар

Тыуған яҡ, тыуған ауыл! Ниндәй изге һүҙҙәр! Һәр кемдең тыуған иле, тыуған йорто бар. Һәр кем уны үҙенсә ярата, үҙенсә аңлай.  Был тойғо бала донъяны танып-белә башлағас та уның күңеленә һалына. Беҙ – атай-әсәйҙәр, тәрбиәсе-уҡытыусылар ошо изге хистәрҙе үҫтерергә бурыслыбыҙ.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12