Бергәләшеп кенә хәл итеп була
19 мая 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Мораҙ ауылындағы сходта төрлө мәсьәләләр тикшерелде.Мораҙ ауылындағы сходта төрлө мәсьәләләр тикшерелде.Ауыл  биләмәһе хакимиәте – урын-дағы халыҡтың йәшәү кимәлен тәьмин итеүсе орган. Бөгөн урындарҙа был тәңгәлдә эштәр нисек ойошторолған? Ауыл биләмәһе башлығының эшмәкәрлеге нимәгә ҡайтып ҡала? Ниндәй проблемалар бар һәм улар нисек хәл ителә? Һөнәри байрамдары уңайынан һәм ошо тәңгәлдә тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы НОҒАЙҒОЛОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Әхнәф Әхиәр улы, Һеҙ ошо вазифала 2000 йылдан бирле эшләйһегеҙ һәм районда иң тәжрибәле ауыл биләмәһе башлыҡтарының береһе булып тораһығыҙ. Бөгөн урындағы үҙидара органдарының төп эшмәкәрлеге нимәгә ҡайтып ҡала?

Эш һәм маҡсаттарыбыҙ берҙәм беҙҙең
19 мая 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Район Советы секретары  Рәйлә Ишмөхәмәтова.Район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова.
21 апрель Президент Указы менән Урындағы үҙидара көнө тип иғлан ителде һәм был көн хәҙер бөтә халыҡ байрамына әүерелде. Урындағы үҙидара көнөн быйыл беҙ дүртенсе тапҡыр билдәләйбеҙ.
"Урындағы үҙидара органдарының дөйөм принциптары тураһында” 131-се Федераль Закон менән нығытылған (2013 йыл) һәм Урындағы үҙидараның Европа хартияһына (1998) ярашлы конституцион дәүләт ҡоролошоноң төп нигеҙҙәренең береһен урындағы үҙидара алып тора һәм һуңғы 20 йыл һуҙымында яңыртылған Рәсәйҙең бер бөтөн системаһына әүерелде.

Моңло ҡурай, йырлы ҡурай
19 мая 2016 йыл | Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Моңло ҡурай, йырлы ҡурай 8 апрелдә район мәҙәниәт һарайында башҡорт халҡы-ның тарихы, яҙмышының айырылғыһыҙ юлдашы, уның ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашыусы, моңо менән йөрәктәргә үтеп инеп күңел ҡылдарын тирбәтеүсе ҡурайға арналған "Халҡым аманаты – ҡурай” тип аталған байрам үтте.

Уңайлы фатирҙарҙа һөйөнөп йәшәргә яҙһын
19 мая 2016 йыл | Йәмғиәт

Хәлимә Мәҡсүтова торлаҡ сертификаты алғандан һуң улы менән.Хәлимә Мәҡсүтова торлаҡ сертификаты алғандан һуң улы менән.5 апрелдә район Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегендә йәнә ике Бөйөк Ватан һуғышы яугирының тол ҡатынына торлаҡ сертификаттары тапшырылды.

Хәйерле сәғәттә, игенсе!
19 мая 2016 йыл | Ауыл хужалығы

Күптән көтөлгән ваҡыт етте – районда яҙғы баҫыу эштәре башланды. Тәүгеләрҙән булып баҫыуға "Урожай”, "Восход СТ”, "Агрохим”, Ленин исемендәге, "Сатурн”, "Ағиҙел” хужалыҡтары сыҡты. Уларҙың артынса башҡа хужалыҡтарҙа ла баҫыуҙар тракторҙарҙың күңелле гөрөлдәүенә күмелде.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12